Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 02:00

Яуаплылыҡ ике яҡта ла

Ишембайҙа йыл башынан алып 180 кеше хайуандар тешләүенән зыян күргән, уларҙың дүрттән бер өлөшө – балалар.

Ишембайҙа йыл башынан алып 180 кеше хайуандар тешләүенән зыян күргән, уларҙың дүрттән бер өлөшө – балалар.


Муниципаль районда кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ҡотороу сире менән зарарланыуы күп йылдар күҙәтелмәһә лә, был ауырыуҙың ауыр эҙемтәләрен оноторға ярамай, ти белгестәр. Ауырыуҙың клиник формаларында үҙенә генә хас дауалау алымы юҡ. Берҙән-бер файҙалы ысул – сирҙең билдәләре барлыҡҡа килгәнсе иммунопрофилактика яһау. Әлеге мәлдә иһә Үҙәк район дауаханаһында был препараттар менән тәьмин ителеш маҡтанырлыҡ түгел. Ә хайуандарҙа ҡотороу сирен иҫкәртеү өсөн, уларға хужалары вакцина эшләтергә бурыслы. Был процедураны үткәреү тураһында ҡулығыҙҙа документ та булырға тейеш.


Эттәргә һәм бесәйҙәргә Ишембай ветеринария станцияһында һәр шаршамбы 09.00-ҙан 17.00 сәғәткә тиклем һәм шәмбе 09.00-13.00 сәғәттәрҙә бушлай прививка яһала.


Эт, бесәй йәки башҡа хайуан тешләгән осраҡта тиҙ арала медицина ярҙамы артынан теркәлеү урыны буйынса хирургҡа (эш ваҡытында) йәки Ишембай үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлмәһенә Докучаев урамы, 10 адресы буйынса (эш ваҡыты булмағанда) мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Берәҙәк эттәрҙе тотоуға бәйле һорауҙар тыуғанда, ҡала һәм район халҡы был йөкләмәне алып барған “Асфальтбетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһына 8-917-351-63-11 телефоны буйынса шылтырата ала.




Фото: pixabay.com
Читайте нас: