Ауылда йәшәүселәр эшһеҙ ултырырға күнекмәгән. Бигерәк тә оло быуын кешеләре. Баҡсаларын да гөрләтеп үҫтерәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарарға ла өлгөрәләр. Ҡара таңдан кискә саҡлы йүгерһәләр ҙә, хеҙмәттән тәм, йәм табып йәшәй беләләр. Сәлих ауылынан Райхана Әхмәтова ла уңған заттарҙан. Тормош иптәше мәрхүм булып ҡалһа ла, йорт усағын һүрелтмәй, тырышып донъя көтә.
Бәпкә, себеш үҫтереү үҙе бер һөнәр, оҫталыҡ. Райхана апайҙы ихатаһында тауыҡ себештәрен ашатып йөрөгән мәлендә тап иттек. Иллеләгән себеште үҫтереү өсөн аҙ көс китмәгәндер. Хәҙер инде һәр ҡайһыһы 2 килограмм ярымға еткән. Өлгөр хужабикәнең бер себеше лә үлмәй генә өлгөрөп килә. Был, әлбиттә, ҡарай белеүҙән, яҡшы итеп туҡландырыуҙан тора.
- Себештәргә витамин аяҡ аҫтында. Бәләкәйҙән ойоған һөткә тарттырылған бойҙай бутап, кесерткәнде ваҡлап ҡушып ашаттым. Эргә-тирәлә бер кесерткән ҡалманы. Шуға нығынып киттеләр. Үҫә төшкәс, тарттырылған онға бешкән бәрәңгене лә иҙеп ҡушып бирәм. Бәрәңгене шуға ла һәр ваҡыт күп сәсәм, - ти Райхана Әхмәт ҡыҙы баҡсаһына ишаралап.
Ысынлап та, бәрәңге бында байтаҡ майҙанды биләй, уны үҫтереп алыуға ла тырышлыҡ аҙ һалынмай икәне аңлашылып тора. Ярай әле, балалары ярҙамға өлгөрә. Уларҙан бик ҡәнәғәт, балалары өсөн һөйөнөп тора әсәй кеше. Беҙ булғанда ла эргәһендә ейәне Аяз йүгереп йөрөп ярҙамлаша ине.
Бына шулай хеҙмәттән кинәнес табып, балаларҙан дәрт алып, донъя көтә Сәлих уңғаны.