1 июлдән Ишембайҙа Совет урамы, 91 адресы буйынса урынлашҡан “Башаҡ” кафеһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һөт продукцияһын таратыу пункты үҙ эшен башлағайны. Бөгөнгө көндә “Һөт кухняһы” учреждениеһы продукциялары 6 айҙан өс йәшкә тиклемге 132 балаға бирелә.
26 августан һөт продукцияһын таратыу икенсе адрес буйынса алып барыласаҡ. Губкин урамы, 36-сы йортонда урынлашҡан һөт продукцияһын таратыу пункты дүшәмбе һәм кесаҙна 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем эшләй.