Бөгөн төҙөлөштә туңырға яҙмаған икән. Бригадалағы өс ҡыҙҙы урында ҡалдырып, һигеҙ егеткә ниндәйҙер “мөһим бурыс үтәргә” ҡушылды. Улар, тимер юл составын бушатырғалыр, тип фараз иткәйне лә, бурыс үтәү бөтөнләй Черниковкала түгеллеген әйттеләр. Егеттәргә лом-көрәк, ҡорос тростар алырға ҡуштылар.
Октябрь айы үҙенең һуңғы көндәрен һанағанлыҡтан, ҡояш сығыу менән, ҡолап төшөүенән шөрләгәндәй, юғарыға ынтылмайынса, горизонт буйлап ергә яҡыныраҡ шыуышты. Арый, ул да хәлһеҙләнәлер, күрәһең. Йылытыуы ла ташҡа үлсәйем. Быйыл, ғөмүмән, иртәрәк арыны шикелле, октябрь урталарында уҡ Ағиҙел, Ҡариҙел ҡабат иремәҫлек булып туңды. Шуныһы хөрт – ҡар юҡ. Әлбиттә, төҙөлөш өсөн уңайлы, ә инде икенсе яҡлап, ҙур ғына ауырлыҡтар менән сәселгән арыш ужымын һәләкәт көтә.
Уларҙы ни өсөндөр Ҡариҙелдең түбән яғына ҡарай алып киттеләр. Һигеҙ егеттең береһе Әсхәт ине. Кемдер:
– Мунса эшләмәй, имеш, һыу индерергә илтәләрҙер, – тип шаяртмаҡсы иткәйне лә, ҡеүәтләүсе булманы. Туң ерҙә ботинкалар ғына шаҡылданы.
Яр ситендә, өйөлөп туңған боҙ өҫтөндә, ҡарҙың тәрәнлеге ус киңлеге самаһы бар ине. Йылғаны ике яғынан да ҡара урман ҡаймалай. Йәйен гөрләп торған донъя бөгөн бик шыҡһыҙ.
Уңда ярайһы уҡ бейек тау теҙмәһе, ә ҡаршы яҡта күҙ алымы еткәнсегә йәйелгән эре ағаслыҡтар, әрәмәләр, боҙ менән ҡапланған эре-эре күлдәр – Әсхәт өсөн быларҙың бөтәһе лә серле ине. Сөнки ул бындай донъяны тәүге тапҡыр күрә.
Сәрмәсәнде лә уң яҡтап Ағиҙелгә тиклем тауҙар теҙмәһе оҙатып бара, әммә ләкин улар күптән шәрә, ҡаршы яғындағы алыҫ-алыҫтарға йәйелгән элекке ағаслыҡтары, инһәң аҙашырлыҡ әрәмәләре юҡҡа сыҡҡан. Унда иген баҫыуҙары. Әлбиттә, ул төбәктәр ҙә заманында урмандарға күмелеп ултырған тик бер-береһенә ялғанырлыҡ булып теҙелгән ауылдарҙа көн итеүселәр ике-өс йөҙ йылдар дауамында ҡарурмандарҙы юҡҡа сығарған. Сөнки борон-борондан беренсе урында тамаҡ туйҙырыу мәсьәләһе торған.
Әсхәттең тыуған ауылы Яңыһаҙҙы ялан уратҡан. Әҙәм балаһы үҙе яһаған ялан, дала.
Төркөм өҫтө боҙ менән ҡапланған Ҡариҙелдең ситенән түбән ҡарай юлланды. Ярай әле йылғаның сите алданыраҡ туңған – ун метр самаһы киңлек быялалай тигеҙ, өҫтөндә ҡар һаҡланғанлыҡтан, атлауы уңайлы, таймай. Шул боҙҙан һыу ситенә терәлгән ере буйҙан-буйға ике бармаҡ һыйырлыҡ ярылған. Быға туңдырғандан һуң һыуҙың кәмеүе сәбәпсе.
Эйе, бөтә бәлә көҙҙөң ҡоро килеүендә.
Байтаҡ атлағандан һуң яр ситендә ҡарайып ултырған ниндәйҙер ҙур кәмә эргәһенә яҡынлаштылар. Өҫтөндә таҡталар менән көпләнгән билдәһеҙ өс нәмә тора. Былар ябай йөк түгел, ә ҡиммәтле йыһаз ине.
Егеттәр килеп туҡтағас, тышлы тун кейгәне алғараҡ сыҡты. Йөҙөн нығыраҡ асырға теләпме, бүркен күтәрә төштө.
– Эш шунан тора: беҙҙең заводҡа килеүсе баржа бәләгә тарыған. Уға тейәлгән йөк бөгөнгө көндә алтындан да ҡиммәтерәк. Күреп тораһығыҙ, юлын аҙағынаса дауам итә алмайынса туңып ҡалған. – Тирә-йүнгә ҡаранды. – Былар… станоктар! Бәләнең ҙуры – береһе һыу төбөндә. Боҙ аҫтында. Бурыс – шуныһын сығарыу. Нисекме? Уйлашайыҡ. Һөйрәшергә тағы кешеләр киләсәк. Бына шул.
– Ашығырға кәрәк. Боҙ ҡалыная бара. Станок иртәгә эшләй башларға тейеш, – тип мәсьәләнең мөһимлегенә баҫым яһаны туны тышланған кеше эргәһендә тороусы.
Тынлыҡ урынлашты. Тәбиғәт тә тәрән уйға ҡалғандай тойолдо: ел дә иҫмәй, ботаҡ та һелкенмәй, хатта ҡаршы ярҙағы бер генә урамлы ауылдағы эттәр ҙә шымып ҡалған.
– Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Фекерҙәрегеҙ? – Тунлы кеше үҙен уратып алған һәр кемдең йөҙөнә баҡты.
– Тәүҙә боҙҙан араларға кәрәк. Юҡ, улай түгел… – тине иҫке тун, бүркенең ҡолаҡтарын төшөрөп кейгән һаҡаллы кеше. Ул тире бейәләйенең береһен һалып ауыҙы ситтәрендә бармағын йөрөттө. Бәлки, мыйығына йәбешеп туңған боҙҙо иретәлер.
– Һөйлә-һөйлә, Панкрат Карпович, – тип уға боролдо баяғы кеше. – Тыңлайбыҙ.
– Былай итәйек: яҡты күҙҙә күп итеп утын әҙерләргә кәрәк. Усаҡ һәр ваҡыт дөрләп торһон. Шунан боҙҙо асырбыҙ. – Ул теге кешегә яҡынайҙы. – Батҡан йөк ошолар кеүекме? – Баржаға ымланы.
– Эйе, шундай уҡ булырға тейеш.
– Тимәк, аҙым менән үлсәргә лә шунан ҙурыраҡ итеп һыу ситенә тиклем боҙ асырға кәрәк. Ә тросты нисек эләктерергә? Багор менән генә булмаҫ. Һыуға төшөргә тура килмәгәйе…
Панкрат Карпович Захаров Ҡариҙелдең ҡаршы яғындағы ауылдан. Шунда тыуып бөтә ғүмерен шунда үткәргән. Баржа менән күңелһеҙ хәл килеп сыҡҡас, мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, төҙөлөшкә ашыҡты ла бар белгәнен һөйләп бирҙе. “Әгәр катер йөрөтөүсе һағыраҡ ҡыланһа, баржаның артын ярға яҡынайтыр өсөн ҡат-ҡат төкөтмәһә, өҫтәге йөктәрҙең береһе, моғайын, ҡоламаҫ та ине”. Был уйҙарын эсендә ҡалдырҙы. Катер йөрөтөүсенең хәлен ҡатмарлаштырыуҙан шикләнде.
– Йәй түгел бит, тросты тотоп сумырға, – тип һөйләнде, йөрөнөп алды. – Октябрь аҙағы… Йылдар әллә нимә эшләне, юғиһә байрамда күлдәксән йөрөгән саҡтар ҙа бар ине бит.
– Сумып, тиһеңме… – Тышлы тун кейгән кеше баржаны урап сыҡты. – Сумып…
Ул арала ҙур төркөм яҡынайҙы.
– Былай итәйек, кемдер хәҙер үк… Юҡ, үҙем сығам ауылға. Бер нисә егет кәрәк. Балта-бысҡы алып киләйек. Ауыл халҡына ла әйтәйек. Булдыра алғандар ярҙамлашыр. – Ул өс егетте эйәртеп, ике яғына маяҡ итеп ҡаҙалған ағас ботаҡтары араһындағы һуҡмаҡтан китте. Йылғаның өҫтө тигеҙ туңмағанлыҡтан, юл борма-борма ине.
Тәүҙә мәке уйып, оҙон ҡолға менән станоктың ҡайһы тирәлә ятҡанлығын самаларға ҡарар ҡылдылар. Шуға күрә урмандан беләктән нәҙегерәк оҙон ағасты киҫеп килтереп, мәкегә тыҡтылар. Ағас шунда уҡ ҙур нәмәгә бәрелде һәм уны ҡыйғаслап йөрөтә-йөрөтә, ҡайһы тирәлә һәм ниндәй тәрәнлектә ятыуын самаланылар. Шул урындың боҙон киҫеп, һыу өҫтөн асыу башланды. Боҙҙоң өҫтөндә күмәкләп йөрөү ҡурҡыныс, уны ватыу ҙа бик еңелдән түгел. Тейешле күләмен бер нисәгә бүлгеләп, уларҙы боҙ аҫтына батырып, ағыҙып ебәрергә килештеләр.
Ул арала ауылдаштары менән Панкрат Карпович та килеп етте. Балта, бысҡыларҙан тыш ҡулдарында айырым-айырым уралған бер нисә арҡан да бар ине.
Хәҙер төп эште – һыу төбөндә ятҡан йөктө нисек тә булһа тросҡа ныҡлап эләктерергә, дөрөҫөрәге, уны уратып, ҡыҫып бәйләргә. Ысҡынырлыҡ булмаһын. Ҡармаҡҡа ҡапҡан ташбаш түгел, ҡабат эләгер әле, тип ҡул һелтәй алмайһың. Алда башың менән яуап бирә торған бурысты үтәү тора. Етмәһә, төптә ятҡан станокты көпләгән таҡталар ҙа һынған, шикелле, ҡолғаны ҡуҙғатҡанда шулай тойолдо.
Әсхәт ауылға барып арҡан алып килеште. Боҙ ҙа ватышты, тик һыуға батҡан әйберҙең нимә икәнлеген, ниңә бөгөн үк һөйрәп сығарырға тейешлеген аҙағынаса аңлай алманы.
Трос осон арҡанға бәйләп түбән төшөрҙөләр һәм йөктө уратып ярға тарттылар, элмәк яһап һөйрәп ҡаранылар, тик нисек кенә һаҡлыҡ күрһәтмәһендәр, трос таҡталар менән көпләнгән станоктан ысҡына ла китә. Хатта һынған таҡта киҫәктәре лә һыу өҫтөнә ҡалҡып сығып йөҙөп йөрөнө. Ул ғынамы, асылған урын ҡабаттан туңа башланы.
– Кемгәлер сумырға тура килер, дуҫтар, – тип тышлы тун кейгән кешегә баҡты Панкрат Карпович. – Ҡараңғы төшкәнсе ярға сығара алһаҡ, ярты эш башҡарылыр ине, начальник.
– Егеттәр! – тип эргәһендәгеләргә мөрөжәғәт итте тегеһе. – Кемделер мәжбүр итергә хаҡыбыҙ юҡ. Мәсьәләнең етдилеген аңлап тораһығыҙ. Ҡабаттан әйтәм, станокты ҡотҡарырға кәрәк. Фронт һорай, Сталин ҡуша. Һәр берегеҙҙе яҡындан белмәйем. Әгәр ҙә мөмкин икән, үҙ-ара һөйләшеп хәл итегеҙ.
Төркөмдәгеләр кәңәшләшә башланы… Ете ҡат үлсәргә, бер ҡат киҫергә кәрәк… Аранан берәү:
– Шундай егет бар барлыҡҡа, – тип һүҙ ҡушты. – Тик ашығырға ярамаҫтыр.
– Кем ул? Ашығырға кәрәк шул.
Өлкәнерәк берәү Әсхәтте етәкләп тигәндәй уртаға сығарҙы.
Начальник уның эргәһенә килде.
– Ул алтыла. Сәрмәсән буйындағы ауылдан. Топорниноға егерме саҡрым.
– Ҡурҡыныс бит. Сирләйһеңме берәй ауырыу менән?
– Бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Һалҡын ғына. Билгә тиклем ҡыш та батҡаным бар. Тал алып ҡайтҡанда.
Начальник “тал” тигәнен аңламаны, әлбиттә, уныһы мөһим дә түгел. Ул Әсхәттең арҡаһына еңелсә генә һуғып ҡуйҙы, йылмайырға тырышһа ла, йөҙө ифрат етди.
– Нимә, иптәштәр, тәүәккәлләйбеҙме? Панкрат Карпович, һин ҡайҙа?
Ауыл ҡарты ашығып эргәһенә килеп баҫты.
– Башҡаса сара юҡ. Егетте һаҡларға тейешбеҙ. Бына иҫке булһа ла быйма. Бына толоп. Инәнән тыума сисендерербеҙ. Сөнки һыуҙан сыҡҡас еүеш кейемдә туңасаҡһың. Был эште шулай башҡарырҙы белгәндәй Анастасияма мунса яғырға ла ҡуштым. Бындай хәлгә юлыҡҡаным юҡ ине. Дөрөҫө шулай. Ризаһыңмы, сынок, тәүәккәлләйһеңме? Кемдәрең бар?
– Әсәйем, ике ҡустым, атайым фронтта.
– Тәүҙә аңлатайыҡ. Станок бына ниндәй… – Начальник ерҙә ятҡан сыбыҡты алып ҡарға һыҙа башланы. – Өҫтәл кеүегерәк. Өҫтөндә, тегеү машинаһын күргәнең бармы, шуға оҡшаш өлөшө бар, бер башы айырылыбыраҡ тора. Шуны эләктерә алһаҡ шәп булыр ине. Йәки анауы йәшниктәрҙе күрәһең бит, аҫҡы өлөшөнән уратып сығар. Һәрмәп белерһең. Йәһәт эшләргә кәрәк, һыу аҫтында оҙаҡ тороп булмай.
– Ҡырҡ, иллегә һанағансы сыҙағаным бар.
– Молодец, егет. Молодецтан башҡа һүҙ юҡ. Эште башҡара алһаҡ, атайыңа ла, әсәйеңә лә рәхмәт хаты яҙып ебәрербеҙ.
Усаҡ эргәһенә алып барғас, Әсхәт тиҙ генә ботинкаларын һалып быйма кейҙе, шунан сисенеп, йылытылған толопҡа төрөндө. Бер осо йылытылған дилбегәне ныҡ итеп биленә бәйләнеләр.
Боҙ өҫтөнә ингәндә берәү, туңырға ирек бирмәү өсөн, һыуҙы таяҡ менән болғай ине.
– Эйе, – Әсхәт башын ҡаҡты ла трос осона беркетелгән дилбегәне беләгенә урап, ҡара һыуға төшөп китте.
Иң элек тәнен меңәрләгән энә сәнскәндәй тойолдо уға, түҙә алмаҫлыҡ һыуыҡ өтөп алды, хатта секундҡа ғына усаҡ ялҡыны бәрелгәндәй булды.
Йылға тәрән һәм һалҡын. Әсхәт таҡталарҙан айырылмаҫҡа, уларҙы һәрмәп, уларға йәбешеп хәрәкәтләнергә кәрәклеген аңланы. Ысҡынып боҙ аҫтына киттеңме, башҡаса өҫтәге донъяны мәңге күрмәүең ихтимал. Күҙҙәр асыҡ булыуҙан мәғәнә юҡ – гүр ҡараңғылығы. Төптә ташлыҡ. Әсхәт аяҡ бармаҡтары менән ҡырсынға тибеп, яр яғын самалап, алға һәм өҫкә ынтылды. Башын сығарғас, усаҡ яҡтылығын күрҙе, һыу ситендәге кешеләрҙе шәйләне. Күкрәк тултырып һауа һулағас, дилбегәне уларға һуҙҙы.
– Тегеү машинкаһын тойманым. Ҡайҙа икенсе трос?! – тип ҡысҡырҙы тештәрен шаҡылдатып. – Тиҙерәк!
– Юҡ, юҡ, сыҡ давай, етте! – тип яуапланылар.
– Бер ингәндә бирегеҙ! – Әсхәт туңыуынан ҡурҡҡандай, кәүҙәһен һыу аҫтына төшөрҙө.
– Килтерегеҙ дилбегәне! – Ҡысҡырған кеше епте егеткә тоттороу өсөн тубығына тиклем һыуға инде. – Мә! Аҫта оҙаҡ торма!
Әсхәттең башы яңынан һыу аҫтында юғалды. Ярҙағылар шым булды. Секундтар, әйтерһең, минуттарға, сәғәттәргә әйләнде – уны көттөләр. Ниһайәт, Әсхәттең башы күренде. Ул сәсәп:
– Мәгеҙ! Эләктерҙем шикелле, – тип дилбегәне һуҙҙы.
Зарығып көтөлгән һүҙҙәр һыу аҫтынан уҡ ишетелгәндәй тойолдо. Әсхәт һыу төбөндәге таштарға ла, яр ситендәге ҡарға ла иғтибар итмәй усаҡ яғына ынтылды. Уның өҫтөнә толоп ырғыттылар, күтәреп алып аяҡтарын ҡоро быймаға тыҡтылар. Усаҡ эргәһенә еткәс, толоптоң ике сабыуын асып салбарын, күлдәген кейҙерҙерергә тотондолар.
– Ауылға! Һис кисекмәҫтән ауылға! Минең өйгә! – Панкрат Карпович Әсхәт тирәһендәгеләрҙе ашыҡтырҙы. Шундуҡ мунсаға!
Ауыл ҡарты эргәһенә тунлы кеше килде.
– Егеткә ул-был булмаҫтыр? – Эргәһендәге кешегә ымланы, тегеһе түшенән шешә сығарып, Панкрат Карповичҡа һондо. – Ал, ал, Карпыч, – тине арала әйҙәүсе, етәксе булып һаналғаны. Ҡарттың ҡолағына эйелде лә бирҙе, – спирт…
– Шәп нәмә! Бындай осраҡта – хазина! Тәнен ыуырға кәрәк, бер стаканды эсергәндә лә ҡамасауламаҫ. – Шешәне һырған салбары кеҫәһенә тыҡты. – Йылына торһон.
Шул саҡ былар эргәһенә түңәрәк йөҙлө берәү килде лә, киң ҡара ҡаштарын күрһәтергә теләгәндәй, бүркен күтәрә бирҙе.
– Тростарҙың икеһен дә эләктерҙе. Тартып ҡараныҡ, йөк урынынан ҡуҙғала биреп ҡуйҙы. Ҡана, ҡосаҡлайым үҙен!
– Күккә сөйөргә булыр ине, – тине Панкрат Карпович. – Ә мин уны мунсала имән миндек менән сабасаҡмын. Теге йөгөгөҙҙө, егеттәр, бик һаҡлыҡ менән, самалап ҡына эш итегеҙ, тростарығыҙ ысҡына күрмәһен. Боҙ ситенән багор ярҙамында шуплаштырып торһағыҙ ҙа ярай. Тростар өҫкә шылмаһын!
Ҡорос тростарҙы яр ҡырына тиклем һуҙҙылар ҙа һыу ситенән үк шуларға йәбештеләр. Яҫы битле әҙәм артабанғы эш менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алды.
– Мине тыңлағыҙ! Мин команда биргәс кенә тартабыҙ. Һаҡлыҡ кәрәк. Кинәт хәрәкәт тыйыла. Аңлашыламы? Кем ғәйебе менән трос ысҡына икән, шул һыу аҫтына төшәсәк.
– Аллам һаҡлаһын. Был шаярыу ғына була күрһен, – тип янауҙы төҙәтә һалды Панкрат Карпович.
– Бер, ике, өс! Әкрен генә һынап ҡарап ҡына! – Етәксе команда бирҙе. Тотонған һәр кеше бөтә көсөн тростарға һалды. – Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, һелкенде. Ҡуҙғалды! Шыуһын…
Һыу өҫтөндә урындыҡ таҡтаһы кеүек нәмә күренде.
Кем ҡысҡырғанын, башлап кемдең ҡыуанғанын белерлек түгел. Һәр хәлдә күңелле тауыш ине.
“Кешенән дә көслө йән эйәһе юҡтыр фани донъяла. Бындай йөктө, моғайын, НАТИ-ҙа тарта алмаҫ ине” тип уйлап усаҡ яғына атланы ауыл ҡарты.
– Йылындым, – тине Әсхәт. – Әгәр ҙә тартышһам, тирләрмен дә.
– Юҡты һөйләмә, әйҙә өйгә. Сәләмәтлек менән шаярырға ярамай. Иртәгә түгел икән, зәхмәте ике-өс айҙан килеп сығыуы ихтимал. Шешеп…
Әсхәт, Панкрат Карпович, уларҙы оҙатып ҡуйырға тейеш тағы йәнә ике кеше маяҡлы һуҡмаҡҡа ҡарай атлағанда серле йөк метрҙай күтәрелгәйне һәм яр ситенә байтаҡ яҡынайғайны.
– Улым, ҡара! Ғорурлан! Ниндәй эш башҡарғаныңды аңлайһыңмы? – тип ҡысҡырҙы ауыл ҡарты. Толобо салғыйын һөйрәтеп атлаған Әсхәттең арҡаһынан шапылдатып.
Әсхәт өндәшмәне. Әлбиттә, күрә ине ул, сөнки бөтә иғтибары шунда йүнәлгән. Ап-аҡ булып һуҙылып ятҡан Ҡарғиҙел дә, ике яғындағы ҡарурмандар ҙа, тәҙрәләрен йылғаға ҡаратып теҙелгән урам өйҙәре лә күҙенә салынманы. Ихатаға ингәс, Панкрат Карпович алдан барып солан ишеген асты ла Әсхәткә инә торорға ҡушты. Оҙатып килгән ике егеткә боролдо.
– Бына нәмә, аҙбар эргәһендә ҡаплап ҡуйылған анауы тимер мискәне күрәһегеҙме? Күрһәгеҙ, шуны арғы яҡҡа алып сығығыҙ. Төбө иләк кеүек булған инде. Тирәсе һәйбәт. Ҡабырғаһынан ярып турайтып шуны йөк аҫтына ҡыҫтырырһығыҙ. Алғы яғын саңғы башы кеүек бөгә төшөгөҙ. Шыуырға йәтеш булыр, йөккә тим. Юғиһә, мендерә торған ер ташлы, тигеҙһеҙ. Аңланығыҙмы? Начальнигығыҙға, Захаров бабай өйрәтте, тиерһегеҙ. Ашығығыҙ…
Оҙата килеүселәр ҡапҡанан сығыу менән мискәне этә-тибә шалдыр-шолдор тәгәрләтеп тә киттеләр.
– Күтәреп барһалар… – тип һөйләнде Панкрат Карпович ҡулын һелтәп. – Йәштәргә ҡыҙыҡ кәрәк.
Ҡарт ишегенә ҡарай йүнәлде. Ҡабат боролоп ҡапҡаһына килде. Уны асып, ҡаршы яҡтағы текә тауҙарға баҡты. Шуларҙың икеһе араһынан тар, бормалы юл күтәрелә. Аҫта, Ҡариҙел ситендә, усаҡ дөрләй, кешеләр хәрәкәтләнә. Улар ниндәйҙер йыһаздар ҡотҡара. Һуғыш өсөн бик кәрәкле, үтә мөһим станоктыр ул. Тәрән серҙер, моғайын. Хатта начальниктар ҙа бер-береһенә исемдәре, фамилиялары менән әйтеп һөйләшмәй. “Бәлки, улар ҡайҙандыр күсереп килтерә торған заводтың кешеләрелер? Имеш, Богородский ауылы эргәһендә тотош завод төҙөләсәк. Завод иһә йыһаздары менән генә түгел, бөтә эшселәре, ғаиләләре лә килгән. Шул тиклем халыҡты ҡайҙа урынлаштырып бөтөрөргә белмәйҙәр, ти…”
Арғы яҡта ҡайнаған эш менән туны тышланған шул кеше етәкселек итә. Мәсьәлә үтә мәһимдер, юғиһә йөктө һыуҙан сығарғас та ҡайтып китер ине.
Былай ул ҡәҙәре ығы-зығы һиҙелмәй. Әйтерһең дә, күп тапҡырҙар башҡарылған таныш эш ҡабатлана.
– Бында икәнлегеңде белдер, – тип Әсхәттең беләгенә ҡағылды Фазылбәк. – Иҫәп алып бараларҙыр.
– Кәрәкһә, күрерҙәр, – тип һөйләнде егет, килгәнен әйтергә ҡыйынһынып.
– Күп йылдар буйы күҙәтеү аҫтында йәшәгәнлектән, тәртипте яҡшы беләм. Колхозда ла хатта юғалып тора алмайһың. Шуны аңла, һин бында һалдат хөкөмөндә. Бар, бар, етем бала кеүек торма, әрһеҙерәк бул.
Фазылбәктең күп һөйләнеүе Әсхәттең асыуын килтерҙе. Әйтерһең дә, үҙе белмәй. Бындамы? Бында. Ул усаҡ яҡтыһында ҡарға ҡаҙалған ломды шәйләне һәм шуны алып, башҡалар кеүек этергә булашты.
Станокты тышлаған таҡталар ватылып, ҡубып таралғанлыҡтан, ул тик тимерҙән генә ҡалғайны. Эйе, был ысынлап та токарь станогы. Әсхәт ундайҙарҙы тимер юл платформаларынан төшөрөштө, шуларҙы “буласаҡ цех” тигән ергә һөйрәште, соҡорға иҙмә тултырып, нигеҙ ҡоролған урынға ултыртышты. Ул ғынамы, стенаһыҙ, түбәһеҙ шул цехта ҡайһы берҙәре зырылдап эшләй хәҙер. “Тәүге деталдәр”. “Былай булғас, моторҙар бар”, – тигәнде ишетте.
Моторҙар. Ә шул моторҙарҙы төҙөр өсөн йыһаздарға эйәреп килгәндәрҙе ҡайҙа урынлаштырырға? Пароходтарға ла, поездарға ла тейәлешеп киләләр – шул тиклем кешегә алдан уҡ торлаҡ йорттар әҙерләнеп ҡуйылмаған бит. Өфөләге ғаиләләрҙең дә күбеһе ауыр шарттарҙа көн итә…
Кемдер Әсхәттең арҡаһына еңелсә генә һуғып алды. Башын күтәрҙе. Берәү уға текләп ҡарай ине. Ә, теге тунлы кеше. Эргәһендә Фазылбәк тора.
– Хәлең нисек? – Начальник егетең йөҙөн яҡшыраҡ күреү өсөн Әсхәтте усаҡ яҡтыһына бора бирҙе. – Һыуға сумыусы һин бит?
– Ул, ул! – тип дөрөҫләргә ашыҡты Фазылбәк. – Минең яҡташ. Әлегәсә Захаров өйөндә булды. Панкрат эсендә бер һыуыҡты ла ҡалдырмай ҡыуып сығарҙы мунсала. Үҙем шаһит.
– Иртәнгә ҡәҙәр ятырға кәрәккәндер.
– Юҡ, бер ерем дә ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа.
– Ҡара уны, әгәр ҙә сирләһәң, арт һабағыңды уҡытырмын. Молодец. Башҡа һүҙ юҡ.
Эш дауам итте. Алдағылар трос ярҙамында тар юлдың ике яғына саҡ һыйып, кем нисек булдыра ала станокты тартты артағылар лом менән шуны этте. Ҡырыйҙан ағастар араһынан барыусылар, йөк алға шыуыуҙан секундҡа ғына туҡталдымы, тросты имән, саған ағастарына урарға ашыҡты – күпме көс һалынып тау юлында үрелгән сантиметрҙар ҙа әрәмгә китмәһен…
– Перекур! – тип ҡысҡырҙы кемдер. – Арттағылар ломдарығыҙҙы ҡыҫтырығыҙ! Терәберәк тороғоҙ!
Ер туң, өҫтөндә ҡар ята тип тормай күптәр баҫҡан урындарынан ситкә атламай шунда ултырҙылар. Ял, аҙ ғына булһа ла, ял кәрәк ысынлап та.
– Шишмә майҙансығы үтелде. Юлдың өстән бер өлөшө… Хәҙер юл сағыштырмаса турая төшә. Һөҙәгерәк тә, – тип һөйләнде Фазылбәк. – Ҡәһәрле тауҙы буш килеш тә менеү ауыр. Ямғыр, ҡарҙа түбәнгә төшөүе үҙе бер бәлә. Дудкино кешеләренә ни әйтер инем, тапҡандар төпләнер урын. – Кемделер әрләһә, Фазылбәктең күңеле тыныслана төшә, буғай. Яҙмышының селпәрәмә килеүенә әрнене ул. Тормошон емереүселәргә, фани донъяла яңғыҙын ҡалдырыусыларға бәддоға уҡыны. Тамағы ас, тәне яланғас та түгел, тик урыҫ ауылында кемдәндер ҡалған иҫке өйҙә йәм дә, тәм дә, йылы ла таба алмай. Бөтәһе лә ваҡытлыса. Хәйер, йәшәү үҙе лә ваҡытлыса ғына күренеш. Күрше Яңыһаҙ муллаһы Шәйҙулла әйтмешләй, әҙәм балаһының ер өҫтөндә йәшәүе һынау үтеү генә, мәңгелеге әхирәт донъяһында. Һөргөнө ҡайһыһына иҫәпләнә икән? Хәйер-саҙаҡаға ғына ғүмер кисергән Шәйҙулла мулла махсус ҡасабала яфаланып ҡышты сығырға ғына өлгөрҙө. Яҙ етеп ауыҙ үләнгә тейгәс, срогының алдағы дүрт йылын НКВД-ларға ҡалдырып, баҡыйға күсте. Аллаһ ҡолоноң баструкка китерлек ниндәй гонаһтары булғандыр… Уныһы тик бер Хоҙайға ғына мәғлүмдер. Ә уның ишеләр күпме! Утыҙ етенсе йыл, ғөмүмән, ҡот осҡос булған. Республикала бөтә етәкселәрҙе тип әйтерлек тотоп атҡандар. Ябай эшсе, крәҫтиән хаҡында һөйләп тораһы түгел. Эшселәр, белгестәр етешмәй тип тормағандар. Шул уҡ моторныйҙа кемдәргә генә “илле һигеҙенсе”не сәпәмәгәндәр. Төҙөлөш планы менән бер рәттән юғарынан төшөрөлгән, йәғни “халыҡ дошманы”н фашлау разнарядкаһы ла уңышлы үтәлергә тейеш…
Ҡараңғы төндә ҡара урмандағы тар юлда команда яңғырау менән һәр кем үҙ урынына баҫты. Башҡа саҡта эре генә атлап үтәһе ара сантиметрлап ҡына йыйылды. Иртәнге сәғәттәргә нисек кенә булһа ла тау түбәһенә менеп етеү. Мотлаҡ шулай булырға тейеш. Станокты ултыртыу өсөн нигеҙ ҡоролған. Ул етештерәсәк һәр деталь илебеҙҙең баш ҡалаһына яҡынлашып килгән илбаҫарҙар өҫтөнә бомба яуырға тейеш. “Көс етмәҫ, ҡулдан килмәҫ” кеүек икеләнеүҙәр уйға ла инмәһен.
– Усаҡтарҙы дөрләтегеҙ! Улар ян-яҡта янырға тейеш. Бер үк һаҡ ҡыланайыҡ. Ҡаш төҙәтеү урынына күҙгә зыян яһай күрмәйек. Ҡабатлап әйтәм: үтә ҡәҙерле йыһаз! Айырыуса өҫкө өлөшөнә иғтибарлы булайыҡ. – Был хәҡиҡәтте туны тышланған кеше ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрә ине.
Әсхәткә лом менән эш итеүе әллә ни файҙа килтермәгәндәй тойола. Бәлки, тростан тартыу йә ҡырыйҙан этергә кәрәккәндер. Хәҙер инде урын һайлау килешмәҫ. Ниңә һуң был станок тик тимерҙән генә тора. Аҫҡы өлөшөн имәндән эшләргә ярамайҙыр шул. Өҫкө өлөшө, әйтәйек, металл, ә аҫтына кирбес, таш ҡулланыпмы, мәҫәлән…
Егет төрлөсә баш ватты, тик уйланыуҙан ниндәй файҙа, ниндәй мәғәнә, әле ни станокты тиҙерәк тау башына мендерергә кәрәк.
Ломы ҡом-таштарға бәрелде. Бәлки станок аҫтына ниндәйҙер таҡталар йә бүрәнәләр, йә рельс һалырға, һуҙырға кәрәктер? Ул сағында тиҙ шыуыр, ошо тиклем кеше уны һә тигәнсе этеп мендерер ине. Әйткәндәй, Карпович биргән иҫке тимер мискәне ярып аҫҡа ҡыҫтырғандармы? Алға сығып күҙ һирпергә форсат юҡ.
Әсхәт ломға бөтә көсөн һалды. Ихлас тырышты. Фуфайкаһын асып ебәрҙе. Тайып ташҡа бәрелеп тубыҡ ҡапҡасын ауырттырҙы.
Кешеләр бер-береһенән тәмәке һораны. Тирә-йүнгә әсе төтөн еҫе таралды. Үҙ-ара һөйләшеүсе йә һүҙ көрәштереүсе табылманы. Ысын мәғәнәһендә арығайнылар.
Әсхәт юл ситендәге киртләскә ултырҙы. Бер аҙҙан ер һалҡынын тойһа ла тороп баҫырға теләмәне. Аяҡтары хәлһеҙләнгәйне.
Ҡайҙандыр Фазылбәк пәйҙә булды ла егет эргәһенә сүгәләне. Тәнәфес тамамланыуынан шөрләгәндәй, һүҙ башланы:
– Таңға өлгөрөрбөҙ, моғайын. Вәт, әй, йәш сыҡмаған булһа, әлеге көндә фронтта йөрөр инем. Кем белә, ғүмер бөтһә, шунда үлеп тә ҡалыр инем. Әллә нисек, яҙмыш гел арҡыры һуғып тик тора. Аптыраш.
– Фазылбәк ағай, күҙ һалманыңмы, Панкрат Карповичтың мискәһен ҡыҫтырғандармы?
– Иҫәпкә алдым, йәйеп һалғандар ҙа алғы башын кәкрәйтә биреп беркетеп үк ҡуйғандар. Һушлы кешеләр күптер бында.
– Ағай, Панкраттарҙың балалары бармы?
– Бар ине берәү. Ҡыҙ бала. Тегендә барғандың икенсе йәйе бик ҡоро килде. Емеш-еләк сәскәлә кипте. Айыуҙар тейешле май йыя алмағас, йоҡлай алмай ыҙаланды. Беҙҙең тирәгә лә килеп күренгеләнеләр. Уйнап йөрөгән бала ғәйеп булды. Аҙна буйы эҙләп ҡараныҡ, табылманы. Шатун эшелер, тигән һөҙөмтәгә килдек. Кемгә ҡағылма – хәсрәт, бәхетһеҙлек…
Эйе, теге ҡырыҫ кеше – заводтың баш инженер урынбаҫары Ҡашҡаров Хәниф Буранбай улы ине. Уның ата-бабалары старателдәр булған. Үҙе лә бәләкәйҙән үк Ирәндек буйҙарында өлкәндәргә эйәреп алтын ҡомо йыуыша. Ер эше ауыр һәм күберәк һөҙөмтәһеҙ тамамланғанлыҡтан, йөҙәр, меңәр тапҡыр тикшерелгән йылғасыҡтарҙа соҡоноу барыбер өмөтлө лә, файҙалы ла кеүек: бәлки, әлегәсә кеше күҙенә салынмаған самородок яталыр.
Түбә руднигында байтаҡ ваҡыт тир түккәндән һуң егет Баймаҡтағы баҡыр иретеү заводына барып ябай эшсе булып урынлашты. Яҡын-тирәләге урындарҙа руда аҙая барыуы хаҡында күп һәйләнелә башлағас, байтаҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Ҡашҡаров тормош юлын ауылда түгел, ә Өфөлә, моторҙар эшләү заводында, дауам итергә ниәтләне. Ҙур коллективҡа килгәс, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы асыҡланды. Партия эшенә лә ылыҡтырып ҡаранылар. Ләкин ул производствоны яҡын итте. Цехҡа ебәреүҙәрен һорағас, юғарылараҡ ултырған берәү: “Ирәндек бөркөтөнә киңлек кәрәктер”, – тип үтенесен ҡәнәғәтләндерергә ҡушты. Ә бер осрашыуҙа: “Һиңә, Ҡашҡаров, мотлаҡ уҡырға кәрәк. Был өлкәлә милли инженерҙар ҙа юҡ бит”, – тип белдерҙе.
Төҙөлөштә, цехтарҙа гигант эштәр башҡарылды. Тәүге комбайн моторы. Уны һынаған инженер Ҡашҡаровты Азов-Ҡара диңгеҙ крайына командировкаға ебәрҙеләр. “Нисек эшләгәнен үҙ күҙҙәрең менән күр, комбайнсыларҙың фекерен үҙ ҡолаҡтарың менән ишет”, – тинеләр.
Бер хохол шатлығынан Уралдан килгән вәкилдең арҡаһына көрәктәй устары менән ауырттырғансы һуғып:
– Рәхмәт, братан, һеҙҙең “У – 5” моторы ҡуйылған комбайнда егерме ете эш көнөндә туғыҙ йөҙ гектар ерҙең уңышын йыйып алдым. Уртаса – ун өсәр центнер! Моторығыҙ шылт та итмәне, – тине. – Дәүләт имтиханын “отлично”ға тапшырҙығыҙ. Ә беҙ рекорд ҡуйҙыҡ! Бөтәбеҙ ҙә еңеүсе!
Ҡашҡаровҡа ил буйлап йөрөргә тура килде. Одессаға быраулау, Ленинградҡа ҡырғыс, Мәскәүгә токарлыҡ, эксперименталь, Харьковҡа шымартыу станоктарын Өфөгә оҙатыуҙы тиҙләттерергә сапты. Һанап, иҫәпләп бөтөрлөкмө, ҡайҙа, ҡайһы ғына поездарға ултырыуын! Краснодар заводы маховиктарҙы эшкәртеү өсөн карусель станогының тәүге үрнәген ебәрҙе. Горький фрезлау һәм Одесса заводтары цилиндрҙар блоктары эшкәртергә агрегат станоктарын линияһын бирҙе. Ҡыҫҡаһы, Өфө моторҙар эшләү заводы хаҡында ил ҡайғыртты. Был тиклем йыһаздарҙы дөрөҫ, уңышлы ҡулланыу, эшләтеү өсөн кадрҙар кәрәк ине, әлбиттә. Ундай белгестәрҙең күбеһен предприятиеһының үҙендә асылған училищеларҙа, һөнәрселек мәктәптәрендә әҙерләргә тура килде…
Инженер Ҡашҡаровтың сумаҙаны һәр саҡ йыйылған, киң ҡайышы биленә быуылған, күн итектәре ялтыратылған. Бойороҡто алыу менән – юлға.
Бойороҡтоң тағын да ҙурырағы, тағын да ҡатмарлырағы Мәскәүҙә ҡаралып ятҡан икән: Өфө заводын төҙөүҙе дауам итеү менән бер рәттән уны реконструкцияларға! Йәғни үҙгәртеп ҡорорға. Ашығыс рәүештә.
Яңы көскә эйә моторҙар комбайндар өсөн түгел, ә хәрби самолеттарҙы күккә күтәреү өсөн икән!
Ҡәһәрле һуғыш ҡуҙғалырға ике ай ҡалғас, завод директоры элекке цехтарҙың реконструкцияланып бөтөүе, “М-105” авиация моторын йыя башларға мөмкин икәнлеген белдерҙе. Яуаплы, мөһим документҡа баш конструктор Владимир Яковлевич Климов та ҡул тамғаһын һалғайны.
Көнбайышта дары еҫе таралыуы мәғлүм. Дарының шартлаясағы, ялҡын булып күтәреләсәге көн кеүек асыҡ. Кремль авиация моторҙарын эшләүҙе арттырыуҙы талап итә.
Тәүге “М-105”тәр Үрге Волга һәм Өфө заводтарында етештерелгән деталдәрҙән йыйылһа, хәҙер бөтә мәшәҡәтте тик бында, үҙ елкәңдә күтәрергә тура киләсәк. Сөнки ике предприятиены бергә ҡуштылар. Ана, йөҙәрләгән станоктарҙың береһен Ҡариҙел йылғаһынан тау башына һөйрәйҙәр.
Көнсығыштан һибелгән тәүге яҡты нурҙар башлап күк йөҙөнә яғылды. Ҡуна ҡалған буй-буй һары болот киҫәктәре ел иҫкәнде көтә. Моғайын, улар ҙа бер урында туҡтап тороуҙан ялҡҡандарҙыр.
– Инде һуңғыһы булһын, – тип һөйләнде ҡырыйҙан этеп барыусыларҙың береһе. – Түбәгә менеп етмәйенсә туҡтамайыҡ. Сыҙайыҡ.
Яуап биреүсе табылманы. Эт шикелле арыған бәндәлә һүҙ ҡайғыһымы.
Түҙеп тора алмағандар, йәнә Панкрат менән Фазылбәк ах-вах итеп килеп туҡтанылар.
– Тырышҡандар. Бер ынтылаһы ғына ҡалған.
– Егеттәре кем бит! – Фазылбәк дуҫының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
– Динде нисек кенә һүкмәһендәр, уның ыңғай яҡтары ла күп бит. Әйтәйек, Рождество. Боҙло һыуға өс тапҡыр сумып алыу сынығыу түгелме, ә?! Һәр христиан был йоланы үтәргә тейеш.
– Мосолмандар уны Раштыуа байрамы ти.
– Һәр милләт үҙенсә атай инде. Үзбәк, төрөкмәндәр ҙә мәкегә бик сумыр ине, арыҡтары туңмай!
Улар икеһе генә һөйләшә ине. Башҡалар ҡыҫылырға, һүҙҙәрен ҡеүәтләргә теләмәне.
Бөтәһе лә станокты һөйрәргә, этергә тотондо. Һуңғы ынтылыш…
Яҙ, йәй айҙарында сығыу менән юғарыға ашыҡҡан, менә-менә ҡыҙҙырыуын арттырғандан-арттыра барған ҡояш та октябрь аҙағына ла арығайны. Ул офоҡтан айырылырға теләмәй, түбәндән генә тәгәрәй башланы. Ә шулай ҙа тау башына менеп етеүселәрҙе күрҙе. Хәрәкәтен ҡыҫа төшөп хатта әкренәйгәндәй тойолдо. Һуғыш яландарына барып еткәс теле булһа: “Яугир балаларым, алыҫ тылда һеҙҙе ҡайғырталар, һеҙҙең хаҡта уйлайҙар, иҫән-аман әйләнеп ҡайтыуҙарығыҙҙы теләйҙәр. Һыуға батҡан станокты бөгөн үк тейешле урынына илтеп еткереп, бөгөн үк кәрәкле урынына ултыртасаҡтар. Бөгөн үк шул станок истребитель самолетына беркетелә торған двигателгә деталь эшләй башлар. Күп тә үтмәҫ дошманды ҡыйратыу өсөн самолет һеҙҙең эргәгә осоп барып та етер. Көтөгөҙ!”, – тиер ине.
Өҫтә ауыл бар икән. Өфө әллә бик күп ауылдарҙы йыйып ҡалаға әйләнгән инде? Ауыл да ауыл. Таш йорттары – үҙәк өлөшөндә, һанаулы ғына.
Биҙрә менән ҡайнар сәй килтерҙеләр. Уны ағастарға һөйәлгән, туң ергә сүгәләгән кешеләр араһында йөрөттөләр. Икмәк, шәкәр-маҙар булмаһа ла, рәхәт булып китте.
Тик шуныһы ғәжәп, ауыр эштән ҡотолғас, арыған кәүҙә ҡапыл ғына таралып төшкәндәй, хәлһеҙләнгәндәй тойолдо. Хәҙер ниндәй генә булһа ла урын табырға һәм йоҡларға. Тик өшөттөрмәһен, туңдырмаһын ғына.
– Ашарға килтерерҙәр. Көтәйек. Аҙына ҡалғас, түҙәйек. Былай ғына ҡайтып етеүе ауырға тура килер. – Шул уҡ туны тышланған кеше урталыҡҡа сыҡты. – Ә инде төнгө батырлығығыҙ өсөн завод етәкселеге исеменән бөтәгеҙгә лә оло рәхмәт. Ғәлимовҡа – айырыуса. Молодчина!
– Ә быны? – Аранан берәү станокка ымланы.
– Ул хаҡта уйлашырға тура килер. Бетанғәлиевҡа мөрәжәғәт итербеҙ. Дөйәләрһеҙ булмаҫ. Һеҙҙеңсә нисек?
Начальник эргәһенә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Панкрат килде.
– Билдәле, Черниковкаға ҡәҙәр кешеләр һөйрәй алмаҫ. Дөйәләр булғас бик һәйбәт. Тик был ауыр нәмәне ер һыҙҙыртып алып барыу мөмкин түгел. Шуға күрә ике бүрәнәнән сана ҡороп, шуның өҫтөнә ултыртырға кәрәк.
– Борсолоуың өсөн рәхмәт, Карпович, тәжрибәле кешене тыңлау кәрәк. Бына нәмә, баржаны ҡарауылла әле! Ваҡытлыса эшкә алыныуың хаҡында хәстәрләрмен. Өйөңә яҡын. Әгәр ҙә ауыр тиһәң, анауы дуҫыңды ярҙамсы ит.
Панкрат ҙур бүреген күтәрә төштө.
– Килешәбеҙ икән, Федяны тигеҙ хоҡуҡта рәсмиләштерергә кәрәк. Алмашлап ҡарауылларға, тимен. Үҙенә өндәшәйек әле. – Захаров Фазылбәккә ҡысҡырҙы:
– Эй, Федор, һүҙ бар, – ҡулын болғаны.
– Урыҫса шулай йөрөтәбеҙ. Законлыһы – Фазылбәк. Торғаны тарих… – Панкрат һуңғы һүҙен ысҡындырыуынан ҡурҡып ауыҙын йомдо. Йә ҡара урманға ебәрелеүен төпсөнә башларҙар. Ул сағында серле баржаны ышанып тапшырмаҫтар.
– Федор, – тип өндәште Панкрат һүрән тауыш менән, – начальник эш ҡушмаҡсы.
– Уны кем алып китһен? Яҙға тиклемме ни?
– Беҙҙе баржа өҫтөндәге ҡаралты борсой. Беҙ уларҙы бөгөн-иртәгә аласаҡбыҙ.
– Улайһа, начальник иптәш, ҡағыҙ әрәм итеп тормағыҙ, былай ғына, бушлай ғына һаҡларбыҙ. Һин нисек ҡарайһың, Федя?
– Дөрөҫ әйтәһең. Беҙ былай ҙа, әйтеүсе булмаһа ла, ул йөктәргә күҙ-ҡолаҡ булып торҙоҡ.
– Яуаплы бурыс был, иптәштәр.
– Ваҡыт әрәм итмәйек, начальник. Төҙ генә ике ағасты йыға һалайыҡ та сана хәстәрләйек. Тегеләрен дә, – Панкрат ҡулын күтәрә төшөп түбәнгә ишараланы, – ошо рәүешле алып китергә йыйынаһығыҙҙыр бит?
– Башҡаса әмәл юҡ та инде. Ҡариҙел ярҙам итә алмай. – Туны тышланған кеше ергә ҡарап уйланып торҙо. – Өҫтө өйөлгән боҙҙарҙан ғына тороуы етмәгән, әлегә боҙо ауыр йөктәрҙе күтәрерлек түгел. Эй, ҡайҙа бысҡы, балталар?
– Дөрөҫө шулай. – Панкрат аяҡтарында саҡ баҫып торған кешеләргә ҡарай атланы.
– Мин Черниковкаға юлланам, – тине лә төркөм башлығы Фазылбәккә боролдо. – Нисә дөйәгә иҫәпләргә?
– Егеп йөрөгәнем юҡ. Һәр хәлдә, аттан күпкә көслөрәктер. Кәмендә дүртәү, бишәү булыр. Сана үҙе лә ауыр. Сей ағастан бит.
– Ҡаҙаҡ беҙҙән яҡшыраҡ беләлер әле. Аңлатырмын. – Ҡашҡаров ағас араһынан һалынған ат юлы буйлап Богородский ауылы эргәһендәге яңы заводҡа ҡарай атланы.
Иртәнге һалҡын һауаны яңғыратып тирә-йүнгә балта тауыштары таралды. Кемдеңдер:
– Еп өҙөрлөк тә хәлем ҡалманы, – тиеүе генә ишетелеп ҡалды, ләкин уны йөпләүсе табылманы.
Шулай Фазылбәк Әсхәт эргәһенә барып:
– Ниндәй дөйәләр хаҡында әйтелде? Әллә эшләгән ерегеҙҙә йылы яҡ хайуандары ла бармы? Туңып үлмәйҙәрме улар? – тип һорамай түҙә алманы.
