Нурбикә әбей иҫкереп емерелергә әҙер биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында йәшәй. Ҡарты тере саҡта ауылда тормош көттө улар. Шунан Таңатарына һуғыш ветераны булараҡ ҡаланан фатир бирергә иттеләр. Бөйөк Еңеүҙең түңәрәк датаһы алдынан яугирҙарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу тураһында радио-телевидение, гәзит-журналдар аша кем уҙарҙан шауларға тотондолар. Баштараҡ ышанып та етеңкерәмәгәндәр ине ул хәбәргә, әммә тиҙҙән бер нисә кешегә район үҙәгенән фатир бүленеүе хаҡында урыҡ-һурыҡ яңылыҡ ишетелде, шунан ауылдарына ла сират етте, уларҙан ике өй аша йәшәгән, түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ныҡлап ятҡан Бүкән Шәрифйәнгә, йәнә Таңатарына йылмайҙы аңғармаҫтан күктән төшкән бәхет. Үҙ хәле үҙенә саҡ, йәшәүҙән ваз кискән, ярауы аҫтында ҡалған Шәрифйәнгә яҡындары һөйөнөс хаҡында еткергәндәрмелер-юҡмылыр, билдәһеҙ, мәгәр тегенең иҫ белгәндән үк ҡалаға китеп олағып әле шунда йәшәп ятҡан, ауылда фәҡәт һуғым һуйыу осоронда ғына күренгеләргә күнеккән алыпһатар ейәне был юлы бик ҡабалан ҡайтып төштө лә, кәрәкле документтар юллап, йүнәтеп, ҡаланан ғына түгел, баш ҡаланың үҙенән фатир даулап, ауыл советы юлын таҡырлап егәрле сабыулай башланы, әйтерһең торлаҡ ҡартатаһына түгел, берҙе өскә тәгәрәтеп һатыусы замана йылғырына бүленгән! Үҙенә ҡалһа ғүмер буйы ҡәҙерләп ҡорған йылы донъяларын ташлап, берәмтәләп йыйған йорт ҡаралтыһын, хужалыҡ әйберҙәрен туҙҙырып бер ҙә генә ҡуҙғалғыһы килмәгәйне лә бит, ҡарты уны аптырауға һалып ят тарафҡа үрһәләнеп ашҡынғас, район үҙәгендәге түрәләр ҙә өҙмәй – ҡуймай димләгәс, ни хәл итһен, “кәрәк тирәкте йыҡтыра”, тигәндәй, күнде һуңғы сиктә. Бынан ары ауылда ҡалыуҙан мәғәнә лә самалы ине шул: мал бағыу, ҡош-ҡортто ҡарау йылдан-йыл ауырлашты, ер аяғы ер башында ятҡан, тау түбәнендәге ҡоҙоҡтан һыу килтереү үҙе бер этлеккә әүерелде, эргәләрендә күҙ терәр яҡын туғандары юҡ йәнә, өҫтәүенә Хоҙай Тәғәлә бала һөйөргә насип итмәне. Шуға күрә, нимәгә юҡҡа ымһынып, ҡыҫыр-ҡуңалтаҡҡа терәлеп төңөлөргә. Ҡуҙғалырға иттеләр. Дөрөҫ, йәшәй барып ереккән төйәкте, эҫенгән йорт-ҡураны, аралашып йәшәгән ауылдаштарҙы ҡалдырып китеүе еңелдән түгел ине. Төйнәнеүгә килгәндә уныһы артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы; кейенер-яҫтаныр әйбер, йорт эсен йәмләгән сигеүле сепрәк-сапраҡ, һауыт-һаба күпме генә инде, ҡаралты тигәне лә өҫтәл, ике ултырғыс, шифоньер, комод та донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы йылылай ғына еткереп, тауышланып ултырыусы аҡлы-ҡаралы телевизор. Ун литр һыу һыйҙырмалы, ата-әсәһенең төҫө итеп һаҡлап тотонолған ҡомартҡы – йоморо эсле еҙ самауыр ҙа ошоғаса ҡәҙерле нәмәгә иҫәпләнеп, килгән-киткәндең тәне-йәненә ҡайнарлыҡ өҫтәп, табындары түрен йәмләне. Беләләр, ҡала ерендә ҡуҙ самауырына хәжәт ҡалмаясаҡ, иллә уны ла үҙҙәре менән алырға иттеләр, ни йөҙ менән яҡындарыңды хәтерләткән нәмәне яттар ҡулына ҡалдыраһың? Быҙауларға етешкән тананы күрше, Байғужанан килгән йәш ғаиләгә етәкләтеп ҡайтарҙылар, дүрт баш һарыҡты осһоҙ ғына хаҡҡа ике яҡ күршеләре һатып алды, ике тиҫтәнән ашыу тауыҡты, ҡышҡы селләлә тәпәйҙәрен өшөтөп тупысланып ҡалған ҡарт әтәсте, аталығы менән шешәк ҡаҙҙы ваҡланып тормай ян-тирәләренә бушлай өләштеләр. Ә бына күҙгә генә ҡарап тороусы, шауҡал ғына булһа ла үтә лә һөтлө Аҡбашты артыҡлап һатыулашмай ғына күрше Васильевка ауылынан килгән белешенә тоттороп ебәргән саҡта ҡартының өтөрөй ҡаштары бергә тоташып төйөлөп, маңлай һырҙары бураҙналанып тәрәнәйеп китте, үҙенең дә йөрәге әрнеп һыҡраны. Аҡбаш та айырылышыуҙы тойоп әллә сүс арҡан менән тәртәгә шаҡарып бәйләгән башын ҡайырып, ошоға саҡлы уға миһырбанлы мөғәмәләлә булған хужаларынан яҡлау өмөт иткәндәй үҙәләнеп баҡырып алды, ауыл осона еткәнсе дүрт аяғын үрә терәп атларға теләмәне. Белешенә эйәреп килгән, сей һарынан бөткән һипкелле малай, яһилланып, һәүкәште сыбыртҡы менән ярырға тотонғайны, йәндәре урынынан ҡупты, әйтерһең һигеҙҙән үрелгән ҡаты ҡайыш меҫкен мал һыртын түгел, уларҙың арҡаһын ҡайыҙлай. Таңатары сыҙаманы булыр, ҡауҙырлығы ҡалҡып, аҡһаңлап йүгерә-атлай сыбыртҡыға барып йәбеште лә белекһеҙ үҫмерҙе уҫал киҫәтте: «Не бей ее, она хорошо понимает человеческого языка. – Инәлеүле тауыш менән һыйырҙы өгөтләп һөйләнде. – Ни хәл итмәк, башҡа сара юҡ, Аҡбаш, бар инде, ҡаршылашма, беҙ ҙә һинең артыңдан ҡуҙғалабыҙ оҙаҡламай… Нисә йылдар дауамында бәрәкәтле ағыңдан өҙмәнең, түлеңдән яҙҙырманың, рәхмәт һиңә… Берүк рәнйемә инде беҙгә, ҡарт елғыуарҙарға…» Бәхилләшкәндәй шау тарамыш ҡулын һыйырҙың арҡаһында шапылдатҡайны, тегеһе ниһайәт, аяныслы яҙмышының асылына төшөнгәндер, атлап китте, башҡаса тиҫкәреләнмәне.
Фатир алып бирешеүгә күҙҙәре сысҡандыҡылай былтайып хәйләкәр янған, етеҙ хәрәкәтле, гелән өтәләнеп-ашыҡҡанғалыр әйткән һүҙҙәренең яртыһын йотоп һөйләүсе урта йәштәрҙәге бер үтембей ирҙе ялланылар, алыш-биреш ҡағыҙҙарын уға ышанып тотторҙолар. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй был ир ҙә ауылдарында көтмәгәндә пәйҙә булды, теге Шәрифйәндең ейәненең иномаркаһына һағып килеп төштө лә кейек еҫен һиҙеп эҙ ҡыуалатҡан бурҙай эттәй тура уларға йүнәлде. Ҡултығына ҡара дермантин папкаһын ҡыҫтырып ике аҙна тирәһе ауыл менән ҡала араһында йүгергеләгән шул ир ситтәрәк, ҡарауһыҙ кварталдарҙың береһендә урынлашҡан, халыҡ телендә «хрущевка» атамаһында йөрөгән ошо иҫке харабанан ике бүлмәле фатир табып бирҙе. Таңатары менән бергәләп барып ҡарағанда был ҡойто торлаҡ бушаған ине инде, элекке хужанан мөйөшкә тауҙай өйөлгән араҡы-һыра шешәләре, һәм бүлмәләргә елләтмәҫлек итеп һеңешкән тәмәке еҫе ҡалғайны. Фатирға торлаҡ төҫө индереүгә лә аҙна самаһы ваҡыт китте. Юғын юллап, яҡшырағын таптырып ҡыялманылар, барына шөкөр ҡылдылар. Өлөшкә төшкәненә мөрхәтһенмәй, нәфселәнеп ҡайҙа ғына барһындар, үҙҙәре тотонһалар, йүнле эш ҡыра алмай һемәйеп ҡалырҙар ине әле. Көйрәгән сыра көл-күмергә ҡалырҙан әүәл, яҡтыраҡ яна башлай ғәҙәттә, шуның ише ҡарты ла һуңғы йылдарында буштан тиккә елкенмәгән икән, килеп урынлашып, бер йыл тигәндә ҡапыл ғына үлеп китте. Ҡапыл, тип әйтеүе лә дөрөҫ үк булмаҫ, ике-өс ай самаһы һиҙҙермәҫкә тырышып һыҙып ауырып йөрөнө ул башта, ғүмере буйы көсәнеп йөк тартып алға ынтылған ҡыртыш алашалай ахырғаса бирешергә генә теләмәне. Дауахана юлын тапап табиптарға ла бәләһен һалманы, иллә яйлап бәҫтән сыға барыуы кәүҙә торошонда һиҙелде, бит-йөҙөндә асыҡ сағылды. Иренә сәйерерәк яңғыраған исемде тикмәгә генә ҡушмағандарҙыр, йөҙө ҡуңыр, сәстәре шоморт ҡара булһа ла, күҙҙәре төпһөҙ көмбәҙҙәй инеләр, тимәк уны иртәнге шәфәҡ ҡыҙыллығының дауамы баҙыҡ зәңгәрлек тыуҙырған. Шул күҙҙәрен дә ҡара, шыҡһыҙ көҙгө төндөң сәхәргә ялғанған мәлендә йомдо. Кискеһен хәленең мөшкөллөгөн һиҙеп әллә, йоҡоһо килеүенә һылтанып аҡшамда уҡ ятты. Ул да тотҡарланмай эргәһенән урын алғайны, Таңатары ғәҙәтенә килешмәгән һалҡынлыҡ күрһәтеп, көңгөр-ҡаңғыр гәпләшеп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп хәтер яңыртаһы урынға боролоп ҡырғыстай арыҡ арҡаһын ғына ҡуйҙы. Шулай шымтайышып бер килке яттылар, ул һүҙ башлағыһы килеүен белгертеп тамаҡ та ҡырғылағайны ла, тегеһе ауыр уфтанып ҡуйыу менән генә сикләнде. Ята торғас ойоп киткән, ире һаҡ ҡына ҡабырғаһына төрттө: «Һин йоҡлайһыңмы ул?» «Атаҡ, йоҡламай ни, ете төн уртаһы ла…» Иҙрәп әүелйеүенән арына алмай йыбанып ҡына яуапланы. «Шуны әйтмәксе инем, сабынлығыбыҙҙан аҡҡан Ташкисеү инешенең һыуын эскем килә, ҡарсыҡ…» Төшөнөп етеңкерәмәгәнгә ҡабаттан һорай һалды: «Ни тинең, шыпа аңламаным, ҡарт, әллә һаташаһың инде?» «Һаташмайым, уйлап ятам. Нишләптер Сыуаҡтауға ҡайтҡым килеп китте ошо мәлдә…» «Бынағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тигәндәй, үҙең дәртләндең түгелме?» «Бер яҡтан һинеке лә дөрөҫ… Алып-һуғып, боларып, йыйғанды сәс-баш итеп, зерә ҡуҙғалдыҡ шикелле ауылдан, башҡалар күргәнде күреп нисек тә йәшәр инек әле… Ыһ-һ-һ-һһ, – телен көрмәлдереп шулай тине лә, ауыр уфтанып ҡуйҙы, – ауыҙ ҡорғаҡһыны ҡапыл ғына, йөрәк тә сабып барған аттай дөбөрләп алҡымға килеп тығылды. Тын алыуы ауыр…» «Валентинаға күтәрелеп телефундан скурый саҡыртайыммы әллә?» «Кәрәкмәй, тәүге тапҡыр түгел бит, үтер…» «Улайһа хәҙер жибы ғына сәйнүк ҡуйып ебәрәм уны, – ҡартының сәйхурлығын белгәнгә әйтте быны, – ирәүәнләп сәй һөрпөлдәтеп алырбыҙ. Һин тыныс ҡына ятып тор…» Тамам йоҡоһо асылып түшәктән яйһыҙ туйтаңлап шыуып төшкәс утты ҡабыҙып аш бүлмәһенә йүнәлде, ҡабаланып газ плитаһын тоҡандырҙы, сәйнүк ҡуя һалды ла крандан ҡырлы стаканға һыу тултырып кире килеүенә зәңгәр күҙҙәрен түшәмгә терәгән ире шул арала мәңгелеккә тынып ҡалғайны. Тетрәнде, албырғаны, ҡайҙа барып төртөлөргә, ни ҡылырға белмәй тораташтай ҡатты ла ҡалды шул мәлдә, ҡулындағы стакан төшөп китеп сағыу тауышланып селпәрәмә килде, үҙе стенаға барып терәлгән еренән яй ғына иҙәнгә сүгеп төштө. Әле генә түңәрәк, бөтөн яҙмышын ҡап урталай сатнатҡан ҡот осҡос фажиғә уны ысынбарлыҡҡа алып ҡайтманы, һиҫкәндереп ебәрәһе урынға киреһенсә, һеңгәҙәтеп кәүҙәһен түбәнгә баҫты, зиһенен сыуалтты. Имгәкләп, эске күлдәгенә тышалып карауат эргәһенә килде, салланған башын түшәк ситенә терәне лә иҫен юғалта барған кешеләй тынып ҡалды, ә мейеһен ауырттырып һулҡылдаған йүгәнһеҙ уйҙары ихтыярынан тыш ағылды ла ағылдылар: «Таңатары уны ҡалдырып китте, һәм кемгә?.. Йыш ҡына, икебеҙ бер төптән киткәндә, арыу булыр ине, ти торғайны ла баһа, һүҙендә торманы, китте бит ташлап. Инде халҡы мыжғыған был үгәйҙәй ят, өшәндергес һалҡын ҡалала яңғыҙы ҡайһылайтыр, кемдән ярҙам өмөт итер, терәк булырҙай арҡаланыу эҙләр? Ни тиһәң дә, ауылда ҡурҡыныс түгел ине: сурайып һерәйгән һәр ҡая-ташы, тирә-яҡты уратып үҫкән барлыҡ ағас-ҡыуағы таныш, хәленә инеп эргәһендә йөрөп ятҡан күршеләре тураһында әйтеп тораһы ла түгел…» Көтмәгәндә өҫтөнә тауҙай аҡтарылған ҡайғы тәнен һынағасҡа әүерелдереп кенә ҡалманы, боҙ һулышын өҫтәп йәнен дә ҡорошторҙо, илап ебәрһә еңеләйеп ҡалыр ине лә бит, булмышының аҫтын-өҫкә килтергән юғалтыу күҙ төптәрен ҡоротоп өлгөргәйне шул, тағы ҡылығына сарғалыҡ хас түгел. Әсәһе лә йыш ҡына: «Ҡуй инте, ирҙәүкә ҡылыҡлыһың бигерәк, ҫин, илай беләҫеңме ул, юҡмы?», тип шелтәләй торғайны яйы сыҡҡанда. Һуғыш йылы бер төптән үлеп киткән ата-әсәһен ерләгән саҡта ла күҙҙәренә йәш килмәй быуындары бәлкелдәп аяҡтан яҙғайны. Ҡайһылайтһын, илай белмәй шул. Белмәй. Былайтып туғарылып, онотолоп ултырып бер ни ҡыла алмауын төшөнгәс, әкрен генә ҡуҙғалып, тәнтерәкләп урынынан ҡалҡты ла аяныслы, һыҙланыулы ҡарашын ҡартында туҡтатты, шунан йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыймылдатып, ләхәүләһен әйтеп усын балауыҙ төҫөн ала барған маңлайына баҫҡайны өшәндергес һалҡынлыҡ тойоп ҡулын тартып ала һалды. Араларына фанилыҡ менән баҡыйлыҡты сикләгән күҙгә күренмәҫ шаршау тартылып өлгөргәйне. Унан башҡа кем генә тотонһон инде, быялаланып һүнгән күҙҙәрҙе йомдорҙо ла өркә-ҡурҡа үтә лә ят һәм шул уҡ ваҡытта һис тә күнеп булмай торған шөғөлгә тотондо: ирен урынынан ҡуҙғатып икенсе урынға шылдыра алмаҫы билдәле, шуға ағас карауаттан яҫтыҡтарҙы, юрғанды алып, түшәнер түшәкте генә ҡалдырып урын йүнәтте, эске кейемдәрҙән ҡайсы ярҙамында ҡотолғандан һуң, баяғы ҡайнап сыҡҡан сәйнүккә һалҡын һыу өҫтәп, йылымыслатып, көлһыуаллаһын өҙлөкһөҙ ҡабатлай-ҡабатлай еүеш таҫтамал менән ҡата башлаған кәүҙәне һөртөп алды, тотонолмаған протыняны үлсәп бесеп кәфенлек әтмәләп ыҙалай-йонсой шуны урын-еренә еткерҙе. Быларҙы әйтерһең дә ул түгел, ниндәйҙер ят кеше атҡара: хәрәкәттәре көсөргәнешле, яһалма. Ғүмере буйы бәпес ҡабул итергә күнеккән тилбер ҡулдарына ҡотһоҙ шөғөл атҡарырға ла сират етте… Залдағы һәм йоҡо бүлмәһендәге көҙгөләрҙе аҡ япма менән ҡаплағас карауат янына ултырғыс тартып шунда суҡайҙы.
Мәйетте яңғыҙын ҡалдырыу килешмәгән эш һаналһа ла, ни хәл итһен, бер аҙ ултырғас кейенеп өйөнән алыҫ түгел урынлашҡан мәсеткә барып әйләнергә итте. «Бәлки мулла килеп ясин сығыр, шунһыҙ ярамаҫ…» Тик мәсеттең ауыр тимер ишеген күпме генә шаҡып ҡыялһа ла уға асыусы табылманы. Кире боролдо.
Ҡайғыһын таратып урам ҡыҙырып йүгергеләй алмай бит инде, бында ауыл ере түгел, шуға юҡтың көнөндә бер подъезда йәшәгән күршеләренә өндәшергә итте. Төрлөсә ҡабул итте тегеләре; кемеһе аяҡ тауыштарын ишеттереп ишеге төбөнә килә лә быяла күҙлектән шаҡыусыны ентекләп ҡараған-тикшергәндән һуң аяҡ остарына баҫып кире юрғалай, бәғзе береһе асҡанына үкенгәндәй сәйерһенеп, бер һантыйға ҡарағандай текәлеп тора ла ишек сынйырын шауҙырлатып бикләнә һала, ә быҙауҙай этен өрҙөрөп килеп сыҡҡан урта йәштәрҙәге бирән ҡорһаҡ түбәнһетеүле ҡиәфәттә: «Ты, деревенская дура, только сегодня родилась что ли? », – тип кәмһетеүҙән дә тартынманы хатта. Ауылда бит берәре мәрхүм була ҡалһа, әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, эркелеп зыяратҡа сыға торғайнылар.
Ошоғаса һин дә мин йөрөп ятҡан кешене әле килеп рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ер ҡуйынына алып барып тыға алмай бит инде, шуға поликлиникаға һуғылып, ҡартының үлеме тураһында участка табибына еткереп, рәсми документ юллауҙан башларға йыйынды ерләү хәстәрен. Поликлиника коридорында ла иреш-талаштан хасил һыу буйы сират икән, инерен сабыр ғына көтөп ситкәрәк баҫты. Урта йәштәрҙәге, өрөп тултырылған туптай тумалаҡ, тәбәнәк буйлы, бытырлаҡ тауышлы ҡатын ҡабул итеү эштәре менән булашһа ла ҡайҙалыр ашыға ине шикелле, инеүсене бик рыя ҡиәфәттә тыңлағандан һуң нәҙек итеп йолҡолған ҡаштарын туғарландырып юғарыға сөйөп шикләнгәндәй төбәлде: «Күреп тораһығыҙ, – эргәһенә өйөлгән, йәнә тәҙрә янындағы өҫтәлдәге шәфҡәт туташын яртылаш күмгән ҡағыҙҙар өйөмөнә ымланы, – министерствоға квартальный отчетты тамамлап ебәрәһе бар, өҫтәүенә һеҙ без конца маҙалайһығыҙ! – Алдына һалынған паспорттың пропискаһына күҙ һалып ысынлап та был кешенең уның участкаһына ҡарауына инанғас әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылды. – Барып тикшереп, асыҡлап йөрөргә ваҡытым юҡ, һуңғы сиктә, теләйемме-юҡмы һеҙҙең һүҙҙәргә генә ышанырға ҡала, ҡартығыҙҙы әйтәм, точно умер? Вообще-то ул миңә бер тапҡыр ҙа приемға килмәне». «Ғүмере буйы кешегә бәләһен һалырға яратманы шул. Әлләсе, миңә ҡалһа, ул үлмәгән һымаҡ…» «Постойте, постойте, нимә юҡ-бар һөйләп башты ҡатыраһығыҙ тағы? Вы для чего пришли сюда?» «Таң-ат-ар-ым үлеп ҡалды…» Әсе төйөр тын алырға ирек бирмәй тамағына килеп тығылғанлыҡтан тауышы быуылып сыҡты, ул тулҡынланыуын баҫырға теләп шау тарамыш ҡулдарын тыңлауһыҙ дерелдәгән тубыҡтарына һалды ла йоҡа кәүҙәһен бәүелдереп тынып ҡалды. Мәгәр был да күпте күргән, ауырыуҙарҙың аһ-зарын ишетә барып бәғере ҡатып бөткән табипты иретмәне, ул һаман да дорфа тонда төпсөнөүен белде: «Кем ул Таңатар?» «Һуң, ҡартым, ирем…» «Ярай, ирең дә икән, ти, һин конкретно әйт, ул үлгәнме, әллә юҡмы?» «Үлде шу, тәне һып-һыуыҡ, күҙҙәрен дә көслөк менән йомдорғайным, кире асманы, кәүҙәһе лә ҡатып бара инде… Бәлки барып тикшереп ҡарарһығыҙ, ә?» «Ваҡытым юҡ, тинем бит! Значит все нормально, все признаки совподают, старик умер. Шуға күрә уны һуңлатмай, көнөндә һәйбәтләп күмеп ҡуйырға кәрәк!» Табип еңел һулап ҡуйҙы һәм, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, алдан мисәт баҫып әҙерләнгән бланкыға яҙырға керешеп китте: «Умерли, значит умерли, так и запишем… – Паспорттың тыуған йыл графаһына күҙ һалғас аптырап китте. – Ҡара, ҡара, нисә йыл артыҡ йәшәп ташлаған ҡартлас, а у нас ведь средняя продолжительность жизни мужчин чуть более пятидесяти… Вы говорите у него сердце болело, поставим диагноз – инфаркт… – Яңылыштан терелеп ҡуймаһын был, тигәндәй иҫкәртте. – Әбекәй, һуңынан чтоб все было нормально, по-честному, пожалуйста не подводите…»
Поликлиника алдына сығып баҫты ла ары ҡайҙа барырын иҫенә төшөрөп ҡала хакимиәтенә юлланды. Унда ла әле әллә ниндәй өҫтәмә мәғлүмәттәр таптырып кабинеттан кабинетҡа ҡыуҙылар, шунан кискә ҡарай ултырғысына ҡалҡмаҫ өсөн ялпашҡан, солоҡ умартаһылай төптән йыуан ханым ерләүселәрҙең иртәгә киләсәктәрен әйтеп адресын алып ҡалды. Фатирына инеүгә артында аяҡ тауыштары ишетелде. Өсөнсө ҡатта, унан өҫтә йәшәүсе Валентина икән, бая ишеге асылмағайны, эшенә китеп өлгөргән сағына тура килгәндер, хәҙер уның хәлен һиҙгәндәй үҙе инергә иткән. Уҡытыусы булып эшләй ул, пенсияға сығыр ваҡыты ла еткән. Валентина яңғыҙы көн иткәнлектән йыш ҡына уны сәйгә саҡыра, һөйләшеп-сөкөрләшеп ултыралар, башҡортсаны һыу кеүек эскән күршеһе менән һүҙҙәре лә, кәңәш-төңәштәре лә берегә. Ҡайғыһын уртаҡлашырға ингән күршеһе оҙаҡ тотҡарланманы, мәктәптә өҫтәмә дәрес үткәрергә кәрәклеген әйтеп, таң менән эшкә барасағын иҫкәртеп, хәйер-саҙаҡалыҡ аҡса ҡалдырып, ғәйепле төҫтә сығыу яғына йүнәлде. Күңеленә йылы йүгерҙе: «Ни тиһәң дә, был ҡалала яҡшы кешеләр бөтмәгән әлегә, ана бит ауыр мәлендә яңғыҙлатмай килеп етә һалған». Ҡартының эргәһенән урын алды ла хәтер ебен һүтергә кереште.
Һай, татыу йәшәнеләр ҙә һуң Таңатары менән, таныш-тоноштарын, ауылдаштарын һоҡландырып, өнәп бөтөрмәгәндәрҙе көнләштереп матур, йәмле йәшәнеләр. Һуғыш бөткәндең икенсе йылына өйләнештеләр, Таңатары, дошман менән фронттың алғы һыҙығында алышып утты-һыуҙы кискән, яу юлдарынан етди яралар алып ҡайтһа ла һис бирешмәҫ егерме биш йәшлек достоин егет, ә ул егермеһе тулып өлгөрмәгән ҡыҙ ине. Киске уйынға йыйылғанда танышҡайнылар. Ауыр эш көнөнән һуң бар халыҡ, бигерәк тә йәш-елкенсәк бер нәмәгә ҡарамай клубҡа эркелеп йыйыла торғайны ул заманда. Еңеү шатлығынан иҫереп-тилергән, яҡты, бәхетле киләсәккә ҡарап елкенгән осор ине шул. Йәштәр, урта йәштәгеләр күмәк бейеүҙә әйләнә, өлкәнерәктәр ситтәрәк ултырып күҙәтеүҙән дә оло кинәнес таба.
Йыйылыусылар ҡулға ҡул тотоношалар ҙа гармунсы Сәфетдиндең талъян сыңына эйәреп түңәрәк буйлап китәләр, үҙҙәре ыңғайы бер таҡмаҡ әйтәләр:
Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала…
Артабан дәртле таҡмаҡты икенсеһе алмаштыра:
Тәҙрә астым, емдәр һиптем,
Үҙенең «таяҡ»ҡа эшләп йөрөүе, аслы-туҡлы көн итеүе, дөрөҫөрәге тереклек итеүе, алдағы көндәрҙә тетрәнеүҙәр кисерәһе хаҡында уйлап та ҡарамай халыҡ, уның өсөн уйын-көлкөгә ҡоролған ошо мәл күпкә ҡиммәтерәк һәм ҡәҙерлерәк. Иртәгеһен таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан тағы ҡырға сығырҙар: ир-ат, быуынға ултырған егет-елән ҡоласлап бесән сабыр, һайтылдап йөрөп кәбән ҡойор, ҡатын-ҡыҙ ҡулдарын ҡанатып баҫыуҙарҙан билсән йолҡор, мәгәр һәр кемдең күңелен, кис, клубта үтәсәк ошо бейеүҙәр, телдәрҙән төшмәгән, аяҡтарҙы талдырмаған «Наза» өҙлөкһөҙ ҡытыҡлап торор.
Йәш саҡ дәртле саҡ, тиле саҡ шул. Нурбикәләр үҙҙәре лә ер аяғы ер башында ятҡан сабынлыҡтан арманһыҙ булып йәйәүләп ҡайтып килгәндәрендә ауыл яғынан, клуб башына беркетелгән табаҡса радионан бейеү көйөн ишетеп ҡалһалар юл туҙанын борхотоп бейергә төшөп китерҙәр ине. Талъян моңдарына сорналған таҡмаҡҡа тыпырҙаған мәлдә уң аяғына аҫҡаңҡыраһа ла клуб иҙәнен һығылдырған буйсан егет теҙелешеп баҫҡан ҡыҙҙар араһынан ҡарашы менән фәҡәт уны ғына эҙләп табып ҡаршыһына килде, шул саҡ төпһөҙ зәңгәр күҙҙәргә арбалып юғалды ла ҡалды. Яҙмыш уларҙы, шулайтып осраштырҙы, ҡулдарын ҡулдарға һондороп, йөҙҙәрен бер-береһенә бороп яп-яҡын итеп баҫтырҙы. Күрше ауыл егете ара йыраҡ, тип тормай, эңер төшөүгә ашҡынып килеп етер булды. Ике ай тирәһе осрашып йөрөнөләр ҙә оҙаҡҡа һуҙмай, уңыш йыйып алып малдар ҡураға ингәс өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Ата-әсәһе ҡырҙа ҡышлаған ашлыҡтан ағыуланып бер төптән үлеп киткәнлектән ул яңғыҙы көн итә, йыл әйләнәһенә колхозда төрлө эштә йөрөй ине. Ҡан ҡойош, ауыр юғалтыуҙар, емереклектәр алып килгән һуғыштан һуңғы йылдар ҙа ауыр килгәнлектән көҙ туйҙар мәле, тиһәләр ҙә, йолаларҙы еренә еткереп атҡарыу ҡайҙа инде, ул етем, егетенең дә яҡын туғандары юҡ. Йоманан һуң Таңатары бригадирҙарының атын һорап алып оҙон арба егеп килде лә уның һыйыр мөгөҙөнә генә элмәле мөлкәтен тейәп оҙатып алып ҡайтты. Ата йортонан киткәнендә яңғыҙ көн иткән күрше әбей генә, барған ереңә һыуға ырғытылған таштай бат, тип теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалды. Ҡәйнә йортонда ла мәжлес йыйып тормай ике яҡ күршеләрен алып, шуларҙың боронғоса уҡыуҙың рәт-сүрәтен белгәненән ижаб уҡытыу менән генә сикләнделәр. Киске йома сәйе ише табынды үңгәр, бер юлы тәпәнсе, һүҙгә мәрәкәсел Бүкән Шәрифйән алып барған булды. Әсетелгән балдан йөҙҙәре ҡыҙарған ир-ат, таҡта сәйҙән ауыҙ иткән ҡатын-ҡыҙ йәнләнеп киттеләр. Уларҙың икеһенә лә күңелле, бик күңелле ине.
Никахҡа ла ярты йыл үткәс кенә инделәр, дөрөҫөрәге эштән ҡайтышлай ире ауыл советына һуғылып мисәтле танытма алды, хәйер ул рәсми ҡатырға айырылмаҫ өсөн ҡауышҡандар өсөн мөһим дә түгел ине. Яңы урынға оҙатылып килгәс оло йәштәге ауырыу ҡәйнәһен икәүләшеп баҡтылар. Йоҡлар урындары сымылдыҡ менән бүленгән, тәғәмләнер ерҙәре урындыҡ менән генә сикләнгән тар өйҙә көн итһәләр ҙә ҡыҫынҡылыҡты тоймай татыу, берҙәм йәшәнеләр. Риза булып, фатихаһын биреп китте ҡәйнәһе. Бергә йәшәй башлағас Нурбикә иренең күп кенә яҡшы сифаттарын асты: тырыш, эшһөйәр, тағы кәйефе килгәндә баҫалҡы ғына тауыш менән моңло итеп йырлай ҙа ине. Ул йырлағанда Нурбикәнең йәненә илаһи моң эркелә торғайны. Хәлбүки, ауыҙ күтәреп йыр йырларға хирес түгел ине ире, сөнки ҡара таңды киске эңергә ялғап көнө эштә үтте.
Таңатар тракторсылар курсын бөтөрөп ҡайтып тракторға ултырҙы, үҙе ауылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәгәнлектән районда курстар асҡайнылар, шунда уҡып медпунктта акушер эшендә йөрөнө. Медпункта яңғыҙы эшләгәнлектән килгән ауырыуҙарҙы ҡабул итә, дауаһын тәғәйенләй, уколын ҡаҙай, төн етһә, саҡырыуҙарға сығып китә. Бер һүҙ менән әйткәндә ике ҡулына ҡырҡмаһа ҡырҡ эш. Ҡайһы берәүҙәр юғарыраҡ уҡыу йортонда белем алһалар ҙа эштең асылын, нәғезен белеп еткермәйҙәр, ә Нурбикәгә был һөнәр Алла тарафынан тәғәйенләнгәйне, инселәнгәйне, шуға уның ҡарамағындағы күрше ауылдар ғына түгел, яҡын-тирәләгеләр ҙә көн тимәй, төн тимәй ярҙам һорап килеп етер булдылар. Ел-ямғыр, буран тимәй, йәйен батҡаҡҡа батып, ҡышын бил быуарынан көрт йырып халыҡты хеҙмәтләндерҙе шулай, ылауға ултырыуынан күберәк йәйәү йөрөнө. Икеһенең дә шөғөлдәре изге ине: ире ер һөрҙө, сәсте, урҙы, ҡышын колхоз малына ҡырҙан бесән ташыны, ә ул көн әйләнәһенә ауырыуҙарға ярҙам күрһәтте, яҡты донъяға балалар ҡабул итте. Тормошонан ҡәнәғәт Таңатары: «Йәшәүемдең нуры – һин, Нурбикәм!» тип ҡабатлай торғайны йыш ҡына. Ҡырғындан һуң тыуым арта, ул йылдарҙа ла тап шулай булды. Район үҙәге йыраҡ булғанлыҡтан төп ауырлыҡ уның иңенә төшә. Бәпес ҡабул итеүгә белеп тотонған, шөғөлөнә сымры, ҡулы еңел кендекәйҙе күпме өйҙәр дүрт күҙ менән көттө заманында. Башҡаларҙы бәпес ҡабул итеп ҡыуандырһа ла, шул ҡот үҙҙәренә йоҡманы нишләптер. Ул ғәйепте үҙенән эҙләне, сөнки һуғыш сыҡҡан йылы бөйөрөнә һалҡын алдырып оҙаҡ ҡына район дауаханаһында ятып та алғайны, Таңатары түлһеҙлектәрен үҙенә япһарҙы шикелле. Тик бер ваҡытта ла был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып, йөҙ йыртып тәмһеҙләшмәнеләр, китек көнитмештәрен бөтөн итергә тырышып, яттарға һыр бирмәй йәшәнеләр шулай. Нисек кенә булмаһын барған ерендә нурлы йылмайыуын, йәнә танһыҡ бала ауазын ҡалдырып сығып, эш дәүерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғаиләләрҙе ҡыуандырҙы. Ҡыуандырҙы ғынамы? Бер ваҡиға, серле лә, шауҡымлы ла төнгө ваҡиға, онотолмаҫлыҡ булып аңына уйылды.
Етмешенсе йылдар уртаһы ине булһа кәрәк, эйе, эйе, теге, бар донъяны киптереп, көйҙөрөп ҡоролоҡтан әлһерәткән йәйҙе алмаштырып, һуңлап яуған ямғырҙары менән йонсотоп килгән көҙ айы ине. Төн уртаһы ауышҡас сабырһыҙланып ишек һуҡтылар, бызмырлаңҡырап ҡуҙғалыуҙы көтөргә теләмәй тәҙрә быялаһын тыптырлаттылар. Ундай шаҡыуҙарға күнегеп бөткәнлектән кем килгәнен белешеп тормай асты. Тупһа ауыҙында ҡиммәтле күн куртка кейгән, ваҡ ямғырлы ыҙғыр һыуыҡта башындағы ҡуйы сәстәре маңлайына һылашҡан таныш түгел кешене күрҙе. Ят әҙәм усы менән биттәрендәге ямғыр тамсыларын һыпырҙы ла, әҙәпле иҫәнләшкәндән һуң, һөйләшергә теләүен әйтеп инергә рөхсәт һораны. Таңатары өйҙә булғанлыҡтан тегене шик-шөбһәһеҙ эскә үткәрҙе лә халатын кейеп ут яндырылған аш өйгә сыҡты, өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырып инеүсегә ҡаршыһынан урын тәҡдим итте.
Ир ҡарап тороуға илле йәштәр самаһында. Урта буйы, көрәшселәргә тартым ныҡ, беше кәүҙәһе, йомро баш ултырған көслө елкәһе тотош фиғеленә эске ышаныс, көс-ҡеүәт бирә, ҡуйы, бөҙрә сәстәрен, оҙонса биттәрен япҡан ҡупшы һаҡал-мыйыҡтарын сыбарлап ҡунған сал йөҙөнә олпатлыҡ, абруй өҫтәй төҫлө. Тура, яҫы ҡаштар аҫтына боҫҡан, көрәнһыу сливаға тартым күҙҙәр тыныс, ҡайһылыр кимәлдә моңһоу ҡарайҙар. Бөркөттөң ҡыу суҡышын хәтерләтеп бер яҡҡа кәксәйеңкерәгән ҡырлас танау ғына күрмәлеклегә иҫәпләнер йөҙҙө йәмһеҙләп урынһыҙ ҡалҡып сыҡҡан суйырташтай сосайған. «Һабан төрәнендәй йәмшәйгән бынау танау ҡайһылай мәрәкә!» Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы, күҙәтеүсәнлеге еңеп шулай уйланы.
Һынамсыл ҡарашты бар тип тә белмәгән төнгө ҡунаҡ һөҙөп ҡарап ауыл өйөн күҙҙән үткәрҙе лә өҫтәлгә терһәкләнеп башын артҡа ташланы. Ҡурылдайынан алып ҡолаҡ һыртына тиклем ялтасланған ҡалҡыу яра йөйө бермә-бер асыҡ күренде. «Әллә салып маташҡандар инде быны. Абау, ҡайһылай ҡурҡыныс!»
– Тыңлайым һеҙҙе! – Тулҡынланыуҙан тауышы ҡалтыранып сыҡты.
Ир көттөрә биреп үтенесен әйтте:
– Һеҙгә яҡын ҡаланан килдем. Ҡатыным кискә ҡарай бәпескә ауырып китте. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
– Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ? – Ғәжәпләнеп һораны.
– Быныһы әлеге мәлдә мөһим түгел, – тип ҡырт киҫте Һаҡалтай. – Һөнәрегеҙ акушеркамы?
– Эйе, акушерка. Тик һеҙ бит сит өлкәгә ҡараған ҡаланан килгәнһегеҙ. Унда бала табыу йорттары берәү генә түгел, хеҙмәтләндереү кимәле лә ауылдыҡына ҡарағанда күпкә юғары.
Теге тағы ҡәтғи бүлдерҙе:
– Быныһы ла мөһим түгел. Әгәр акушерка икәнһегеҙ, ҡатыныма бала табырға ярҙамлашырға бурыслыһығыҙ. – Ауыр күҙ ҡабаҡтарын яҙып ебәргән слива күҙҙәр осҡон сәсеп баҙлап киттеләр, яндырайланыуҙандыр йәмшек танау кәксәйгән яғына тартыла биреп ҡуйҙы.
Сая ҡылыҡлы Нурбикә лә ебеп ҡалғандарҙан түгел:
– Мин үҙемә беркетелгән ауылдарҙа эшләргә бурыслымын, шуның өсөн эш хаҡы түләйҙәр. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең был мөрәжәғәтте яңылышлыҡ тип ҡабул итәйек. Хушығыҙ. Төпкө яҡта ирем йоҡлай… – Ҡурҡыуҙан бигерәк был сәйер һөйләшеүҙән, бәйләнсек тәҡдимдән тиҙерәк ҡотолорға теләй ине ул.
Ир тамсы ла ҡылъяйманы, иҫе лә китмәне, күңелһеҙ йылмайып, һаҡал-мыйығын, теге салынған яра йөйөн һыпырып ҡуйҙы бары, шунан тиҙ китергә йыйынмауын белгертергә теләгәндәй куртка төймәләрен ысҡындырып, пинжәге кеҫәһенән тәсбих сығарҙы ла, бармаҡтарында әүәләргә кереште. Төймәләргә эйәреп ауыҙын йыбырлатып биниһая ваҡыт ултырып ташланы, көрәктәй устары менән хуш ҡылғас ҡына дауам итте:
– Ирегеҙҙе әйтәм, йоҡлаһын, төн бит выждандары таҙа кешеләр өсөн ял итеү, минең һымаҡтар өсөн уйланыу, өҙгөләнеү мәле. Ҡурҡмағыҙ, баҫҡынсы ла, юлбаҫар ҙа түгелмен, һеҙгә зыяным теймәҫ, бары әле әйткән үтенес менән генә килдем. Эйе, хаҡлыһығыҙ, был донъяла һеҙҙең ише кендек әбейҙәре лыҡа тулы, һәм шул иҫәптән мин йәшәгән ҡалала ла. Яҙмыш тигәнең бер килеп таныш түгел кешегә лә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Аллаһы Тәғәлә әле мине һеҙгә төбәп ебәрҙе, уның ҡөҙрәте киң һәм сикһеҙ. – Ыжғыр ел олоуын һағайып тыңлай биргәс һорап ҡуйҙы. – Көҙгө елдең әлеге мәлдә бына ошолай иҫерен алдан фаразлай алыр инегеҙме? Мин дә кисәге көн һеҙҙең ҡаршыла ултырырымды күҙ алдына ла килтермәнем. Бына нисек!
Тороп ике бүлмә араһындағы ишек ауыҙына барып баҫырға өлгөргән Нурбикә кире урынына килеп ултырырға мәжбүр булды. Ҡырыҫ ҡарап төрпө башланы:
– Исем-атығыҙҙы белмәйем…
– Һәм белергә тырышмағыҙ ҙа!
– Әйттем дә. Ҡабатлайым: минән ҡурҡыу урынһыҙ. Хәҙер ҡалаға барабыҙ ҙа коттеджда ҡалған ҡатыныма бала табырға ярҙамлашаһығыҙ. Бары шул ғына. Бынан беҙгә тиклем бер сәғәтлек юл, бөтәһе лә ыңғай тамамланһа, шундуҡ килтереп тә ҡуйырмын. Тик бер шарт – был хаҡта бер кем дә белмәһен!
Башҡаларҙың фекерен аҙағынаса тыңларға күнекмәгәндер был үҙһүҙле ир, үсеккәндәй ҡулын һелтәп бүлдерҙе:
– Әгәр һеҙ әйткән ергә барырға теләмәһәм? Мин дә ҡабатлайым, үҙ участкам өсөн генә яуаплымын, тағы әллә ниндәй шикле саҡырыу артынан төн уртаһында сығып китә алмайым. Ҡалала йөрөгән арала, үҙемдекеләрҙең саҡырыу ихтималлығы ла бар бит әле.
– Барырға, мин әйткән тәҡдимгә ризалашырға тура килер. Ҡөҙрәтем киң, ҡулымдан күп нәмә килә, тағы һине юҡҡа ғына һайламаным…
– Ярҙамыңды күрһәт тә тыныс ҡына йәшәй бир, һиңә зыян итмәҫтәр. Тик зинһар быны янау, тип ҡабул итмә, һәм мине һуңғы сиккә этәрмә… – Күптәнге танышылай күреп «һин»дән һалдырҙы ла эргәһенә ҡуйылған портфелдән бер төргәк аҡса сығарып өҫтәл ҡырына һалды. – Быныһы әжерҙең тәүге өлөшө.
Эш хаҡынан юғарыраҡ аҡсаны күреп өйрәнмәгәнлектән күҙҙәре түңәрәкләнде. Уның хәл-торошон аңғарып өлгөргән Һаҡалтай элә һалып алды:
– Мин етеш, һеҙҙең бейеклектән ҡарағанда бай көн итәм, тик ҡәнәғәтләнеү килтермәгән байлыҡ, хәжәтһеҙ ҡағыҙ хисабындағы аҡса бер кемде лә бәхетле итә алмай. Кеше был донъяға яланаяҡ тыуа, һәм яланаяҡ китеп тә бара. Әҙәм балаһы ана шул ябай хәҡиҡәтте аңларға ғына теләмәй. – Юғарынан ҡарап аҡсаға ымланы. – Быны хеҙмәтегеҙгә бүләк итеп ҡабул итегеҙ.
– Ошоға саҡлы халыҡҡа күрһәткән изге хеҙмәтегеҙгә. Һеҙҙе бит эш дәүерегеҙҙә хәйерсе тиндәре генә түләп алдаштырҙылар, байрамдарҙа маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп әүрәттеләр, бәлки түшегеҙгә значок та ҡаҙағандарҙыр әле? Шул тиндәр менән саҡ осто осҡа ялғанығыҙ, ә матди яҡтан нығытылмаған ҡағыҙҙарҙың, тимер-томорҙоң кемгә хәжәте бар? Йә, яуап бирегеҙ, мин бит хаҡлы! Маҡтаулы хеҙмәт һәм сифатлы эш һәр ваҡытта ла йомарт түләнергә тейеш.
– Аҡсағыҙҙы хәҙер үк алығыҙ һәм…
– Һәм юлға йыйынайыҡ. – Һаҡалтай урынынан торҙо. – Ярай, мәйелегеҙ, был бүләкте һуңынан да тапшырырға форсат сығыр. – Төргәкте усында һәлмәк һелкетте. – Быны ысынында һеҙгә тәғәйенләп алып килдем. Бәлки алырһығыҙ? Хатта былай ғына ла ҡалдыра алам. Саҙаҡа итеп.
– Яңылышаһығыҙ, беҙ бөтәбеҙ ҙә хәйерсе был донъяла: кемгәлер аҡса етмәй, кемдер бер һыныҡ икмәккә мохтаж, байлыҡтары ашып-ташҡандар ғәҙәттә тыныс йәшәү һәм әҙәмсә мөнәсәбәт көҫәй. Теләмәйһегеҙ икән, сараһыҙламайым. – Аҡсаны портфеленә һалды.
– Барырға теләмәйем, тинем бит!
– Барырһың. – Һаҡалтай һаман үҙенекен тыҡыны. – Ҡатыным тәүгә бәпәйләй. Һин бит уның үлемен теләмәйһең, шулай бит? Тағы медицина хеҙмәткәре теләһә кемгә, теләһә ҡайһы ерҙә ярҙам итергә бурыслы. Гиппократ антын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ ҙә, ҡуҙғалайыҡ. Тышта машинала көтәм.
Сәйер һәм серле һөйләшеүҙән аңҡы-тиңке булған Нурбикә төпкө яҡҡа үтеп юлға йыйынып кейенде лә, тиҙ ярҙам сумаҙанын ҡулына алғас, иҫ белмәй тәгәрәп йоҡлаған ирен һелкетте:
– Ауырыу янына саҡырҙылар, мине юғалтма.
– Ҡайҙа тинең? – Көнө буйы тракторы кабинаһынан сыҡмай арманһыҙ арып ҡайтҡан Таңатар йоҡоло күҙҙәрен аҡшайтты.
– Ауырып киткән берәү, шунда барам.
– Ҡаланан килгәндәр, тим.
Йоҡоһона иҫергән ире ирендәрен сәпелдәтеп тамшанып ҡына ҡуйҙы:
– Э-э-э, ярай, түлке оҙаҡлама.
Сығып ҡапҡа ауыҙында көткән «Волга»ның арт яғына инеп ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр. Һаҡалтай башҡаса һүҙ ялғаманы, ауыҙына һыу уртлаған да фаралар һәрмәп яҡтыртҡан юлға тишерҙәй итеп төбәлгән. Бер сәғәт тирәһенән алыҫта уттары балҡыған ҡала күренде, мәгәр машина тау битләүен балҡытҡан нурҙарға сумырға теләмәне, йылға аша һалынған күпергә етәрәк һулға ҡайырылып тигеҙ рәттәргә теҙелгән коттедждарҙы теүәлләп китте лә шуларҙың ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлыһының тимер ҡапҡаһына килеп төртөлөп туҡтаны. Ниһайәт Һаҡалтайҙың ҡыҫылған дүрткел эйәге яҙылды:
Улар машинанан сығыуға ҡапҡа ауыҙында йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа сибек кәүҙәле үҫмер күренде. Ул йүгерә-атлай яҡынланы.
– Тынысмы? – тип һораны Һаҡалтай.
– Тыныс, тип… хужабикә… Ҡапҡаны асайыммы?
– Юҡ. Әйҙәгеҙ. – Һуңғы әйтелгәндәр уға төбәлгәйне.
Коттедждың беренсе ҡатындағы зал эсе зауыҡ менән йыһазландырылғайны: иҙәндә йомшаҡ келәм, түшәмдә тоноҡ янған, әммә бәлләүерен әллә нисә төҫтә балҡытып йылҡылдаған затлы люстра, ҡаршыла йомшаҡ мөйөш, ян-яҡта ҡыҙыл ағастан эшләнгән, эсенә ҡиммәтле вазалар урынлаштырылған шкафтар. Бөтә нәмә урынында, артыҡлыҡ, йә етешмәгәнлек күҙгә ташланмай. «Ә, аңлашылды, бына ни өсөн бая Һаҡалтай уларҙың өй эсен түбәнһетеп күҙәткән икән…» Бындай бай торлаҡҡа тәү тапҡыр ингәнлектән юғалыңҡырап ҡалып туҡталғайны йорт хужаһы икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫҡысҡа ымланы:
– Ҡатыным унда, әммә эшкә тотонорҙан алда һеҙҙең менән ҡайһы бер нәмәләр хаҡында һөйләшеп алаһы бар, кабинетыма рәхим итегеҙ. – Кимәленә шартын тап килтереп был еңел генә «һеҙ»гә күсте.
Стена ҡырлауындағы кәштәләренә ҡалын китаптар теҙелгән, уртаға өҫтәл, уны тирәләп йомшаҡ ҡәнәфиҙәр ҡуйылған бүлмәгә алып инде. Урынына һеңеп ҡайҡайғас бер быуа һынап текәлде:
– Бына күрҙегеҙ, – ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе, – һеҙ уйлағансы ҡурҡыныс кеше түгелмен, әҙәмсә көн итәм.
Сумаҙанын ҡайҙа ҡуйырға белмәй урынында тапанған Нурбикәгә урын тәҡдим итмәне хужа һәм ул ғына ла түгел уның барлығын онотҡандай сикәләрен ҡуш услап ойоп киткәндәй итте. Тегеһе сабырһыҙланып һорарға мәжбүр булды:
– Миңә эшемде башларғамы?
– Юҡ! – Шыбырлап тиерлек әйтелгән тауыш ҡырыҫ һәм ҡырҡыу яңғыраны. – Ҡабаланмағыҙ. Тыңлағыҙ башта. Ҡатыным минән егерме йәшкә йәшерәк. Хата ебәрҙем был тормошта, хата… – Ошо ергә еткәс бирешкәндәй тештәрен шығырлатты. – Хис–тойғоларға алданып, аҡыл түгел йөрәк ҡушыуына буйһоноп фәхишәгә өйләндем. Йәнәһе лә гонаһһыҙ сәскәне бысраҡлыҡтан аралайым инде. Ә әшәкелек киреһенсә үҙемә килеп һылашты. Кейәүҙә була тороп ҡатыным минең өҫтән йөрөп уйнаш иткән, ауырға ҡалды. Был беҙҙең милләт өсөн ауыр гонаһ ҡына түгел, ирҙе һанламау, уның юғарылығын түбәнһетеү ҙә. Элегерәк ундай һеперткеләрҙе башҡалар фәһем алһын өсөн урам буйлатып йөрөтөп, һуңынан таш менән бәргесләп үлтергәндәр. Йәл, элекке заман түгел. Ҡыҫҡаһы, хәҙер төп бурысығыҙҙы еренә еткереп башҡараһығыҙ, һәм бала… үле килеш тыуа!
– Ни… нимә тинегеҙ? – Көтөлмәгән бойороҡто аңламағандай тотлоғоп ҡалды.
– Һеҙ яңылыш ишетмәнегеҙ, бала үле тыуырға тейеш. Ҡурҡмағыҙ, ҡалғаны минең эш, кәрәкле, аҡларлыҡ документтар юллауҙы яйлармын. Әйттем бит, был бала уйнаштан яралған зат.
Тамам шаңҡыны Нурбикә, төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡҡандай ҡулындағы сумаҙанын һаҡ ҡына иҙәнгә ҡуйҙы ла быуынһыҙланып эргәһендәге ҡәнәфигә һаҡты.
– Мин… мин… кешене үлтерә алмайым! Был… был… мөмкин түгел!
– Уйнаштан яралған зат үҙен кешегә иҫәпләй алмай.
– Донъяға тыуһа, тимәк, ул кешегә әүереләсәк… – Көтөлмәгән бәләгә тарыуын асыҡларға теләгәндәй ҡабатланы. – Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ?
– Эй, бер ҡатлы йән, әйттем бер тапҡыр, осраҡлы ел алып барҙы мине һеҙгә. Йә, ризамы, ошо эште еренә еткереп атҡарһаң, ҡарт көнөңә ҡәҙәр мохтажһыҙ йәшәрһең. Үлтереүгә килгәндә, муйынын быуып тонсоҡтор, тимәйем дә баһа, тап яйын, һәм бөттө китте, һеҙ бит медицина хеҙмәткәре!
– Ҡатынығыҙ алдында гонаһҡа бата алмайым…
– Өндәшмә ары. Беҙ, мосолмандар өсөн ҡатын – ирҙең күләгәһе генә! Бер ҡатлы йән шул күләгәмде яраттым, уға ышандым… Ир булараҡ иң әүәл уйнашсыны үлтерергә тейешмен дә бит, ҡулым бармай. Зөләйхәһеҙ нисек йәшәрмен… һәм һатлыҡ йән менән ары нисек көн итермен, эш бына нимәлә. Ә теге, мине мәсхәрәгә ҡалдырған ир йораты язаһын алды, тулыһы менән алды. Үлтермәнем уны, ирлек сифаттарынан ғына яҙҙырҙым. Әйҙә бестерелгән үгеҙ фиғелендә ыҙаланһын ғүмере буйы. – Һаҡалтай бер аҙға ғына тынып ҡалды ла яралы йыртҡыстай ыңғырашты… – Донъялағы иң ҡиммәт нәмә – тоғролоҡ, ул аҡсаға һатылмай!
– Бая Гиппократ анты тураһында әйттегеҙ, эйе, бирҙек беҙ уны. Һәр медицина хеҙмәткәренең иң беренсе бурысы – ауырыуҙы үлтереү түгел, уға ярҙам ҡулын һуҙыу, ғазаптарын еңеләйтеү. – Миһырбанлыҡҡа, шәфҡәтлелеккә ҡайтарырға теләп өҫтәне. – Һеҙ бит дини кеше!
– Эйе, дини! Изге китапта ла теләһә ниндәй гонаһ, көфөр Аллаһы Тәғәлә тарафынан язаһын аласаҡ, тип яҙылған.
Был мәлдә Нурбикә лә иҫен йыйып өлгөргәйне. Урынынан торҙо, күлдәк итәктәрен тартыштырҙы:
– Төнгө ел һеҙҙе яңылыш килтергән, мин һеҙҙең йомошто үтәр кеше түгелмен. Хәҙер үк кире илтеп ҡуйығыҙ!
– Килешә алманыҡ әләйгәс?
– Мәйелегеҙ… – Һаҡалтай урынынан ҡалҡты.
– Һеҙ… һеҙ… минән үс аласаҡһығыҙмы? – Баштағы янауҙы онота алмай һораны.
– Ҡулымдан күп нәмә килә тинем түгелме? – Һаҡалтай һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы.
Шул мәлдә залда улай-былай йүгереп үткән аяҡ тауыштары ишетелде, береһе кабинет ишегенә яҡынланы. Ҡабалан шаҡынылар. Һаҡалтай һиҫкәнеп китһә лә, ығы-зығының сәбәбен төшөнөп алды шикелле, һыртын ҡуйҙы.
Урта йәштәрҙәге ҡатын күренде. Йөҙө борсоулы.
«Тапҡан бит хеҙмәтсене лә. Торғаны шәүлә, күләгә…» тип уйлап ҡуйҙы Нурбикә.
– Ниңә рөхсәтһеҙ индегеҙ? – Ҡапыл ҡайырылған хужа ҡаштарын төйөп асыулы екерҙе. Баяғы ише кәкес танау тартыша биреп ҡуйҙы. – Күрмәйһеңме, миндә бит ҡунаҡ бар!
– Хужабикәнең, ҡатынығыҙҙың хәле ҡырҡа насарланды. – Баҙнатһыҙ яуап ишетелде.
– Насарланһа, бында минең ни ҡыҫылыш, бала табыу йортона алып барығыҙ, икенсе машина гаражда тора.
– Мөмкин түгел, толҡаттың һыуы китте. Акушерканы бында саҡыртайыҡ. Зинһар…
Ҡатын тауыш-тынһыҙ ғына баҫырға тырышып ишек артында юғалғас Һаҡалтай тишерҙәй итеп Нурбикәгә төбәлде.
– Мин барыбер һеҙ әйткәнде эшләмәйәсәкмен! – Нурбикә баҫҡан урынынан ҡымшанманы.
– Бар, туранан-тура бурыстарығыҙҙы башҡарығыҙ. Шуның өсөн алып килдем бит!
– Баланы ҡабул ғына итәм…
– Ни сәбәптән юлыҡтым әле һеҙгә?! Теләһәгеҙ ни ҡылығыҙ, тик мине тыныслыҡта ҡалдырығыҙ берүк! Үтенәм… – Һаҡалтай ярһыған үгеҙҙәй үкерҙе лә арты менән боролоп ике ҡолағын томаланы.
Икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһендә йүгергеләгән теге хеҙмәтсе-күләгә кәрәк-яраҡты әҙерләп бөткәйне. Ул инеп күп тә тормай тулғаҡ ғазабынан ҡара тиргә төшөп тырпырап ятҡан ҡатын ауырлыҡһыҙ бушанды.
Кендек бауын эшкәртеп киҫеп баланы ҡулына алды ла, арҡаһынан еңелсә генә ҡаҡҡылағайны теге нәҙек тауыш менән тызылдап та ебәрҙе. Тағы шуға иғтибар итте, баланың маңлай тапҡырының яртыһын һоро миң япҡайны.
Йәш ҡатын шул арала бәпкәһен ҡурсыған инә ҡаҙҙай бышылдай һалды:
– Баламды эргәмә һал, апай…
– Әҙерләнгән урын бар бит, бәлки шунда…
– Юҡ, юҡ, эргәмә һалығыҙ… һәм хушығыҙ. Рәхмәт һеҙгә… – Һылыу йөҙө аҡ ҡағыҙҙай ағарған, маңлайын бөрсөк-бөрсөк тир япҡан йәш ҡатын шулай тине лә арығандай ойоп китте, үҙе һаман йоҡо аралаш бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы. – Баламды эргәмә һалығыҙ… эргәмә… эргәмә…
Йыйынып сығыуға ҡулынан тәсбихен төшөрмәгән Һаҡалтай уны ишек төбөндә көтә ине. Алдан атлап барып һүҙһеҙ генә машина ишеген асып ултырырға ярҙамлашты. Ҡуҙғалып киттеләр. Юлда баяғылай һүҙ башлаусы булманы. Ауылға етеп, өйҙәре тапҡырына туҡталғас бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән һорау бирелде:
– Был ҡәһәрле заманда тағы ла бер иманһыҙ артты.
– Яңы тыуған бала гонаһһыҙ.
– Яңылышаһығыҙ. Гонаһ бер ваҡытта ла изгелек яралта алмай, бысраҡлыҡ әшәкелек ҡалдыра. Тимәк гонаһтан гонаһ яралды. – Сәстәрен бармаҡтарына аралап, рулгә терһәкләнеп өндәшмәй ултырҙы ла уның яғына боролдо. Был юлы арыған, талсыҡҡан ҡараш баштағылай ҡырыҫ та, тәкәббер ҙә, уҫал да түгел ине. – Хәҙер ҡайһы бер нәмәләргә асыҡлыҡ индерәйек. Һеҙҙе нисек эҙләп таптыммы? Ҡалала серемдең тиҙ асылыу ихтималлығын иҫәпкә алып акушерканы тирә-йүн ауылдарҙан эҙләргә керештем. Ә ауылығыҙ беҙгә иң яҡын ятҡандарҙың береһе. Беренсе өйгә туҡталып һеҙҙең турала белештем: бик тә маҡтанылар, оҫта, тәжрибәле икәнлегегеҙ хаҡында әйттеләр.
– Аңлашылды. – Нурбикә урынынан ҡуҙғалырға итте.
– Әйтеп бөтөрмәнем әле. – Һаҡалтай туҡтатты. – Башта ҡурҡытырға маташыуым өсөн кисерегеҙ, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан үс алыу ғәҙәте юҡ. Һеҙгә теймәҫтәр. Тураһын әйтәм, миңә оҡшанығыҙ: аҡса, тип иҫегеҙ китеп бармай, ғәҙел йәшәргә тырышаһығыҙ. Ҡыйыуһығыҙ, хатта өҫтәр инем, саманан тыш ҡыйыуһығыҙ. Ундай ҡатын ире өсөн хазина, бүләк. Тағы үҙ бәләмде нишләп һеҙҙең өҫкә һалырға тейешмен әле? Тыныс ҡына йәшәгеҙ. Сумаҙанығыҙҙы бирегеҙ әле?
– Бирегеҙ, бирегеҙ. – Кеҫәһенән аҡса алып иҫәпләп тормай ғына шунда һалды. – Быныһы һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн. Бәхәсләшмәй генә алығыҙ. Шулай кәрәк.
Машинанан сығыр мәлдә артынан кинәйәле иҫкәртеү ишетте:
– Һаубуллашайыҡ. Имен йәшәгеҙ. Тик бер генә нәмәне иҫегеҙҙән сығармағыҙ, яҡты донъяға ҡабул иткән теге тыума, иманһыҙ зат менән ары осрашырға яҙмаһын. Ул һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ!
Нурбикә ҡарсыҡ уйҙарынан арынып ҡымғырлай биреп ҡуйҙы, ыңғайы бер уға ҡушылып иҫке ултырғыс ауыр шығырланы. Ҡолаҡ һалып тыңланды. Тышта иҫерек йәштәрҙең сит ил музыкаһын яман аҡыртып шул иләмһеҙ көйгә ҡушылып моңһоҙ буҙлауҙарын ишетте. «Ҡайҙа бара был замана тигәнең? Йәшәүҙән мәғәнә ҡасты, ул ҡиәмәт көнө алдынан ҡоторонған пәрей туйын хәтерләтә…» Уларҙың аҫтындағы ҡатта яңғыҙаҡ ҡатын менән еткән ҡыҙы йәшәйҙәр ине. Шул ҡатынға ниндәйҙер ир кеше килеп йөрөй торғайны. Бер нисә тапҡыр уларҙы ҡултыҡлашып китеп барғандарында ла осратты. Яңыраҡ шул ҡатындың ҡыҙы әлеге ирҙән ауырға ҡалыуы асыҡланды. Ғәрлегенән теге ҡатын фатирын ташлап ҡайҙалыр сығып олаҡты, хәҙер теге ҡыҙ был ирҙе хәләл яртыһылай күреп ҡултыҡлап урамда йөрөй. «Ата – улын, әсә ҡыҙын танымаған ләғнәтле көндәр килде… » Бүлмә һалҡынлығы тәненә үтте әллә, ҡалтыранып ҡуйҙы, ултырғыс артынан алып яурынына дебет шәлен һалды. Кәфенлекте ҡайырып Таңатарының тартыла төшкән йөҙөнә төбәлде, уны ла йылытырға теләгәндәй һалҡын маңлайға усын баҫты. Был юлы ҡулын тартып алырға ашыҡманы. Ошоға саҡлы сырхап киткән мәлдәрендә ҡартының йылы усын маңлайында тойһа, ауырыуы һыпырып алғандай юҡҡа сыға торғайны. Бында килгәс һуңғы тапҡыр дауаханала ятҡанында Таңатары шыраулы усын уның маңлайына һалды ла былай тине: «Беҙ барыбер бәхетле кешеләр, ҡарсыҡ, сөнки – икәүбеҙ, ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙгә таяныс-терәкбеҙ. Һине дауалаған табип һөйләп торҙо, күрше, ирҙәр палатаһында бына айға яҡын бер ҡарт үлемен көтөп ята икән, туғандары, яҡындары тарафынан ташланған, онотолған әҙәм. Ваҡытында бик бай ҙа булған икән, хәҙер торлаҡһыҙ ҡалған, бында ҡарттар йортонан килтергәндәр үҙен». Таңатар ҡайтып киткәс коридорға сыҡҡайны, теге ишеге ярым асыҡ күрше палатанан тамаҡ төбөнән ғырылдап сыҡҡан үтенеү ишетте: «Алла хаҡы өсөн һыу бирегеҙ, һыу, ауыҙым кипте, янам, һыу…» Аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре шунда тарттылар. Карауаттары ике рәткә теҙелгән дүрт кешелек палатаның тәҙрә төбөндәгеһендә ятҡан яңғыҙ ауырыу саҡыра икән. Палата эсенә оло ярау һәм әсе һыҡра еҫе тулған, тын алыуы ауыр. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған тире лә һөйәк, һаҡал-мыйыҡ япҡан күрмәлекһеҙ йөҙ яҫтыҡ өҫтөндә ҡалҡып күренә, ә одеялға төрөлгән кәүҙә түшәгенә һеңгәндәй бөтөнләй беленмәй, әйтерһең унда кеше фиғелендәге көңгөрт шәүлә ята. Ҡыйыуһыҙ ҡыймылдап карауат эргәһенә килде лә өҫтәлдәге графиндан стаканға әҙерәк һыу сайпылтып ауырыуҙың ауыҙына яҡынлатты. Теге яртыһы ирендәре ситенән һарҡырға өлгөргән һыуҙың ауыҙына эләккәнен ғурҡылдатып йотто ла хәлһеҙ шыбырланы: «Рәхмәт һиңә, изге күңелле кеше…» Ул тағы ла бер тапҡыр ауырыуға һирпелде… һәм ҡырлас, бер яҡҡа йәмшегерәк танауға, муйындағы яра йөйөнә ҡарап сырамытты, ул теге Һаҡалтай ине. Әле бик күп йылдар элек шул төнгө мосафирҙың әйткән иҫкәртеүе ҡолағында бермә-бер асыҡ яңғырағандай итте: «Яҡты донъяға ҡабул иткән иманһыҙ затығыҙ менән ҡабаттан осрашырға яҙмаһын, ул һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ!» Яңылышты Һаҡалтай, ошоға саҡлы, ауылда йәшәгәнендә кендеген киҫеп яҡты донъяға ҡабул иткән балаларынан тик игелек кенә күрҙе, улар ауыҙынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетте, йәнә теге төндә тыуған баланы бөгөн осратһа танымаҫ та ине. Бишектәге бала бит бишкә төрләнә, утыҙ биш йыл элек бер тапҡыр ғына ҡараш атҡан йөҙ ҡайһылайтып хәтерендә ҡалһын ти. Улай тиһәң… Ҡаршы яҡ урамда аҙыҡ-түлек һатҡан оло супермаркет асып ебәрҙеләр, көндәлеген ҙур машиналарға тултырып тейәп ҡайҙандыр килтереп өлгөртөп кенә торалар. Бындай һатыу нөктәләре ҡалала бер нисә урында булһа, ил буйынса бихисап икән. Шул көйгә, яйға һалынған эште ойоштороусы Мәскәүҙең үҙендә, әкиәттәгеләй бай йәшәй икән, тигән хәбәр ҙә ишетелде, урындағы магазиндар хужаһы ла моғайын да ярлы кеше түгелдер. Хәйер, байлыҡтың кимәлен кем билдәләгән тиһең, әҙәм балаһы яҙғанына ҡәнәғәтләнә белмәй, гелән булдырғанына өҫтәгеһе килә, ҡомһоҙлоҡтоң сиге юҡ. Үткәндә уйламағанда осратты шул, ҡалалағы магазиндар хужаһын. Икмәккә, тип сыҡҡайны, магазин ауыҙына ҡара төҫтәге хәтәр шәп машина килеп туҡтаны ла унан сыҡҡан текә түрә эргәһенә өлтөрәп, йүгерә-атлай килеп еткән ярҙамсыһын һуңғы һүҙҙәр менән тиргәргә тотондо, ни эшләп супермаркеттың тирә-яғын йәмһеҙләп, аҡса теләнселәп бомждар теҙелгән, фәлән дә фәсмәтән. Ҡуйырҙан ҡуймай лауылданы ла һуңғы сиктә тупһаға баҫып ҡулдарын болғап аҡырҙы: «Икенсе килгәнемдә майҙансыҡты тере сүп-сарҙарҙан таҙартмаһаң, үҙең асарбаҡҡа әүерелеп, ошонда хәйер теләнселәп ултырасаҡһың!» Шулай тине лә ҡара күҙлеген һалып ситтәрәк торған уға ҡараны. Ул да иғтибарын йәлеп итте: пеләшләнә төшкән сөрәкә баштың текә маңлай өлөшө ҡойо һылағандай һоро миң менән ҡапланғайны. Тертләй биреп ҡуйҙы ла ҡарашын асфальтҡа төшөрөп ҡайтыу яҡҡа тәнтерәкләне. Мейеһен икеләнеүле уй телеп үтте: «Әллә теге малай булдымы был?» Хәйер, миңле баштар бөткән тиһеңме был донъяла, ана, ҡеүәтле дәүләтте яҙғы боҙҙай ватып ҡырҡҡа тарҡатҡан хужаның башы ла мөһөрлө ине лә баһа. Шулай уйлап үҙ-үҙен тынысландырҙы…
Иртәнсәк ҡорғанды тартып тәҙрә аша тышҡа күҙ атты: өй ҡыйыҡтарын, ҡаршылағы балалар майҙансығын, төнгөлөккә ҡалдырылған машиналарҙың башын, тротуарҙы мамыҡтай ап-аҡ ҡар япҡайны. Бар тирә-яҡ пакланып, сафланып киткәндәй. Күңелен яҡты уй йыбырлатты: «Таңатары изге күңелле, ярҙамсыл кеше ине, ана бит, Хоҙай Тәғәлә уға аҡ кәфенен әҙерләп тә ҡуйған…» Аш бүлмәһенә үтеп газ плитаһында сәйнүген ҡайнатып алды, ашағыһы килмәһә лә шулай тейеш булғанлыҡтан өҫтәленә ризығын теҙҙе. Уңарсы ишекте дөбөрләттеләр, һиҙемләүенсә үксә менән типтеләр шикелле. Инеүсе икәү рөхсәт тә һорап тормай арҡыры баҫып төп яҡҡа үттеләр. Ҡураныс кәүҙәле, өтөрөй сәсле, өркәк ҡарашлы йәшерәге кәфенгә төрөлгән һынды шәйләгәс тә шымтайып залдың мөйөшөнә тартылды, ҡулын ҡаушырып арҡыры баҫҡан өлкәнерәге ҡылъяймай ҙа битараф ҡиәфәттә мәғәнәһеҙ һорауын ҡатты:
– Ваш покойник к транспортировке готов?
– Әйткәнеңде аңлап етеңкерәмәнем бит әле, балам.
Аң әҫәре сағылмаған упайған күҙҙәрен секрәйткән мәнеһеҙ әҙәм, аҫтары сейләнгән осло танауын ыуып, ҡутырлы ирендәрен ҡул һырты менән һыпырғандан һуң, әйткәненә аныҡлыҡ индерергә теләп, әсе сыйылданы:
– Мәйетте ерләргә өлгөрттөңмө, ҡортҡа?
– Әҙер, тип хәлемдән килгәнсе тәрбиәләнем инде…
– Беҙ ҙә ҡара таңдан һинең проблемаң артынан йөрөйбөҙ. Администрация позвонила коммунальщикам, они – нам, короче, эт эткә, эт ҡойроҡҡа инде. Соҡор…
– Ҡәберҙер, – тип ҡабаланып төҙәтте Нурбикә.
– Какая разница, әйҙә һинеңсә итеп әйтәйек, сүмесле трактор табыуға, ҡәбер ҡаҙҙыртыуға әллә күпме аҡса китте, хәҙер бульдозерын хәстәрләнем. Так что, с тебя причитается кругленькая сумма. – Күҙ ҙә йоммай хаҡты бескән Өлкән шулай тине лә нәфсе ҡарашын залдың түренә эленгән орден-миҙалдар тағылған пинжәккә атты.
Нурбикәнең ғәме был мәлдә икенсе нәмәгә йүнәлгәнлектән ҡабаланып һорай һалды:
– Эттергес менән күмергә ирем емтек түгел дә инде.
– Бабуля, твоего старика можем похоронить как царя, были бы деньги. – Ҡаҡашып ҡатҡан болонья курткаһының замогын ысҡындырып ебәреп үрле-ҡырлы йөрөп алған һөмһөҙ ир, йүгерек һирпелеп ҡабаттан пинжәк яғына ҡарап алды.
– Әҙәмсә ерләйек инде, улым, – көнө ошондай әтрәгәләмдәргә ҡалһа ла әҙәпле үтенде, – ләхет таҡтаһын хәстәрләгеҙ, өҫтәп ерләүсе кешеләр табығыҙ.
– Айн момент! – Теремекләнгән Өлкән өҫтәл артына ултыра һалып, түш кеҫәһенән блокнот, авторучка сығарҙы ла иҫәпләргә керешеп китте. – Ярай, таҡтаны коммунальщиктарҙан алырбыҙ, улары ла бушлай түгел әлбиттә. Живые цветы, то есть, тере сәскәләр кәрәкме?
– Кәрәк. Ул сәскәләр яратты. Раузаларҙы алығыҙ.
– Вижу, бабуля, ты щедрая! – Маҡтап алды. – Күрәм, ирегеҙ ветеран, – пинжәк яғына баш ҡаҡты, – имею ввиду участник войны.
– Эйе, ябай һалдаттан әфисәргә тиклем үрләп, Мәскәү янынан Берлинғаса һуғыш юлын үткән кеше. Ауылыбыҙҙа, районда абруй, хөрмәт ҡаҙанған ветеран ине ул. Шуның өсөн бит ошо фатирҙы бүләк иттеләр.
Мөйөштәре дымланып күгәргән төҫһөҙ стеналар, рамдары сереп салшайған, быялалары ҡоршалып бөткән тәҙрәләр, ярыҡтары беленеп, баҫҡан һайын әсе шығырлаған иҙән һынамышлы күҙҙән үткәс кинәйәле һығымта яһалды:
– Слов нет, за свои заслуги старик получил сполна! Пенсияны ла министерский түләгәндәрҙер әле.
– Шәкәр-сәйгә еткәс шөкөр итеп йәшәнек.
– Вот видишь, как страна печется о своих героях. От гордости слезы наворачиваются в глазах. – Өлкән әрһеҙ ҡиәфәтен хәсрәтләндереп маташты ла эргәһендәге теге Ҡуранысҡа хужаларса йомошон ҡушты. – Ты че стоишь как припадочный, бар, ерләшергә брательниктарыңды эҙләп тап. Хаҡын после выполнения заказа сам скажу. – Тегеһе тыңлаусан малайҙай еңел баҫып сығып киткәс дауам итте. – Ҡартыңдың ҡәбере өҫтөндә залп бирҙереү военкоматтың компетенцияһы, уға тығыла алмайым. Әйткәндәй, бабайығыҙҙың үлеме хаҡында уларға хәбәр иттегеҙме?
– Похороны ветеранов обязаны организовать они. Зря этого не делали, да ладно, мы сами как-нибудь. – Башҡараһы мәшәҡәттәрен ҡағыҙға ары теҙҙе:
– Александров исемендәге армия оркестрын саҡыртыу ҙа ҡиммәткә төшөр, но местный духовой оркестр могу соорудить!
– Ну, чтоб чин чином было: классно, красиво, весело…
– Кеше ерләгәндә нимәгә ул шайтан туйы?
– Все молчу, ато по шею получу. Гроб кәрәкме?
– Беҙҙең халыҡта бит икенсерәк ерләйҙәр.
– Улайһа ҡайһылай итәбеҙ?
– Тигеҙ, матур итеп йышылған, ҡушарлатып ҡатылған таҡта табығыҙ.
– Булды! – Өлкән яҙғандарын хисапларға керешеп китте лә баҡыр күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып түңәрәкләгәнен әйтте.
– Ундай аҡсаны ҡайҙан табырмын икән?
– Әләйһә ниңә, лыбырлауҙарың менән бер сәғәт буйы башты ҡатыраһың, көн теге техникаға, йәғни бульдозерға ҡала!
– Үтенәм, эткес түгел, әҙәмсә ерләйек. Өйҙә күпме аҡса бар, шуны бирәм.
Нурбикә ҡарсыҡ йоҡо бүлмәһенә үтеп комодтағы йыуылған керҙәр араһынан ҡулъяулыҡ төргәген килтереп сығарып ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаны иҫәпләй башлағайны тулҡынланыуынан буталды ғына.
Артынан эйәреп сыҡҡан Өлкән аҡсаны тартып тиерлек алып ҡағыҙ һумдарҙы күҙ бәйләүсе ише ҡулдарында йүгертте:
– Деньги, бабуля, любят счет, притом точность. Миңә һеҙҙең аҡсағыҙ кәрәк, тиһеңме, ундайҙарҙан түгелмен, моя душа чиста как стеклышко! Тәк, бабуля, – иҫәпләгәс елкәһен тырнаған булды, – аҡсаң етеңкерәмәй бит, ярай, мин добрый кеше, үҙемдекен өҫтәрмен. – Ҡулындағын ҡабаланып түш кеҫәһенә йәшерҙе. – Будьте готовы, покойника будем выносить к обеду!
Төшкә ҡарай фатирға алам-һалам кейенгән бер нисәү килеп керҙе, ҡулдарында алдан хәстәрләп индерелгән, күгәненән һурып алынған ишек. Юғалып ҡалды: «Был, нимә?» «Һуң аяҡ-ҡулынан тотоп сығара алмайбыҙ ҙа инде, – тип ҡабаландырҙы тегеләр. – Һеҙҙән башҡа тағы ике урынды хеҙмәтләндерәһе бар». «Йүнлерәк нәмә табылманымы ни?» «Слушай, әбекәй, һинең менән церемониться итергә ваҡытыбыҙ юҡ тинек бит, ҡартыңды ерләргә теләйһеңме, әллә юҡмы?» Ары бәхәсләшеүҙән файҙаһыҙлығын төшөнгәнгә күрә башҡаса һүҙ көрәштермәне, ашыҡ-бошоҡ кейенә һалып тыш та быш килеп тар подъезд әйләнмәләрендә теге ишек йоратын уңға-һулға ҡайырып түбәнгә төшөүселәрҙең артынан эйәрҙе. Сәбәпһеҙ ҡурҡыуын еңә алмаған Ҡураныс ошо мәшәҡәттәрҙе ойошторорға тырышып егәрле ҡыланып унда-бында йүгергеләһә лә төп эшкә ҡағылманы, ә Өлкән юҡҡа сыҡҡайны. Тышта көткән «Белорусь»тың тимер арбаһына алып сыҡҡандарын утын тейәгәндәй ашыҡ-бошоҡ урынлаштырҙылар ҙа уны трактор кабинаһына ултыртып ҡуҙғалдылар.
Зыяратта уларҙы көтәләр ине инде. Биттәрен йөн баҫҡан, спорт кәпәсен күҙҙәренә тиклем батыра кейгәне трактор килеп туҡтау менән алама, куреге тишек хромкаһын ҡоласлап һуҙып ниндәйҙер иләмһеҙ көйҙө уйнап ебәрҙе, уға тере һөлдәгә тартым, ҡолға буйлы кәлберләк кәүҙәлеһе скрипкаһы менән ҡушылды, өсөнсөһө, пионер ойошмаһынан ҡалған барабанды муйынына элгәне таяҡтарҙы дәртле бейетеп дөңгөр ҡағырға тотондо. Нурбикә ҡәбер ситенә баҫты ла насар төш күреп һаташҡан кешеләй бәүелеп тик торҙо. Асарбаҡтар, тырышып, ихлас эшләне. Барыһы ла тамамланғас, Ҡураныс ҡайҙандыр өс бөртөк ҡәнәфер сәскәһе килтереп сығарып түмәләс өҫтөнә һалды, үҙе ғәйепле кешеләй мығырланы: «Почему-то сегодня розы не продают, ладно, потом принесем…» Нурбикә әҙерләп килтергән хәйерен өләште. Шуны ғына көткән төркөм йүгерә-атлай күҙҙән дә юғалды. Оҙаҡ торҙо баҫҡан урынында ҡатып, күҙ алдынан Таңатары менән йәшәлгән йылдар кинокадрҙар кеүек ағылды. Тағы ла ябалаҡлап ҡар яуырға тотондо ла түмәләсте аҡ ҡосағына алды. Ҡәнәферҙәр, уттай янған ҡәнәферҙәр шул аҡлыҡҡа күмелергә теләмәй тере ҡуҙҙай көйрәп яндылар ҙа яндылар…
« Нурбикәнең ҡолағына Таңатарының моңло йыры сағылғандай итте:
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә,
Юлаусынан ҡалған бер күмер…
Ҡар тағы ла көслөрәк итеп, көрәп яуырға тотондо. Йәйәүләп иҫкән ел көсәйә барып ер өҫтөндәге ыуыҙ ҡарҙы күккә олғаштырып ойоҫҡотто ла, ҡабаттан аҫҡа быраҡтырып күҙ асҡыһыҙ буран хасил итте. Шул ажғырған дауыл эсендә елберләгән аҡ шаршау эсенә йорттар, ағастар, фараларын яғып елгән машиналар, ҡырмыҫҡалай йыбырлап ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләр инеп буталды. Донъя буталды. Шул ғәрәсәттең көмбәҙен тәшкил иткән болоттар көтмәгәндә ҡап урталай ярылып араһынан ҡояш нуры ялтырап күренде. «Таңатарҙың керһеҙ яҡты йәне асманға ашты…»
Бер нисә көн үткәс, һуң ғына, ишек шаҡынылар. Подъезда теге, Таңатарҙы ерләгән көндә юғалған Өлкән тора ине.
– Ни кәрәк? – Килеүсене эскә үткәрергә теләмәй ишеккә арҡыры баҫты.
– Слушай, баб… инәй, һиндә ине бит әле йомош…
– Йомошоғоҙҙо үтәр кеше түгелмен. Аҡса һораһаң да бирә алмайым.
– Бирәсәгеңде әйтәһеңме, – әле генә һөмһөрө ҡойолоп торған Өлкән теремекләнеп ките. – Кәрәкмәй, улар хаҡында оноттом инде, списал их, так сказать.
– Һөйләшәһе һүҙебеҙ һинең ҡартың хаҡында. Батыр һуғышҡан бит ирегеҙ, юбилей миҙалдарын иҫәпкә алмағанда ғына ла хәрби орден-миҙалдары әллә күпме!
– Эйе, ҡурҡаҡтарҙан булманы.
– Эш шунда, шул наградалар кәрәкһеҙгә эленеп тора бит хәҙер.
Тегенең тел төбөн аңлап алды:
– Шулар артынан килдеңме?
– Улай уҡ түгел. Һатығыҙ миңә уларҙы. Һәр береһенең тәғәйен хаҡы бар. На ходу орден Боевого Красного Знамени, медаль «За отвагу». За эти награды можно сорвать большие деньги. Все по-честному, так сказать, по рыночной цене.
– Ордендарҙы ил һаҡлаған өсөн бирәләр, улар һатылмай.
– Ниндәй ил хаҡында һүҙ алып бараһың, бабуля! – Ошоғаса сөсө ҡыланған Өлкән әрһеҙләшә башланы. – Күрһәт миңә томандай таралған, юҡҡа сыҡҡан илде, ҡайҙа ул? Кисә бар ине, бөгөн юҡ!
– Һин баҫып торған ер ул тыуған ил!
– Мин баҫып торған ер башҡалар һанға һуҡмаған, иҫәпләшмәгән, теге емерелгән илдән ҡалып бөгөн хәйерсегә терәлгән бер ярсыҡ ҡына, бик беләһегеҙ килһә! Унда урланыры күптән урланып бөткән, таланыры таланған. Так что лови момент, яҡшы аҡса тәҡдим итәм!
– Бар, кит янымдан! – Нурбикә күҙҙәрендә хәтәр осҡондар уйнатты. – Ветерандарҙың намыҫын таларға юл ҡуймам! Мин яңғыҙ түгел! – Ышандырырға теләп һуңғы һүҙҙәренә баҫым яһаны.
– Дура, кому ты нужна?! Тебе подобные не только одни, но и жалки и ничтожны. Ты одна, одиношенька, запомни это, богом забытая старушка. Твоего старикашку, похоронили хоть по-человечески, тебя некому будет даже закопать, подохнешь как последняя сучка!.. – Өлкән ҡаты һүгенә-һүгенә, баҫҡыстарҙы аша-төшә баҫып төшөп китте.
Теге ваҡыт яңғыҙ түгелмен, тип шәптән һалдырһа ла Нурбикә япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Әйтерһең дә Таңатары үҙе менән донъяның нурын, йәшәүҙең мәғәнәһен алып китте. Фатир бөләңгертләнде, унан ҡот-бәрәкәт ҡасты, үҙе лә һиҙелдереп, күҙгә күренеп миктәне. Ошоға тиклем абайламаған да, тәҙрәләрҙән, фанера ишектән һалҡын үтәнән үтә бәрә икән дә баһа. Ул ғына ла түгел, баҡтаһы йолҡолоп яртылаш ҡойолған үшән аттай тыш яҡтан штукатуркаһы урын-урыны менән ҡубып төшкән стеналарҙағы ҡомға әүерелеп таралырға әҙер иҫке кирбестәр бына-бына ишелеп төшөр ҙә йорт емерелер төҫлө. «Әй, емерелһен дә, бөтә донъя ҡыйралһын, аҫты-өҫкә килһен, Таңатарһыҙ йәшәүҙән йәм дә, тәм дә ҡалманы…»
Хәҙер уның көнө бер төрлө башлана – иртәнсәк тора ла ҡала зыяратына барып Таңатарының хәлен белә. Ерләгәндән һуң ҡалған аҡсаға мәсеткә барып Таңатарының өсөн, етеһен уҡытып хәйер ҡалдырҙы, шунан тимер рәшәткә, аҡ мәрмәргә фотоһын йәбештереп ҡәбер ташы эшләткәйне, хәҙер иренең һуңғы төйәге, башҡа әрүахтарҙыҡынан кәм түгел, йыйнаҡлығы менән үҙенә саҡырып ҡаршы ала. Һалҡын тимергә эйәген терәп, аҡлыҡ эсенән мөләйем йылмайып ҡараған яҡынына төбәлә, уны тере килеш күргәндәй булып күңеленә йыуаныс таба. Зыяратҡа килеүенең тағы бер әтнәкәһе бар – Таңатарының эргәһенә ят берәүҙе ерләп ҡуймаһындар, тип, ҡурсып та йөрөүе, сөнки күҙҙәрен мәңгелеккә йомһа эргәһенә ҡушарлап ятасаҡ. Урынды Валентинаға күрһәтте, теләген еткерҙе. Уның уйы бойомға ашыр, ашмай ҡалмаҫ, хәҙер бит үлгәндәрҙе яңы зыяратҡа ерләй башланылар. Оҙаҡ тора бер урында ҡатып, йоҡа сепрәктән тегелгән итек кейгән аяҡтары сәңкей башлауын тойғас ҡына ҡайыр яҡҡа борола. Шәүләләй ҡыймылдап ҡала урамы буйлап атлай, уны күҙгә лә элмәйҙәр, әйтерһең ул донъяла юҡ, әйтерһең ул күҙгә күренмәҫ өрәк. Ҡайтып инә лә өҫтөндәге кейемен сисә, залға үтә, аяҡтарына йылы шипатайын ҡатып, телевизор тоҡандырып диванға ултыра ла экранға төбәлә. Телевизор был йортта донъя менән аралашыр, уны яңғыҙлыҡтан аралар берҙән-бер сығанаҡ. Башҡа эштәр менән шөғөлләнгән мәлдәрендә лә телевизорҙы һүндермәй: әйҙә фатирына йәм-ҡот бирһен. Мәгәр ниндәй генә йәм инде, әүәле яңылыҡтар сәсеү, урып-йыуыу, төҙөлөш хаҡында бара торғайны, хәҙер үлтереш, йә талау тураһындағы хәбәрҙән башлайҙар, ҡалған ваҡытта тауарҙарҙы маҡтаған бөтмәҫ рекламаларҙы әйләндерәләр, йә бай йәшәп, май кикергәндәрҙең йәшәйешен күрһәтеп эсте бошоралар. «Уның көнө ярты түтәрәм икмәк тә ҡоро һыуға ҡалды. Пенсияға тиклем дә егерме көндән ашыу ваҡыт бар әле, ә үтескә кемдән генә һораһын һуң, күршеһе Валентинаны тикшерелергә Өфө дауаханаһына ебәргәндәр икән. Телевизорҙан тыуған көн кисәһен үткәрергә саҡырып хәтәр шәп залды күрһәтергә тотондолар – әйтеп тораһы түгел, килештергәндәр, батшалар тәғәмләнер күрмәлекле мөйөш төҙөгәндәр. Ошо ерҙә кинәт зиһене нурланып киткәндәй итте: һуң иртәгә бит уның да, Таңатарының да тыуған көндәре! Улар бит икеһе лә бер көндә тыуған, тик айырма шунда ғына Таңатары унан биш йәшкә олораҡ ине. Ике тантананы бер көндә билдәләйҙәр, тантана тигәс тә олонан ҡупҡаны түгел, ғаилә өсөн хәстәрләнгән табын. Бер-беренә күрһәтмәй генә бүләк әҙерләнә, тик улар бер ваҡытта ла үҙгәрмәй: ул Таңатарына йылдың-йылы бәйләп йылы ойоҡбаш бүләк итә, ә ул уның яурындарына сәскәле яулыҡ яба. Бер иш бүләктәргә лә тәүге тапҡыр ҡабул иткәндәй ҡыуанып китәләр, ире ойоҡбашты кейеп алып таҡмаҡ әйтеп ебәрһә, икәүләп бейергә төшәләр. Өй эсе күңелле ауаздарға тула. Бик тә илһамланып-дәртләнеп китһә Таңатары йырлап та ала. Шунан ике кеше өсөн генә тәғәйенләнгән табынға етешәләр. Көн дә ашалған ризыҡ тимәй Таңатары етештерелгәнде маҡтарға тотоноп китә, ауыҙын тултырып ашай, ә ул ҡәнәғәт йылмайып, ҡулын эйәгенә терәп ирен күҙәтә…
Зиһенен ҡуҙғытҡан яңылыҡ уға тынғылыҡ бирмәне, тыуған көндәренә һыйлы өҫтәл әҙерләргә теләп аш бүлмәһенә үтте, һыуытҡысын асып ҡарап, өҫтәлгә күҙ йүгертеп ризығын теүәлләне: һыуытҡысында әҙерәк май, еләк ҡайнатмаһы, йәнә ярты банка һөт, өҫтәл өҫтөндә теге, бер аҙ ҡата төшкән түтәрәм икмәк ҡалған. Бар һый шунан ғибәрәт. Бының менән генә табын ҡорормон, тимә. Тағы ла берәй нәмә табылмаҫмы, тигәндәй әйләнгеләне лә кире урынына барып ултырҙы. Телевизорҙан ҡабатлап теге тыуған көн үткәреү табынын маҡтайҙар, өйрөлтөп йөрөп һығылып торған өҫтәлде күрһәтәләр. Эсе бошоп тороп китте лә ҡорғаны тартылмаған тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты. Ундағы сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән тимер һауытты аҡтарып ике асарбаҡ соҡона, ҡулдарындағы тимер ырғаҡҡа эләккән йүнле нәмә пакетҡа һалына. Бына ҡыҫҡа буйлы йыуантығы нимәнелер эләктерҙе, уны күреп ҡалған оҙон буйлыһы иптәшен этеп ебәреп бәхәсләшергә тотондолар. Теге, табылдыҡ хужаһы киҙәнеп һонторға тондорҙо, китте талаш, китте сыр-сыу. Ары нимә булғанын күрергә теләмәй ҡорғанды тартып стенаға барып һөйәлде. Был мәлдә телевизорҙан билдәле кәмитсенең яңы һалған йортон күрһәтә башланылар. Ике ҡатлы ҡыҙыл кирбестән һалынған коттедж боронғо байҙарҙың бейек диуарын хәтерләтә, йәнәһе лә теге кәмитсе төҙөрҙән алда ошо һарайҙы төшөндә күргән! «Төш күреү менән генә аҡсаң булмаһа төҙөрһөң төҙөмәй ҙә!» Стенаға барып һөйәлде. «Ниндәй замана китте, ҡаты-ҡото, алам-һалам өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙерҙәр, күптәр хәйерсе хәлендә тереклек итә, кәмитселәр батша ҡоронда нужа күрмәй йәшәй…» Тәҙрәнән, йәнә телевизорҙан төшкән яҡтылыҡтан мөйөшкә ҡуйылған еҙ самауыр тоноҡ ҡына балҡый. Әүәле шул балҡыштан өй эсенә байманлыҡ, ҡот-бәрәкәт ағыла һымаҡ ине, хәҙер һарғылт нурҙар зәғиф сырхаулыҡ ҡына тарата. «Был донъяла әҙәм балаһы ғына түгел, әйберҙәр ҙә ҡартаялыр күрәһең. Килгәндән алып булмышын ҡуҙ-күмер йылытмаған, ҡапҡасынан ҡайнар боҫ бөркөлмәгән бынау еҙ самауыр ҙа үлем сигенә етте бит…»
Һалҡын түшәгенә ятҡас та йоҡлап китә алмай бошоноп әйләнгеләне. «Иртәгә Таңатарының тыуған көнө… Әгәр тере булһа, һикһән бишен тултырыр ине… Ҡайһылай ҙа сыҙамлы булған ул, һуғыш яраларына бирешмәй ошо көнгә килеп етте бит. Шунда ла әле етеҙ хәрәкәтләнеп, йор һүҙе менән күңелгә йылы өҫтән йөрөп ятты. Аҙаҡҡы көндәренә тиклем түшәккә ятманы, аһ-зарын тышҡа сығарманы… »
Һуңғы тыуған көндө бында килгәс, ошо фатирҙа үткәрҙеләр. Магазин һыйын алып үҙенсә өҫтәл хәстәрләне. Табын артына ултырғас Таңатар түш кеҫәһенән әҙерләгән бүләген сығарҙы. Усында матур көмөш балдаҡ ине. «Нурбикәм, бергә йәшәгәнебеҙгә быйыл 60 йыл да булып киткән, шуға йоланы боҙоп ошоно алдым да ҡуйҙым», – тине ғәйепле төҫтә. Ә ул баҙарҙан барып дебеттән бәйләнгән ойоҡбаш алғайны. Ире шундуҡ кейеп алды, тик ғәҙәтенсә бейеп китмәне, күңелһеҙ йылмайҙы ла, һүрәнке тауышланып өҫтәне: «Рәхмәт… ҡайһылай йомшаҡ, йылы…» Өҫтәлдәге һыйға ла ҡағылманы нишләптер, бары ҡалағының осона ғына эләктереп татлы эремсектән ауыҙ итте лә хәбәргә әүрәтеп ашау-эсеүҙе онотторҙо…
Һалҡын түшәге йылынғайны, күҙ ҡабаҡтары ла ауырайҙы, төшөнә ап-асыҡ төҫмөрләнеп Таңатары инде. Аҡтан аҡ костюм-салбар кейеп алған, түшенә барлыҡ орден-миҙалдарын таҡҡан, ҡулында инәнән-тыума яланғас, яңы тыуған бала, үҙе һүҙҙәрҙе асыҡ итеп һөйләй: «Ҡарсыҡ, алай ҙа теге килмешәккә орден-миҙалдарҙы һатманың, улар бит күрһәткән батырлыҡтарым ғына түгел – беҙҙең илдең үткәне, тарихы, минең, һинең яҙмыш. Йәнә иртәгә бит тантана, икебеҙҙең тыуған көн, ал әле кибеттән теге мәлдәге эремсекте, шуның тәме һаман да тел осомда тора. – Шулай тине лә ҡулындағы бәпесте уға һондо. – Тыуған көнөңә бүләккә ошо баланы ал…» Таңатары уға ҡарап ынтыла, ә ул уға, ә ике арала теге бәпес. Тәки үрелеп етә алманы… Һиҫкәнеп уянып китте, эргәһендәге тумбочка өҫтөндәге өҫтәл шәмен ҡабыҙҙы. Төшөн үҙенсә юраны: «Таңатары уға бәпес бүләк итергә теләгән дә бит, ғәйеп унда булған. Әгәр эргәләрендә балалары йөрөп ятһа, был хәлгә лә төшмәҫтәр ине. Уртаҡ бәхетһеҙлектәре уның намыҫында, тимәк…» Янсығын табып уның төбөндә сылтыраған тиндәрҙе усына һалып әүәләне, унда хатта икмәклек тә аҡсаһы юҡ ине. «Фәҡирлек, хәйерселек, ниндәй көнгә ҡалды ул…» Яралы инә ҡоштай иңрәү тауышы сығарып күҙ йәшһеҙ генә үкһене, шул килеш түшәгенә ҡырын ауып бөгәрләнеп ятты.
Иртәгеһен ниндәйҙер еңеллек менән килеп торҙо, ваннала йыуынып, таҙарынып алды, байрамда ғына кейгән матур күлдәген кейҙе, Таңатарының бүләге – яратып ябынған сәскәле яулығын ябынды, ҡоролай ғына булһа ла, сәй ҡайнатып эсте. Ишеген бикләп ярым ҡараңғы подъезға сыҡты ла хәле бөткәндәй стенаға һөйәлде. Ары ҡайҙа юлланырын тоҫмалланы: «Хәҙер зыяратҡа барам, ары магазинға…» Тик ни өсөн унда барасағы һәм аҡсаһының юҡлығы хаҡында ғына уйламаны.
Сығыу менән өҫтөндәге пальтоһы аша үҙ хакимлығына ингән сасҡау ҡыш һалҡынлығын тойҙо. Ошо нәмәне бында, ҡалаға килгәс алған булғайнылар, ни тиклем маҡтап һатһалар ҙа яһалма сүс мамыҡтан тегелгәс шыпа йылы тотмай. Төҫө лә алған мәлдә сағыу күренә ине лә, бер нисә тапҡыр кейеү менән буҙарып ҡалды. Арзанлы, сифатһыҙ кейем хәҙер сисеп ырғытҡыһыҙ булып кәүҙәһенә һылашҡан. Ошоно кейһә, үҙен ҡабырсаҡҡа инеп йәшеренгән ҡусҡарҙай итеп тоя. Ул ғынамы, анау һалҡында ҡатҡан һорғолт йорттар ҙа, вайран килеп сүп-сар һибелгән урам да, эргәһенән кейем яғаларын торғоҙоп, йә көләпәрә эсенә баштарын йәшереп үткән-һүткәндәр ҙә, хатта баш осонда насар йыуылған керҙәй аҫылынған төҫһөҙ болоттар ҙа уның ише шыҡһыҙ, сисеп ырғытҡыһыҙ кейем кейгәндәр төҫлө. Сараһыҙлыҡ-өмөтһөҙлөктән, битарафлыҡ һәм нәҫ баҫыуҙан туҡылғандыр был кейем…
Иренә зыярат ҡылғанда ла, кире боролоп ҡайтыу яғына атлағанда ла, халҡы мыжғыған супермаркет эсенә ингәндә лә мейеһен күңелһеҙ уйҙар игәне. Иртәнге еңеллеге ҡайҙалыр юғалды, сәбәпһеҙ күтәрелгән кәйеф-дәрте һүрелде.
Күптәр ҡабыр тәғәм эҙләп сүп-сарҙа соҡона, бында затлы ризыҡтарҙан, әллә ҡайҙарҙан килтерелгән тәм-томдан, тамылйып бешкән емеш-еләктәрҙән хасил ҡатлы-ҡатлы, оҙон кәштәләр араһы ожмах юлын хәтерләтә, теләгәнеңде һайлап ал, аҡсаң ғына булһын. Уның Таңатары бына ошо мул тормош өсөн һуғышманымы ни? Ул ғынамы, миллионлаған ир-егет яҡты киләсәк өсөн яу яландарында ҡан ҡойоп ҡорбан булды, ә тылдағылар йоҡоһоҙ төндәр, ас-яланғаслыҡ, емереклектәр аша, тындары менән тартып алырҙай булып еңеү таңын яҡынайттылар. Ә тормош һуң кемдәр ҡулына ҡалды? Йылғырлыҡ, әрһеҙлек, оятһыҙлыҡ өҫкә ҡалҡты бөгөн, ғәҙел йәшәргә ынтылыусылар һантыйҙар хисабына индерелеп эт тибенендә йөрөй. Нурбикә рәттәр буйлап атланы, үҙе етеҙ ынтылып йәне тартҡан ризыҡты этеп йөрөтмәле арбаға тултырҙы: «Бөгөн Таңатарының тыуған көнө, тыуған көнө… тыуған көнө…» Ошо мейеһен сүкегән үҙһүҙле уй уның аныҡ фекерләү ҡеүәһен томаланы, сая алабарманлыҡҡа этәрҙе. Арбаһы тулып китеп ҡулына эләккән татлы эремсекте кеҫәһенә тыҡҡан мәлдә лә бының ары ни менән бөтәсәге хаҡында уйлап та ҡараманы.
Бына ирендәрен ҡан ялаған эттәй итеп сағыу ҡыҙартҡан тәтәй ҡыҙ ҡунаҡлаған кассаға килеп төртөлдө. Ҡыҙ осло тырнаҡлы бармаҡтарын килешле бейетеп аҙыҡ-түлектең хаҡын иҫәпләп, эргәһендәге икенсе кәрзингә күсерә башланы һәм уҡтай тырпайған яһалма керпектәрен наҙлы елпеп түләр хаҡты әйтте.
Ниһайәт, уйланмаған эш ҡылыуын аңлаған Нурбикә, кеҫәләрен ҡаҡҡылаған булып аҡланғандай һөйләнде:
– Балам, хата миндә, кәшелүгемде өйҙә онотоп ҡалдырғанмын бит әле. – Аҡсам юҡ, тип әйтергә теле әйләнмәне.
– Вы что, я уже выбила сумму, теперь как быть, составить акт? Далеко живете? – Ғәҙәти эш ағымы тотҡарланған һатыусы ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.
– Алыҫ шул, алғанымды иҫәпләгеҙ ҙә кире һалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Аҙыҡ-түлекте ҡабаттан иҫәпләп әллә ниндәй ҡағыҙ тултырғансы апаруҡ ваҡыт китте. Сират тотҡарланыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һатып алыусылар шаулаша башланылар. Бына ул башын баҫып сығыу яғына йүнәлде. Һатыусы зәһәр ыҫылданы:
– Ходят тут всякие бомжихи…
Шәшке тун, шундай уҡ кәпәс, затлы итектәр кейгән ҡатын гонаһһыҙ ҡиәфәттә ошаҡлашты:
– Вы у этой, с ума выживший бабки проверьте карманы, найдете там что-то интересное…
Шуны ғына көткән тейерһең, теге ҡыҙ һөсләтелгән эттәй ташланып уның беләгенән матҡый һалып алды ла кире касса янына өҫтөрәне, шунан кеҫәһенә әрһеҙ тығылып татлы эремсекте сығарып үлсәгес табаҡсаһына һалғас әсе сәрелдәне:
– Эй, охрана, люди воруют продукты, куда смотрите, быстро сюда! А остальные, видели ворованный продукт? Будьте свидетелями!
Сират буйлап яңынан ризаһыҙ геүләү йүгереп үтте:
– Вот время пошло, а, бабки стали воровками!
– Хәҙерге әбейҙәр урлашыу ғына түгел, эсеүгә лә әүәҫләшеп алдылар ул!
– Оят, инәй, – быны урта йәштәрҙәге ҡатын әйтте, – йәштәргә ҡайһылай шәп өлгө күрһәтәһегеҙ!
– Бабка, мой совет, воруй вагонами, никто слово не скажет, не заметит, а ты мелочишься, сырки… – Әзмәүер кәүҙәле ир нотоҡ уҡығандай аҡыл өйрәтте.
Йыуынды һыуҙай өҫтөнә ауҙарылған ғәйепләүҙәрҙән юғалып ҡалған Нурбикә аптыраулы ҡарашын тирә-йүнгә атты, тик ҡайтарып нимә лә булһа әйтергә көсөнән генә килмәне, теле аңҡауына йәбешкәйне. «Мәсхәрә, ҡартайған көнөмдә ниндәй түбәнселеккә төштөм… Оятыңдан ер тишегенә ин, ят та үл… Тиҙерәк бынан алып китһендәр ине, милицияла тикшерһендәр, төрмәгә япһындар, тик былайтып, рисуайға ҡалдырып мир алдында ғына һерәйтмәһендәр…»
Һаҡсылар ҡултыҡлап супермаркеттың төп яғындағы тар ғына бүлмәгә алып инделәр. Унда, өҫтәл артына ҡунаҡлағаны, һорашып-белешеп тормай, ниҙер яҙырға тотондо. Тиҙ һәм белекле төҫтә эшләй, тимәк тәү тапҡыр башҡармайҙыр был шөғөлдө. Алып инеүсенең ишеккә арҡыры һөйәлгәне телгә килде:
– Срочно хозяину надо звонить, он ведь лично занимается вопросом воровства…
Нурбикәнең тыны ҡыҫылды, йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды, төртәләнеп барып эргәһендәге ултырғысҡа һаҡҡас бөгөлөп төштө, ары бушлыҡтан тотанаҡ эҙләгәндәй ҡоласын йәйеп һәрмәнеп иҙәнгә йығылды. Алыҫтағы тауыштар баҙ төбөнән килгәндәй тоноҡ ишетелә:
– Может вызвать врача? Бабка ненароком копыту откинет, беды не миновать…
– Не надо никого вызывать, не видишь что ли, притворяется, отсюда выпустишь, сразу побежит.
– Нурбика, Нурбика апа, слышишь меня, что с тобой, это я…
«Был бит Валентина, Өфөнән ҡайтҡан… Түшендә шеше бар, тип өҫтәмә тикшерелеүгә ебәргәндәр ине бит, имен генә йөрөп әйләнһә арыу булыр ине. – Үҙ көнө үҙенә саҡ хәлдә лә күршеһен ҡайғыртты. – Ул да моғайын магазинға ингәндер ҙә ошо хурлыҡлы тамашаны күргәндер…»
– Валентина, ғәфү ит, шайтан ҡоторттомо ни, урлыҡҡа төштөм ҡартайған көнөмдә… Ярлыҡау көтмәйем, кәрәкмәй, оят, бик оят миңә… Ерләр урынды беләһең, бында һинән башҡа ышаныр кешем ҡалманы – Ҡан ҡасҡан, һиҙгерлеге юғала барған ирендәрен саҡ ҡыймылдатып әйтте.
– Оятыңдан үлмәй тор, Нурбика! Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле, йәшәрбеҙ! Һуңғы мәлдә килеп индем, аралап өлгөрә алманым! – Валентина һаман үҙәләнеп үтенә бирҙе. Тирә-йүндәгеләренә ҡысҡырҙы. – Ул бит кешенең энәһенә лә һорауһыҙ ҡағылмай! Алған аҙыҡ-түлегенең хаҡын тулыһы менән үҙем түләйем, ебәрегеҙ уны!
– Юл бирегеҙ, хужа килде! – тип ҡысҡырҙы ир тауышы.
Күҙҙәрен асты. Ҡуйы томан аша уны битараф ҡиәфәттә ҡыҙыҡһынып күҙәткән, маңлайының ҡап яртыһын алты һанына тартым һоро миң япҡан теге ирҙе күрҙе.
Нурбикәнең, илай белмәгән Нурбикәнең өмөт сатҡыһы тойомланмаған төҫһөҙ күҙҙәренән һаран йәштәре һығылып сыҡтылар ҙа сырыш биттәре буйлап түбәнгә һарҡтылар. Ауырлыҡтарға бирешмәгән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән ҡарсыҡ, ҡартайған көнөндә хәйерселеккә этәреп уғры хәленә төшөргән ҡәһәрле көндәрен ләғнәтләп, оятына сыҙай алмай илай ине. Иң һуңғы мәлдә ҡолағында бәпес ауазы яңғыраны, теге Таңатары һонған, ә ул үрелеп ала алмаған йомросай баланы яңынан күргәндәй итте. Йәшле йөҙөндә бер аҙға ғына, болот араһынан сағылып ҡалған ҡояш нурындай йылмайыу ишараты төҫмөрләнде лә бөтөнләйгә һүнде. Аҡтыҡ көсөн йыйып упҡынға ҡарай атылырға ашҡынған йөрәген ҡуш услаған Нурбикә ҡараңғылыҡҡа сорнала барған яҡтылыҡтың үҙәгендә һаман да теге шайтан мөһөрлө ҡуш йоҙроҡтай башты күргәс, фанилыҡҡа һуңғы ауазын оҙатты:
– Донъя һеҙҙең һымаҡтарға ҡала… Үкенес…