Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 02:00

Бауырығыҙ борсоһа, йыш ауырыһағыҙ…

Был рецепт буйынса әҙерләнгән дарыу майҙарҙы иретә (айырыуса бауыр тирәләй), аппетитты төшөрә, бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә, вирустарға ҡаршы тора, бер-ике килограмм артыҡ кәүҙә ауырлығынан арынырға ярҙам итә, иммунитетты нығыта, организмды таҙарта, бөйөрҙәге һәм үт ҡыуы­ғындағы таштарҙы ваҡлай, тирене йәшәртә.

Яңы ғына өҙөлгән бер ус петрушканы, ике уртаса ҙур­лыҡтағы һарымһаҡ бүлкәтен блендер менән ваҡларға, бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, стакан тулғансы һыу өҫтәргә. Ошо шифалы эсемлекте өс көн буйы иртәнге һәм киске аш алдынан эсергә.

Һуңынан өс көн тик петрушка һәм лимондан ғына әҙерләргә, һарымһаҡ ҡушмаҫҡа. Артабанғы өс көндә йәнә һарымһаҡ ҡушып әҙерләргә. Дөйөм алғанда, туғыҙ көн килеп сыға. Ике аҙна ял итеп алғас, йәнә дауаланыу курсын ҡабатларға.
Иҫкәрмә: хроник гастрит, рефлюкс-эзофагит булғанда, ауырлы ҡатындарға ҡулланыу тыйыла.

Фото: vk.com

Читайте нас: