Был йома Ленин проспектындағы 27-се йортҡа ҡараған ихатала ҙур эш ҡуҙғатылды. Ҡороған ағастар, төпһәләр киҫелде, улар шунда уҡ тракторҙарға тейәлә барҙы, тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүп-сар ҙа йыйып алынды. Ул арала икенсе төркөм өмәселәр Ленин урамынан Ағиҙел ярына төшкән ял урынын тәртипкә килтерҙе. Бында ла ҡороған үләндәр, сүп-сар етерлек булды.