Шуны хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, программаның беренсе этабы үткән йыл тормошҡа ашырылғайны. Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙы “Нефтегазсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте отто, контракт суммаһы 10 миллион һум тәшкил итә. Планда – брусчатка һалыу, аллеяға илткән тротуарҙарға асфальт түшәү, территорияны йәшелләндереү, урналар һәм эскәмйәләр ҡуйыу. Шулай уҡ бында ҙур балалар ҡаласығы буласаҡ, ут үткәреләсәк.