Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 02:00

Иманлы балалар - киләсәгебеҙ

Үткән йәкшәмбе Йәнырыҫ ауылында балалар араһында Ҡөрьән уҡыу буйынса ярыш үтте. Конкурста ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һаны быйыл 200-ҙән артты. Ата-әсәл әре, олатай-өләсәйҙәре, остаздары балаларға рухи көс биреп, дәртләндереп торҙо.

Үткән йәкшәмбе Йәнырыҫ ауылында балалар араһында Ҡөрьән уҡыу буйынса ярыш үтте. Конкурста ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һаны быйыл 200-ҙән артты. Ата-әсәл әре, олатай-өләсәйҙәре, остаздары балаларға рухи көс биреп, дәртләндереп торҙо.
Йәнырыҫта бындай конкурс уҙғарыу йолаға әүерелгән, тәүҙә ул район кимәлендә ойошторолһа, хәҙер күрше район-ҡалаларҙан да киләләр. Ҡулына Ҡөрьән китабы тотҡан, түбәтәй кейгән малайҙарға, килешле итеп яулыҡ ябынған, оҙон күлдәк кейгән, әҙәплелек бөркөп торған ҡыҙҙарға ҡарап күңел һөйөндө.
Күркәм байрам мөхите урғып торған сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов та килгәйне.
- Балаларҙы Ҡөрьән уҡырға өйрәтеү - ул дингә, хәйерле тәрбиәгә, изгелеккә мөхәббәт һеңдереү. Ҡөрьәнде ни тиклем нығыраҡ өйрәнһәң, шул тиклем кешенең абруйы ла арта. Балалар конкурста ҡатнашырға дәртләнеп килә икән, тимәк, улар иманға тартыла. Еңеүселәргә матур бүләктәр әҙерләп, беҙ уларҙы ҡеүәтләргә тырышабыҙ, - тине Илшат хәҙрәт.
Ғафури, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауаттан имам-хатиптар, Өфөнән Рәсәй Ислам университетынан, Татарстандан дини мәҙрәсәнән дин әһелдәре ҡатнашыуы сараның абруйын тағы ла арттырҙы. Районыбыҙ ауылдары мәсеттәренең имам-хатиптары сығыштары ла йөкмәткеле булды. “Йәнырыҫ – ул балаларға дин тәрбиәһе биреү буйынса Ишембай районы үҙәге булып тора” тигән һүҙҙәр йәнырыҫтарға юғары баһа.
Ысынлап та, Йәнырыҫ мәсетендә дүртенсе йыл балаларға дини ғилем бирелә, әлеге көндә 9 йәштән алып 16 йәшкә тиклем унлап малай һәм ҡыҙ дини дәрестәр ала. Имам-хатип Рәшит хәҙрәт Фәйзуллин балаларға ғәрәпсә яҙырға,Ҡөрьән уҡырға һәм сүрәләр мәғәнәһен аңларға өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр өсөн дә дини һабаҡ алыу мөмкинлеге бар.
- Элек ауылыбыҙҙа дүрт мәсет һәм мәҙрәсә булған. Дини тамырҙар Йәнырыҫта ныҡ, - тип һөйләне Рәшит хәҙрәт. Ошо ҙур сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәткә, ауыл хакимиәте башлығы Минияр Маннановҡа, барса халыҡҡа рәхмәтен дә еткерҙе ул.
Кешеләрҙең иманға, тәртипкә, әҙәпкә ынтылыуы хуплауға лайыҡ. Конкурста балалары, ейәнейәнсәрҙәре менән килеүселәрҙе бик күп осраттыҡ. Этҡол ауылынан Әлфирә апай Әбүбәкирова килене Айгөл, улы Йәүҙәт, ейәнсәре Аиша һәм ейәне Ғимран менән килгәйне.
- Дүрт йәшлек Аиша ейәнсәрем яттан сүрәләр һөйләне. Уның өсөн ҡыуанып торҙом, хатта күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. Былтыр ошо конкурсҡа 14 йәшлек ейәнсәрем Гүзәлде алып килгәйнем. Сараны күреп, шул тиклем күңелем булып ҡайттым, иман нығыныуына һөйөнәм, - тине Әлфирә апай.
Апалы-һеңлеле 11 йәшлек Ынйы менән 7 йәшлек Мәликә Исмәғилевалар ҙа күңелдә һоҡланыу уятты. -
Тәүге сүрәне 4 йәштәр тирәһендә ятланым. Һәр ятлаған сүрә өсөн атайым лего конструкторы бүләк итте. Хәҙер мин биш сүрә беләм, - тине Ынйы. Ә бына кескәй Мәликә әлегә ике сүрә белә. Бәләкәй генә булһалар ҙа алдарына ҙур маҡсат ҡуйған, әҙәпкә, тәртипкә тартылған йәш быуын үҫеп килеүе ҡыуаныслы. Иманлы балалар – иң ҙур байлыҡ булыуын аңлаған ғаиләләр ишәйеүе менән дә көслө бөгөнгөбөҙ.
Ярыш өс майҙанда барҙы. Еңеүселәр араһында ишембайҙар ҙа, башҡа район-ҡалаларҙан килеүселәр ҙә бар. Ҡөрьән уҡыу буйынса 7-11 йәшлектәр араһында 1-се урынды Мәрйәм Дилмөхәмәтова, 2-се урынды Мәрйәм Тайбуғина, 3-сө урынды Аделя Иванова яуланы. 12-16 йәшлектәр араһында тәүге өс урын – Әхмәт Хәйбуллин, Али Йосопов, Ислам Абдуллинда. Ә бына аҙан әйтеү буйынса 1-се урынды Сөләймән Хафизов, 2-се урынды Сөләймән Сарбулатов, 3-сө урынды Әмир Икрамов алды.
Алдан вәғәҙәләгәнсә, беренселекте алыусылар велосипед менән бүләкләнде, икенсе урындағыларға - смартфон, 3-сө урындағыларға Ҡөрьән китаптары тапшырылды. Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы саранан иҫтәлекле бүләктәр менән ҡайтты.
Изгелеккә, иманға, әхлаҡҡа ынтылыш берләштерҙе Йәнырыҫта уҙғарылған конкурсҡа килеүселәрҙе. Изге йола артабан да нығыныр, киләһе йәй балалар тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, йәнә ошо конкурсҡа йыйылыр.
Фото: автор.
Читайте нас: