- Катушкалы спинингка тоттом. Балыҡҡа дуҫым менән барғайныҡ. Тәүҙә ул биш килограмға еткән йәйен эләктерҙе. Үлсәгесте үҙебеҙ менән йөрөтөү ғәҙәткә ингән. Ҡыуанысынан шунда уҡ фотоға төшөрөп һалды. Бер көндө икебеҙгә шундай ҙур табыш яҙғанын кем белгән. Тәүҙә ҡармаҡ нимәгәлер эләккәндер тип уйланым. Саҡ ҡына ҡуҙғатҡайным, “китте” бит әй был! Сығарыуы еңелдән булманы, әлбиттә. Интернеттан ҡараштырғайным, ғәҙәттә был ҙурлыҡтағы шүкәләргә 12-14 йәш бирәләр, - тип уртаҡлашты Рәфит. Әйткәндәй, үҙе балыҡ ашап бармаған балыҡсы ул. Ғаиләһе, туғандары бик ҡыуанған. Беҙгә лә тәмләт, тип әйтеүселәр, яҙыусылар бигерәк күп булыуын иҫәпкә алғанда, шүкә оҙаҡҡа бармаҫ, тип шаярта ҡатыны Эльвина. Киң күңеллеләргә Хоҙай Тәғәлә, күрәһең, үҙе сығарып ҡуя. Рәфит балыҡ тотоуға бәләкәйҙән әүәҫ булып китә. Бер табалыҡ ажау тотҡандан һуң ғаиләһенең, ата-әсәһенең рәхмәтен ишетеп дәртләнә малай.
- Йылға-күлдәр һайыға, элек үҙебеҙҙең Егән, Һикәҙелә ҙур ғына балыҡтар эләгә торғайны. Тәбиғәткә һаҡсыл булырға кәрәк, йылым менән тотоуға ҡаршымын. Уның ҡыҙығы ла юҡ. Балыҡ тотоу күберәк күңел ялы өсөн. Берәй урынға барып туҡтау менән эште шул ерҙәрҙе таҙартыуҙан башлайбыҙ. Сүпсар пакеттары гел үҙебеҙ менән. Рәхмәтле булырға кәрәк, тип өйрәтә торғайны ололар. Тәбиғәтебеҙгә кешелекле мөнәсәбәт етмәй, - ти Рәфит.