Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 02:00

Балыҡ тоторға яратһаң...

3 августа Ишембайҙа Ағиҙел йылғаһы буйында ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән балыҡ тотоу буйынса ғаилә фестивале уҙғарыла. Йәштәр эштәре буйынса комитет, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Перекат” балыҡ тотоу клубы берлектә ойошторған сара өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

Тотош ғаилә менән килеп тә бына тигән ял алып ҡайтырға мөмкин. Балыҡ тотоу буйынса ярыш ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында айырым ойошторола, 14 йәшкә тиклемгеләрҙең эргәһендә ата-әсәйҙәре булыуы мөһим. Сара бының менән генә сикләнмәйәсәк. Балалар өсөн төрлө уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү ҙә ҡаралған.
Ярыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу, ҡатнашырға яҙылыу өсөн телефон: 8-917-788-03-04. Иң оҫта балыҡ ҡармаҡлаусы кем булыр.

Фото: pixabay.com
Читайте нас: