Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 02:00

Юллы булдыҡ

Гәзит аша Хажы ауылы халҡының ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлашҡым килә – беҙҙә юл һалдылар!

Гәзит аша Хажы ауылы халҡының ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлашҡым килә – беҙҙә юл һалдылар!


Хажы ауылы халҡы, бигерәк тә яҙлы-көҙлө, юлһыҙлыҡтан ыҙаланы. Яҙғы һыу тау башынан ағып, тыҡрыҡтарҙы, юлдарҙы йыуып төшөрә, машина менән үткеһеҙ канауҙар барлыҡҡа килә ине. Уҙған аҙна ошондай һыу юлдарына торбалар һалып, һыртҡы яҡҡа таштан юл түшәп ҡуйҙылар. Юлсыларҙың тырышлығы, эшкә яуаплы ҡарашы һиҙелеп торҙо. Мәктәп автобусы боролоп киткән ерҙе лә күтәртеп, нығытып һалдылар. Эштәр сифатын үҙе контролдә тотҡан район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановҡа һәм күптәнге теләгебеҙҙе тормошҡа ашырып сығырға бар тырышлығын һалған үҙебеҙҙең Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиеваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бар башланғыстарығыҙҙы уңышлы тормошҡа ашырырға булһын.



Рәзилә ҒӘЛИӘСКӘРОВА.



Читайте нас: