Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 02:00

Аҡ халаты уға бик килешә

2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған яҡташыбыҙ, Этҡол ауылы ҡыҙы Айгөл Рәсүл ҡыҙы Әхмәтйәнова ҡайҙа эшкә барырға икән тип баш ватмай, тыуған яҡтарына юллана.

2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған яҡташыбыҙ, Этҡол ауылы ҡыҙы Айгөл Рәсүл ҡыҙы Әхмәтйәнова ҡайҙа эшкә барырға икән тип баш ватмай, тыуған яҡтарына юллана.
Хәҙер инде ул район үҙәк дауаханаһының 2-се поликлиникаһында тәжрибәле белгестәрҙән һанала. Участка табибы йыл һайын юғары уҡыу йортонда алған белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, үҙенә күҙ төбәп килгән ауырыуҙарға дарыуҙар менән генә түгел, аҡыллы кәңәштәре менән дә ярҙам итергә тырыша, сирлеләргә йөрәк йылыһын бирә. Бергә эшләгән иптәштәре менән дә уртаҡ тел табып, ололарының аҡыл-кәңәштәрен тыңлай, тәжрибә менән уртаҡлаша. Етәкселәр ҙә табиптың үҙ эшенә яуаплы ҡарағанын күрә, шуға күрә йәш белгесте үҙе эшләгән поликлиниканың терапия бүлексәһе мөдире итеп үрләтәләр. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Кешенең холоҡ-фиғеле, тормошҡа булған ҡарашы тураһында уның күҙҙәре һөйләй. Айгөл Әхмәтйәнова менән осрашып һөйләшкәс, шундай фекергә килдем.
- Һөнәремде бик яратам, - тип башланы ул һүҙен. – Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙан да изге эш юҡ донъяла. Бәләкәй саҡтан бер генә хыялым бар ине – табип булыу. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Эшемдә лә, тормошомда ла бик бәхетлемен, - ти ул. Шул бәхеттән Хоҙай һине айырмаһын, тип өҫтәйем мин.
Фото: автор.
Читайте нас: