Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 02:00

Башҡорт килене булырға тырыштым

Бынан 51 йыл элек Ғафури районының Яңы Табын ауылына нефтселәр килеп төштө. Улар араһында ҡара ҡашлы, ҡуңыр күҙле, оҙон буйлы башҡорт егете лә бар ине. Мин, йәш ҡыҙ, уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым, - тип хәтерләй йәш сағын Мария Васильевна Әминева. Хәйер, күптәр уны Мәрйәм еңгә тип кенә йөрөтә.

Бынан 51 йыл элек Ғафури районының Яңы Табын ауылына нефтселәр килеп төштө. Улар араһында ҡара ҡашлы, ҡуңыр күҙле, оҙон буйлы башҡорт егете лә бар ине. Мин, йәш ҡыҙ, уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым, - тип хәтерләй йәш сағын Мария Васильевна Әминева. Хәйер, күптәр уны Мәрйәм еңгә тип кенә йөрөтә.
Бер айҙан рус һәм украин тамырҙары булған Мария менән башҡорт егете Тәлғәткә никах уҡыталар. Иренең тыуған ауылы Иҫәкәйгә тәүге тапҡыр ҡайтҡан саҡта Мария шул тиклем бындағы хозур тәбиғәткә таң ҡала. Егеттең әсәһе Фатима инәй уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, килененең арҡаһынан һөйөп, башына яулыҡ яба. Ул ваҡытта йәш кәләш башҡорттарҙың тормошо, уларҙың йолалары, милли ризыҡтары тураһында бер нәмә лә белмәй. Ҡәйнәһе, туҡмас баҫырға тип, йомортҡа, һыу, он биргәс, юғалып ҡалыуы һаман иҫендә. Марияның ҡамыры килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Башҡа эш менән мәшғүл булһа ла, сабыр ҡәйнәһе киленен янына ултыртып, ҡамыр баҫырға өйрәтә. Бер аҙҙан йәш кәләш башҡортса һөйләшергә лә, башҡорт аштарын бешерергә лә өйрәнә. Йәштәр Фатима инәй менән 17 йыл бергә йәшәй.
Мөхәббәт емештәре булып тәүге ҡыҙҙары Рима донъяға килә. Бер нисә йылдан иренең тыуған көнөнә Мария Васильевна улдары Азаматты бүләк итә. Артабан бер-бер артлы өс бала - улдары Азат менән Айрат, ҡыҙҙары Рита тыуа.
- Ҡәйнәмә бик рәхмәтле мин. Балалар бәләкәйҙән ауыл күреп үҫте, балалар баҡсаһына йөрөмәнеләр ҙә тиерлек. Үҙем Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң 18 йыл Ишембайҙа ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләнем. Ауыр операция үткәреп, психоневрология интернатына тегенсе булып эшкә урынлашырға тура килде. Ҡайҙа ла матур эшләргә тырыштым, - тип һөйләне Мария Васильевна.
Тәлғәт ағай, нефтсе булараҡ, бөтә Башҡортостанды урап сыға, Ҡаҙағстанда ла эшләй. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Ишембайҙа уны яратҡан ҡатыны һәм балалары һағынып көтөп ала. Бөгөн улар 9 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә өләсәй һәм олатай.
- Тәлғәткә тормошҡа сыҡҡанда ул мине яҡларға, бер ҡасан да рәнйетмәҫкә һүҙ биргәйне. Һүҙендә торҙо. Уға бик рәхмәтлемен. Әле сирләһә лә миңә мәшәҡәттәр тыуҙырырға тырышмай. Тормош ниндәй генә ауырлыҡтар килтермәһен, һәр ваҡыт сабыр, бер-береңә терәк булырға, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн йәшәргә кәрәк, - ти Мария инәй.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: