Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 02:00

"Ямаулы ойоҡбаш"

- Әсәй, ойоҡбашым тишелгән, ямап бирәһеңме?

Әсә кеше ҡыҙының бер һораулы күҙҙәренә, бер ҡулындағы тишек ойоҡбашына ҡарап, ауыр уфтанып ҡуйҙы. Һыуыҡтар төшһә, эштәр хутҡа китә! Тик тормаҫ ике орсоғона бер пар нәски бер аҙнаға сыҙамай. Сәтәкәй бармаҡ буйы ебен дә ҡәҙерләп шырпы ҡабына төрөп өйрәнгән һаҡсыл ҡәрсәһе менән үҫһә лә, Гөлдәр һис кенә лә тин һанарға ғәҙәтләнә алмай йонсой. Ысынлап та, тауыҡ һымаҡ тибенеп, биш метр залды спорт майҙансығына әйләндереп пыр туҙып бөтөрөлгән бәләкәстәреңә бәйләп өлгөртә алмаһаң, яма ла кейҙер, өйҙә һөйрәргә ярамаған, ти. Юҡ инде, бер серегән бай кеүек аҙнаһына икешәр пар яңыһын кейҙерергә кәрәк, әлдә генә “Арзан” магазины бар әле, парын ике-өс йөҙ һумға ала башлаһаң, эш хаҡы ла етмәҫ әтеү.

“Ҡалай эт ялҡауы икән!” тиһегеҙме? Юҡ, башын түшәгенә терәгәндә лә мейеһен йөҙ ҡайнатып, иртәгәһе эштәрен планлаштырып, шунан ғына әүен баҙарына китә торған кеше ул Гөлдәр. Ҡулына энә алырға, ямарға йыбаныуҙан түгел, ямаулы нәмәләрҙе ене һөймәй. Сәстәренә көмөш яуғанда ла күңеленә мәңгелеккә ямау һымаҡ һалынған күңелһеҙ бала саҡ хәтирәләре иҫенә төшһә, йөҙө сөгөлдөрҙәй ҡыҙара. Бына хәҙер ҙә, ҡурсаҡтай ҡыҙының ҡулдарындағы “ямау давай!”тип үсекләшкәндәй ауыҙын асҡан йөн нәскейҙәре әсәһенең зиһенен тарҡатып, уйҙарын алыҫ баласаҡ арбаһында ҡалған хәтирәләргә ҡайтарҙы.

...Ул ваҡытта Гөлдәр икенсе класта уҡый ине. Тантаналы октябрь байрамына мәш килеп әҙерләнделәр. Был сараны бар класс ашҡынып көттө. Башланғыс кластар айырым урынлашҡан ағас бинала уҡығас, өлкәнерәктәр уҡыған ҙур таш мәктәп бәләкәстәр күҙенә әкиәттәге батша һарайына тиң күренә ине. Бар мәктәп уҡытыусылары, пионер һәм комсомол апай-ағайҙары алдында сығыш яһауы ниндәй мәртәбә! Тик бына аяҡ кейемен сисеп инергә кәрәклеге генә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һәр ингән-сыҡҡанды тишерҙәй булып күҙәтеп ултырған ҡарсыҡҡа “овчарка” ҡушаматы ла ярҙам итмәй, тамғаланған итектәрҙе, айырыуса яңыларын, шуғыраҡ малайҙар алмаштырып ҡуйһынмы, урындарынан күсереп ултыртһынмы, балалар юғалған итектәрен эҙләп ҡаңғырып бөтә. Сәхнәлә кинәнеп “әпипә”не баҫҡанда, “Ленин всегда живой” тип ауыҙ тултырып йыр һуҙғанда Гөлдәрҙең дә кескәй йөрәге яңы итектәренең аяҡланыуын һиҙмәне лә, тойманы ла.

Уҡыу алдынғыларына директор ялтыр тышлы матур китаптар тапшырғас, йәш октябрселәр тағы ла бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо үҙҙәрен. Гел беренсе булып өйрәнгән Гөлдәрҙең дә түбәһе күккә тейҙе, бөгөн әтәстәй ҡупырайып, иртәгәһен ямғырға эләгеп күшеккән тауыҡтай меҫкен хәленә төшәсәген күҙ алдына ла килтермәне.

Бала саҡ ни, хөрриәт иле, сыр-сыу килеп дәррәү коридорға сығып, үҙҙәре ҡуйған урындан итектәрен алып кейҙеләр ҙә, уныһын-быныһын уйламай ҡайтыр яҡҡа елдерҙеләр. Ҡалтыр-ҡолтор килеп ярты юлды үткәс кенә Гөлдәр шикләнеп ҡуйҙы. Нишләп был итектәр бушаҡ һымаҡ әле? Тап үҙе ҡуйған рәттән алды, зәңгәрһыу һоро төҫтәләр. Әттәгенәйем! Йөн ойоҡтар менән кейгәйне лә баһа! Артына боролоп километр буйы һуҙылған көҙгө бысраҡлы юлға ҡарап талпынды ла, мәктәпкә кире барырға баҙнатсылыҡ итмәне. Иҫең киткән икән иҫке сикмәнгә, яңы булһа, ҡәрсәйем утлы табаға баҫтырыр ине, ә былар йөҙ ҡат тишелеп ҡарт оҫтаның ҡулдарынан йөҙ ҡат үткән, тип, үҙ-үҙен йыуатты. Әммә өйгә ҡайтҡас күңеле тағы ла шомланып, йөрәге ситлектәге турғай кеүек тыпырсынды.

Икенсе көндө байрам хөрмәтенә ял булғас, юрған аҫтынан сыҡҡыһы килмәй наҙланып ята бирҙе, тик йылы түшәктә ҡыҙыныу бәхете оҙаҡҡа һуҙылманы. Иртәнге һауымдан ферманан ҡайтып инеүсе әсәһенең шелтәле тауышына ҡобараһы осоп һикереп тороп ултырҙы. Үҙе генә түгел, мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгән килендәшен эйәртеп алған бит әле. Етмәһә, йәшен тиҙлеге менән ҡыҙының диванына туп-тура йүнәлделәр. Бөттө баш! Пленға алынған фашисты язаға тарттырғандай, икеһе ике яҡлап ҡамап та алды. Әсәһе ҡулында йәйғорҙоң ете төҫөн балҡытҡан таныш йөн ойоҡбаштарҙы күргәс, ҡыҙҙың күҙ алдары томаланып киткәндәй булды.

Ул саҡта ни, ете класс белеме менән донъяға тыуған балалар түгел, үҙенең сабый аҡылы менән Гөлдәр түбәндәгене аңлап, һығымта яһаны. Саранан һуң уҡытыусылар ҡайтырға сыҡһа, мәктәптең и-и-иң уҫал һаналған белем туҡыусының итектәре урынына йөн нәскиле икенселәре ултырған. Шул уҡ размер, (көҙгө бысраҡта һыу кисеп йөрөп һыуланған үҙенекеләре кибеп өлгөрмәгәйне, ике көн элек кенә кибеттән һатып алынған әсәһенекен һондо ҡәрсәһе, ҡалдырлап йөрөмәһен, аяғыңа ла йылы булһын, тип, өҫтәүенә атаҡлы ойоҡтар менән кейҙерҙе), шундай уҡ төҫтә. Тимәк, хулиган малайҙар ике бер төрлө аяҡ һауытын ҡыҙыҡ өсөн урындары менән алмаштырып ултыртҡан. Интеллигент тиһәң дә, уҡытыусы апайҙарҙы ҡыҙҙырырға Хоҙай ҡушмаһын! Тиҙ арала ҙур ғауға күтәреп, имеш, итек алмаштырғаны етмәгән, мыҫҡыл итеп өҫтәүенә ямаулы ойоҡбаш ҡалдырып мәсхәрә ҡылғандар тип пыр туҙған. Әҙер “вещдогы”булғас, эйәһен эҙләп табыуы ҡыйын түгел, ямауҙар оҫтаһының килене ҡәйнәһенең тере имзаһын тиҙ танып алып, данлы ойоҡтарҙы эләктереп бында йүгергән. “Бергәләп барып ғәфү үтенегеҙ инде, зинһар, шунда эшләгәс һеҙҙең өсөн оят бит”, - тип ялбарған була килештереп. “Ҡуйған урынымдан алып кейҙем, мин ғәйепле түгел”, – тип аҡланып маташҡан ҡыҙҙың һыңғырлағанын өлкән судьялар тыңлап та бирмәне. Ғүмер буйы кеше нәмәһенә ҡыҙыҡмай ҙа-ҡағылмай ҙа намыҫ менән йәшәгән нәҫелгә тап төшөргән, имеш, бар ауыл ҡалтыранып торған уҡытыусы күҙенә хәҙер нисек ҡарарҙар, имеш...

Ултырған ерендә тораташтай ҡатҡан Гөлдәр һикереп тороп йүгерҙе, ти! Иң яҡын кешеләренең бер ғәйепһеҙ килеш ғәйепләргә, етмәһә хөкөмгә тарттырырға тырышыуҙарын бәләкәс йөрәге бер нисек тә ҡабул итә алманы – иларғамы, утһыҙ янғын сығарыусыларҙың аңһыҙ ҡылығына көлөргәме... Әммә, йәлләтеп алайым бер аҙ тип тырышһа ла, кәрәкмәгән саҡта шишмәләй борһоған күҙ йәштәре, әмәлгә ҡалғандай, был юлы һис тамырға уйламаны. Бик-бик телен сығарып үсекләшкеһе килһә лә, мейеһенә донъяны танып-белгәненән бирле өләсәһе-ҡарсәһе шыплап һеңдергән “ололарҙы олола!” тигән тәрбиәүи ҡанунды боҙорға баҙнат итмәне, тыйылып ҡалды.

Ярай әле ҡәрсәһе бәлеш һалам тип мейес яҡҡан, әсәһе, хәҙер инде ауыл тарихына инеп ҡаласаҡ ямаулы ойоҡбаштарҙы йән асыуы менән дөрләп янған мейескә ырғытҡас, тынысланып ҡалғандай булды. Кискеһен атаһы эштән ҡайтып тағы шелтәләрме тип барыбер Гөлдәрҙең йөрәге ҡыл өҫтөндә торҙо. Ныҡ эләкмәгәндер-эләгеүен, юҡһа, яҡшы хәтерләр ине. Бары әсә-атаһының итектәрҙе эләктереп эйәһенә киткәне, бартер уңышлы үткән, күрәһең, унан бер ҙә ҡараңғы сырай менән түгел, күңелле генә сөкөрләшеп ҡайтып ингәндәре хәтерендә. Һәм тағы ла, аҙаҡ, даими клиентынан, йәғни Гөлдәрҙән “ҡолаҡ ҡаҡҡас”, ҡәрсәһенең бер аҙ турһайыбыраҡ йөрөгәне иҫендә. Бындай хәлдән һуң ҡыҙҙың ямаулы ойоҡбаш кейеү түгел, уларҙы күреү менән күңеле болғаныр булды. Их, фәрештәләй генә изге күңелле, ап-аҡ ҡына йөҙҙәренән паклыҡ һирпелгән “аҡ әбекәй”ҙең был ергә мәңгелеккә килмәгәнлеген белһә икән дә! Тилбер ҡулдарынан ебәктәй йомғаҡтарын төшөрмәгән хәстәрлекле ҡәрсәһенең ойоҡбаштарға һалған ямауҙарына ҡәҙәр им-томланған, ейән-ейәнсәрҙәрем иманлы булһындар теләге менән доғаланған икәнлегенә яңы ғына төшөнгән Гөлдәр:

- Яңыһын кейеп тор, ҡыҙым, быныһын матурлап ямап бирермен, уйнарға кейергә йылыраҡ булыр, - тине бәләкәсенә ихлас йылмайып.

Ҡыҙыҡ, шул мәлдә үҙендә ғәжәйеп ҙур еңеллек тойҙо. Күңелендә, әйтерһең дә, бер ямау ҙа ҡалмаған...



Фото: интернет.

Гөлшат Сәйетбатталова.

Читайте нас: