“Герой әсә” исеме – Советтар Союзының юғары почетлы исеме һәм ордены. Советтар Союзының Юғары Президиумы тарафынан 1944 йылдың 8 июлендә раҫланған. Шулай итеп, был тарихи ваҡиғаға быйыл 75 йыл булып киткән. Һуңғы тапҡыр “Герой әсә” ордены 1991 йылдың 14 ноябрендә СССР Президенты указы менән тапшырылған булған.
Уға алмашҡа килгән “Әсәлек даны” миҙалы Башҡортостанда 1998 йылдан тапшырыла. Дәүләт наградаһына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә. 1998 йылдан алып, Башҡортостанда 7500- ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған. Улар араһында йөҙләгән Ишембай әсәләре булыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ.
Фотолағы был күркәм йәш әсәләрҙе Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты һәр йылдағыса Һабантуй байрамын үткәргән мәлдә төшөрөп алдыҡ. Юҡ, миҙал алырлыҡ булмағандар әле, бөтәһе лә алда. Әммә бындай булдыҡлы, балаларым, ғаиләм тип йән атҡан гүзәлдәргә ышанырға була.
- Өс ул үҫтерәбеҙ, өлкән икәүһе ошо гимназияла белем ала, уҡыуҙа, спортта уңыштары менән һөйөндөрөп торалар, - ти бәләкәсен уятырға баҙнат итмәгән Венера Солтанова. – Мәктәп Һабантуйын ғаилә байрамы кеүек ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, балалар имен булһын, атай-әсәйҙәр йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәһен.
Уның һүҙҙәрен районыбыҙ һандуғасы, шулай уҡ ике ул әсәһе Регина Төхвәтуллина менән Гөлнара Хәйретдинова ла ҡеүәтләне.
Гөлнараға ла “Әсәлек даны” миҙалына дәғүә итеүгә “саҡ ҡына” ҡалған – ике ҡыҙына, улына һөйөнөп, ғаилә иң изге маҡсаттар менән йәшәй. Данлы ул-ҡыҙҙар табыу, төн йоҡоларын ҡалдырып бағыу беҙҙең иңдә, әсәйҙәр!