Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 02:00

Халыҡ үҙе битараф булмаһын

Уҙған шәмбе район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, төрлө предприятие, учреждениелар коллективтары, йәш ирекмәндәр Чкалов урамындағы 22-се, 24-се һәм 26-сы йорттар ҡаршыһында Тәйрүк буйын таҙартыуҙы күмәк көс менән атҡарып сыҡты.

Уҙған шәмбе район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, төрлө предприятие, учреждениелар коллективтары, йәш ирекмәндәр Чкалов урамындағы 22-се, 24-се һәм 26-сы йорттар ҡаршыһында Тәйрүк буйын таҙартыуҙы күмәк көс менән атҡарып сыҡты.
Байтаҡ техника йәлеп итеп ойошторолған эштең һөҙөмтәһен тиҙ үк күреп булды - ошо тирәлә йәшәүселәрҙе борсоған шырлыҡ юҡ ителде, киҫелгән америка сағаны ағастары тау-тау булып өйөлөп, оҙатыла торҙо. Ә йылға яры буйлап йылдар буйы йыйылған сүп-сарҙы – ошонда эске ойоштороп, кәйеф-сафа ҡорғандарҙан ҡалған бысраҡты оҙаҡ ҡына сүпләргә тура килде. Эште ошо ихатала йәшәүселәр үҙҙәре генә башҡарып сыға алмаҫ ине, әлбиттә. Ә бына хәҙер, тәртип урынлаштырғас, яр буйын ошо рәүешле тотоуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Тегендә-бында усаҡ яғып, ял урыны ойоштороусыларҙы ла тыйыу юлы бар.
Өмәнең башланғысында халыҡ үҙе тороуы ҡиммәт. Өмә барышын күҙәткән оло йәштәгеләрҙән рәхмәт һүҙҙәре лә ишеттек. Тәртип урынлаштырыу тураһында мөрәжәғәттәре хакимиәт тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Ошо уҡ көндә Машина эшләүселәр урамындағы 29-сы, 31-се йорттар ҡараған ихатала ла йәнле эш барҙы. Өмә яҙын ғына була, тип уйлаусылар хаталана. Ихаталарындағы хәл менән килешмәй, был йорттарҙа йәшәүселәр торлаҡ идарасыһы хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп тырышты. Бында элекке һарайҙарҙы һүткәндәр. Эргәләге яңы йорттарҙы тапшырыусы төҙөлөш ойошмаһы ла ваҡытында эре сүп-сарҙы алып китеүҙе хәстәрләмәгән. Ҡыҫҡаһы, эш етерлек ине. Әлегә буш был территорияла уңайлы эскәмйәләр менән балалар өсөн майҙансыҡ, тәртипкә ярашлы машиналар ҡуйыу урыны булдырыу - ошонда йәшәүселәрҙең ҙур теләге. Киләһе йыл “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу ниәттәре лә бар. Халыҡ үҙе әүҙем ерҙә күп башланғыстарҙы тормошҡа ашырып була.
Фото: автор.
Читайте нас: