Аҙыҡ составына ингән кобаламиндар ғына организмға сәләмәтлек өҫтәй. Тимәк, һеҙгә B12 витамины булған сусҡа, һыйыр малы бауыры, дингеҙ ризыҡтары, тауыҡ йөрәге ашарға кәрәк. Күреү нервыһы зарарланһа, күҙ ағында һарылыҡ һиҙелһә, күҙ ҡабағы тартышһа, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Был сирҙәрҙең сәбәбе тап B12 витаминының етешмәүендә булыуы мөмкин. Бынан тыш, кобаламиндарҙың аҙлығы арҡаһында кеше даими арыу тойғоһо кисерә, аппетиты юғала, башы ауыртыуға зарлана.