Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 02:00

Бөгөн Дәүләт флагы көнө

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө



Флаг – Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаларының береһе. Ул өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Буйҙарҙың өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтың киңлегенең буйына нисбәте 2:3.
1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында” раҫлаған указы буйынса флаг көнө 22 августа үткәрелә.
Рәсәй өсколоры тарихы 300 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Триколорға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Уға ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән һәм горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.
Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендәге кеүек Ишембай районында ла Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә. Мәҫәлән, Көҙән ауыл китапханаһында “Һин – беҙҙең ғорурлыҡ һәм дан” видео-презентацияһы, Скворчиха ауылы клубы биләмәһендә “Беҙҙең дан флагы” конкурс-уйын программаһы, ҡалала флэш-моб, һүрәттәр, патриотик йырҙар конкурстары үтә. Шулай уҡ Түбәнге Әрмет, Петровск ауылы китапханаларында ла был көн уңайынан саралар уҙа.
Фото: интернет.
Читайте нас: