Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 02:00

Ярҙам итә алабыҙ

Бәлә аяҡ аҫтында. 25 июль көндө Кинйәбулат ауылында ике хужаға иҫәпләнгән йортта янғын сыҡҡан.

Бәлә аяҡ аҫтында. 25 июль көндө Кинйәбулат ауылында ике хужаға иҫәпләнгән йортта янғын сыҡҡан.
Ғаиләләрҙең береһенә эш урынынан ныҡлы ярҙам итһәләр, 1, 4 һәм 7 йәшлек өс бәләкәй балалары булған Ҡотләхмәтовтар ғаиләһенә бәләне бер үҙҙәренә күтәреү үтә ауырға тура килә.
Төҙөлөштөң ҡыйығы ныҡлы зыян күргән, стеналары ҡарайған, тәҙрәләре эштән сыҡҡан. Ошо хәлдә лә ғаилә йортта йәшәргә мәжбүр. Янғын мунса тирәһенән башлана, белгестәр “балалар шаярыуынан” тигән һығымтаға килһә лә, үҙегеҙ ғәйепле, тип ситләшеү кешелекле булмаҫ. Ҡотләхмәтовтар ғаиләһен иң борсоғаны – ҡыйыҡ ремонты. Бәлки арабыҙҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр, мөмкинлектәре булғандар табылыр. Битараф ҡалмайыҡ! Бәйләнеш өсөн телефон: 8-987 -041-54-75.


Фото: редакция архивынан.

Читайте нас: