Ҡалабыҙҙың Ленин майҙанында ошо уңайҙан тантаналы митинг үтте. Төрлө йылдарҙа хәрби хеҙмәттәрен намыҫлы үтәгән, ҡыҙыу нөктәләрҙә булырға, Афған, Чечен яуҙарын үтергә тура килгән “зәңгәр береттар” муниципаль район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә яугир-интернационалистар һәйкәленә сәскәләр һалды. Инде арабыҙҙан киткән яугир ветерандар яҡты иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ мәлендә яуҙаштар, хеҙмәттәштәр, дуҫтар рухы ҙурланды. Хакимиәт, хәрби комиссариат вәкилдәре, хәрби ветеран ойошмаларҙы етәкләүселәр десантсыларҙың илебеҙ именлегенә һалған өлөшөн билдәләп, байрам менән тәбрикләне.
Шулай ҙа Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә, ул саҡта Мәскәү хәрби округының Воронеж эргәһендәге Хәрби-һауа көстәре күнекмәләрендә хәрби летчиктар Леонид Минов һәм Яков Мошковский етәкселегендә 12 кешенән торған подразделение тәүге тапҡыр парашюттан һикерә.