Тормошобоҙҙо күркәм кешеләр биҙәй. Ундайҙарға ҡарап һоҡланабыҙ, улар кеүек булырға тырышабыҙ. Бәләкәй Байыҡ ауылынан “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсында 1-се урын алыусы Рәмил менән Гөләйшә Хисмәтуллиндар ихатаһын барып күргәс, арабыҙҙа ни тиклем ҡыҙыҡлы, матур кешеләр йәшәүенә йәнә бер инандыҡ.
Ҙур, матур йорт, тирә-яғы йәшеллеккә күмелгән төҙөк ихаталары менән генә түгел, экзотик йәнлектәр, ҡоштар аҫрауҙары менән дә ғәжәпләндерҙе был ғаилә. Әйткәндәй, конкурста улар беренсегә ҡатнашмай, элек тә еңеү яулағандары булған. Беҙ барып төшкәндә ғаилә башлығы эштә ине, Гөләйшә апай ихлас йылмайып, ҡапҡанан уҡ ҡаршы алды.
- Конкурста ҡатнашабыҙ тип махсус рәүештә әҙерләнмәнек, был беҙҙең ғәҙәти тормошобоҙ, - тип һөйләп алып китте Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы ихаталары менән таныштыра-таныштыра. - Ауылыбыҙ ҙа бит бигерәк матур, шифахана һымаҡ. Ике яҡтан шишмә аға, һыуын хатта ҡаланан килеп алалар. Халҡы ла һәйбәт, тырыш.
Ысынлап та, донъялары һоҡланырлыҡ. Теплицалары ғына 5 сутый майҙанды биләй. Һигеҙенсе йыл ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнәләр икән. Йылына 6-7 тонна уңыш йыялар. Әйтеүе генә еңел, уйлап ҡараһаң, бының өсөн аҙ тир түгелмәй. Быйыл тәүге уңышты май урталарында алғандар. Помидорҙары ла бар, миҙгеленә ул яҡынса 300 килограмға етә. Хисмәтуллиндарҙың ҡыярҙары тәмен таныштары ла белеп бөткән, өйгә лә һорап киләләр, баҙарға алып барһалар ҙа “һә” тигәнсе алып бөтәләр. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күргәс, эшләүе лә күңелле. Ҡыяр-помидор үҫтереү менән генә туҡталып ҡалмаған ғаилә. Дүрт сутый ерҙә еләктәрҙең 7-8 сортын үҫтерәләр. Был татлы тәмлекәсте үрсетеү ҙә уларҙың күптәнге шөғөлә.
Ауылда йәшәгәс, малтыуар тотмауҙы ла күҙ алдына килтермәй Хисмәтуллиндар. Ике һыйырҙың һөтөн эшкәртеү көндәлек эштәр рәтендә. Башмаҡ, быҙау, ҡуй һарыҡтары, кәзә – барыһы ла тәрбиә талап итә. Кәзә һөтөнөң шифалы ҡымыҙынан да өҙөлмәйҙәр икән. Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел шул. Теҙелешеп ултырған умарталар ҙа хужаларҙың егәрлелеге билдәһе.
Көнгә сыҡһаң, теплицалағы эш, мал-тыуар тирәһенән тиҙ генә бушармын тимә. Шуға ҡарамаҫтан, күңелдәренә оҡшаған йәнә бер ҡыҙыҡлы шөғөлдәре бар – хәҙер инде ун йыллап улар экзотик йәнлектәр тота, ҡоштарҙың ниндәйен генә күрмәҫһең! Махсус бүленгән урында һикерешеп уйнаған Алтай тейендәрен күреп, ғәжәп иттек. Ҡойроғо төрлө төҫтәр менән балҡыған тауис та ихатаның бер биҙәге. Бынан тыш фазандар, ағуналар, тоҡомло тауыҡтар, һайрау ҡоштар – ҡарап йөрөп кенә лә башың әйләнер. Күңелдә ҡыҙыҡһыныу булғанда, уларҙың матурлығын күрә белгәндә генә аҫрарға мөмкин ошондай ғәҙәти булмаған йән эйәләрен. Тейешле шарттар тыуҙырыу, дөрөҫ итеп туҡландырыу – барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Инкубаторҙа йомортҡаларҙан ҡошсоҡтар сығарып тәрбиәләй белеүҙәре лә үҙе бер оҫталыҡ.
“Был тиклем эшкә нисек өлгөрәһегеҙ?” тигән һорауымды бирмәй булдыра алманым.
- Ике улыбыҙ, ике киленебеҙ бар. Ишембайҙа йәшәһәләр ҙә ҡайтып торалар. Бәләкәй булһалар ҙа дүрт ейәнсәребеҙ ҡул араһына инеп килә. Улар ҙа ҡош-ҡорт ашатыуҙа ярҙамсылар. Бергәләп тырышабыҙ, - тип ҡәнәғәт йылмая ул. Гөләйшә апайҙың килендәренә “ҡыҙҙарым” тип өндәшеүе лә күңелде иретте.
Тағы ла бер матур сифаттарына иғтибар иттек. Был ғаиләлә ир, атай абруйы юғары. Әхлаҡ, иман төшөнсәләренә лә ҙур иғтибар бирелә.
- Балаларҙы дингә таянып үҫтерҙек. Байрамдар беҙҙә бер ниндәй спиртлы эсемлекһеҙ үтә. Өйҙә рюмкалар ҙа юҡ. Шуға ла бәхетле һәм тыныс йәшәйбеҙ, - ти Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы.
Бына шулай төрлө яҡлап өлгө булырлыҡ Хисмәтуллиндар. Улар өсөн ғәҙәти хәл - айыҡ байрамдар үткәреү кеүек ошондай матур ғәҙәттәр йәмғиәтебеҙҙә нығыраҡ таралһын, тамырланһын ине.