Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 02:00

"Бибинур ҡарсыҡ" (хикәйә)

Ҡайһылайтһын, нимә генә ҡылһын, риза булды Бибинур ҡарсыҡ, күнде, бе-рҙән-бер ҡыҙы Рәшиҙәһе алыҫ араны яҡын итеп әллә нисә тапҡыр килгәс, өгөтл-әгәс, димләгәс, ниһайәт ошоғаса һуҙа килгән мәсьәләне йөрәге аша һыҙып, йәне тулап даулашһа ла, хәл итергә булды, ғүмере буйы көн иткән ауылын ташлап ҡа-ртайған көнөндә ҡалаға күсергә итте.
Былай ауыл хакимиәтендә кенәгәлә күптән иҫәптә тормай ул. Бынан бер нисә йыл элек Рәшиҙәләренә дүрт бүлмәле фатир кәрәккәс кейәүе йүгергеләп-хәстә-рләп уны үҙҙәренә, ҡала фатирына, яҙҙырып та ҡуйҙы. «Волга»һын ҡыуалап әллә нисә тапҡыр килде, башҡа ҡағыҙҙарҙан тыш колхозда эшләгән осорҙа алған орде-ндарының күсермәһен яҙып алды, хатта район дауаханаһына алып барып, бүлм-әнән-бүлмәгә индереп тикшертеп тә мәшәҡәтләнде. Иллә тырышлығы бушҡа китмәне, ҡулға тотмалы тос ҡына документтар юллап алып ҡайтты барыбер. Яңы фатирҙарына күсеп сыҡҡас уның тураһында онотҡандар һымаҡ ине лә бына тағы…
Ауыл халҡын, хужалыҡтарҙы барлаған төп кенәгәнән иҫәптән төштө тип, ситләтмәйҙәр уны ауылда: хакимиәткә барамы, йомошо төшөп колхоз идараһына инәме, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, урыны түрҙә, әйҙүкләп ҡаршылайҙар. Яҙ-мышы, йәшәү тамырҙары ошо ергә ереккән, ғүмере буйы колхозда эшләп әсе тирҙәрен түккән, кенәгәләге яҙыу нимә генә! Тик анау Ғилметдиндең төпсөк улы Айратҡа ғына үпкәләп йөрөй. Үткән йыл һайлауға барғанында, инәй, исемлектә юҡһың, тип кире бороп сығарҙы. Ә ул орден-миҙалдарын тағып, әйтелгән ваҡытҡа килгәйне оло башын кесе итеп, ус аяһылай ҡағыҙ киҫәген йәлләне һайлау комис-сияһы рәйесе. Хәҙер Айрат уның башы күренер-күренмәҫтән лауылдап иҫән-ләшһә лә, күрмәмешкә һалыша, алмай сәләмен, белһен икенселәй. Тегенең юлын киҫеп үтеп асыуын баҫырға ла уйлап ҡуйғайны ҡуйыуын, тыйылды, ошо йәшенә етеп яңы айтай баҫҡан ир балаға тиклем һанлап юл биреп күнеккәнгә ундай хила-флыҡҡа барырға аяғы тартманы.
Хәбәр иткәйнеләр, иртәгә иртүк килеп етерҙәр, моғайын, шуға ҡабаланмай алдан төйнәнеп ҡуйыуың хәйерле. Мөлкәте ашып-ташып бармаһа ла, йыйыш-тырына башлағайны, өйөлдө лә китте. Икмәк бешереп йөрөгән табаһын, кер йыу-ған еҙ тасын әхирәте Фатимаға илтте. «Самауырымды, ҡомғанымды оҙата килгән-дә алырһың,- тине ул, - икеһе лә әйләнгән һайын кәрәк». Ябынырын-яҫтанырын
иҫәпкә алмағанда, ҙурҙан дүрт төйөнсөк әҙерләне. Һыйҙырып бөткәндәй ине лә донъя аламаһын, ә бына ҡартынан ҡалған ҡамытҡа урын ҡалманы ла ҡуйҙы. Бил-дәле, уны ҡалаға илтеп булмай. Ярай, ҡалдырған әйберҙәрен төҫөндәй күреп тотонорҙар, ә ҡартының ҡомартҡыһын яттарға бирһенме? Нәмәнең ҡәҙерен белә-ләрме ни хәҙерге йәштәр, ҡамытты күбә тарттырғанда йә ауыр йөккә егеп өҙгөсләп бәҫтән сыҡҡансы ҡулланырҙар ҙа уны-быны уйлап та ҡарамай ырғытыр-ҙар сүплеккә. Нимә эшләргә? Мәрхүмдең ҡулы бигерәк оҫта булды шул, ҡамытты еренә еткереп, тәфсирләп эшләгәйне. Йөйҙәре һырып тегелгән, алғы өлөшө көм-өш маҡбал менән семәрләнгән ыҡсым ҡамытты ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй оҙаҡ ҡына ҡулында әйләндергеләгәндән һуң, уны түргә алып барып элде лә кис төнәү-ҙән тотоп тоҡҡа һалып ҡуйылған әтәсте, ике сыбар тауыҡты йөкмәп, ҡултыҡ аҫты-на бохар бесәйен алып, тәүәккәл баҫып күршеләренә йүнәлде.Ҡыҙы,бөгөн ҡалала ит ҡиммәт,тауыҡтарыңды һуйып әҙерләп ҡуй, тиһә лә, нишләптер көндәр буйы аяғы аҫтында буталып яңғыҙлыҡтан әүрәткән йән эйәләренең муйынына бысаҡ һалдырырға ҡулы барманы. Кикреге туңып төшкән, тупыс тәпәйле ҡарт әтәстең тарамышын тартаһыңмы ла, эстәре ергә һөйрәлеп йөрөгән тауыҡтарҙы йолҡҡолайһыңмы ит итеп. Ундай аш тамағыға төйөр булып тығылыр.
Күршеһе Хәлфетдин, яңы ғына эштән ҡайтып, ҡул сайып маташа, балал-ары өҫтәл тирәләй ултырышҡан, ҡатыны Гөлғәйшә кәстрүлдән аш һоҫоп ҡына тора икән. Асыҡ йөҙ менән ҡаршыланылар. Бибинур ҡарсыҡ ҡулдарын бушатып ултырғысҡа ялпашты ла, оҙаҡ итеп доға ҡылып, битен һыпырғандан һуң ирәбе сә-ләмләне:
- Имен-аман ғына ятаһығыҙмы, балалар?
- Бирешкән юҡ әле, инәй, һөйләмәй генә йөрөйһөң икән, әйҙә өҫтәлгә яҡ-ынла. - Бөтәһе өсөн дә Хәлфетдин яуапланы.
- Бөгөн көнө буйы күренмәгәсең, үҙем инеп сыҡмаһам булмаҫ тип йөрөй инем әле. - Һүҙгә Гөлғәйшә ҡушылды.
- Аштан оло булып булмаһа ла, тамағыма ризыҡ үтмәй әле минең ошо арала, ғәмем, хәстәрем башҡа, ишеткәнһегеҙҙер… - Бибинур ҡарсыҡ йыйырсыҡ-тар менән сыбарланған битенә һығылып төшкән ике бөртөк йәшен яҙып ябынған яулығының осо менән һыпырҙы ла ҡоштай ғына кәүҙәһен бөкөрәйтеп тынып ҡал-ды.
Хәлфетдин ултырғысын тартып ултырҙы, Гөлғәйшә лә шөғөлөн ҡуйып ҡул-дарын алъяпҡысына һөртә-һөртә уларға яҡынланы. Быйыл мәктәпте тамамларға йыйынып йөрөгән игеҙәктәре - улы менән ҡыҙы ла шымтайышты.
- Ишеткәйнек тә, инәй, ышанғыбыҙ килмәй, - тип тыныслыҡты боҙҙо өй ху-жаһы. - Биҙа инде…
- Һай, татыу, матур йәшәнек тә һуң, балалар, Хоҙай шаһит! - Күҙ йәштәрен эскә йотҡан Бибинур ҡарсыҡтың йөҙө болот аҫтынан сыҡҡан ҡояштай балҡып китте. - Һағынып иҫләргә генә ҡалыр…
- Яңғыҙ көн итеүең ауырлашһа, беҙгә күсерһең, тип әйтергә уйлап йөрөй инек әле, балаларҙың да ояны ҡалдырып осор ваҡыты етте, өй килеп тороп иркен. Киленең менән шулай хәл иткәйнек. Әсәйем иҫән саҡта ут күршеләр булып ҡат-
ышып йәшәнегеҙ, шуға уның һымаҡ беҙгә яҡынһың, ҡәҙерлеһең, инәй, - тине Хәл-фетдин.
-Яҡшы һүҙегеҙгә рәхмәт, күршеләр, минең бит Рәшиҙәм бар, ул саҡыра. - Әле генә ниндәй эш артынан ингәнлеген хәтерләп, йомошон йомошлай ҙа башла-ны. - Бынау тауыҡтарымды, бохар бесәйемде ҡалдырып китер кешеләрем булмағ-ас, һеҙгә әпкилдем, артыҡ тамаҡ тимәй мәнфәғәтен күрегеҙ. Тауыҡтарым йоморт-ҡаларын кәртә артындағы кесерткән араһына һала, өйрәнгән урындарынан ҡуҙ-ғатма, килен. Баҫабыҙ тиһәләр ҙә, шунда ятһындар. Баҫыуға килгәндә, икеһе лә ег-әрле, йылды ҡоро үткәрмәйҙәр, ҡыҙыу, сереткеһеҙ сығаралар. Олоғайғас бесәйҙең тештәре насар, икмәкте ебетеп ашатырһың, ашҡа барымһыҙ, сәйхур, сәйлун сәй-енә яңы айыртылған ҡаймаҡты туғып бирһәң, эсе йәйелгәнсе эсә. Ҡолаҡҡа ҡатың-ҡыраған шул, сысҡан ауламаһа ла әрләмә, бесәйле урындан сысҡан былай ҙа ҡасыусан, һипһенеүсән була. - Хәлфетдин яғына боролдо. - Өй тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булыу һинең өҫкә төшә. Ауылдағы тағы бер өйҙөң күҙҙәре йомолғандай тормаһын, тәҙрәләргә таҡта ҡатма, ошоғаса минең тарафҡа таш атманылар. Донъя хәлен белеп булмай, үлеп-фәлән китһәм, ҡаланан алып ҡайтыу хәстәрен күрерһең, берүк. Олатайыңдың һулаҡай яғынан ерләгеҙ, ғүмер баҡый уның шул яғын еҫкәп йоҡланым. Һуңғы юлға оҙатҡанда йыуындырыусыларға ҡат-ҡат әйт-кәнмен, беләләр, артыҡлап маҙаһыҙламай йәүкәләрһегеҙ генә. Йыназама Хәмдиә-нән башҡалары килер, уға бәхилем юҡ, беҙ йәш саҡта олатайың менән минең араны етерлек бутаны. Һуңғы әйткәндәрем һиңә ҡағыла, килен.
Теүәлләне шикелле. Әйтерен әйтеп бөткәс, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙылар.
- Бөгөн кесе йома,- тип ҡыйыр-ҡыймаҫ һүҙ ҡатты Гөлғәйшә. Кинәйәне, күр-шеһенең тел төбөн аңланы Бибинур ҡарсыҡ, шуға йомшаҡ әммә ҡәтғи баш тартты:
- Саҙаҡа алмағанымды беләһегеҙ. Уны Алла хаҡына тип етем-еһергә бирәләр. Ә мин үҙемде етем итеп тойманым, тыуған төйәге, яҡындары- ауылдаш-тары араһында яңғыҙ була тиме инде кеше. Башҡалар алһалар алырҙар, ә мин юҡ! Ҡана әләйгәс, йорт-ҡурағыҙға именлек, ҡот-бәрәкәт теләп доға ҡылайым. - Йоҡа, төҫһөҙ ирендәрен йыбырлатып, оҙаҡ ҡына доға уҡыны ла ингәндәге ише ҡыу ботаҡтай һөйәк бармаҡтарын тырпайтып битен һыпырҙы. - Ауырымай-сырхамай теүәл, бөтөн йәшәгеҙ, балалар…
Торҙо, туйтаңлап ишек яғына атланы ла ниҙер хәтерләгәндей кире ҡайы-рылды:
- Мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуғас, иртәнге сәйҙән һуң ҡуҙғалам. Миңә ҡалһа, йоманың һуңын көтөр инем дә бит, тегеләр ашыҡтыра. Эш кешеләре…
Оҙата килегеҙ тигәнде аңлата ине был һүҙҙәр.
Ул ҡайтҡанда ҡояш байыуға яҡынлағайны. Ҡомғанына йылы һыу тулты-рып, ихатаға сыҡты, ишек алдындағы хәтфәләй ҡаҙ бәпкәле сирәмгә аяҡтарын һоноп ултырҙы ла, кәлүшен һалып, ойоҡтарын сисеп, сираҡтарын буйлатып һыу ҡойҙо: шунан битен сылатты, ап-аҡ сәстәрен һыпырҙы. Киске һалҡынса ел иҫеп ебәргәс, тәненә аңлата алмаҫлыҡ сафлыҡ йүгерҙе. Иркен итеп яҙғы һауаны һулау, табандарың менән үлән наҙын тойоу рәхәт, ҡайһылай ҙа рәхәт. Еүеш табандары ергә тамырланыр төҫлө… Ҡартының анау ҡола бейәһен бәйләр имән ҡаҙығы
бигерәк ныҡ булды, тимерҙәй ҡаты, серергә уйламай ҙа. Рәшиҙәһе мәктәптә уҡып йөрөгәнендә ултыртҡайны, ни хәтле йылдар уҙҙы, эһ тә итмәй. Ҡарты тигән була, ул саҡта Әхтәме яңы ҡырҡ йәшен ашатлағайны буғай. Биленә ҡәҙәр сисенеп таш-лап, йылмая-көлә соҡор урыны ҡаҙыған ирен күҙ алдына килтерҙе. Тупһа ауыҙ-ында ятҡан ҙур, ялпаҡ ташты өйләнешкән йылы Сейәле тау битләүенән килтер-гәйнеләр. Соҡоуҙары уғата ла мәшәҡәт булғайны,ҡулдары ҡабарсып бөттө. Ташты сығарғас, Әхтәме уны ауырлыҡһыҙ күтәреп, арбаға ырғытты. Ғәйрәтенә һоҡ-ланғайны шул саҡта… Таштың бер мөйөшө балта, бысаҡ ҡайрай торғас йышыл-ып, беләүләнеп бөткән.
Һуңлап ҡына өйөнә инде. Мейес артындағы сиңерткә таныш йырын башлаған «Мин китһәм, һин дә япа-яңғыҙ ҡалаһың инде, кемгә соролдарһың шул саҡта?..» Йөрәге ҡыҫып, ирекһеҙҙән ишек яңағын һәрмәне, ҡулдары кителгән урындарҙы тойҙо. Иң аҫҡыһы Рәшиҙәнеғ яңы атлап киткән ваҡыты… Бигерәк тә сос булды шул, йәше тулыр-тулмаҫтан йүгерҙе лә китте. Бынауһы беренсе класҡа барғас кителгәндер, айырылып торһон өсөн Әхтәме салғы бәкеһен батырыңҡырап уйып алған. Һуңғыһы ҡалаға китерҙән алда һыҙылған. Ҡыҙы көлә-көлә үҙе билдә-ләгәйне, барыбер һаҡланған…
Бибинур ҡарсыҡ утты ҡабыҙмай ғына түшәк-яҫтығын урындыҡҡа йәйҙе лә бөршәйеп кенә юрғаны аҫтына сумды.
Машинаның һуҙып ҡысҡыртыуына һиҫкәнеп уянды, башын ҡалҡытып тирә-яғын байҡаны, шунан ынтылып тәҙрәнән ҡараны. Көнсығыштағы офоҡ ыуыҙланып, яңы яҡтырып килә. Ҡапҡа ауыҙында аҡ «Волга» төҫмөрләнде. «Кил-гәндәр…» Күтәрмәгә сығыуына машина ишек алдына үткәйне, ҡыҙы тупһа ауыҙ-ында көтөп тора.
-Һаумы, әсәй! - Рәшиҙәһе уның арыҡ кәүҙәһен ҡармап ҡосаҡланы.
- Балаларым килгән… Һәйбәт кенә килеп еттегеҙме?
- Арыу әле. - Кабинанан сыҡҡан кейәүе, ҡорһағын алға бүлтәйеп, бөйөрөнә таянып, абруйлы яуапланы. Тупһа баҫҡысына доға ҡылырға сүккән ҡәйнәһенең эргәһенә килмәне лә. - Әҙерһеңме, әбей?
- Өйгә инәйек башта, ят кешеләрҙәй аяғөҫтө һөйләшмәйек.
-Ваҡыт юҡ, төштән һуң минең лекция, ҡайтып етергә кәрәк. Нимәң бар, тейәйек тә.
Багажник тотош донъяны йоторҙай булып алаптай ауыҙын асты.
- Ҡояш сыҡҡансы уҡ ҡуҙғалһаҡ, ҡасып киткән кеүек була. Көтәбеҙ.- Кейәү-енең белекһеҙ һөмһөҙлөгөнә үпкәләгән Бибинур ҡарсыҡ был юлы өҙә әйтте. - Күрше-күлән оҙата килергә тейеш, хәҙер самауыр ҡуям.
- Улайһа һәләтләгеҙ, мин ял итәм әҙерәк. - Ир һөҙгәк ҡарашын ҡатынына атты. - Кәрәккәндә уятырһың.
Самауырҙан сыҡҡан төтөн тәмле туҙ еҫен тирә-яҡҡа тарата башлауға шуны ғына көткәндәй күршеләре урыҡ-һурыҡ йыйыла ла башланы, ә ҡояш, Һаҡмарҙан ҡалҡҡан ҡуйы томанды һөлгөләй һөртөнөп, баҙыҡ йөҙөн көләсләндереп күренеүгә ишек алды күс айырғандай геүләй ине инде. Олоһо ла, кесеһе лә бын-да - әллә ярты ауыл оҙатырға килгән инде. Һәр береһенең ҡулында төйөнсөк - юл күстәнәсе. Гөлғәйшә - һөтлө банка, Һылыубикә ике-өс йомарлам ҡорот тотҡан,
Хәкимә кипкән еләк килтергән, Ғилметдиндең ҡултығында төйөрөм генә һалабаш йүкәһе, үҙе хәйләкәр күҙен шаян көлдөрә, һаҡалын семетә:
-Бына, ҡорҙашбикә, йыуынғанда кәрәге тейер, һине мин ҡайғыртмаһам кем ҡайғырта? Мәстүрәм йәнә йүкә балы ебәрҙе. Әбей ни килә алмай, билен биртенд-ереп ята, сәләм еткерергә ҡушты.
-Биле биртенһә - биртек йый, ҡалаға һыпыртырға йыйынған әбей тирәһен-дә уралғансы! - Хәрәкәтсән Фатима ҡапҡанан күренер-күренмәҫтән Ғилметдинде, Бибинурҙы бер юлы битәрләне лә әхирәтенең ҡулына ҡағыҙ төргәге тотторҙо.- Киптерелгән андыҙ тамыры, һинең йүтәлде шул ғына ала, көҙгөһөн тағы ебәрер-мен.
Күстәнәстәр тауҙай өйөлөп китте. Был юҫыҡта холҡо ни тиклем генә ҡырыҫ булмаһын, баш тарта алманы Бибинур, ихласлыҡты кире ҡағырға теле әйләнмәне.
Яҡшыһын да, яманын да бергә татыған, бәхетле мәлдәрҙе бергә кисергән, бер шатлыҡты ике иткән, ҡайғы килһә, күмәкләп күтәргән ауылдаштарынан йөҙөн айыра алманы ошо минутта, булмышы йылмая, төҫһөҙ күҙҙәре эске йылылыҡ бөркөп көлә, тик ирендәре генә асылмаҫ өсөн ҡымтылған, һүҙҙәргә эйәреп, хәҙер күҙ йәштәре түгеләсәк, шуны һиҙә.
Машинаның артҡы яғына инеп ултырғас та, ситлеккә бикләнгән ҡоштай тәҙрәгә ҡапланды, ҡуҙғалғас, ҡурайҙай ғына беләген һелкеп ҡул болғаны. Ауыл осондараҡ тап булған Айрат менән дә башын ихлас ҡағып хушлашты.Үпкәләүен онотоуы, ғәфү итеүе ине уның…
Өсөнсө ҡаттағы фатирға күтәрелеп, кнопкаға баҫтылар. Ҡара буяу менән буял-ған, тас маңлайы тапҡырына алтынға мансылған һан яҙылған, уртаһына быяла « күҙ» батырылған тимер ишек оҙаҡ асылманы. Һыңар күҙ оҙаҡ тикшереп күҙәт-те. Шауҙырлап келә ысҡынды, тимер сылбыр ярты бит һыймалы ғына ек ҡалдырып юлды быуҙы. Ҡаршы алған ун ике, ун өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала ҡунаҡты күреүгә ҡыуанманы, ҡояш нуры күрмәгән һурынҡы йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды.
-Фәниәм, балам, һаумы? - Бибинурҙығ һонолған ҡулы һауала аҫылынып ҡалды.
Үҫмер ҡырт боролоп, эскә ҡарай атлағайны, Рәшиҙә ҡыҙына үпкәләп өндәште:
-Өләсәйең менән һаулыҡ һорашһаңсы, ҡыҙым.
-Здрасьте! Из-за вас в школу опоздала! - Фәниә ишеген ҡаты ябып, бүлмә-һенә инеп бикләнде.
-Әсәй, залға сығып ял итә тор, мин сәйнүк ҡуяйым. - Рәшиҙә аш бүлмәһ-ендә ҡашығаяҡтарын шалтырата ла башланы.
Ҡәйнәһенең әйберҙәрен индереп бөткән кейәүе сығыу яғына йүнәлде:
-Мин институтҡа киттем!
Бибинур бай йыһазландырылған залға үтте лә иҫе китеп ҡатты ла ҡалды, бын-ыңса ҡәҙәр затлы әйберҙәрҙе ҡайһы арала алып өлгөргәндәр бит әле: ярты сте-наны иңләгән диван, ҡәнәфиҙәр, сит ил телевизоры, иҙәндә дәү аҡ айыу тиреһе, ситтәрәк алтын тотҡалы телефон, тәпәш кенә өҫтәл өҫтөндә гәлсәр һауытта ут ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре… Иншалла, йәшәй белә балалары…
Тартынып ҡына ҡәнәфигә арҡаһын терәгәйне ошоғаса тәтемәгән йомша-ҡлыҡты тойҙо. «Ҡаҙ мамығынан яһалған күпмәнән дә былайыраҡ әллә…»
Рәшиҙәһе бәләкәйҙән тырыш булды, шуға мәктәпте тамамлағас та ауырлыҡһыҙ педагогия институтына уҡырға инде. Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағында уҡ үҙенең уҡытыусыһына кейәүгә сыҡты. Кейәүҙәре аяғында ныҡ баҫып торған фатирлы кеше булғас, йәшәп китеүҙәре ауырҙан булманы, артыҡ мохтажлыҡ та кисермәнеләр, һәүетемсә тормош ҡороп алды ла киттеләр. Хәҙер, ана, икеһе лә тел белгесе, фән кандидаттары, кейәүе юғарыраҡ дәрәжә яҡларға йыйынып йөрөй, буғай. Нишләптер Әхтәме кейәүен баштан уҡ өнәп еткермәне, йәшерен-батырын түгел, уның да күңеле ятманы. Була бит шундай кешеләр, һиңә насар-лығы ла теймәгәндәй, барыбер ҡылыҡ-фиғелен, үҙен тотошон, хатта һөйләшеүен булмышың ҡабул итмәй, йәнең этәрә. Бер нимә лә ҡылырмын тимә, иреп тә ките-рлек түгел, баш тартыр сара, әмәл дә юҡ. Кейәүҙәре лә тап ана шундай заттан ине. Шуға туй мәлен иҫәпкә алмағанда уларҙың ишеген парлашып шаҡығандары бул-маны. Ҡаланан да йомоштары төшкәндә, бигерәк тә көҙ көнө, ит-май кәрәккәндә ауылға юлландылар. Ҡарты үлгәс кенә йышлай төштөләр, ҡарауы ҡыйынлашҡас, бейәне, һыйырҙы, тананы, һарыҡтарҙы тотоноуҙа булыштылар. Ҡалаға алып бар-ып һатылған хәләл малы осһоҙораҡҡа китте-китеүен. Уның ҡарауы артынан үҙе мәшәҡәтләнеп йөрөмәне. Рәхмәт инде, туғандың барлығы. Кейәүен дә ниһайәт, нисек бар шулай ҡабул итте: табышҡандар, ҡауышҡандар, килешкәндәрикән, әйҙә йәшәһендәр. Дөрөҫ, оҙаҡ йылдар балаһыҙ зарыҡтылар, ҡайҙа ғына барып ниндәй генә табипҡа күренеп ҡараманылар. Хоҙай тилмертә торғас бирҙе ҡыҙ ба-ланы олоғайған көндәрендә. Уныһы ни һуйған да ҡаплаған Рәшиҙәһе, матур бу-лып үҫеп килә.
-Әсәй, һыуһағанһыңдыр, сәй эсеп алайыҡ.-Ҡыҙының тауышы ишетелде.
-Балам, тәһәрәтләнеп алырға ине.
-Әйҙә, бәҙрәфте күрһәтәм.
« Бәй, аш бүлмәһенә яҡын итеп бәҙрәф ҡуйғандарсы, ғибрәт, замана йорттарын төҙөүсе белекһеҙҙәрҙе әйтер инем. Улар ҡулайлыҡтар менән бер ҡатар әҙәп ҡағиҙ-әләрен дә иҫәпкә алырға тейештер бит... »
-Ҡомғанымды Фатима әхирәтемә ҡалдырғайным бит әле, уны-быны уйла-мағас ни.
-Һуңынан берәй нимә табып бирермен, әлегә ошо тотҡаны тартһаң һыу ҡойола.
-Әләйгәс миңә ошо кәршүк өҫтөнә ултырырға инде?
-Аптырама, әсәй, яйын табырһың, өйрәнерһең. Бына бында ванна бүлмә-һе.
Стеналары сынаяҡтай аҡ быяла менән көпләнгән яҡты бүлмәгә инделәр. Ванна эргәһендәге ыҡсым өҫтәлдә төрлө төҫтәге һыуҙар, һыҡма кремдар, әллә ниндәй оҙон муйынлы һауыттар теҙелгән. Һулаҡай яҡта түбәнән алып иҙәнгә ҡәҙәр көҙгө ҡуйылғанғамы, бүлмә тағы ла иркенәйеп киткәндәй күренә. Ванна ишегенең төб-өндә йомшаҡ келәмдә ятҡан сынйыр муйынсаҡлы быҙауҙай эт тороп ултырҙы. ауыҙын ҙур асып иҫнәне лә, тупаҡ моронон шап та шоп ялап алғас, кешенеке һы-маҡ алғы яҡҡа батҡан күҙҙәрен секерәйтеп тишерҙәй итеп, инеүселәргә төбөлде.
-Этте ҡарауыллатып йыуынаһығыҙ була.
-Уның урыны ғәҙәттә ишек төбөндә. Фәниә индереп һалғандыр. Пират -аҡыллы, тәрбиәле, тоҡомло эт, рөхсәтһеҙ бер нимәгә лә ҡағылмай. - Ҡыҙы иҫе китмәй генә яуапланы. - Ошо кранды борһаң, йылы һыу ҡойола, бынауһынан - һыуыҡ, урталағыһы душ өсөн.
«Ауыл мунсаһына ни етә, рәхәтләнеп йыуынғандан һуң, эләүкәгә ятып, мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген елпеп сабынһаң, ауырыу-һыҙлауҙарың оното-ла. Бында бызмырла инде кәритәлә, битеңде лә, башҡа ерҙәреңде бер юлы йыуып. Шунан хәләл ерең менән харам ереңде бутамай ҡайҙа бараһың…»
Сәйҙе өсәүләп эстеләр, дөрөҫөрәге дүртәүләп. Теге тупаҡ морон тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһылай инеп һуҙылып ятты ла һәр кемдең йотҡанын, ашағанын йот-лоғоп күҙәтә башланы. Тамаҡты таш итә, билләһи.
-Ят еҫ сығарып эт тотмаһағыҙ ни була, үҙ өйҙәрендә йәшәгән берәренә би-регеҙ булмаһа.
-Кейәүең күпме аҡса түгеп мотлаҡ ошондай тоҡомдо эҙләп тапты, былай ҙа ҡәҙерләп кенә тотабыҙ.
- Күп аҡса, тиһең, ни хаҡҡа инде? - Бер аҙҙан ишеткәненә ышанмағандай телен шартлатып ҡабатлап һораны. - Китсе шунса хаҡҡамы? Беҙҙә ундай аҡсаға барлыҡ ҡаралтылары теҙелгән йорт һатып алалар. Быны әйтәм, - эт яғына тағы ла бер тапҡыр ҡарашын атты, - сысҡан аулай торған эттер, тәпәйҙәре яҫы... - Бурҙай-ға ауыл тапҡырлығындағы баһа бирелде.
-Уның башҡарған вазифаһы башҡасараҡ. - Рәшиҙә кинәйәле хәбәрен һал-ды. - Беҙҙең ректорҙың эте тап ошондай тоҡомдан. Улар кискеһен паркта икәүләп алып йөрөйҙәр эттәрен. Шунда эштәре хаҡында ла һөйләшәләр... Ә Азат Лоҡма-новичҡа докторлыҡ диссертацияһы яҡларға кәрәк.
- Беҙҙә изге эште эт һуғарып башҡармайҙар, ғәҙәттә.
- Әсәй, һин ғүмерең буйы тура һүҙле булдың инде, күҙгә бәреп әйтә лә ҡуя-һың!
- Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә, ҡыҙым...
Фәниә өҫтәл артында һенағастай бөгөлмәй-һығылмай ҡыланып семтеп ҡабып ҡына ултырҙы ла рәхмәт тә әйтмәйенсә тороп китте, тағы бүлмәһенә инеп бик-ләнде.
Кис йоҡлар ваҡыт еткәйне Бибинур ҡарсыҡҡа урын табылманы ла ҡуйҙы. Төйөнсөктәрен Фәниәнең бүлмәһенә индереп, уны шунда урынлаштырмаҡсылар ине, үҫмер ҡыҙ күҙҙәрен осҡонландырып, зәһәр ыҫылданы:
-Меня в общий зал выгоняете? Не получится, я свою комнату не уступлю.
-Тогда ее давайте в мой рабочий кабинет поселим, там часто бывают профессора, доктора наук, она составит очень своеобразную компанию. - Азат Ло-ҡманович ирендәрен мыҫҡыллы салшайтты.
-Меня ваши проблемы совершенно не волнуют! Сюда тоже приходят под-ружки, и мне тоже надо готовить уроки! - тип уҫал яуапланы Фәниә.
-Улайһа ҡайҙа ятаһың инде? - Аптырап ҡалған Рәшиҙә диванын йәлләп ҡарап-ҡарап ала, хәленән килһә бер кемде лә ултыртмаҫ ине унда.
-Түшәгемде иҙәнгә йәйеп шунда ятайым да ҡуяйым, беҙгә иҙән булһа ла, аҫтағылар өсөн түшәм.
-Юҡ-юҡ, әсәй, һине иҙәнгә һалыу ҡайҙа! - Әҙерәк уйланып торғандан һуң, ҡыҙы кейәүенә боролдо. - Азат Лоҡманович, кладовкала раскладушка бар ине тү-гелме?
Йоҡлай алмай оҙаҡ әйләнеп-тулғанды Бибинур ҡарсыҡ. Ул уфтана, унан алыҫ түгел ятҡан эт уфтана. Икеһенең дә яҙмыштары оҡшап ҡалды түгелме? Ерҙә йәшәр ике йән эйәһен өсөнсө ҡаттағы таш ҡапсыҡҡа индереп бикләгәндәр…
«…Ошо мәлдә әтәс-тауыҡтарына төнәүҙә, бохар бесәйенә өйҙә йоҡлар урын ба-рмы икән? Теге сиңерткә лә эйәһеҙ өйҙә яр һалып ҡысҡырған-ҡысҡырғандыр ҙа буш торлаҡта толҡа тапмай аптыранып тынып ҡалғандыр…»
Йылдай оҙон тойолған бер аҙнаны йәшәне, ниһайәт. Һыу һымаҡ бер-береһенә оҡшаған көндәр ығышып ҡына үтә торҙо.
Иртәнге сәйҙе эсәләр ҙә ҡыҙы менән кейәүе - эшкә, Фәниә мәктәпкә йүгерә. Диван ситенә ултырып бойоға Бибинур, ишек төбөндә Пират бошалана. Исма-һам, Пираттың мөһим эше бар, кис етһә, хужаһына ҡушарлап паркта йөрөргә сыға. Азат Лоҡманович та байрамға барғандай кейенеп ала, этте лә күбекле һыуҙа ҡойондоралар, ентекләп һөртәләр, муйынсаһына әллә ниндәй миҙалдарын да тағырға онотмайҙар, тоҡомло ғына түгел, дәрәжәле икәнлеге лә күренеп торһон, йәнәһе. Тимәк, ректорҙа улар икеһе лә яҡшы тәъҫир ҡалдырырға тейеш…
Аҙна эсендә булған ыңғай үҙгәреш - Фәниә менән мөнәсәбәттәре йылынды. Үҫмер уға элеккеләй асыулы күҙҙәрен яндырып ҡарамай, һөйләгәндәрен аңлаған-дай итеп тыңлай, ҡайһы ваҡыт йылмайып-көлөп шаярып та ала.
Бер кис инеп, ейәнсәренең шылып төшкән одеялын төҙәтеп япты ла сәсенән наҙлы һыйпап сығырға боролғайны, һаҡ ҡына өндәшеү ишетте:
- Бабушка, посиди со мной! Я знаю, каждый раз ты заходишь ко мне и гладишь по волосам. Мне так приятно. У тебя рука мягкая, теплая…
- Бабушка, тимә, өләсәй, тиген!
- Улуәсәй, сядь…
Бибинур ҡарсыҡ ултырҙы, ейәнсәренең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.
- Улуәсәй, ты смеяться не будешь, когда я буду говорить по-башкирски?
- Туған телендә һөйләшкән кешенән көләләрме ни?
- Атай-әсәй әйтә, кәрәк английский, тиҙәр, башкирский вымирающий, дикий, тиҙәр.
«Тел белгестәре булыуығыҙ ҡороһон, аҡса өсөн, дан-шөһрәт өсөн йөрөйһө-гөҙҙөр тырышып, ә үҙ телегеҙҙән көләһегеҙ, уны кәмһетәһегеҙ…» Ҡыҙын, кейәүен эстән битәрләһә лә, уйын тышҡа сығарманы, теле икенсене һөйләне:
- Башҡорт теле - боронғо тел, ә тәрән тамырлы ағас ҡоромай.
- Это хорошо,- тип ризалаша Фәниә. Уға әллә ниндәй ҡатмарлы нимәләр ту-раһында һөйләшеү ҡыҙыҡ түгел, былай ҙа көнө буйы дәрестә башы ҡатып бөтә, шуға күҙҙәрен осҡонландырып, теле ҡысытҡан һорауын бирә.- Улуәсәй, әйт әле, бабай красивый инеме?
- Ә-ә-ә-ә, ҡартатайыды әйтәһеңме, бик матур, бик күркәм, ауылда унан да һөйкөмлөрәк кеше юҡ ине.
- Нисек? - Фәниә һаман төпсөндө.- Расскажи поподробнее.
- Ай, Аллам, ҡайһылай ғына итеп аңлатайым икән,- Бибинур ҡарсыҡ турайып яулығын төҙәтте, битен ҡул һырты менән һыпырғандай итте, ул Әхтәмен яңынан күҙ алдына килтерергә итә ине шикелле. - Былайыраҡ: урта буйлы, ҙур, пеләш башлы, күҙҙәре донъяны яратып, көләс ҡарай, тик бер күҙенә сүп төр-төлгәндән аҙаҡ аҡ һалғайны. Битенең уң яғында тәрән яра эҙе ярылып ята ине. Гитлер яуыздан ҡалған. Һаҡалы салланған, ҡупшы…
- Ҡартатай матур булған, бик матур, как Бармалей, ха-ха-ха!- Фәниә өләсә-һен түшәгенә йығып, ойпалай башланы.
- Кит, ен, билемде ҡуҙғатаһың, уй-уй-уй!- Бибинур ҙа кинәнеп кеткелдәне.- Буранбай, тиһеңме? Беҙҙең ауылдың көтөүсеһен ҡайҙан беләһең? Ҡартатайың эр-гәһендә ул күпкә ҡайтыш, йә буйы юҡ, йә һыны юҡ тигәндәй. Һин көлгән булаһ-ың, уны йәш саҡта ауылдың беренсе һылыуы яратып, артынан ҡалмай илап йөрө-нө… Теге Хәмдиә…- Йөҙө әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылды.
- А ты лучше была, да?
- Һылыулыҡҡа теге һайыҫҡанды үтеп булманы-булыуын, мәгәр беҙ ҡартата-йың менән бергә берегер ярты йәндәр инек.
- Значит, любили друг друга?
- Әлләсе, беҙҙең заманда ундай төшөнсә юҡ ине әле. Төшөнсәһеҙ генә иңгә-иң терәп, илле йыл татыу ғүмер иттек. Уға һыйынып ҡаяға ышыҡланғандай бәрге-ләнмәй-өҙгөләнмәй тыныс йәшәнем, ҡартатайың, һин мине йылытаһың, яҡтыр-тһың, ти торғайны күңеле ирәмһеп киткән саҡтарында. Хәҙер ни «яратам» тип сутылдайҙар ҙа, бер йыл үтәме-юҡмы, икеһе ике яҡта яңғыҙ кәкүктәй моңаялар.
- Здорово!.. Улуәсәй, ты просто философ, такие слова говоришь! А у меня есть другая половина?
- Бар. Кеше тыуғас та мотлаҡ уның икенсе яртыһы тыуа. Шунан керешәләр былар бер-береһен эҙләргә. Табалар икән, бәхетле булалар, тапмайҙар икән, йө-рөйҙәр ғүмерҙәре буйы ҡаңғырып.
- Их, найти бы вторую половину…
- Табырһың. Тик тапҡансы уға лайыҡлы булырға тырышыр кәрәк: инсафлы, һөйкөмлө, эшһөйәр… Ә ул, мәле еткәс, һине үҙе эҙләп табыр.
Фәниәнең күҙе өләсәһенең беләгенә төштө.
- Улуәсәй, был нимә ул?
- Беләҙек, балам, саф көмөштән һуғылған, ҡартатайығдың Бохаранан алып ҡайтҡан бүләге.
- Вот это вещь! Улуәсәй, дай поносить, не потеряю, честное слово.
- Мә һуң.
- Спасибо. У девчат глаза на лоб вылезут. Әйтәм: был улуәсәйҙең беләҙектәре, мин башҡорт ҡыҙы!
- Эйе, шулай тип әйтерһең. Ә хәҙер йоҡла, тыныс йоҡо, тәмле төштәр күр.
- Әйҙә, икәүләп йоҡлайыҡ, улуәсәй.
- Ярамай. Имсәктән айырылғандан аҙаҡ бала айырым йоҡларға тейеш. Һиңә нисә йәш әле?
- Вот сколько! - Фәниә бармаҡтарын тырпайтты.
- Ана, нисә йәш булып киткән үҙеңә. Һиңә өләсәйгә һыйынып йоҡларға түгел, кейәүгә сығырға ваҡыт.
- Сыҡмайым кейәүгә! Улай булғас, әкиәт һөйлә, йәме?
- Ниндәй әкиәтте?
- Береһе ҡурҡыныс булһын, икенсеһе любовь тураһында.
Башын өләсәһенең тубығына һалған Фәниә оҙаҡламай йоҡлап та китте.
***
Ситләтеп, уратып һуҡтырған, кинәйәле һөйләшеүҙәр йышайғандан-йышайҙы.
- Ленин ордены баҙарҙа юғары баһалана! - тине Азат Лоҡманович, теле-визор ҡарап ултырған еренән ҡайҡая төшөп.- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡты ла ҡушҡанда бармаҡ та һелкетмәй бер нисә йөҙәрләгән евроны кеҫәгә һалырға мөм-кин… Ана, бит күрһәтәләр, бер өлкәләге Ленин орденлы элекке совхоздың шул ордены юғалған. Ә уны номерына ҡарап сағыштырып Франциянан тапҡандар. Коллекционер уны меңәрләгән евроға кемдәндер һатып алған. Бер һүҙ менән әйткәндә затлы награда һуңғының ҡулына төшкәнсе бер нисә кешенән үткән, төр-лө хаҡҡа әүеш-теүеш ителгән. Бар хәҙер осо-башын эҙләп тап, рустар әйтмешләй, все концы в воду!
- Пап, тебя наградили орденом Ленина? Не знала. - Тура һүҙле Фәниә, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, атаһына ҡараны.
- Хәҙер ундайҙарҙы өләшмәйҙәр, беләһең килһә. - Өй хужаһының ҡарашы уҫалланды. - Тарҡалған илдең онотолған ордены… Ә хаҡы күтәрелһә күтәрелә, төшмәй.
- Тарихын онотҡан халыҡ юғалыуға дусар, тине бөгөн беҙгә дәрескә килгән яҙыусы ағай! - Был һүҙҙәр Фәниәгә көнө буйы тынғылыҡ бирмәгәндер, күңеленә уйылып ҡалғандыр, шуға ватмай-емермәй саф башҡортса сатнатып әйтте.
Ата-әсә хатта ҡайһылыр кимәлдә аптырап ҡалды, бер-береһенә ҡарашты. Беренсе булып иҫен әсәй кеше йыйҙы:
-Ты с какого времени стала говорить по-башкирски?
- Мин тыуғандан алып үҙ телемдә һөйләшергә тейеш булғанмын! Да, кста-
ти, мы с Вами можем пообщаться на родном языке! Конечно я не очень, но со временем научусь. Лишь бы было желание – өйрәнәм!
- Күпте белә башланың, марш спать!
- Марш спать түгел, тыныс йоҡо, ҡыҙым, тиергә кәрәк. Бала саҡта һөйләмәгән әкиәттәреғде бөгөн һөйләргә лә һуң түгел.
- Ах, ты так! - Рәшиҙә бүлмәһенә инеп барған ҡыҙына йомшаҡ уйынсыҡ ыр-ғытты, тегеһе ишеген ябып өлгөрҙө, шунан ҡабаттан асып телен күрһәтте лә артынан шартлатып бикләне.
- Ҡара һин уны, беҙҙе тыңламай башлаған! - тип сәсрәне әсә. - Өҫтәүенә, теле әсе…
мин һине һуғып үҫтермәнем.- Ситтәрәк ултырған Бибинур һүҙ ҡыҫтырҙы. - Яндырай атайыңдың да һиңә тауышын күтәргәне булманы. Әйтә торған етди һүҙен минән аша әйттерә ине.
- Шулайтмайынса тыңлатырһың хәҙер баланы, йылы һүҙ әйтһәң, елкәңә менеп атланыр…
- Бәхәсләшмәйек, арытҡан, ял итәйек. - Өй хужаһы яһалма иҫнәне.
- Кейәү, ордендарҙы беҙгә өләшеп бирмәнеләр. Бармаҡ һелкеткән өсөн тү-гел, ҡара тир түгеп, илгә хеҙмәт иткән өсөн бүләкләйҙәр ине. Ә мин йылға булып ағырлыҡ һөт һауҙым һыйырҙарҙан, эшләгән осорҙа алдынғылыҡты бирмәнем. Ярышта райондың йөҙөк ҡашы инем мин, белгең килһә.
- Биғәйбә, әбей, биғәйбә, яңылыш әйттем, берүк ғәфү итә күр.- Азат Лоҡ-манович ҡулын йөрәге тапҡырына килтерҙе.- Рәшиҙә Әхтәмовнаға тунға аҡса табып булмағанға ғына әйткәйнем. Кеше кейгәнен кейһен, кәм-хур булмаһын тип тырышыуым.
- Тун шул тиклем ҡиммәтме ни?
- Ауыл хисабы менән иҫәпләгәндә өс-дүрт һыйыр хаҡына торошло… Арзан-дары…
- Арзан икән шул.- Бибинур ҡарсыҡ телен шартлатты ла һөйләп алып китте:
- Рәшиҙә, һиңә дүрт-биш йәштәр самаһы булғандыр, бигерәк телдәр сағың, беҙҙе күрше ауылға туйға саҡырҙылар. Һуғыштан һуңғы осор булһа ла ауыр ғына йәшәй инек, аяҡҡа кейеп барырлыҡ ойоҡ юҡ бит, Гөлниса әхирәттекен алып торорға булдым. Туй бит инде, бейей-бейей тишкәнмен теге ойоҡто. Һин тәтел-дәйһең генә: «Гөлниса апайҙың ойоғон тиштең, ҡайтҡас, әйтәм!» Бер тапҡыр ғына әйтһәң, ни асыу, ҡуйырҙан-ҡуймай ҡабатлайһың. Ҡоҙалар ишетмәмешкә һалыша, ә һин ярыҡ барабандай яр һалаһың. Ҡайтырға йыйынғас, ҡоҙағый шыпырт ҡына бер төргәк килтереп тотторҙо, ҡайтҡас асып ҡарарһың, ти. Үҙенең кейеп йөрөгән ойоғон ебәргән, бахыр. Шулай киң күңелле, эскерһеҙ, йомарт була торғайны әүәле халыҡ. Донъя үҙгәрҙеме, әллә күңелебеҙ тарыҡтымы йылдар үтеү менән, байлыҡтан күҙҙәребеҙ тондомо, белмәҫһең…
- Давай йоҡларға, иртәгә байрам түгел. - Азат Лоҡманович йоҡо бүлмәһенә атланы.
- Әсәй, ауылдағы өйҙө һатһаҡ, күпме торор ине икән?
- Һаман да тун сыҡмаймы башыңдан?
- Юҡ та, Азат Лоҡмановичтың «Волга» машинаһы ғына, ә ректорҙыҡы - ин-омарка.
Бибинур ҡарсыҡ баҫып торған еренән лып итеп ултырғысҡа ултырҙы, әйтерһең дә, был һүҙҙәр уны ҡапыл этеп ебәрҙе.
- Атайыңдың нигеҙен ҡоротоу менән генә йәлсербеҙме икән?
- Шул килеш серетәйекме улайһа?
- Аңлайым да бит, нисектер, атайыңдың төҫөн, рухын һатҡан кеүек була түгелме?
- Заманса йәшәргә кәрәк.
- Мине ҡәбер генә үҙгәртер инде ул, бөгөнгө көн шауҡымы үҙгәртә алмаҫ.
- Төп мәсьәләнән ситләшеп, әллә нимә һөйләп ала ла китәһең.
- Ярай, һаттыҡ та икән ти, шунан минең үлемемде көтә башламаҫһығыҙмы, артыҡ тамаҡ күреп.
- Ауыҙыңдан ел алһын, әсәй, нисек телең әйләнә! - Диванда бесәй ише ҡулайлап йомарланған Рәшиҙә сәбәләнеп тороп уҡ китте.
- Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, ҡыҙым, уйлағанымды әйттем. Килгән көнө өйөң тулы йыһаз булыуына ҡыуанғайным, хәҙер күрәм, фатирың һымаҡ күғелең дә тарыға төшкән, әйләнә-тирәғә аҡса, байлыҡ күҙлеге аша ҡарайһың.
- Миңә эшкә китергә ваҡыт.- Үпкәләүе йөҙөнә сыҡҡан Рәшиҙә шарт та шорт кейенә башланы.
Бер көндө кәйефләнеп ҡайтып инде Азат Лоҡманович. Башына ниндәйҙер төйөрөм фекер килгәндә, аныҡ ҡарар йөрөткәндә ул шулай хәрәкәтсәнгә әүерелә. Ләкин ингәс тә, кис аш янында ла һүҙ башламаны. Фәниә залға телевизор ҡарарға сығып киткәс кенә серле хәбәр һөйләгәндәй тауышын баҫа төшөп былай тине:
- Рәшиҙә Әхтәмовна, бөгөн мин таныш бизнесменды күреп һөйләшеп тор-ҙом бит әле. Хәтерләйһеңме, уҙған йыл малайын беҙҙең институтҡа уҡырға керет-кәйне.
- Ә, анау төптән йыуан, тәпәш буйлы алыпһатарҙы әйтәһеңме?
- Эйе, шул.
- Ҡыҫмыр һарандыр ул, малайының киләсәге өсөн аҡсаһын сығарып һал-ырға йәлләп, күпме сабыуланы. Ярай әле беҙ миһырбанлыбыҙ, биргәненә риза булдыҡ. Ә малайы оңҡот, һиңә әйтәйем… Берәүҙе баллы тулмай тип һылтауын табып ҡайтарып, урынына алғайным. Ауылдан булһа ла теге үҫмер зирәк ине, тик атаһы малсы шул, уның нимәһен һығаһың…
Бибинур ҡарсыҡ шәшкеһендәге сәйен һемереп ҡуйғас, хуш ҡылып сығырға йыйынды:
- Мин Фәниә эргәһендә булайым, һеҙ эш кешеләре, эш тураһында һөйлә-шегеҙ.
- Юҡ, әбей, ултыр, саҡ ҡына булһа ла, ҡамасауламайһың, киреһенсә… Рәш-иҙә Әхтәмовна, сәй яһа әсәйгә!
«Атаҡ, ҡайһылай тәрбиәле ҡылана, ғүмерҙә әйтмәгән һүҙен әйтте…» Кейәүенең яҡын итеп, ололап өндәшеүе күңелен ирәмһетмәне, киреһенсә, һағ-айтты ғына. Бибинур ҡарсыҡ кире урынына сүкте лә, ни булырын көткәндәй, көс-өргәнеп турайҙы.
- Шул бизнесмен әле эшмәкәрлеген шундай итеп йәйелдереп ебәргән, һиңә әйтәйем, иҫем китеп тығлап торҙом. Ҡалаға кирза итек кейеп килгән хәйерсенең бөгөн ике иномаркаһы бар, престиж райондан өс фатир алған. Ә ҡалала урынла-шҡан һатыу селтәрҙәре һуң! Таныштары ла етерлектер, парнерлыҡ мөнсәбәт-тәрен ә яйға һала беләлер. Алыпһатарлыҡ һәләте талант менән бер ул, кемгә би-релә, кемгә юҡ! Айлыҡ аҡса әйләнешен һораған инем, коммерция сере, тип мый-ығын бора хәйләкәр. Һиҙәм, миллиондар менән эш итә, шельма!
- Кеше аҡсаһын иҫәпләүҙән ни фәтүә, - тип вайымһыҙ ғына ҡаршы төштө Рәшиҙә.
- Дөрөҫ. - Азат Лоҡманович элеп үк алды. - Ә бына уның аҡса табыу юлдарына күҙ ташлау, байыу ысулдары менән ҡыҙыҡһыныу зыян итмәҫ ине. Йом-ошай белһәң, һепертке лә үҙенән-үҙе һепереп аҡса эшләй ул, ти теге.
- Һе, нисегерәк итеп?- Аҡса яратҡан ҡатыны ҡыҙыҡһына төштө.
- Уның берҙе ике итә белгән ҡәйнәһе бар икән. - Азат Лоҡманович Бибинур яғына ҡарашын һирпте. - Ул да тик ултырмай, ярҙам итә, ти.
«Ә-ә-ә, бына ни өсөн әңгәмәлә минең ҡатнашыуым кәрәккән!»
- Оло кешеләрҙән ни файҙа. Уларҙың пенсиянан башҡа нимәһе бар. Тегендә, ауылға почтаға барып әсәйҙең пенсияһын күсерт әле бында, иш янына ҡуш булыр.
Ҡыҙының уйламайыраҡ әйткән һүҙҙәре Бибинурҙың йөрәгенә уҡтай ҡаҙалды, күңеле кисәге әйткәндәрен тәҡрарланы: « Мин артыҡ тамаҡ… Артыҡ тамаҡ…»
- Уныһы ҡасмаҫ. - Азат Лоҡманович фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты, ҡанат-ландырған уйын ярып һалды, ниһайәт. - Теге әбей көн һайын хәйер йыйырға ултыра, ти. Алам-һоламыраҡ кейенеп ала ла сығып китә икән был, кис етһә, мең-әрлектәрҙе тотоп ҡайтып инә…
Үлтерҙе был хәбәр Бибинурҙы, һеңгәҙәтте. Күҙ алдары ҡараңғыланғандай итте, сәбәпһеҙгә тамағы кипте, теҙ быуындары ҡалтыраны. Уны шул тиклем түбән-һеткән эш башҡарырға димләрҙәр, тип башына ла килтермәгәйне. Әйтмәгән әле кейәүе, хәҙер әйтер. Ул лекция һөйләгәндәгеләй һәр һүҙенә баҫым яһап, иҫбатлап һөйләүгә иғтибар итте.
-Әйтәйек, иң әҙ тигәндә, көнөнә ең һум аҡса эшләнде: ун көндә ун мең һу-м, бер айҙа утыҙ мең түгелме ни! Бөгөн бахыр уҡытыусылар, медицина хеҙмәт-кәрҙәре шул аҡсаның яртыһын эшләр өсөн бер ай буйы бил бөгә, нервы бөтөрә. Ә бында ултыр тик кенә, буштан килгән тиндәр үҙҙәренән-үҙҙәре яуасаҡ сеүәтәңә, иҫәпләп кенә өлгөр. Алйот бит ул беҙҙең халыҡ, бер ҡатлы, үҙенең ашарына булмаһа ла, хәйер бирергә әүәҫ…
« Бына ниндәй ҡара эстәр тәрбиәләй киләсәк быуынды… Ары нимә көтөргә ҡала? Ахрызамандымы?..»
Уйы Бибинурҙы һиҫкәндереп ебәрҙе, ул берауыҡ ирендәрен бөршәйтеп өндәш-мәй торғандан һуң көйҙөрөп ҡыҙына төбәлде:
-Рәшиҙә, иртәнән мин дә хәйер эстәргә ултырайым!
« Ҡыҙы уның ғорур холҡон белә, ҡаршы төшәсәк… Кейәүен шунан икәүләп бер аҙ «уҡытып» алырҙар. Икенселәй абайлабыраҡ мөғәмәлә итергә арыу бул-ыр…»
-Нишләп өндәшмәйһең, ҡыҙым? - Бибинур ҡабатлап һораны, йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарҙы, сөнки алдан һиҙемләй яуапты.
-Әллә, әсәй, үҙең ҡара инде, ҡыйын булмаҫмы икән көн оҙоно ел йотоп ул-тырыуы…
Бибинур таш балбалдай ҡатты, йөрәгендәге иң нескә ҡәҙерле еп өҙөлгәндәй итте. Шундай тойғоно ул Рәшиҙәһен тапҡас кендек бауының киҫелгән мәлендә кисергәйне: йәне иңрәгәйне, кемделер юҡһынғайны. Ә бәләкәй генә ҡыҙғылт йом-арсыҡты эргәһенә килтереп һалғастары таралғайны хәсрәте. Әле киҫелгән еп тоташмаҫлыҡ булып өҙөлдө…
-Бына был яуап, исмаһам, афарин, ҡәйнәм! Ҡала тормошо һине лә өйрәтә башланымы? - Кейәүе ҡулдарын ыуып тороп уҡ китте. - Улайһа эш бешә! Иртәгә үк тотонабыҙ бизнесҡа!
-Минең әллә нишләп йөрәгем һуғып алып киттесе, сәйеңде ҡаты яһаның шикелле. Ятып торайым әле.
Бибинур көскә ҡалҡып зал яғына тәнтерәкләне, уның былай ҙа ҡураныс кәүҙәһе бөтөнләй бәләкәйләнеп ҡалғайны.
-Улуәсәй, ниңә йөҙөң ағарып киткән ул, тебе плохо? - Фәниә килеп ҡултыҡлап алды. - Әйҙә, минең бүлмәгә ятып ял ит, там спокойнее будет, йөрәк дарыуын килтерәйемме?
Бибинур, ағарған йөҙөн мөләйемләндереп көсәнеп йылмайҙы:
-Миңә һәйбәт инде, бар, ана « Күктәге һарайҙар»ыңды ҡара, ундағы тор-мош беҙҙекенә ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, мөғжизәлерәк тә, мәрхәмәтлерәк тә.
«Торғаны Рәшиҙәнең бала сағы, эскерһеҙ, бер ҡатлы, ярҙамсыл. Уны ла бөгөнгө аламалыҡтар үҙ яғына ауҙармаһа ине…»
Кейәүе егәрлеләнеп өлтөрәп йүгергеләй, Фәниә бүлмәһенә инеп юғалғас, ян-ына килеп ултырҙы:
-Ҡәйнәм, спецовканы бөгөн үк әҙерләп ҡуйырбыҙ, минең балыҡҡа барғанда ҡулланған тимер тояҡлы брезент ултырғысты алырһың. - Ҡаланың картаһын йәйеп ебәрҙе. - Ултырыу нөктәләрен халыҡтың күп йөрөгән ерҙәренә ҡарап билдәләрбеҙ. Бер ай эсендә ҡаланы урап сығырға тырышырбыҙ. Машина бар, уныһы ауыр булмаҫ.
-Минең менән ултырырғамы әллә иҫәбең?
-Шаяртма, ҡәйнәм, дөйөм эш эшләйбеҙ бит, шуға, беҙ, тип һөйләй-ем. Алдыға сеүәтә алырһыңмы икән, әллә туҫтаҡмы?
-Иң ҡулайлыһы- оло ҡоштабаҡ. Тиндәр ситкә осмай.
-Ну, ҡәйнәм, телеңде әйтер инем. - Кейәү кеше яһалма көлөп ебәрҙе лә та-уышын баҫа төшөп өҫтәне. - Беҙҙең кемлекте осраҡлы берәренә әйтеп кенә ҡуйма, эште харап итерһең. Әлегә Фәниәнең дә белмәүе хәйерле.
« Бахыр, яҙмышы, киләсәге өсөн шөрләй, ә харам аҡсанан баш тартырға хәлен-ән килмәй. Аҡса ҡоло!..»
Бибинур төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Уның йәнен ауыр уйҙар баҫҡайны, йө-рәген ошонда килгәндән алып йыйылған юшҡын әрнетеп сыйҙы.
« Нишләп килде әле бында донъяһын ташлап?.. Рәшиҙәһенәме? Кемгә оҡшап киткән ул? Әйтерһең дә ят бауыр… Инәнән ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре шулдыр. Ҡала мөхите, ҡырҡ ата мыжғыған ығы-зығы ҡайһылай тиҙ үҙгәртә кеше-не, үҙенсә әүәләй ҙә ҡуя. Төҫө лә, үҙенә генә хас ҡылығы ла булмаған, яҡшы ла түгел, яман тип тә әйтмәҫһең, башҡаларҙы ҡайғыртмаҫ, тамағы ҡайҙа туя шунда көн иткән туң күғелле, таш бәғерле, миһырбанһыҙ уртасыл йән. Ә ундайҙар бөгөн арта ғына бара. Арта ғынамы!..
Ҡайһылай тиҙ ризалашты һуң хәйер йыя ултырырға… Юҡ, ризалашманы, кейәүенең тәҡдимен кинәйәләп кире ҡағам, тип әйтеп ҡараны бит, ҡыҙы төшөн-өр, тип өмөтләнде. Тегеләре аңламаны тел төбөн, әллә аңламағанға һалышты…
Иртәгә хәйер йыйырға ултырыр. Әгәр Рәшиҙәһе килеп алмаһа, ғәфү үтенмәһә, иртәнән һуңға ауылына ҡайтып китер. Ҡайтыр!»
Шундай ныҡлы ҡарарға килде Бибинур. Ана шул уйы уны бер аҙ тыныс-ландырҙы. Таң алдынан, йоҡламаһа ла бер аҙ әүелйей төштө.
Иртән иртүк ҡуҙғалдылар. Фәниә йоҡлай ине әле, шуға ҡабаландырғандарҙыр. Бибинур ҡарсыҡ бесән осоронда ҡулланған, хәҙер нисә йыл инде тоҡ төбөндә ятҡан, яурындары тапҡыры тоҙло тирҙән төҫһөҙләнеп бөткән күлдәген кейҙе, аяғына алама ҡаталарын ҡатты. Бер ниндәй тойғо ла кисермәне, хистәргә лә би-релмәне, йәне, бар булмышы ҡатҡайны, һеңгәҙәгәйне . Әйтерһең дә ул ниндәйҙер ямаҡай ҡурсаҡты кейендерә. Көҙгө ҡаршыһына барып баҫты: уға унан сәстәре салланған, бахыр ҡиәфәтендәге хәйерсе ҡарсыҡ ҡарай ине.
-Әсәй, сәй термоста булғас, һыуынмаҫ. Шәкәрле. Булочкалар һалдым, алмалар… Төш ваҡытында яныңа бара алмаҫмын шул, институттан алыҫ, тағы уң-айһыҙ нисектер…
-Ғәзиз әсәйеңә яҡын килергә оялаһыңмы? Бер тапҡыр ғына булһа ла кил-еп хәйер ырғытып китһәңсе, сауап алырһың.
-Әсәй!!!
Боролманы, ҡыҙының күҙҙәренә ҡараманы Бибинур, ярым ҡараңғы подъезға атланы.
Азат Лоҡманович « Волга»һына инеп ултырғас ҡара күҙлеген кейҙе.
-Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай! - Бибинур ҡырыҫ итеп төрттөрҙө.
-Дөрөҫ әйтәһең, ҡәйнәм, ярты ҡала таныш-тонош, яман күҙҙәрҙән йырағ-ыраҡ йөрөүең хәйерле.
Ҡала урамдары буйлап оҙаҡ әйләнгеләнеләр ҙә машина юл ситенә сығып ситкә янтайып туҡтаны.
-Ҡәйнәм, бар, анауында барып ултыр. Мин артыҡ күренгеләп машинанан төшөп тормайым. Кис сәғәт алтыла киләм. Йәһәт кенә әйберҙәреңде йыйырһың да килә һалырһың. Машинаға яҡынлағанда кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыш. По-ка ҡәйнәм, уңыштар һиңә!
Башын баҫып оҙаҡ ултырҙы Бибинур ҡарсыҡ. Алдындағы капрон һауытҡа байтаҡ ҡына көмөш тәңкәләр йыйылды. Хәйерҙе башлыса йәштәр ырғыта.
«Уҡып йөрөгән студенттарҙыр. Үҙҙәренең аҡсалары бар тиһеңме, осто-осҡа ялғай алмайҙарҙыр, ә мәрхәмәт, миһырбанлыҡ уларҙы урап үтмәгән. Хоҙай бәндәне игелек ҡылыуҙан айырмаһа, ахрызаман килмәҫ әле, килмәҫ».
Ҡыйыуланып башын ҡалҡытты, тирә-яғына ҡараны. Ҡарасы, халыҡ ҡыр-мыҫҡа иләүендәгеләй мыжғып тора икән бында. Һәммәһе лә ҡайҙалыр ашыға, йүгерә. Йөҙҙәре етди. Ҡайҙа ашағаһың һин, кеше? Туҡта әле саҡ ҡына, иғтибар-лап әйләнә-тирәңә күҙ һал, маңлай күҙең менән генә түгел, күңел күҙең менән дә баҡ донъяға. Күктәге ҡояшҡа, зәңгәрлектә талғын ғына йөҙгән болоттарға, ана ерҙе төртөп сыҡҡан уттай ҡыҙыл сәскәләргә һөйөп төбәл, иркен итеп, күкрәгеңде тултырып, яҙғы һауаны һула, йән тыныслығы табырһың. Түбә өҫтөңдә бейек зәңгәр сатыр- ул мәңгелек! Ә һеҙҙең мәғәнәһеҙ йүгереүегеҙ ваҡсыл ығы-зығы ғына…
Мин дә өтәләнә-ҡарһалана инем, ашыҡмайым хәҙер, сөнки беләм, теләй-һеңме- юҡмы, тәҡдир бөтәбеҙҙе лә тик бер урынға алып бара. Тик ана шул кендек киҫелгәндән алып зыяратҡа тиклем үтәһе юлды әҙәмсә үтергә, кешесә йәшәргә кәрәк. Әгәр һәр кем шуны тәрән мәғәнәһендә аңлаһа, төшөнһә, ниндәй матур, ниндәй камил булыр ине беҙ йәшәгән ер!
Эргәһенән затлы кейенгән, бармаҡтарында алтын балдаҡтары йылтыраған ханым текә баҫып үтеп китте. Уның яғына боролманы ла. Галстук таҡҡан ҙур ҡор-һаҡлы ир ҙә иғтибар итмәне хәйерсе ҡарсыҡҡа. Моғайын, кеҫәһендә хәйер итеп бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағандыр.
Урамдың арғы яғына ҡараны ла ҡатты ла ҡалды. Унда халыҡ ағымында таныш һынды тоҫмалланы. Ҡарһаланып сеүәтәһен пакетҡа һалды ла тороп баҫ-ты, йүгерергә итте, мыжғышҡан машиналар ағымын үтеү ҡайҙа!
- Хәлфетдин, Хәлфетдин балам…
Ишетте күршеһе, ынтылып ҡараны, танып йылмайҙы, әҙерәктән юл арҡыры сыҡҡас, килеп ике ҡуллап күреште:
- Бибинур инәй, бына, исмаһам, осрашыу, йә һаумы?- Өҫтөндәге кейгән ке-йеменә сәйерһенеп баҡты ла өндәшмәне.
- Ҡалала бөгөн шулай кейенәләр, балам, сөнки көнө буйы бер-береһенә тейеп үтеп, өҫ-баштарын йылтыратып ҡатыралар, йыртҡыслап бөтөрәләр икән. - Бибинур ҡарсыҡ көлөп ебәргәйне, уға Хәлфетдин дә ҡушылды.
- Нишләп килергә иттең, балам, ауылда хәлдәр нисек?
- Балаларға һуңғы ҡыңғырауға кейем эҙләп йөрөп ятҡан көн әле. Ауылда ни именлек.
- Улайтып шымартма, айырым-айырым һөйлә бөтәһен.
- Сәсеүҙе осланыҡ. Теге Нурлығаяндың бәпестәре тыуҙы. Малай. Дүрт килограмдан ашыу, ти.
- Ана бит Хоҙайҙың мәрхәмәте! Ғүмер буйы көттөрөп биргән икән алпам-ышаны, сөбхәналла!
- Тауыҡтарыңдың береһе баҫырға ятты.
- Теге Наҙлыҡайылыр, ул гел шулайтып иртәләй, Байбисәһе йөрөр әле, мөс-тәнерәк, еңелерәк холоҡло уныһы. - Бибинур тауыҡтарын исемләп әйтеп һөйләй башланы.
- Әтәсең ҡуныуын беҙҙә ҡуна, ә һинең ҡоймаға ултырып ҡысҡыра, инәй. Би-ҙа инде…
- Китсе, шулайтамы? - Бибинур ҡарсыҡ кинәнеп көлөп ебәрҙе - Бесәйем ни эшләй?
- Ул да кисә беҙҙәге сысҡанды тотоп, һинең яҡҡа сығып китте, донъя хәс-тәрләп йөрөүе.
Бибинурҙың күҙҙәренән йәш атылып сыҡты ла биттәре буйлап түбән тәгәрәне.
- Әллә ҡайтып күреп китәһеңме, инәй?
- Кем менән килдең? Машинала урын бармы һуң?
- Айраттың «Нива»һына ултырып. Һинең өсөн урын табылыр.
- Күреп кенә китеү түгел, ҡайтам!
- Шулай уҡмы?
- Хәл иттем, балам, әйҙә.
- Эҙләмәҫме балаларың?
- Улар мине юғалтҡандар инде, юғалтҡан…
Айрат йылмайып ҡаршыланы: - Нишләй, инәй, бынан иҫәптән төшөп йөрөй-һөңмө?
- Өҫтөнә баҫтың, улым, иҫәп-хисапты өҙөп йөрөүем. Һайлауға барһам, һайлатырһыңмы икенселәй?
- Ҡуш ҡуллап. Өйөңә барып ҡына һайлатырға мөмкин.
- Юҡ, аяҡтарым йөрөгәндә орден-миҙалдарымды тағып, беренсе булып барып һайлайым.
- Шулай итерһең, инәй.
Ҡаланан сығышлай Бибинур ҡарсыҡ бала-саға мыжғыған майҙансыҡ яғына төртөп күрһәтте:
- Был ниндәй ер булды әле?
- Балалар йорто инде, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. - Айрат кү-ңелһеҙ генә яуапланы.
- Туҡтат әле машинаңды, балам, инә һалып сығайым.
Аҡ халатлы мөләйем йөҙлө ҡатын сәйерһенеп ҡаршы алды Бибинурҙы, өҫ-ба-шына аптырап ҡараны.
- Ни йомош, әбей?
- Бына, балаларға ярҙам йөҙөнән булыр, аҡса алып килдем. - Пакетты өҫтәлгә һалды. - Иҫәпләп алығыҙ.
- Бер нимә лә аңламаным. Һеҙ спонсор булмаҡсыһығыҙмы? Ул эш былай ғына эшләнмәй, документ тултырырға кәрәк.
Ул ишеккә ыңғайлаусы Бибинур артынан йүгерҙе:
- Кем булаһығыҙ, исем-фамилияғыҙ нисек?
- Тау башында ялтырап ятҡан Яҡтытау ауылынан мин. Исемем Бибинур, орденлы Бибинур тиҙәр мине ауылдаштарым!
Фото: интернет.
Читайте нас: