Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 02:00

Һәр йортта ҡулыбыҙ йылыһы ҡала, ти 30 йылға яҡын штукатур-маляр булып эшләүсе Фәүзиә Рәхмәтуллина

11 август - Төҙөүселәр көнө

11 август - Төҙөүселәр көнө


Һөнәр байрамдарына гәзит геройы эҙләү маҡсаты менән ҡалабыҙҙа торлаҡ һәм торлаҡ булмаған йорттар төҙөлөшөндә үҙен күптән танытҡан “Стройгарант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә шылтыратыуыбыҙ булды, “Беҙҙең оҫта Фәүзиәнең бригадаһын яҙығыҙ!” - тигән яуап-теләк алдыҡ.
Әлеге көндә Стахановсылар урамында 62а һанлы өс ҡатлы күркәм йортта эске эштәр бара икән. Штукатурлау өсөн ҡатнашма бутап торған мәлдә тап иттек Фәүзиә Фәтих ҡыҙын. Төҙөлөш материалдары еҫе аңҡып тора, тышта ла көнө көнмө, йылы кейенешкән ханымдарҙың эш кейеме үҙе үк һөнәр үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй – штукатур-маляр эшен белгәндәр уны бер ҡасан да еңелдәр рәтенә керетмәҫ.
- Стеналарҙы икенсе ҡатҡа үткәндә күҙ алдында донъялар ағарып, күңелле булып китә. Эшеңдең һөҙөмтәһе шунда уҡ күренгәнгә лә яратам һөнәремде. Уҡырға тура килмәне, мәктәп тамамлағас та төҙөлөшкә инеп киткәйнем, эш үҙе оҫтартты, - тип һөйләп китте үҙе тураһында Фәүзиә апай. – Үҙем Мәләүез районынан булһам да, Ишембай тыуған ҡаламдай яҡын. Ошо дәүерҙә бөтә Көньяҡ биҫтәһе күҙ алдымда ҡалҡты, һәр йортта беҙҙең ҡулдар йылыһы, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар.
Бригадирҙары һүҙен штукатур-малярҙар Айгөл Сәйфуллина менән Дания Хафизова ла йөпләне.
- Фәүзиә апай кеүектәр һөнәреңде яратырға өйрәтә, ундайҙар өлгөһөндә үҙең дә үҫәһең, тиҙ оҫтараһың, - ти Айгөл.
Тик бына йәштәр ашҡынып бармай икән шул был эшкә. Күп хеҙмәттәрҙе роботлаштырыу тураһында әллә күпме һөйләһәк тә, оҫта эшсе ҡулдар алтынға бәрәбәр заман етте.
- Һөнәребеҙ абруйын күтәрергә кәрәк, әлбиттә. Һөнәри уҡыу йорттарында матур стипендия, лайыҡлы эш хаҡы һәм башҡа юлдар менән мөмкиндер был, - тип төплө теләктәрен еткерҙе Фәүзиә Фәтих ҡыҙы. – Төҙөүселәр көнө беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам, мәҙәниәт йортонда үткән тәбрикләү тантаналары, грамоталар алыу эшкә дәрт өҫтәй. Ябай һөнәр кешеләренә иғтибар һәм ихтирам булһын ул.

Фото: автор.
Читайте нас: