Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 02:00

Иғтибар үҙәгендә – балалар майҙансыҡтары

20-31 июлдә республикала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙлек, уңайлы, таҙа һәм яҡын булыуы шарттарына мониторинг үткәрелә.

20-31 июлдә республикала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙлек, уңайлы, таҙа һәм яҡын булыуы шарттарына мониторинг үткәрелә.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың дөйөм хәлде баһалап, балалар майҙансыҡтары, уйын ҡоролмалары зыян килтерергә түгел, ә кескәйҙәрҙең шат тауыштарына күмелергә тейеш, тигән талабын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған эш был. Мониторинг дөйөм рейд форматында муниципаль берәмектәр хакимиәте һәм идарасы ойошмалар менән берлектә алып барыла.
Ихаталарыбыҙҙа булған проблемаларҙы үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Тимәк, проблемалы урындарҙы асыҡлауға ошонда йәшәүсе халыҡ та ҡушылырға тейеш. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тап ошо юлдың һөҙөмтәле булыуын билдәләй. “Чиновниктар һәр бер ихатаға барып етә алмаған хәлдә лә төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендә булған йәмәғәт советтары республика халҡы менән берлектә мәғлүмәт йыя ала», - тип белдерҙе ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. Проблемалы майҙансыҡтарҙың фотоларын ишембайҙар [email protected] адресына ебәрә ала. Административ комиссияға мәғлүмәтте 3-39-13 телефон һандары аша еткерергә мөмкин.
Бәлә аяҡ аҫтында тибеҙ. Көтмәгәндә, тигеҙ урында, ауыр ваҡиғалар теркәлә, кешеләр йәрәхәтләнә, ғүмерҙәр өҙөлә. Күп осраҡта бәләләрҙе иҫкәртә алыуыбыҙ - иң үкендергәне. 17 июлдә Ишембайҙа ла хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙа һорауҙар тыуҙырған үтә күңелһеҙ ваҡиға булды. Ихаталарҙың береһендә уйнап йөрәгән 9 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә балаҫ элеү өсөн тәғәйенләнгән тимер ҡоролма ауа. Бала баш йәрәхәте менән тиҙ арала дауаханаға оҙатылған. Идарасы компанияға ҡарата “Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү йәки эш башҡарыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ҡала биләмәһе территорияһында барлыҡ ихаталарҙа ла махсус ҡоролмаларҙы, балалар майҙансыҡтарын хәүефһеҙлеккә тикшереү буйынса рейдтар ойошторолоуын әйтте. Тәртип һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса идарасы ойошмалар иңендә булған йөкләмәләр менән бер рәттән, граждандарҙан талап ителгәндәргә лә иғтибар бирелә.
- Административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылышлы протоколдар штраф һалыу маҡсатын ғына ҡыумай, иң тәүҙә ул үҙ бурыстарыңа яуаплы ҡарарға өйрәтеү сараһы ла, - тине Азамат Фәрит улы.

Фото: автор.
Читайте нас: