Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 02:00

Үҙе уңғандың баҡсаһы ла уңыр

Күңелеңде һалып башҡарғанда ғына эшең уңа. Быны һәр эшкә, шөғөлгә ҡарата әйтергә мөмкин. Этҡол ауылында йәшәүсе Зилә Вәли ҡыҙы Фәхретдинова менән танышҡандан һуң, баҡса үҫтереүҙең үҙе бер һәләт, оҫталыҡ икәнлеген аңлайһың.

Күңелеңде һалып башҡарғанда ғына эшең уңа. Быны һәр эшкә, шөғөлгә ҡарата әйтергә мөмкин. Этҡол ауылында йәшәүсе Зилә Вәли ҡыҙы Фәхретдинова менән танышҡандан һуң, баҡса үҫтереүҙең үҙе бер һәләт, оҫталыҡ икәнлеген аңлайһың.


Уразбайҙа тыуып үҫкән апай ерҙә эшләүҙең тәмен белә. Ғүмер буйы Салауат ҡалаһында йәшәһә лә, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтып төпләнә. Тормош иптәше мәрхүм, шулай ҙа донъяһын бына тигән итеп алып бара. Балалары ла йыш ҡайтып тора, ярҙамдан өҙмәй.


Баҡса миҙгеле иртә яҙҙан үҫентеләр ултыртыуҙан башлана һәм октябргә тиклем дауам итә. Әле эштең ҡыҙған мәле. Ике теплицаһында ҡыяр, помидор, борос, ҡарбуз, ҡауын үҫә. Ҡыярҙың тәүге уңышын Зилә апай июндең 20-ләрендә алған.


- Быйыл һуңыраҡ өлгөрҙө, йәй ҙә һыуыҡ шул. Төндәрен дә һалҡын. Шул йоғонто яһай. Йәшелсә бит төндә үҫә, - тип һөйләй баҡсасы.


Зилә апай ҡауын, ҡарбуз үҫтереүҙең дә нескәлектәрен ентекле өйрәнгән. Былтыр ҡауындары ла мул уңыш биргән икән.


- Күп кешенең теплицаһы бар, хәҙер ҡауын, ҡарбузды үҫтереү ят күренеш түгел. Уларға кәңәш итеп шуны әйтер инем: ҡауындың үҙәк һабағын оҙон итеп үҫтерергә кәрәкмәй, 5-6 япраҡ бирһә, осон семтеп, өҙөп алыу дөрөҫ. Шул ваҡытта ул ян-яҡҡа тармаҡлана, ситкә киткән ботаҡтарҙан ҡауын була. Ә бына ҡарбузда киреһенсә – үҙәк һабағын үҫтерергә кәрәк, ә ситкә тармаҡланғандарын өҙөп тороу мөһим. Сөнки уңышты үҙәк һабаҡ бирә, - тигән кәңәштәрен әйтте.


Бәрәңгене лә тәмләп үҫтерә белә Зилә Вәли ҡыҙы. Күп ултыртмай, ләкин барыһы ла сортлы бәрәңгеләр. Улар араһында иртә өлгөрә торғандары ла, һуң өлгөргәндәре лә бар. Ҡорттарға ҡаршы дарыу һипмәй, бәрәңгеләге ҡоротҡостарҙы сүпләп тора. Орлоҡҡа бәрәңгене ҡалдырғанда ла үҙенең алымдары: -


Ғәҙәттә көҙөн бәрәңгене ҡаҙып алғас, бер ергә өйөп һалалар ҙа, шул өйөмдән айырып һайлай башлайҙар. Мин улай эшләмәйем. Һәр төп бәрәңгене айырым һалам. Иң тәүҙә орлоҡҡа тигәнен тултырам. Һәр төптән дә алмайым, ә иң күп уңыш биргән төптәрҙән генә һайлайым. Сөнки уларҙың артабан да бәрәңгеһе күп буласаҡ.


Бына шулай - мул уңыш алыу өсөн бәрәңгене мотлаҡ ҙур майҙанда ултыртырға түгел икән.


Төрлө ҡоротҡостарҙан да һаҡланыу сараларын белеү мөһим. Теплица эргәһендә бер нисә төп әрем үҫеүенә иғтибар иттем. Уның да үҙ сере бар - аҡ ҡанатлы көйәләрҙән (белокрылка) һаҡланыу сараһы икән ул.


- Был ваҡ ҡына бөжәк теплицаға керһә, үҫентеләрҙе бөтөрә тиҙәр, ә бына әремде яратмай тип уҡыным. Файҙаһы тейә, әлегә был бөжәктәр күренмәй, - ти Зилә ханым.


Ә сәскәләр бында айырым бер донъя. Сәскәләр – күңел аҙығы, ти уңған хужабикә. Ят, үҙенсәлекле сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Уларҙың күптәрен беренсегә ишетеүем. Төрлө журналдар алдырып уҡыуы ла сәскә, баҡса үҫтереүҙә ныҡ ярҙам итә. Лилейник, люпин, годеция, эшшольция – һанап осона ла сығырлыҡ түгел сәскәләр батшалығындағы матурлыҡты. Улар хаҡында һөйләгәндә йөҙөнөң балҡып китеүе лә Зилә апайҙың был шөғөлгә ни тиклем мөкиббән китеп тотоноуын күрһәтә.


Һөйләшкән арала баҡса оҫтаһының тағы ла бер матур шөғөлө тураһында белдек. Ҡыштың оҙон кистәрендә ул ҡул эштәре менән була. Сигеү, макраме, ҡораманан япмалар хужабикәнең йортон биҙәп, йәм биреп тора.


- Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенә шөғөл таба алмаған ҡатынҡыҙҙарға ҡул эшен тәҡдим итәм. Быға тиклем белмәһәң дә, өйрәнергә була, мотлаҡ килеп сығасаҡ. Үҙем ҡораманан ултырғыс япмаларын эшләргә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына өйрәндем. Ҡул эше күңелде дауалай, үҙенә тартып тора, - ти тормошо йәмле, ғәмле замандашыбыҙ.


Донъяһы балҡып торған, оло йәштә булһа ла теремек, ихлас күңелле апай менән танышыуыбыҙға шатланып, аралашыуҙан кинәнес алып ҡайттыҡ. Тормошобоҙға сағыу биҙәктәр, ҡот өҫтәүҙәре менән үҙенсәлекле Зилә апай кеүектәр.





Фото: автор.
Читайте нас: