Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 02:00

Алмаламы икән сере?

Донъялағы иң яратмаған нәмәм – ул сират көтөү. Ошо саҡта планда булып та эшләнелмәй ҡалған эштәрем иҫкә төшһә, асыуым тағы ла нығыраҡ ҡабара. Шулай ҙа... бер ыңғай яғы бар. Ҡайһы саҡта тормошо өлгө булырлыҡ ҡыҙыҡ кешеләр ҙә осрап ҡуя.

Донъялағы иң яратмаған нәмәм – ул сират көтөү. Ошо саҡта планда булып та эшләнелмәй ҡалған эштәрем иҫкә төшһә, асыуым тағы ла нығыраҡ ҡабара. Шулай ҙа... бер ыңғай яғы бар. Ҡайһы саҡта тормошо өлгө булырлыҡ ҡыҙыҡ кешеләр ҙә осрап ҡуя.
Шулай, флюорография кабинетына сират көтөп ултырабыҙ. Арабыҙҙа ике ҡарсыҡ та бар. Йәшерәге шаян һүҙҙәр ҡулланып, ҡысҡырып хәбәр һөйләһә, олорағы тешһеҙ ауыҙын күрһәтеп, кеткелдәп көлә. Был ике әбейҙең эскерһеҙлегенә битараф ҡала алманым. Хатта, сираттың оҙонлоғо ла онотолдо.
Былар апалы-һеңлелеме, әллә әхирәттәрме, тигән һорау күңелгә тыңғы бирмәгәс, ҡарсыҡтарҙан һорай ҡуйҙым.
- Әсәле-ҡыҙлы булабыҙ... Үҙемә 73 йәш тулды, әсәйемә – 93 йәш, - тип яуап бирҙе шаян әбейем. – Бына әсәйемде флюорография үтергә алып килдем әле.
Ниһайәт, уларҙың да сираты етте. Әсәһе үҙе артынан ынтылған ҡыҙын:
- Ҡуй, ни өсөн һин минең менән инергә тейешһең әле? Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, һин ошонда ғына тор... – тип тыйып ҡуйҙы.
Йәштәрсә еңел итеп кейенгән 93 йәшлек ҡарсыҡ ҡыйыу аҙымдар менән эскә уҙҙы. Мин йылмайып, ҡыҙының күҙенә баҡтым.
- Бына шулай ул әсәйем. Яҙ етһен әле, әйҙә, баҡсаға барайыҡ, ти башлаясаҡ. Ерҙә соҡсонмаһа, күңеле булмай, - тип ғорурлығын йәшермәне ҡыҙы. - Һиңә бер ғилләһен әйтәм: сәләмәт тормошоноң сере – көн һайын алма ашауҙа. Йәшелен дә, ҡыҙылын да ашай.
Матур тормошоноң сере сабый бала һымаҡ ихлас күңелдән шатлана белеүендәлер, тип үҙемсә уйланым мин...
Фото: интернет.
Читайте нас: