Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2019, 02:00

Һәр кем үҙенән башлаһын шул...

Районыбыҙҙа бөгөн тарихи ваҡиға: Ишембай районы муниципаль районының дүртенсе саҡырылыш Советы сессияһы башҡорт телендә үтте. Ошондай йыйылыштарҙың башҡортса ойошторолоуы телебеҙҙең мәртәбәһен генә түгел, уның ҡулланыу даирәһен дә арттыра.

Совет ултырышында Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Ишембай район-ара прокуратураһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар саҡырылды.

Ишембай районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ләлә Сәйетгәрәева, Совет секретары Рәмил Абдуллин, 6-сы һайлау округы буйынса депутат Вәдүт Исхаҡов, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Әнүр Рәхимов , район хакимиәтенең бухгалтер иҫәбе һәм отчет биреү буйынса бүлектең баш бухгалтеры Олеся Насырова башҡорт телендә сығыш яһап, ошо матур башланғысҡа нигеҙ һалды. Шуныһы ҡыуандыра: докладсыларға ҡарата һорауҙар, кәңәштәр тик башҡорт телендә генә яңғыраны.

Башҡорт телендәге бөгөнгө сессия хәтеребеҙҙә иҫтәлекле күренеш булараҡ ҡына тороп ҡалмаҫ, артабан да ошо юҫыҡта эштәр дауам итер, тип бар күңелдән ышанабыҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: