“Шәрәфетдинов” крәҫтиән-фермер хужалығынан механизатор Айнур Ғәниев үҙ һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен белеп бөткән тәжрибәле белгес. Эшен ярата, техниканы яҡшы белә, тигән һүҙҙәр ишеттек уның хаҡында.
Ер эшенән ҡурҡмаған ир-егеттәр булғанда, ауыл хужалығы бөлмәҫ. Айнурға бер осор ситтә лә эшләп ҡайтырға тура килә. Ләкин тыуған ерҙең тартыу көсө ныҡ булып сыға, күрәһең. Бөгөн ул үҙе тырышҡан хужалыҡтың ныҡлы бер таяуы, тыуған еренә кәрәклеген белеп, хеҙмәтенән йәм табып эшләй замандашыбыҙ.