Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 02:00

Үҙебеҙҙә үҫкәне - иң татлыһы

Баҡсаларҙа әле йәшелсә-емештең өлгөргән генә мәле. Ҡала баҙарында ла был сағылмай ҡалмай. Күптәр ғаиләләренән артҡанын әрәм-шәрәм итмәй, һатыуға алып сыға.

Баҡсаларҙа әле йәшелсә-емештең өлгөргән генә мәле. Ҡала баҙарында ла был сағылмай ҡалмай. Күптәр ғаиләләренән артҡанын әрәм-шәрәм итмәй, һатыуға алып сыға.
Төрлө ауылдарҙан йыйылған баҡса уңғандары. Урман-Бишҡаҙаҡтан Минзилә Фәхретдинованың помидорҙары июль башында уҡ өлгөргән икән. Теплицала түгел, тышта үҫтереп, шундай эре помидорҙар уңдыра алған.
- Помидор үҫтергәндә төп иғтибарҙы орлоҡҡа бирәм, уларҙы махсус магазиндарҙа ғына алам. Эре, тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы сәсәм. Тышҡа ни тиклем иртәрәк ултыртһаң, шул тиклем тиҙерәк өлгөрә. Тупраҡты тиреҫ кеүек тәбиғи ашламалар менән генә ашлайым. Үҫтергәндә артыҡ ботаҡтарын алып торам, - тип ул үҙенең помидор үҫтереү серҙәре менән бүлеште.
Ошо уҡ ауылдан Нина Захарова ла баҡса эшенә оҫта булып сыҡты. Был юлы ул баҙарға тиҙ өлгөрә торған сортлы бәрәңгеләрен килтергән. Һатып алыусылары көттөрмәне – биҙрәләп алып та киттеләр. Хужабикә ике аҙна самаһы ҡыярҙарын да баҙарға сығара башлаған. Һөйләшкән арала ғаиләнең мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауын да белдек.
Биксәндән Бибиямал Төхвәтуллина ла баҡсаһынан йәшелсә-емешен килтергән, эргәһенән һатып алыусылар өҙөлмәй.
- Артып ҡалғаны әрәм булып ятмай, һатыуға китә. Баҙарға килгәс, кеше менән аралашып, донъя күреп ҡайтаһың, кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе лә алаһың, - тип һүҙгә ҡушылды ул.
Баҙар - тырыштарҙың, йүнселдәрҙең донъяһы. Умарта тотҡандар - бал, мал-тыуарлылар – һөт, ит ризыҡтары, баҡсасылар – йәшелсә-емеш һатып донъя бөтәйтә. Тик ятырға яратмағандар һәр заманда ла юғалып ҡалмай.
Фото: автор.
Читайте нас: