Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2019, 02:00

Туҡһанды бирмәҫһең дә!

Матур ҡартая белгәндәр һоҡландыра. Сәлих ауылында йәшәүсе, күптән түгел 90 йәшен билдәләүсе тыл хеҙмәтсәне Флүрә Тимерғәле ҡыҙы Арыҫланова тап шундай бәхетлеләрҙең береһе. Теремек, йөҙөнән нур бөркөп торған, асыҡ зиһенле, йәш сырайлы инәй ҡаршы алды беҙҙе.

Матур ҡартая белгәндәр һоҡландыра. Сәлих ауылында йәшәүсе, күптән түгел 90 йәшен билдәләүсе тыл хеҙмәтсәне Флүрә Тимерғәле ҡыҙы Арыҫланова тап шундай бәхетлеләрҙең береһе. Теремек, йөҙөнән нур бөркөп торған, асыҡ зиһенле, йәш сырайлы инәй ҡаршы алды беҙҙе.
Тыуып-үҫкәндән бирле тыуған ауылында ғүмер итә инәй. Үкенескә күрә, ире был донъяларҙа юҡ инде. Үткән йылда әсә йөрәге иң ауыр ҡайғыны ла кисерә – улын юғалта. Тормош шулай ҡуйылған: кеше ғүмере шатлыҡлы-бәхетле мәлдәрҙән генә тормай, уйламаған ерҙә ҡаршылыҡтарын да, ауырлыҡтарын килтереп ҡуя.
Бала сағы һуғыш осорона тура килгән Флүрә инәй бәләкәйҙән һынауҙар аша үтә. Күп тиҫтерҙәре һымаҡ, быуыны нығынып бөтмәгән килеш колхоз эшенә егелә. Кәбәнен дә ҡоя, игенен дә елгәрә, утауға ла йөрөй, бер эштән дә өркөп тормай. -
Ат арбаһына ултырып йырлашып эшкә китә инек, йырлашып ҡайта инек. Арыуҙы ла белмәнек, - тип хәтерләй ул үҫмер осорон.
1945 йылда етенсе класты уңышлы тамамлағас, Этҡолда белем алырға ҡарар итә. Сит ауылға кластарынан биш бала уҡырға йөрөй башлай. Дәртләнеп кенә уҡыған баланың хыялдары селпәрәмә килә. Һигеҙенсе класс аҙағында яҙын Биксәндән Ҡарларға саҡлы һыу кисеп барыу, эҙемтәһеҙ ҡалмай, ҡыҙҙы ауырыу аяҡтан йыға. Шулай ҙа ныҡышмал ҡыҙ юғалып ҡалмай, колхозға эшкә төшә. Аҙаҡ бер нисә йыл Сәлих сельпоһында кассир ҙа була. Ә 1966 йылда ауыл магазинына һатыусы булып эшкә инә һәм 1984 йылға тиклем ошо яуаплы бурысты үтәй. Эшен яратып эшләй, хеҙмәтен юғары баһалаған маҡтау ҡағыҙҙары уның тырышлығы хаҡында һөйләй. Эргәһендә арҡа терәрлек ире булыуы менән дә бәхетле була ул. Күркәм пар илле биш йыл бергә ғүмер итеп, биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
- Ирем бик яҡшы кеше ине. Эсмәне, тартманы, эштән башҡаны белмәне. Колхозда ферма мөдире лә, бригадир ҙа булды. Ауылыбыҙҙы яраттыҡ, бер ҡайҙа китмәй, ошонда йәбешеп ятып донъя көттөк, - ти Флүрә инәй тормош юлдашын тик яҡты иҫтәлектәр менән генә хәтерләп.
Ағинәйҙең йәштәр ҡолағына киртер һүҙҙәре лә файҙаға:
- Татыу, тыныс торайым тиһәң, бер-береңде ғәфү итә белергә кәрәк. “Һин шулай тип әйттең, былай тип әйттең”, - тип талашыуға юл ҡуйырға ярамай. Уртаҡ тел табып йәшәргә кәрәк, - тине ул.
Донъя көтөү, балалар үҫтереү бер генә мәл. Олоғайғас, үткән тормош юлыңа ҡарап һөҙөмтәләр яһайһың. Флүрә Тимерғәле ҡыҙы ла ғүмеренең матур емештәрен барлай. Балалары тураһында ла тик йылы һүҙҙәр ишеттек, уларҙың өсәүһе медицина юлын һайлаған икән.
- Үкенесле булманы ғүмер. Иң мөһиме - илебеҙ тыныслығы, балаларҙың имен-аман йәшәүе. Ошолай 90 йәшкә етермен тип уйламаным да. Нәҫелебеҙҙә улай оҙон ғүмерлеләр юҡ ул, - ти инәй.
Егәрле кешенең донъяһы 90-да ла балҡып тора. Өйө тирәләй ҙур баҡса, инәй йәшелсәһен дә үҫтерә, сәскәләрҙең дә төрлөһө бар. Һәр түтәле тәрбиәле, ҡараулы. Буш ваҡыттары ла файҙалы үтә: әле булһа гәзит, китап уҡый, Ҡөрьән аяттарын ятлай.
Ауылдың йәмле урынында - Һәләүек йылғаһы буйында ғүмер буйы йәшәгән йортоноң ҡотон һүрелтмәй әле лә ныҡлы баҫып донъя көтә ауылдың абруйлы ағинәйе.

Фото: автор.
Читайте нас: