Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 02:00

“Аҙаҡ кейермен… Үлгәндән һуң”

Әсәйемдең сервантында гәлсәр һауыттар тора ине.

– Әсәй, мөмкинме?

– Юҡ, был ҡунаҡтар өсөн.

– Һуң беҙгә ҡунаҡ килде лә инде.

– Улар ниндәй ҡунаҡ булһын! Күршеләр һәм әбейең...

Был затлы һауыттар сервант кәштәһенән төшһөн өсөн кәмендә инглиз королеваһы Лондонын ташлап, хатта мәскәүҙәр ҡарашынан да беҙҙең төпкөл Башҡортостанға килергә тейешлеген аңланым. Элек шулай булды бит инде: һатып алдылар ҙа ысын тормош башланырын көттөләр. Тик көнө бөгөн түгел.

Бер көн әсәйем:

– Мине баҙарға алып бар әле, – тине.

– Ә һиңә нимә кәрәк?

– Ябығып киттем, эске кейем алырға ине...

Мин уны магазинға алып киттем. Туҡталҡаға ҡуйып, машинанан төшкәс, ишеккә тиклем ун минуттай тәнтерәкләгәнбеҙҙер, сөнки әсәйемдең аяҡтары бик һыҙлай, уларҙы саҡ-саҡ һөйрәтеп атлай ине.

Индек. Һайлап алдыҡ. Кейеп ҡараныҡ.

– Бында бит ҡыйбат. Һатыулашырға ла ярамай, әйҙә баҙарға.

– Алайыҡ инде, мин түләйем бит. Баҙарға алыҫ табаһа.

– Күпме тора һуң?

– Был мөһим түгел.

– Минең белгем килә!

– Биш мең, – ти һатыусы.

– Бер трусик биш мең???

– Был йыйылма яңы коллекциянан.

– Кейем аҫтында күренмәй бит ул! – Әсәйем ныҡ асыуланды. Ә мин һатыусыға күҙ ҡыҫам, йәнәһе, алдап ебәр.

– Ой, мин артыҡ нуль өҫтәгәнмен. 500 һум тора ул.

– Бына бит! Әлбиттә, 300 һум да ҡыйбат бының өсөн. Тик беҙ йөрөп арыныҡ. Бәлки, бер-ике йөҙгә хаҡын төшөрөрһөгөҙ?

– Әсәй, был бит магазин, баҙар түгел. Бында хаҡы аныҡ билдәле, – тием.

Әсәй аҡсаны күрмәһен өсөн банк картаһы менән иҫәпләшәм. Чекты йомарлап ырғытам. Кейемде алып, машинаға йүнәлдек.

– Яҡшы йыйылма. Матур. Мин оҡшағанын күрһәтмәҫ өсөн махсус оҡшамай тинем. Бәлки, хаҡын бер аҙ төшөрөрҙәр ҙә ине... Гел генә һатыулаш! – ти ул миңә.

– Ярай, – тием...

Бер мәл әсәй ишек шаҡыған йәш егеттән бысаҡтар йыйылмаһы һатып алып ҡалған. “Йүнсел” бысаҡтың тутыҡмай торған ҡоростан булыуы, һауаға сөйөлгән ҡулъяулыҡты осоп төшөп килгәнендә үк урталай бүлергә һәләтле икәнен һөйләгән.

Әсәйем, мин ирһеҙмен, өйҙә үткер бысаҡ та юҡ, тип зарланған. Теге егет шунда уҡ: “Ғәҙәттә, бындай бысаҡ биш мең һум тора, бөгөн генә ике мең ярымға бирергә әҙермен. Етмәһә, бүләккә аш-һыу китабын да өҫтәйем”, – ти. Пенсияһы туғыҙ мең һум булған әсәй бысаҡтар йыйылмаһын алып ҡала.

Иртәгәһенә мин ҡунаҡҡа килгәс, шуны күрһәтеп маҡтанды, һауалағы ҡулъяулыҡты ҡырҡҡанын да әйтергә онотманы. Ниңә осоп барған ҡулъяулыҡты ҡырҡырғалыр инде... Ғөмүмән, ниңә ҡулъяулыҡты ҡырҡырға? Бысаҡ бит бының өсөн тәғәйенләнмәгән. Әсәйҙе ҡайғыртып, һатыусыларҙың ошолай мутлашҡанын, кәрәкмәгән тауарҙы ла һатып ебәреү оҫталығы тураһында һөйләп торманым.

– Ә ниңә был бысаҡтарҙы ҡулланмайһың, һалып ҡуйғанһың? – тинем.

– Һин нимә? Был бит бүләккә! Балнисҡа инеп китһәм, берәй табипҡа бирермен. Йәки собеста кемдеңдер яҡшылығына яуап ҡайтарырға тура килер...

Тағы ла бөтәһе лә – һандыҡҡа. Иң яҡшыһы үҙенә түгел, ә кешеләргә, кем бөгөнгө менән йәшәй, иртәгәне көтмәй – шуға...

Декабрҙә, Яңы йыл байрамы алдынан әсәй үҙен яҡшы тоя башланы. Күңелләнде, күп көлдө. Минең дә кәйеф күтәрелеп китте һәм байрамға килешле төймәле, селтәрле яғалы матур аҡ кофта һәм еңел генә шарф бүләк иттем. Үҙемсә әсәйемә бер аҙ йәшерәк күренеү мөмкинлеген бирәм инде, йәнәһе. Әсәй, рәхмәт әйтеп, бүләкте шкафҡа тыҡты.

– Яңы йылға кейерһең, йәме, – тинем.

– Юҡ, бысратырмын йә ни... Аҙағыраҡ, берәй ергә барғанда...

Әсәй йәшлек хәтирәләрен яңыртыр урынға йәнә уны ҡартлыҡҡа ҡалдырҙы. Һуңғараҡ... Иң яҡшыһын йәнә һуңғараҡ. Хатта иң яҡшыһы инде үткәндәрҙә икәне асыҡ тойомланһа ла. Ысын йәшәүҙе тағы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп...

Әсәйем ҡапыл вафат булды. Мин шаңҡып ҡалдым. Ул бысаҡтар йыйылмаһын бер кемгә лә бүләк итергә өлгөрмәне, мин алып биргән кофта менән шарфты кейгәнен дә күргәнем булманы.

Бушап ҡалған өйҙә әхирәттәре исемлеге һәм телефондары теркәлгән блокнотын эҙләгәндә шкафта ҙур пакет күрҙем. Уның тышына “Үлемтеккә” тип яҙылғайны. Эсендә кәфенлек, яулыҡтар, таҫтамалдар менән бергә үҙемдең бүләк иткән кофта, икәү ҡарап алған эске кейем дә ята ине. Уларға “апайыма”, “һеңлемә” тигән яҙыуҙар беркетелгәйне.

Ул һаман да кемделер ҡайғыртҡан, үҙенә тигән өлөштө кисектереп килгән. Бына уның иң яҡшы көнө тыуҙы, ахыры. Тик ул берәүгә лә ҡыуаныс ҡына килтермәне...

Минең һәм балаларымдың “аҙаҡҡа”, “һуңынан” тигәне булмаясаҡ. Һәр көнөбөҙ бөгөн һәм уларҙың һәр береһе иң яҡшыһы буласаҡ.


Автор: Oльга Cавельеванан; Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА яҙып алды




Фото: stihi.ru

Читайте нас: