Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 02:00

Шулай туғандарса йәшәйек

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйетен Этҡол ауылы халҡы ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды. Иртә менән байрамса кейенгән ауылдаштар мәсеткә барҙы.

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйетен Этҡол ауылы халҡы ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды. Иртә менән байрамса кейенгән ауылдаштар мәсеткә барҙы.


Изге йорттоң имам-хатибы Шәрәфетдин мулла йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы, вәғәз һөйләне, Ҡорбан ғәйетенең мәғәнәһе нимә булыуын аңлатты. Артабан ҡорбан өсөн һарыҡтар салынып, байрам табыны ойошторолдо. Быйыл Мәликә апай Хисамованың, Фәнис һәм Эльвира Аҫылғужиндарҙың, Биксән ауылынан Мөнир ағай Ғибаҙуллиндарҙың ниәтләнгән ҡорбандары мәсеткә тапшырылды. Йыйылған халыҡты имам-хатиб Шәрәфетдин мулла, мәзин Рәсүл ағай Ғәрифуллин ғәйет байрамы менән тәбрикләне һәм алдағы көндәрҙә лә бөгөнгөләй дуҫ, татыу, туғандарса йәшәргә саҡырҙы.



Фото: автор.
Читайте нас: