Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2019, 02:00

Яңы автобустар ҡайтты

Уҙған аҙна Өфөлә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдары етәкселәренә 110 яңы «Ford Transit» автобустары асҡыстарын тапшырҙы.

Уҙған аҙна Өфөлә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдары етәкселәренә 110 яңы «Ford Transit» автобустары асҡыстарын тапшырҙы.
Уларҙың 55-е ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә һәм республиканың баш ҡалаһын бөгөнгә тиклем даими автобус бәйләнеше булмаған район үҙәктәре менән тоташтыра, тағы 55-е ҡала янында эшләй.
Яңы техника алыусылар араһында «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы булып торған Салауат автотранспорт предприятиеһы ла бар – уларға әлегә 13 яңы микроавтобус бүленгән. Был пассажирҙар йөрөтөүҙә яңы мөмкинлектәр асты - ошо көндәрҙә предприятие Ишембай-Өфө маршрутын яңынан тергеҙҙе. Автобус Ишембайҙан көн һайын 05.30, 07.00, 15.30 сәғәттәрҙә йөрөй. Маршрут Яр-Бишҡаҙаҡ, УрманБишҡаҙаҡ, Ҡарайған ауылдары аша үтә. Өҫтәмә маршрут та бар. Ул көн аша 06.25 сәғәттә Васильевка ауылы аша үтә.
- Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала пассажирҙар йөрөтөү сифатына ҡаты талаптар ҡуйҙы. Уңың, һәр район үҙәген баш ҡала менән бәйләп тороусы рейстарҙың дәүләт компанияһы тарафынан тергеҙелһен, тигән йөкләмәһен тормошҡа ашырып, яңы алынған уңайлы автобустарҙы ҡала-ара маршруттарға билдәләнек, - тип уртаҡлашты Салауат ПАТП-һы директоры Азат Ғәлиев. - Шәхси пассажирҙар ташыусы компанияларҙан тыш баш ҡалабыҙға ышаныслы дәүләт предприятиеһы автобустарында йөрөү иң тәүҙә халыҡ өсөн уңайлы. Автобустарҙың барыһы ла хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм йөрөү хаҡын түләү терминалдары менән йыһазландырылған.
Уҡыу йылы башланыу менән ҡала-ара маршруттарҙа пассажирҙар ағымы бер нисә тапҡырға арта. Ошонан сығып, “Башавтотранс”тың Салауаттағы филиалы Ишембайҙы күрше ҡалалар менән бәйләүсе рейстар графигын да арттырмаҡсы. Ишембай автовокзалы диспетчерына 8(34794) 2-50-85 телефоны аша мөрәжәғәт итеп, өҫтәмә мәғлүмәт алырға була.
Фото: интернет.
Читайте нас: