Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 02:00

Бөтә ауыл менән көтәбеҙ

Әлеге мәлдә Яңы Әптек мәктәбендә социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә капиталь ремонт эштәре тулы көскә бара.

Әлеге мәлдә Яңы Әптек мәктәбендә социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә капиталь ремонт эштәре тулы көскә бара.
8 июлдә башланған эштәр ҡыйыҡ, иҙән һәм тәҙрәләрҙе демонтажлауҙы үҙ эсенә алған. Был аҙнала яңы бригада стеналарҙы таҙартыуға тотонасаҡ, тип асыҡлап китте мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Үмәрғәлина.
Мәктәп үҙе ике бинанан тора: иҫкеһенә 1967 йылда нигеҙ һалынһа, яңыһы 1979 йылда төҙөлгән. Мәктәптең ике ҡатлы яңы бинаһы план буйынса подрядсылар тарафынан 25 августҡа тиклем тапшырылырға тейеш. Шулай уҡ, 150 бала уҡыған ун бер йыллыҡ мәктәптә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәген булдырыу һәм балаларға цифрлы белем биреү күҙ уңында тотола. Әйтергә кәрәк, тәрбиәләнеүселәре 70-кә яҡын булған балалар баҡсаһында ла ошондай уҡ ремонт эштәре башланған. Балалар баҡсаһының асылыуы 16 августа көтөлә.
- Яңырған мәктәптең асылыуын бөтә ауыл менән түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Балаларҙың һәм атаәсәләрҙең һөйөнөсөн бер һүҙ менән генә аңлатып та булмай. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусылар һаны йылдан-йыл күбәйә. Йәш ғаиләләр төпләнеп ҡала. Ауылға халыҡ тартыла, йәштәр ҙә үҙебеҙгә ҡайтырға тырыша. Мәктәп бөтмәһә, ауыл да үҫер, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште Зөлфиә Үмәрғәлина.
Фото: автор.
Читайте нас: