Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 02:00

Халыҡ үҙе хәл итә

Быйыл «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсында Ишембайҙа 14 йорт еңеү яуланы. Уларҙың һәр береһе 100 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләнде.

Быйыл «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсында Ишембайҙа 14 йорт еңеү яуланы. Уларҙың һәр береһе 100 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләнде.
Был йорттарҙа йәшәүселәрҙең күпселеге уларҙы балалар ҡаласығын төҙөүгә тотонорға ҡарар итте. Бәләкәй архитектура формаларын – балалар уйнау комплексын ҡуйыу август айында көтөлә. Ихаталарында тау һәм бәүелсәк булған ҡайһы бер йорттар грант аҡсаһын икенсе төрлө файҙаланасаҡ. Мәҫәлән, Б. Хмельницкий урамының 23-сө йортонда йәшәүселәр идара компанияһына балалар майҙансығын тимер ҡоймалар менән уратып алыуҙарын, уларҙы буяп, яңы эскәмйәләр ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Блохин, 48/1 адресындағы йортта йәшәүселәр подъездарға инеү урынын ремонтларға һәм матурларға тигән фекергә килде.
Фото: Ирина Вахонина.
Читайте нас: