Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 02:00

“АҪЫЛТАШ-2019” – ЙӨРӘКТӘРҘӘ!

Ике йыл рәттән ойошторолған «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы быйыл йәнә әүҙем йәштәрҙе ҡосағын йәйеп ҡаршы алды.

Ике йыл рәттән ойошторолған «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы быйыл йәнә әүҙем йәштәрҙе ҡосағын йәйеп ҡаршы алды.
18-21 июлдә Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә барған был сара бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. 300-гә яҡын ҡатнашыусы яңы белемдәр һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алыу маҡсаты менән ошо ҙур форумға йыйылды. Ҡатнашыусылар араһында Ишембай йәштәре берлеге активистарынан торған делегация ла булды. Үҙем – ошо бәхетлеләр рәтендә.
Өс көн дауамында барған башҡорт мәҙәниәте форумы төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сараларға бай булды. Сығыш яһаусы спикерҙар исемлегенән дә форум йөкмәткеһен күҙ алдына килтереп була: Инга Йомашева (теле-радио алып барыусыһы, журналист, РФ Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты), Реналь Абыҙгилдин (GIRZA music лейблы продюсеры һәм ZAINETDIN этно-шоу проектының PRдиректоры), Заһир Зәйнетдинов (музыкант, мультиинструменталист, бейеүсе), Рита Өмөтбаева («Ҡурай-ТВ» телеканалы директоры), Ринат Ниғмәтуллин (Rena RNT - популяр йырсы), Егор Рафиков («Гранттар Капитаны» телеграмм-каналының авторы, «Әүҙем йәштәр корпорацияһы»ның PRдиректоры), Руслан Шекуров («DonorSearch. org» ҡан донорҙары берләшмәһе етәксеһе), Азат Ярмуллин (тарихсы), Динар Шаһиев (эшҡыуар һәм блогер), Азат Бадранов (БР Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе).
«Аҫылташ» форумында проекттар конвейеры үҙ эшен дауам итте: ҡатнашыусыларға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу бәхете тейҙе. Башҡорт телендә дебат уйындары, ТED форматында мотивацион һөйләшеүҙәр, башҡорт мәҙәниәтенә бағышланған «Этно донъя» күргәҙмәһе – барыһы ла сараға килгән йәштәр күңеленә яҡын, мауыҡтырғыс ине.
Ҡыҙыҡлы һәм бай мәғлүмәтле лекцияларҙан тыш ҡатнашыусыларға төрлө мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Киске концерттар, күңелле дискотекалар, төнгө квест, “Батырҙар ярышы” бәйгеһе, төрлө уйындар һәм, әлбиттә, уҫаҡ янында гитара моңдары дуҫлыҡ һәм берҙәмлек мөхитен булдырҙы.
Өс көн дауамында барған форумды ойоштороу бик күп көс талап итте. Әйткәндәй, Ишембай йәштәре берлеге активистары ла ойоштороу эшенә әүҙем ҡушылды: ҡатнашыусыларҙы ҡаршылау, теркәү, урынлаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һорауҙар ирекмәндәр иңенә төштө. Йәштәргә күрһәткән ярҙамдары, әүҙемлектәре өсөн оло рәхмәт!
«Аҫылташ-2019» яңы уйҙар, яңы таныштар, ялҡынлы идеялар һәм ҡабатланмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Хәтирәләр йөрәктәребеҙҙе йылытып, күңелдәрҙе дәртләндереп торасаҡ!

Фото: автор.
Читайте нас: