Арҡырыһы - буйы биш - алты саҡрымдан үтмәгән ҡала ситендә яңы урам бар. Бындағы өйҙәр бөтәһе лә яңы һалынған. Һәр өй баҡсаға, гөл - сәскәгә күмелгән. "Йәштәр урамы" тип аталған был урамда, ысынлып та, гел бер тиҫтер йәштәр йәшәй. Үҙҙәренә йорт һалып инеп, атай - әсәй, ҡайны - ҡәйнә донъяһынан айырылып, башҡа сыҡҡан берәр, икешәр балалы йәш ғаиләләр үҙ тормошон башлап ебәргәндәр бында. Дәрт - дарман, һөйөү - бәхет һөр өй тәҙрәһенән бөркөлөп торған кеүек. Кистәрен эштән ҡайтҡан йәш ирҙәр йыйылышып йәнле әңгәмә ҡороп ебәрәләр. Улар бәхетле, улар шул тиклем риза ошондай тормошҡа, үҙ - үҙҙәренән ҡәнәғәттәр. Улар - ошо донъяның йәш, булдыҡлы хужалары. Артабан тағы ла бәхетлерәк, байыраҡ буласаҡтар! Һәм шулай булыр ҙа!
Шуны шулай эшләһәң, яҡшыраҡ, ә мин былай итеп эшләнем, тип тәжрибә уртаҡлашҡан булалар, береһе берәй яңы ҡоролма алһа, ҡарарға күмәкләшеп китәләр. Һуңғараҡ, өй эштәрен бөтөрөп, кәләштәре уларға килеп ҡушыла. Уларының үҙ хәстәре. Сыр - сыу килеп уйнаған балаларҙың берәреһе ҡолапмы, берәй нәмәгә бәрелепме, сар итеп ҡалһа, күмәкләп йыуаталар. Матур йырҙар, геү итеп көлөп ебәреүҙәр яңғырай бында.
Ошо урамда, йәштәр өсөн һөйөнөп, уларҙың бөтә яңылыҡтарын, ҡыуаныс - һөйөнөстәрен - белеп, бер генә бөртөк әбей йәшәй. Бер үҙе. Туғыҙынсы һанлы өйҙә. Өйө ҙур ҙа түгел, ыҡсым ғына. Ул да яңы һалынған, заманса материал менән көпләнгән, үтә ҙур булмаған тәҙрәләре лә заманса. Баҡса рәшәткәләре, ҡоймалары төҙөк.
Өйөндә бер үҙе көн күрһә лә, әбей яңғыҙ түгел. Әле гәнә ҡалала йәшәгән улы килеп ҡайтты. Балалары ураған һайын килеп йөрөй. Бындағылар уларҙы күптән үҙ итеп бөткән.
Йәштәр әбейҙе ихтирам итәләр, яратып Хан өләс, тип исем ҡушып алғандар. Күршеһенең ҡыҙы яңы һөйләшә башлап йөрөгәнендә Гөлйыһан тигәнгә теле урамай Һан өләсәй, тигәйне, хәҙер ана Хан булып китте. Йәш сағында бик һылыу булғандыр әбей. Олоғайһа ла төҫ ташламаған. Йәш ҡатындар, олоғайған көндә беҙ ҙә ошолай матур көйө ҡалһаҡ, ҡартлыҡтан ҡурҡырға ла ярамай икән, тигән кеүек, Гөлйыһан әбейгә һоҡланып ҡарайҙар.
Урамда әкренләп тауыш баҫылды. Гөлйыһан әбей, ҡапҡаһына бик һалырға булып, өйөнән сыҡты. Ҡапҡа тышына сығып баҫты ла , ян - яҡҡа ҡараш ташланы. Баҡсаһына янлатып эшләнгән эскәмйәлә ултырған кешене күреп, терт итеп ҡалды. Күршеләре күрмәгәндер ят ир ултырғанын, Гөлйыһан өләстәренә шундуҡ әйтерҙәр ине, кем икәнлеген, ни эшләп кискеһен яңғыҙ әбейҙең өйө янына килеп ултырып алғанын энәһенән ебенә тиклем тикшереп бөтөрҙәр ине. Гөлйыһан ан әбей тиҙ генә инеп китергә теләп, эскә ынтылды ла үҙ исемен ишетеп, шып туҡтаны. Тик бер генә кеше уға ошолай өндәшә:
- Һин икән дә. Ҡайҙан килеп таптың мине? Туғыҙ өйҙөң түбәһен төртөп бөттөңмө? Бөткәнһеңдер, миңә килеп терәлгәс. Әйҙә, ин. Бынан төнгә ҡайҙа ебәрәйем инде мин һине..
Теге ир, оло ғына ҡарт булған икән, ҡапыл торғанғамы, сайҡала биргәйне, эскәмйәгә һөйәгән таяғы ергә шылып төштө.
- Таяҡҡа ҡалғанһың икән. Мә, тот.
Ҡарт таяғын алып, ике ҡуллап таянды ла хәл алып тора бирҙе.
Гөлйыһан әбей ҡапҡаһын нығытып япты ла биклп ҡуйҙы.
- Бикләмәйенсә булмай. Әҙме ни... Әйҙә, эйәр.
- Бая килеп киткән егет Заһир инеме?
- Башҡа ерҙә күрһәм танымаҫ инем.
- Улар ҙа һине танымаҫ ине. Һине мин генә таныйым хәҙер.Ана ҡулйыуғыс, бит - ҡулыңды сайыштыр ҙа ултыр өҫтәл янына.
Ҡарт алдына ҡуйған тәрилкәләге ашты ҡалағы менән болғаған арала өй эсенә күҙ йүгертеп сыҡты. Зауыҡлы бөхтәлек, ыҡсымлыҡ, таҙалыҡ менән көтә икән Гөлйыһан матур итеп ҡороп алған донъяһын. Бөтә нәмә үҙ урынында, бөтә нәмә кәрәк, артыҡ бер әйбер ҙә юҡ.
- Һыуытма ашыңды, Тайфур, ашай һал.
- Мин һиңә соланға урын һалдым. Бер төнгә бирешмәҫһең, йылы ул солан. Өйөм бер кешелек кенә минең. Малайҙарымдан шулай итеп эшләттерҙем.. Диван да алдырманым, килен булып төшкән сағымдағы һымаҡ итеп, урындыҡ эшләттем. Шаршауым ғына юҡ.
Тайфур ҡарт оҙаҡ борһаланды йоҡлап китә алмай. Гөлйһан өй ишеген асыҡ көйө ҡалдырғайны, шуға һәр шығырлау, ҡыштырлау тауыштары ишетелеп торҙо әбейгә.
- Мине, улай булғас, Заһир ултыртып алған юлда. Заһирға ултырып килгәнмен икән.Урам осонда тәшәп ҡалдым да был яғын үҙем эҙләп килдем.
Гөлйыһан бер аҙ өндәшмәй ятты - ярай, кемгә ултырып килһә лә, тапҡан бит. Шулай ҙа һораны:
- Минең бында йәшәгәнемде ҡайҙан белдең? Адресымды?
- Ҡарттар йортондамын мин хәҙер, Йыһан. Байтаҡ була. Шунда эшләгән табип ҡатын әйтте. Бер көнгә генә һорап сыҡтым. Күреп китәйем һине, Йыһан. Донъяныҡын белеп булмай.
Элек теле телгә йоҡмаған Тайфур тип әйтмәҫһең дә - ауыр һөйләшә.
- Нишләп ул табип кешенең адресын ят кешеләргә өйрётёп ебәреп ултыра? Улайтырға уның хаҡы юҡ! Күрермен әле мин уны.
- Ҡуй, Йыһан. Шәп ҡатын ул, изгелексән. Мине ул аяҡҡа баҫтырҙы инде, бөтөнләй бөткән инем мин. Хәлдәремде, элеккеләремде һорашып, һөйләтеп алып бөттө ул. Бөтәбеҙҙекен дә белә ғибрәтле яҙмыштарҙы.
- Яҙмышын ғибрәт иткәндәрҙе, тиген.
- Шулай инде.... Тайфур ҡарт, ниһайәт, йоҡлап китте, , шикелле - башҡаса һүҙ ҡатманы.
Йәйге төндөң ғүмере ҡыҫҡа - яҡтыра ла башлаған. Тәҙрә пәрҙәһе аша өй эсенә төшкән бөләңгерт кенә яҡтылыҡта стенаға текә итеп һөйәп ҡуйылған ҙур, йомшаҡ яҫтығына арҡаһын терәп, ҡалынса пледын тубыҡтарына ғына ябып, ултырған Гөлйыһанды шәйләргә була. Әбей яланбаш. Яулығы иңенә шыуып төшкән. Аҡсал сөсле, йоҡараҡ булһа ла оҙон аҡ толомло, уйсан ҙур күҙле был һылыу әбей үҙенең бәләкәй генә матур өйө менән бында, ерҙә, түгел. Ул әллә ҡайҙа, йыһанда. Оса торған өйө менән әллә ҡайҙарҙан урап ҡайтып етеп килә Гөлйыһан. Ҡояш ҡалҡыуға ихатаһына төшөп ултырасаҡ, Һәм көн ҡәҙимгесә, бер ни ҙә булмаған шикелле, башланып китер.
Уның йоҡлай алмай таң аттырыуында соланда ауыр мышнап, йоҡо аралаш йә һөйләнеп алған, йә ыңранып тынысһыҙланған Тайфурҙы ғына ғәйепләп булмай. Гөлйыһан уяныуға сос булһа ла ғәҙәттә ҡаты йоҡлай. Тайфурҙы килтергән кис түгел, уны тап иткән кис ғәйепле был йоҡоһоҙ төнгә.. Ғәйепле микән ?
Гөлйыһан урынынан тороп, ишек янына килде. Яҡтауға һөйәлде. Бер урындыҡ булып ята торғайны элек, - ҡожорайып, бөгәрләнгән бынау ҡарт шул баһадир Тайфурмы? Бер кәпәс тә һыймай ул миңә, тип ҡыштарын да, йылыраҡ көндәрҙә,бигерәк тә, яланбаш сыға ла китә торған ҡалын бөҙрә сәсле Тайфур менән бынау ҙур ҡарпыш ҡолаҡлы, тап - таҡыр башлы ҡураныс ҡына ҡарттың ни уртаҡлығы бар?
Гармун телдәренә баҫҡанда, мандолина ҡылдарын сирткәндә күҙ ҙә эйәрмәгән йүгерек бармаҡтар ҡарт ҡарағайҙың нәҙек кенә ботаҡтары шикелле шулай ҡып - ҡыу булып ҡалғанмы?
Эй Хоҙайғынам... Ни эшләттең һин был кешене? Уның тиңдәштәренең Гөлйыһан белгәндәре әле шап - шаҡтай. Үлем тейгеһеҙ, тигәндәй.Кеше таушалһа ла шулай таушалыр икән... Егерме йәшлек Тайфурға етмеш ике йәшеңдә һин ошо сүрәттә буласаҡһың, тип бөгөнгө рәсемен күрһәтһәләр, мыҫҡыл итәһегеҙме әллә, тип яндырып, көлөн ергә ҡуша тапап ҡуйыр ине.
Мәктәптә уҡыған саҡтан бер әҫәрҙә ошолайыраҡ сағыштырыу иҫендә ҡалған Гөлйыһандың. Китаптағы тормоштан икән.
Тамам яҡтырҙы. Тайфур һаман йоҡлағас, Гөлйыһан да йөрөмәй торорға булып, кире урынына ятты. Иҙән шығырлауға уянып ҡуйыр. Режим менән йәшәп өйрәнгән кеше һуғыр сәғәтен көтәлер.
Кем һуң был сәйер ҡарт? Һәләмә кейем кейеп, урам саттарында һоранып торған ошоноң ише ҡарттарға сикәнеп ҡарап, тиҙ генә улар эргәһенән үтеп китә һалған Гөлйыһан нишләп был кешене һис һүҙһеҙ өйөнә индерҙе, тамағына ашатып, йоҡларға ҡалдырҙы?
Тайфур - Гөлйыһандың берҙән бер ғүмерлек йәре, тәүге һәм һуңғы берҙән бер ире. Ун дүрт кенә йыл бергә йәшәп ҡалған тормошоноң юлдашы һәм дүрт балаһының атаһы. Шул ун дүрт йыл Гөлйыһанға, утыҙ биш йәшендә ире ҡалдырып сығып киткән һөйкөмһөҙ һөйәк ташландыҡ ҡатынға, ғүмер буйына эстән үртәлеп йәшәргә баш аша етте.
Һис тә һөйкөмһөҙ һөйәк булманы Гөлйыһан. Ғаиләләге биш ҡыҙҙың кинйәһе, иң һылыуы ине. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле үҫте, нимә ашайым, нимә кейәйем, тимәне. Күмәкләп яраттылар, һөйөлөп буй еткерҙе атай - әсәй ҡулында. Бөгәренә еткән ҡап - ҡара толом, тамылйып торған яғымлы ҡуңыр күҙҙәр Гөлйыһанда ғына. Күҙ ҙә ҡаш инде һылыулығы. Уң сикәһендәге матур ғына ҡара миңе, әсәһе әйтә торғайны, тыуғанда булмаған, һуңынан ҡалҡып сыҡҡан. Эшкә тилбер, кешегә йомшаҡ һүҙле Гөлйыһанды кем бәхетенә тейер икән был аҫыл ҡыҙ бала, тип барыһы ла һағайып көттө.
Ә аҫыл ҡош Тайфур тигән ҡыйғыр бөркөттөң тырнағына килеп эләкте.
Гөлйыһан еткән ҡыҙ булып өлгәргән саҡтарҙа үҙешмәкәр сәнғәт шәбәйеп китте. Һәр ауылда тиерлек бар ине үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре, халыҡ театрҙары. Гөлйыһан йырлай ине. Тауышы матур булды йәш саҡта. Ул да күп ҡатнашты концерттарҙа. Ҡат - ҡат сығарып йырлаталар ине моңло миңле ҡыҙҙы.
Бер кистә Гөлйыһандарҙың ауылына үҙешмәкәр театр әртистәре килеп төштө. "Ҡарлуғас" спектаклен ҡуйҙылар. Шундағы Шатморатты уйнаған егеткә бөтә ауыл ҡыҙҙары һуштан яҙып ғашиҡ булды. Гөлйыһан да.
Спектакль бөткәс, тамаша залының эскәмйәләрен, ултәрғыстарын стена буйына өйөп, уртаны бушаттылар. Шатморатты уйнаған егет, Тайфур икән исеме, гармунын һыҙҙырып ебәрҙе.. Китте бейеү, кәйелеп осто ҡыҙҙар, ҡыйылып осто егеттәр. Гөлйыһан үҙ тәңгәленән бейеп үтеп барғанда ғына Тайфур ынтылып ҡына ҡыҙҙың ҡулынан эләктереп алды ла үҙ эргәһенә ултыртты ла ҡуйҙы.
- Ултыр эргәмдә, һылыу, китмә, йәме. Бейемә лә, йырлама ла, Йыһан - Гөлйыһан, янымда бул мин гармун уйнағанса.
Килгән яусыға атаһы бер һүҙһеҙ ризалығын бирҙе
- Килһендәр әйттерергә, бирәм ҡыҙымды.
Әсәһе эс тартты шулай ҙа.
- Аңын - тоңон байҡамай, минән һүҙ ҙә әйттермәй, бирәм тинең дә ҡуйҙыңсы... Мин ишеттем әле. Атаһынан ете йәшендә етем ҡалған, яңғыҙ әсәһе ҡулында үҫкән. Атаһынын дүртенсе бисһенән булған улы, ти. Тиң түгел ул Гөлйыһаныма. Егерме алты йәшенә тиклем өйләнмәй йөрөүендә бер ғиллә бар... Нимәһенә ҡыҙығаһыңдыр... Әй әттәгенәһе...
- Үҙемдең улым булманы. Апайҙары үҙ тормоштары менән йәшәй. Был ҡыҙыма ҡалыр ошо донъя, улыбыҙ урынына булыр, Фазила, - тип ҡарар итте лә ҡуйҙы.
- Эй атаҡайым, кеше балаһын һиңә буламы?.. Улым урынына, имеш... Алдырыр көн яҙҙырыр, тип ҡандай егеттәргә бирмәй, бер елтәндәк - елпеүескә биреп киттең кинйә ҡыҙыңды. Эй... Кемгә үпкәләйһең инде күререң шул булғас.
Гөлйыһан Тайфур яғына ҡолаҡ һалды. Тып - тын соланда.
- Үлеп ятмаһын, Аллам һаҡлаһын...
Ә, юҡ, тын ала икән. Тик бөркәнеп ятҡанға тын алғаны ишетелмәгән. . Шул ғәҙәтен ҡалдырмаған икән. Гөлйыһанды ла баш аша бөркәндереп ыҙалата торғайны. Ҡалай итһә итеп, танауына ғына булһа ла юл асып ала ине Гөлйыһан Алай ҙа ун дүрт йыл ғына йәшәгәндәр, юғиһә, Гөлйыһан ошо көндә күптән үлгән булыр ине тонсоғоп. Юрған бөркәнеп ятҡанға ғына түгел инде, әлбиттә.
Ун дүрт, тиһә лә, унда ла күбеһенсә өйҙә торманы Тайфур. Клуб мөдире булғас, унда сапты, тегендә китте. Ҡайтҡан ике арала шойҡаны теймәй йөрөмәне үҙенең. Берәй ерҙә ике - өс көн йөрөп ҡайтһа, балаларынан һорау ала ине.
- Мин юҡта кем тигән ағай килде беҙгә? Әсәйегеҙ гел өйҙә генә торҙомо?
Холҡо бик насар булып сыҡты Тайфурҙың, Гөлйыһанды ҡыҙғанды. Эргәмдә генә ултыр, йырлама ла, бейемә лә, тигән һүҙҙәре булмыш холҡононоң сағылышы икәнен ҡайҙан аңлаһын һөйөүҙән башын юйған ҡыҙ?! Бер ҡунаҡтан, бер мәжлестән болармай имен ҡайтманы.
- Нимә бер берегеҙә ҡарап, йылмайышып ултыраһығыҙ? тип тә бәйләнер ине бер ғәйепһеҙ берәй ҡоҙаға берәй туйҙа.
- Еңгәм шәп, килен шәп, - тип Гөлйыһанды маҡтаған ирҙәрҙе тере биреһе күрҙе Тайфур. Уның был холҡонан биҙрәп бөткән күршеләре, туғандары Гөлйыһандарҙы тора - бара ҡунаҡ араһынан ҡалдырҙы. Гөлйыһан һөйәлеп торған ағас йәки бағана тере булһа, шуларҙан ҡыҙғанып, ҡанға туҙғансы һуғышыр ине, валлаһи.
Бер ҡыш, Яңы йыл байрамынан һуң, Тайфурҙы уҡырға ебәрҙелер партийный ышкулға. Өс ай буйы хат та яҙманы өйгә, адресын белмәгәс, Гөлйыһан үҙе лә хат яҙа алманы. Тайфур киткәндә дүрт айлыҡ ауыры бар ине Гөлйыһандың, әйтеп өлгәрмәгәйне иренә.
Ҡайтып ингәс, Гөлйыһандың апаруҡ кәпәйгән ҡорһағын күреп, ене ҡупты.
- Кемдән? Кем менән уйнаш итеп яттың мин юҡта? Ажғырып ташланды Гөлйыһанға. Һыу эскеһеҙ итеп, күк талаҡҡа ҡалдырғансы, иҙеп туҡманы Гөлйыһанды. Дауаханаға иҫһеҙ итеп алып барып һалдылар. Гөлйыһандың үҙен дә, ете айлыҡ булып, ваҡытынан алда тыуған ир баланы ла саҡ алып ҡалдылар үлемдән. Ун биш тәүлек ултырып сыҡҡан Тайфур киҫәмәне. Холоҡ китәме ни?..
Ә үҙе эт шикелле йөрөнө Гөлйыһандың өҫтөнән. Бер тапҡыр санаторийға киткәндән ҡайтманы. Шунда бер ирһеҙ ҡатын менән йөрөп, шуға эйәреп сығып китте.
- Ҡалай ҡотолдом, шулай ҡотолдом., - тип ҡуйҙы Гөлйыһан, гел ҡабатлаған һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп.
Тайфурҙы ашатып - эсереп алғас, ихатаға сыҡтылар. Ҡарт таяҡһыҙ бер аҙым да атлай алмай икән. Шулай ҙа ишек алдын, ике яҡ күршенең ихаталарын ҡойма аша байҡап сыҡты.
- Йәштәр йәшәйме? Ирҙәре йәшме?
- Һы. Ана бит ул... Кәкере төҙәйәме ни инде.
- Шәп йәшәйһең икән,Йыһан. Ә мин... Ярай, булды инде. Кире ҡайтарып булмай хәҙер.
- Кире ҡайта ғына күрмәһен...
- Нишләп туғыҙ өйҙөң түбәһен төртөп, ти инең кисә, Йыһан? Нимә тигән һүҙ ул? Ишеткәнем юҡсы...
- Тыңла, улай булғас. Әсәйем һөйләй торғайны. Минең кендек инәм Кинйәһултан инәйҙең балаһы булмаған. Ире шул тиклем кәмһетә, кәмдәй ине шуның өсөн, - тип йәне көйә ине әсәйемдең. Илап - илап һөйләй торған булған әсәйемә хәлен. Тиҙерәк үл, ҡыҙҙан кәләш алам, тип йөрөгән хатта. Ҡарғамайым, бисә ҡарғышы иргә төшмәй, тигән инәм, тик рәнйеүемде еңә алмайым. тигән. Үҙемә ғүмер һорамайым, иремә оҙон ғүмер бирһен, тип әйтә торғайны, ти.Бер генә теләгем бар: минән ҡалып, бисә тапмай, туғыҙ өйҙөң түбәһен төртөп, зарлап йөрөһөн. Мин күрмәҫмен инде, һеҙ күрерһегеҙ, ти торғайны ти гел. Әйткәне китап шикелле булған инәмдең. Берәүгә лә һыймай, ҡәҙере китеп, кешегә ек күремсе булып, алйып барып үлде ул бабай. Уныһын һин дә беләһең, мин дә күрҙем.
- Мине лә шулайтып йөрөһөн тигәйнеңме әллә, Йыһан? Бисәләр күп булды ла ул, туғыҙҙа ла тормағандыр... хәҙер генә береһе лә юҡ. - Тайфур ҡарт әсе йылмайҙы.
- Мин һине бер ҡасан да шундай хәлгә төшһөн, тимәнем, Тайфур. Һине яраттым бит мин, ни телем барып улайтып әйтер инем? Тимерғәле бабайҙың яҙмышын күрҙем бит. Үҙенән үҙе ысҡынып китте ул һүҙ, үсәп тә әйтмәнем.
Йоморо - йоморо йомғағым, тигәндәй, һинең менән бергә йәшәгән йылдарымды тағатып, кире йомарлап, осон табалмаҫлыҡ итеп йәшереп ҡуйҙым бөгөн төндә. Туғыҙ өйҙөң түбәһен төртөп, бисәнән бисәгә йөрөһөн, тимәнем. Мин әйтмәһәм дә йөрөнөң уныһын. Ҡасан да булһа килеп, мине, балаларымды, тормошомдо бер күрһен ине, ас, Йыһан, тип ҡапҡамды ҡаҡһын ине, тупһама килеп баш һалһын ине, тип теләнем мин. Шунда әйтеремде әйтеп, үсем ҡанғансы әрләрмен, тип һүҙҙәр әҙерләп ҡуйғайным. Бисәнең ҡарғышы иренә төшмәй, тигән булалар. Ҡарғыш нимә ул, рәнйеш алма икән башыңа. Яҙмыш тигән нәмә ҡалай аҡыллы, ғәҙел икән. Кемгә нимә күрһәтергә үҙе белеп тора.
Шулай, Тайфур. Килереңде белеп, көтөп йәшәнем. Намыҫ итеп йәшәнем. Бына ниндәй ҡатынды ташланың, бына ҡандай алтын ашыҡтай балаларыңдың башын ашаҡлап үттең, тип күрһәтермен әле, кил генә, тинем дә көттөм. Бына - килдең.
- Нисәгә барып етергә, тинеләр? Хәҙер Заһирым килә, алып барып ҡуйыр. Ете айлыҡ булып тыуған кинйәм шул инде минең. Уң аяғы янбашынан сыҡҡан булған тыуғанында. Анау сама типкеләүгә... Нисек башына зәрәхәт булмаған...
- Кисерә алһаң, кисер мине, Йыһан.
- Һии, хәҙер инде нимә... Әсәйем белеп ҡалып ултыртты быуынын. Был бала тигенгә иламай, бер ғиллә бар бында, тип тәки тапты сәбәбен. Ғәфү лә һорама, Тайфур, бер нәмәгә лә өмөт тә итмә, төңөл беҙҙән. Теге табип ҡатынға барҙым, күрҙем, һөйләштем, унда миңә ҡапҡа бикле, тиерһең.
Заһирына ултыртып ебәрҙе Тайфурҙы. Күҙе лә етә күрмәйҙер хәҙер Тайфурҙың, юғиһә улының ике тамсы һыу кеүек үҙенә оҡшаған икәнен абайлар ине. Ҡарттар йортонда табип булып эшләгән ҡатындың атаһы боларғанда, әсәһен яҡлап, ҡуша туҡмалып йөрөгән өлкән ҡыҙҙары Сафия икәнен әйтеп тә торманы Гөлйыһан.
Машинаның саңы баҫылғас, ҡапҡаһын шар асып ҡуйҙы ла эскәмйәһенә барып ултырҙы. Бына хәҙер генә уның Хан өләс тигән тормошо ары тәгәрәйәсәк.