Әлеге көндә райондың бер-нисә ауыл биләмәһендә юлдарға ағымдағы ремонт буйынса күләмле эштәр бара. Редакцияға ауылдарҙың ҙурынан да, бәләкәйенән дә мөрәжәғәт итәләр, рәхмәт әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Ошондай матур хәбәрҙәрҙең береһен уразбайҙарҙан да алып, эштәрҙе барып күрҙек.
- Беҙҙең Комсомол урамы һаҙмат ерҙә урынлашҡан, юлдарҙы ҡалын ғына түшәп, күтәреү кәрәк ине. Бер нисә көн инде КамАз, грейдер тауышы тынмай, бар эште шатланып күҙәтәбеҙ, - тип ҡаршыланы ошо урамда йәшәүсе Зенфира Камалова. Хаҡлы ялдағы уҡытыусынан Йәштәр, Сахалин урамында ла юлдарға таш түшәү барыуын белдек. Өйөм-өйөм ятҡан ваҡ ташты таратыусы грейдерға “ярҙамға” көрәк менән сығыусы ағайҙарҙы күреп ҡыуандыҡ. Ауыл халҡы көтөп алған эш булыуы әллә ҡайҙан һиҙелә.
Уразбай быйыл яҡтырып та китәсәк икән - Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә урам яҡтыртҡыстары капиталь ремонтланасаҡ, ауылда бөтәһе 90 заманса лампа ҡуйыу ҡаралған. Ҡышҡа яҡты, төҙөк урамдар менән инәләр, тимәк!