– Нисек аңлатырға һуң, ағай. Дөйәләр ысынлап та бар. Уларҙы ҡаҙаҡтар төҙөлөштә йөрөтә. Ер, таш ташыйҙар. Ҡайҙан, ҡасан килеүҙәрен белмәйем. Төнгөлөккәме икән, өҫтәренә септә япҡандарын күргәнем бар. – Әсхәткә тик ошолар ғына мәғлүм шул.
ВКП(б) Үҙәк комитеты политбюроһы тарафынан 1931 йылдың 15 июлендә Өфөлә мотор төҙөү заводы булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителгәс, ҡала үҙәгенән егерме саҡрым ситтә быға тиклем күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ, хайран ҡалырлыҡ төҙөлөш йәйелдерелде.
Кешеләрҙең шунда ҡарай эркелеүе хаҡында хәбәр башында Эркенбай Бетанғәлиев торған йөҙ ғаиләле төркөмгә лә килеп етте.
Ҡаҙаҡтар һуңғы ике ҡышты Танып йылғаһы тарафтарындағы Армат тигән татар ауылына яҡын тау битләүендәге землянкаларҙа үткәрҙе. Һабан, тырма, сәскес, урғыс тартып йөрөмәгәнлектән, аттары көр, ә дөйәләре гел көтөүлектә ине. Ирҙәренең башҡарған эштәре лә ташҡа үлсәйем генә: яҙын ауыл халҡына картуф ерҙәрен һөрөп биреү. Ҡалған ваҡытында мал ҡарау, балаларының тамағын туйҙырыу менән мәшғүлдәр. Бала-саға иһә һәр ғаиләлә бишәү-алтау.
Ер өйҙәренең берҙән-бер тәҙрәһе ҡояшлы яҡҡа ҡарай. Малдары ҡышҡы айҙарҙа шул бәләкәс кенә өйгә ялғап һалынған оҙон аҙбарға ябыла. Өйҙәренә инергә теләүсе тәүҙә мал араһынан дөм ҡараңғыла атларға тейеш. Күсенеп китә ҡалһалар, ситәндән ҡоролған, һыйыр тиҙәге менән һыланған “һарай”ҙы һүтәләр ҙә, ҡаҙан аҫтына яғып та бөтөрәләр. Арбаларға һыртлап тейәлгән һандыҡтарына, кейеҙ, балаҫ, мендәр, юрған кеүек байлыҡтарына бәләкәс тәҙрәне генә өҫтәп һалалар. Сөнки уның быялаһы бик ҡәҙерле.
Эркенбай төркөмө Аҡтүбәнән алыҫ түгел Темир тигән ауылдан. Араларында Тирәкле тигәненән дә дүрт ғаилә бар.
Улар заманында Кесе йөҙгә ҡарағандар. Яҙ еткәс көтөүҙәрен Челкарға, Аҡтүбәгә табан ҡыуғандар. Йәйге ваҡытта төньяҡҡараҡ – Ырымбур, Башҡортостан сиктәренә боролғандар. Иген, картуф кеүек ризыҡтарҙы шунда туплағандар. Колхоздар ойошторолғас, урындағы халыҡ һуғымға тайҙарын ғына һатып алырға ынтылған. Ни өсөндөр дөйә менән ҡыҙыҡһыныусы юҡ.
Ҡаҙаҡтарҙың бөтә ҡурҡҡаны шул: бер үк күсенеп йөрөүҙе тыймаһындар, уларҙы бер урынға тупламаһындар һәм колхоз ойоштороп, малдарын тартып алмаһындар. Шулай була ҡала икән, улар уйлауынса донъя бөтә тигән һүҙ.
Темир ҡаҙаҡтары өсөн иң ҙур байлыҡ – Илек йылғаһы. Уларға даръя булып иҫәпләнгән Илектең Урал йылғаһына барып ҡойғанлығы ла билдәле. Ләкин боронғо ғәҙәт буйынса күптәр уны әле булһа Жайыҡ тип йөрөтә. Тик бына Аҡтүбәнең ни өсөн Жайыҡ буйына түгел, ә Илек эргәһенә ултырыуын ғына аңлап еткермәйҙәр. Ырымбур, Орск кешеләренең бабалары ҙур йылғаны һайлаған бит.
Ярай, Алла ҡушыуылыр былары, ә инде колхоздарҙы Хоҙай уйлап тапмағандыр, моғайын.
Кемдер: “Күмәк хужалыҡтар ойоштороу сәбәпле Башҡортостанда буш ятҡан ер күп икән. Кешеләргә мал аҫрау тыйылғас, көтөүлектәр ҙә бихисап”, – тигән хәбәр таратҡан. Шуға ышанып йөҙ ғаилә берләшеп, “ожмах”ҡа юл тоторға ҡарар итә. Башлыҡтары итеп Эркенбайҙы һайлайҙар. Егәрле, ышаныслы ғәҙел кеше. Һөйләүҙәргә ҡарағанда, имеш, нәҫеле әллә ҡасанғы Кесе йөҙҙөң Нуралы тигән ханына барып тоташа. Тик ул хан урыҫтарға һатылып, үҙ халҡын төрлө йәберләүҙәргә тарытҡан. Ул ғына ла түгел, башҡорттарҙың ниндәйҙер ихтилалы баҫтырылғас, Жайыҡ аша был яҡҡа сығып ҡаҙаҡтарҙа һыйыныу ниәте менән ҡасып килгән меңәрләгән кешене әсир итеп Ырымбур губернаторына илтеп тапшырған. Бының өсөн урыҫ батшаһы уға ҙур бүләк биргән.
Эркенбай боронғо бабаһына һис тә оҡшамаған. Олатаһының олатаһы Жобарс бей ҙә мәрхәмәтле, ярлыларға шәфҡәтлелек күрһәткән ҡаҙаҡ булған, ти.
Башҡортостандың көньяҡ районында артыҡ туҡталып торорға форсат табылмау сәбәпле ҡаҙаҡтар төньяҡҡа табан хәрәкәтләнде. Имеш, унда иркенерәк икән. Бында иһә ҙур-ҙур совхоздар төҙөү дауам итә. Уң яҡлап Урал тауҙары ҡыҫа. Унда тик ҡара урмандар ғына. Ҡайһы бер түрәләр, әлбиттә, ҡаҙаҡтарҙың күсенеп йөрөүҙәре борондан уҡ ирек һөйгән, күп мал аҫрап йәйләүҙәрҙә кинәнеп йәшәүҙәре урындағы халыҡҡа кире тәьҫир итер тип тә шикләнде. Ни өсөн һәр милләт үҙенсә йәшәргә тейеш? Совет закондары бөтә халыҡҡа ла бер төрлө түгелме ни? Һуң ҡаҙаҡтарҙың һәр ғаиләһендә нисәшәр ат, һыйыр, ваҡ мал, өҫтәүенә дөйә лә. Ә бындағы халыҡтың һуңғы аты, башҡа малы хатта арбаһы, санаһы ла тартып алынды. Кемдә ике, өс ат икән – улар “халыҡ дошманы”, һөргөнгә оҙатылды. Ә бай ҡаҙаҡтар кем була?
Бетанғәлиевтар көҙгә ҡарай Танып буйҙарына уҡ барып сыҡты.
Әйтергә кәрәк, бында ла ҡаҙаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы табылманы. Начальниктарҙың ҙурмы, бәләкәйерәгеме килә лә тауыш ҡутара: “Ер тапатып йөрөмәгеҙ! Илегеҙгә кире ҡайтығыҙ!”
Ғауға күтәреүселәрҙең ауыҙын тик эсереп йә бүләккә һарыҡ биреп кенә ябып була ине.
Ялҡытты был, тамам ялҡытты. Инде ҡайҙа барып бәрелергә белмәй аптырап йөрөгәндә Черниковкалағы төҙөлөш хәбәре ишетелде.
1935 йылдың яҙы. Малдарҙың ирене ныҡлап йәш үләнгә тейгәс, йылғалар ярҙарына ҡайтҡас, Эркенбай бөтә төркөмөн алып сиркәүле ауылға килде. Был Богородский ине.
Һораша торғас, уны Ҡашҡаровҡа алып килделәр.
Бетанғәлиев ҡаҙаҡ баҫып торғанын белгәс, Ҡашҡаров көлөп ебәреүенән саҡ тыйылды.
Етди булыр саҡта инженерҙың йылмайыуы Эркенбайҙы һағайта төштө. Ҡашҡаров быны аңлап көтөлмәгән хәбәр һалды:
– Мин Урал аръяғынан, йәғни шул йылғаға яҡын ерҙә тыуып үҫтем. Һеҙҙең борон бабаларығыҙ барымтаға килгән. Малдарҙы ғына ҡыуып алып китмәгәндәр, ә башҡорттарҙың ҡыҙҙарын да урлағандар.
– Юҡ, юҡ, минең әсәйем дә, өләсәйем дә ҡаҙаҡ.
– Әллә беҙҙекеләр тик ятҡан тип уйлайһыңмы, барымтаға – ҡарымта. Былай ғына әйтеүем. Кем белә инде, бәлки минең тәнем буйлап та ҡаҙаҡ ҡаны йөрөйҙөр.
– Һөнәребеҙҙе һорайһығыҙмы, күсмә тормошта йәшәүселәр ни, билдәле инде, йөк ташыйбыҙ. Бөгөндән егеп йөрөй торған йөҙ дөйәбеҙ бар.
– Ә һалҡындарҙа? Көҙ еткәс китәһегеҙме?
– Алда оҙон йәй бар әле. Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан. Башҡортостанда дүрт ҡыш үткәрҙек. Үлмәнек. Бында тыуған дөйәләребеҙ егерлек булды. Ул яҡтан шикләнмәгеҙ. Аҡтүбә далаларындағы һалҡын елдәр бындағыға ҡарағанда ла әсерәк.
– Һеҙгә тура төҙөлөш тресына барырға кәрәккән дә бит, ярай, уларға әйтермен. Һеҙҙең кеүектәр бөгөн төҙөлөштә күп кәрәк. Әле биш меңдән артыҡ кеше эшләй. Иң мөһиме, транспортығыҙ бар. Дөрөҫөн әйтәм, торорға урын юҡ. Оҙаҡҡа ҡалаһығыҙ икән, тырыштырырбыҙ.
– Ҡайғырмағыҙ, беҙҙең тирмәләр бар.
– Көҙгә тиклем ярап торор ҙа, аҙаҡ?
– Ҡаҙаҡ бер ҡасан да өйҙә йәшәмәгән.
– Барактарҙы күпләп төҙөрбөҙ. Йөҙәрләгәнде. Эшкәме? Теләйһегеҙ икән, бөгөндән. Тик тәүҙә тресҡа барып теркәлергә кәрәк. Бөтәһе лә законлы булырға тейеш. Грачев тигән иптәшкә ҡулхат яҙам, үҙе тап килмәһә, урынбаҫарын күрерһегеҙ.
Төркөм башлығы ҡаҙаҡса эйелә-эйелә рәхмәтен белдерҙе лә, өйрәткән яҡҡа юлланды.
Төҙөлөштөң ниндәй күләмдә алып барылыуын тулы килеш йә аэропланда, йә һауа шарына ултыртып күккә күтәрелеп кенә күрергә, күҙәтергә мөмкин булыр ине. Яңы килеүселәр аҙашыуҙан ҡурҡып, эш урындары тирәһендә генә уралдылар.
Ҡаҙаҡтар иһә балаларына арбаларҙан төшөрмәҫкә йә әсәләренең итәктәренә тотоноп ҡына йөрөргә бойорҙо.
Йәшәү урыны итеп эркенбайҙар төҙөлөш барған Көнсығыш-Ҡариҙел яғын һайланы. Үләнле урындар, әрәмәләр байтаҡ. Күлдәр ҙә бар, йылға ла алыҫ түгел.
Йәшел киңлектә тирмәләр теҙелде. Ҡаҙандарын аҫтылар. Усаҡтарынан төтөн күтәрелде.
Ирҙәрҙең берҙән-бер кәсебе – төҙөлөш материалдарын ташыу. Төҙөлөшкә кәрәк-яраҡ көн һайын өс йөҙләп вагон килеп тора. Кирбес, цемент тейәлгәндәре меңдәр менән иҫәпләнә. Ҡариҙелдән ағып төшкән һалдарҙы бергә ялғаһаң, оҙонлоғо йөҙләгән саҡрымдарға һуҙылыр ине…
Ҡаҙаҡтарға цехтарға, станоктарға нигеҙ өсөн ҡаҙып алынған тупраҡ, балсыҡты, соҡорҙарҙы, вағыраҡ күлдәрҙе күмеү, юлдарҙы тигеҙләү өсөн ташыу йәтешерәк. Бигерәк тә әрйә ултыртып яһалған арбалары ҡулайлы: элгестәрен ысҡындырһаң, төбө асыла ла китә – көрәк тотоп бушатаһы ла түгел.
Тупраҡты балсыҡҡа тачка, носилка менән ташыуҙы күҙ алдына килтерһәң, Эркенбай дөйәләре башҡарған эштең әһәмиәте сағыштырғыһыҙ ине. Ҡыштың яҡынлауы ла һәр саҡ иҫтә тотолдо. Ни өсөндөр был тирәлә ҡышҡы айҙар айырыуса һалҡын була. Ҡариҙел түбәненән туҡтауһыҙ үҙәк өҙгөс елдәр иҫә. Әллә йылға өҫтөн ҡалын боҙ менән нығытыу өсөн тәбиғәт шулай тырышамы икән?
Нисек кенә булмаһын, торлаҡ төҙөүҙе лә ашыҡтырырға кәрәк ине. Аҡтүбә тарафтарынан килгән ҡәрҙәштәргә лә ышаныслы торлаҡ булдырыу фарыз. Уларға атап һигеҙ барак төҙөлдө. Ләкин ҡаҙаҡтар әҙәмсә йәшәр өсөн тейешле шарттары булдырылған бүлмәләргә инеүҙән баш тартты. “Ҡыҫыҡ, тынсыу, һулыш ҡыҫыла, – тип зарландылар. – Бәләкәй генә тимер мейестәр табылһа, тирмәләребеҙҙә ҡышлаясаҡбыҙ…”
Барактарҙа йәшәүсе бүтән төҙөүселәрҙең көн итмеше менән яҡындан танышҡас, “йәйләү”ҙәрен күсерергә ризалаштылар. Тик үҙҙәренсә. Бирелгән карауаттарҙы урамға сығарып стеналарға һөйәнеләр – кәрәк кеше алһын. Урындыҡ яһау өсөн таҡта һоранылар. Бүлмә уртаһына тирмә ҡорҙолар, тәҙрәләрен ҡышҡы һалҡындарҙа ла япманылар. Йәнәһе, дала тормошон хәтерләтә…
Ғорур, тәкәббер дөйәләр иһә, төкөрҙөк һүҙҙәрегеҙгә тигәндәй, иренеп кенә баҫып тамам яҡынайҙы. Арттағыһына ат санаһы тағылған икән.
– Ҡашҡаров һеҙгә ашарға ебәртте. Һыуытмағыҙ. Ә беҙ ошо санағамы егә торорбоҙ. Бынауы брезент менән станокты ябырға ҡуштылар, – тип ҡулын һуҙып санаға күрһәтте. – Ошоноң кеүек йәнә өсәү бар шикелле?
– Улары әлегә мендерелмәгән. Аҫта, һыу буйындалар. – Фазылбәк борғаланып түбәнгә һуҙылған юлға ымланы. Шунан эйәген дөйәләр яғына сөйҙө.
– Хафаланма, иптәш, емереп тартасаҡтар. Һәр ҡайһыһында бер нисә ат көсө. Дөйәһеҙ ҡаҙаҡ ҡанатһыҙ ҡалған дала бөркөтө кеүек. Ашап бөтһәгеҙ әйберҙәрегеҙҙе санаға һалығыҙ. – Эркенбай ҡулын күтәреп иптәштәренә ҡуҙғалырға ҡушты. – Алға ғой!
Дөйәләр көсәнеп-көсәнеп тартып ҡараһа ла, йөк ҡуҙғалманы.
– Сана табанын ҡымылдатайыҡ, ергә ҡатҡандыр, – тип ҡулына лом алды Панкрат. – Йүнләп шымартылмаған да. Бер шыуып китһә, майлаған кеүек булыр.
Ауыр йөк ултыртылған үҙе ауыр сана, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды һәм Үрге Волга заводынан уҡ килтерелгән, Ҡариҙелгә сумып сығырға ла өлгөргән байлыҡ Аҡтүбә, Челкар далаларынан килгән дөйәләр һөйрәүендә Өфө–Черниковка юлы буйлап һуңғы сәйәхәтенә сыҡты.
Тау өҫтөндәге урыҫ ауылының бала-сағаһы, ҡарт-ҡороһо, ят күренештең шаһиты булараҡ, оҙатып ҡалды.
– Раштыуа һалҡындарын көтөп тормай, боҙло һыуға төштө был станок. Тимәк, ул сыҙам, оҙон ғүмерле буласаҡ һәм оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, – тип һөйләнде Панкрат дөйәләр киткән яҡҡа ҡарап.
– Бабай, ә һин ул байрамда мәкегә сумғаның булдымы? – тип ҡыҙыҡһынды егеттәрҙең береһе.
– Һе. Ҡариҙел буйында йәшә лә изге байрамда ситтә тороп ҡалмы? Мотлаҡ. Йәше-ҡарты, енесенә ҡарамаҫтан – мәкегә. Мәке асмай инек. Ана киткән сананан да ҙурыраҡ урындағы боҙҙо аса инек тә – әйҙә! Аллаға шөкөр, сәләмәтлеккә зарланған юҡ. Тьфү-тьфү.
– Рөхсәт итһәләр, әле нимә эшләр инең?
– Ана Әсхәт тигән егетебеҙ сирҡаныс алыу менән генә сикләнмәне, һыуҙың төбөнә үк төштө. Бына кем батыр!
– Тимәк, ул хәҙер мосолман түгел, керәшен.
– Юҡты лығырлама, суҡындырыу өсөн поп кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, батыр егет ул. Бөтәгеҙ ҙә уның кеүек булһа, илебеҙгә баҫып инергә баҙнат иткән фашистар тәүбәләренә тиҙ ултырырҙар. Сая булырға кәрәк.
Әсе һыуыҡтарға ла түҙә тимер, ҡышҡы бурандарҙа ла стенаһыҙ, түбәһеҙ цехтарҙа ла зырылдай станок, ә бына кешеләр нисек сыҙарға тейеш? Улар Рыбинск ҡалаһынан килеүселәр. Үрге Волга заводы шунда урынлашҡан булған икән. Һуғыш ҡурҡынысы янағас, уны ашығыс рәүештә тулы килеш Өфөгә күсереп килтерергә ҡарар ителгән. Тик элекке “26”сы һаны ғына һаҡланырға тейеш.
Волга, Ағиҙел йылғалары яҙға тиклем боҙ менән ҡапланғанлыҡтан, кешеләргә йөрөү өсөн тимер юлы ғына тороп ҡалды.
Әсхәт Дудкино эргәһендә баржала ҡалған өс станокты тауға һөйрәгәндә лә ҡатнашты. Хәлдән тайғас, ергә тәгәрәтерлек был эш тәүлек әйләнәһенә барҙы. Әллә юл шымара төштө, әллә яйланды, беренсеһенә ҡарағанда башҡалары саҡ ҡына еңелерәк шыуҙы һымаҡ. Дөйәләр ҙә сананы ул тиклем көсәнеп тартманы. Сананың табаны ла шымара төшкәндер.
Бурыстың үтә яуаплы икәнлеген аңлаптыр, күсереү эшенә Эркенбай үҙе етәкселек итте. Нескә мыйыҡлы, эйәгендә генә эленеп торған һирәк һаҡаллы ҡаҙаҡтың ҡыҫыҡ күҙҙәрендә һәр саҡ мәрхәмәтле йылмайыу. Түңәрәк бите май һөрткәндәй ялтырап тора. Хәйер, бүтәндәрҙеке лә шулай. Әллә ҡаҙ майын яғалармы икән? Әсхәттең өләсәһе мәрхүмә лә: “Балам, өйгә инергә онотаһың, әллә битеңә туңмаһын өсөн саҡ ҡына ҡаҙ майы һөртәйекме?” – ти торғайны. Малай, әлбиттә, быға сат ҡаршы төшә. Аллам һаҡлаһын, тиҫтерҙәре һиҙеп ҡалһа, ирештереп йәнен алыр.
Башҡалар кеүек Әсхәт тә цехта йоҡлап йөрөнө. Йылытыу өсөн унда рельстар һуҙып паровоз индергәйнеләр. Шул бышҡыра-бышҡыра пар сығара. Башҡа төрлө йылытыу ҡоролмалары төҙөргә өлгөрмәй ҡалдылар шул. Әсхәттең йәшәр урыны бар-барлыҡҡа, тик ул өй ҙә, барактар, исмаһам, ҡаҙаҡтарҙың тирмәһе лә түгел, ә ҡырҡ кешегә иҫәпләнгән палатка. Шундайҙар тиҫтәләгән. Айырым ҙур ауылды тәшкил итерлек. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, шуларҙа ете меңгә яҡын эшсе йәшәй, ти. Юғиһә, йөҙ утыҙ йортҡа, барактарға кемдәрҙе генә һыйҙырып бөтмәк кәрәк.
Палатка уртаһында буржуйка һерәйеп ултыра. Яндыра башлаһаң, күмере насар, утыны сей. Тоҡандырып ебәреү өсөн өрә-өрә хәлдән таяһың.
Әсхәттең ауылдашы, йәштәше Сәйет тә (тулы исеме Сәйетзада) шунда. Урыҫса “белмәйски” булһа ла, шаярып һөйләшергә ярата. Һәр кис һайын тиерлек:
– Йоҡлағанда ауыҙығыҙҙы йоммағыҙ. Һулышығыҙҙы йышыраҡ алып, тынығыҙҙы нығыраҡ сығарығыҙ. Палатканы шулай йылытҡанда ғына туңып үлмәбеҙ, – тип сафсата һата.
Уларҙы Кушнаренко пристаненән пароходҡа ултыртып Өфөгә бергә ебәрҙеләр. Райондан бүтән үҫмерҙәр ҙә бар ине.
Коридор ситенә өйөлгән тоҡтар өҫтөндә йоҡларға теләмәй пароходтың ҡойроғона сыҡтылар. Ике яғындағы тирмән ташы дәүмәле тәгәрмәстәренә ҡалын таҡта беркетеп яһалған ишкәктәре менән тыныс Ағиҙелгә һуға-һуға пароход үргә ҡарай бара. “Әгәр ҙә пароход тиҙлеген ныҡ шәбәйтһә, айҙы уҙып китер ине”, – тип егеттәр фәлсәфә ҡора. Ай иһә һиҙҙермәй генә юғары күтәрелә-күтәрелә йылғаның уң яғына сығырға ынтыла.
Сәйет йырлап ебәрҙе. Яландағыса ҡысҡырып түгел, әлбиттә. Нисә һөйләһәң дә, ят урын. Хистәренә бирелеп тыйыла алмағандыр, күрәһең. Тыйнаҡ, уңған нәҫелдән ул. Бөтәһенең дә бите аҡ, күҙҙәре зәңгәр, сәстәре һары. Сығыштары менән Пенза тарафтарынан шикелле. Атаһының йәше сыҡҡанлыҡтан, һуғышҡа алынманы. Быуаттың беренсе йылында тыуған. Атаһы ла, апаһы ла, ҡустыһы ла йырлай. Тауыштары моңло. Өҫтәүенә, малайҙар тальян гармунда өҙҙөрөп уйнай. Кулактар исемлегенә атайҙарын да индергән булғандар, әммә колхоз хисапсыһы Ғиләжетдин дуҫын иҫкәртеп өлгөргән һәм: “Ысҡын ауылдан һәм бер нисә йылға ғәйеп бул”, – тигән. Сәйеттең атаһы дүрт-биш йыл Урта Азияла йөрөгән. Иҫән-аман ҡайтты. Күпме йәш малайҙарҙы баҫыу эштәренә өйрәтергә насип булды уға. Ярай әле теге саҡта йәһәннәм аҫтына илтеп олаҡтырмағандар. Ирҙәр фронтҡа китеп бөткәс, кемдән өлгө алмаҡ кәрәк.
Сәйет һуҙып ҡына йырланы. Өҫкө ҡаттан бер нисә матрос эйелеп тыңланы. Береһе:
– “Шахта”ны ебәр әле, – тигәйне, Сәйет уны ишетмәмешкә һалышты.
– Арытылған. Йоҡларға киттем, – тине ул пароход ҡойроғондағы ике яҡҡа асыла торған ишеккә ҡарап.
Йонсоғандыр, Кушнаренкоға тиклем егерме саҡрым араны йәйәү атланылар. Пристандә лә ярты көн буйы тапанылды. Һалдар ағыуын, буксирҙар баржаларҙы нисек һөйрәүен күҙәттеләр. Әллә тәүге тапҡыр сығып киткәнлектән, ауыл һағындыра башланы. Ҡапыл ғына бөтәһе лә айырылып ҡалды. Өлкәндәр кеүек һуғышҡа алынһалар, моғайын, уларҙы ла аттарҙа ауыл урамын уратып, гармун уйнатып, йырҙар йырлап оҙатып ҡалырҙар ине. Ә былар ни малдарҙы көтөүгә ҡыуыу менән оҙайлы юлға сыҡтылар ҙа киттеләр. Күргән-белгән кеше лә булманы. Сәлимә йоҡоһонан уянырға ла өлгөрмәгәндер әле.
Пароход ҡойроғонда яңғыҙ ғына тороп ҡалған Әсхәттең уйында тик Сәлимә генә.
Сәлимә… Ул бер йәшкә кесе. Өйҙәре түбән оста. Атаһы Фин һуғышында юғалды. Армияға алынғансы ул, Әсхәттең атаһы, тағы кемдәрҙер Иҙел башына барып буралыҡ ағас киҫкәндәр ҙә һаллап Кушнаренкоға тиклем ағып төшкәндәр. Шунан һәр ағасты оҙон арбаларға һалып ауылға ҡайтарҙылар. Ҡар ирей башлауға урамда бура бурарға тотондолар. Әсхәт һәр юнысҡыны йыя барҙы. Ҡаҙан аҫтын тоҡандырып, ашығып аш бешергәндә бынан да ҡәҙерлерәк яғыулыҡ табыу мөмкинме һуң!
Ҡыҙғаныс, Сәлимәләр өйҙәрен һалып өлгөрмәне, буралары әле булһа урамда ултыра. Исмаһам, ҡул аҫтына инерлек малайҙары ла юҡ.
Ярата Әсхәт Сәлимәне. Тик был серен ҡыҙ белмәй. Улай тип үк әйтеп бөтөргә лә ярамай. Яҙын киске уйында эргәһендә баҫып торҙо. Сәрмәсән ташҡанда яр буйына барҙылар. Шунда ҙур боҙ икенсеһен этеп ярға килтергәс, Сәлимә: “Ой, ҡурҡам, ситкә китәйек!” – тип Әсхәттең беләгенән тотоп алды. Ләкин ул егеткә ҡараманы, уның кемлеген дә шәйләмәгәндер. Шул осҡа оҙата ла барыр ине Әсхәт, ояла, тартына. “Йөрөйҙәр икән” тигән һүҙ таралыуы ихтимал.
Хат яҙыу йолаһы бар. Әллә Мансурҙан яҙҙырырғамы? Ҡыҙҙарға хатты һырлап яҙа белә ул. Кем өйрәткәндер инде. Уҡытыусылар дәрестә хат яҙыу хаҡында бер ҡасан да һөйләмәнеләр. Яҙҙырып та ҡараманылар. Ә шулай ҙа өйрәтергә кәрәктер. Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа мөхәббәт хаттары яҙа белмәгәс, ул ниндәй эшкә ярай. Етмәһә, тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағанһың. Үҙ ауылыңда дүрт синыф бөткәс, күрше ауылға күпме пар сабата туҙҙырып йөрөгәнһең. Ә хат яҙа белмәү оят түгелме ни. Хатты тыуған-тыумасаларға ла, ситтәге ҡәрҙәш-ырыуҙарға ла яҙырға кәрәк була.
Сәлимә бер йылға түбән уҡыны. Ошоғаса тиклем күҙгә салынмай ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәндер?! Моғайын, йәйге эҫеләрҙә йылғала һыу инеүселәр араһында ла ул булғандыр. Дөрөҫ, ҡыҙҙар малайҙарҙан айырымыраҡ йөрөй торғайны.
Һы, малайҙар ҡыҙҙарҙың һыуға ингәнен йәшенеп кенә күҙәтәләр ҙә ҡысҡырышып яр ситенә килеп сығалар. Ҡаушап ҡалған ҡыҙҙар, оялып, нимә эшләргә белмәй. Улар шәрә бит. Кейемдәре һыу ситенән алыҫҡараҡ үҫкән ваҡ ҡына өйәңке араһында. Малайҙарҙың уҫалыраҡтары салбарлы килеш йөҙөп сығалар ҙа, ҡыҙҙарҙың кейемдәрен “ҡаҙ бото” итеп төйнәйҙәр. Өҫтәүенә, һыуға мансыйҙар. Нығыраҡ сейәләнһен, кимерһендәр… Сөнки теш ярҙамынан башҡа сисеү мөмкин түгел. Башлап кем уйлап тапҡандыр был шуҡлыҡты? Уйынға әйләнгән был хәлгә асыуланыусы, үпкәләүсе, әсәләренә ошаҡларға илап ҡайтыусылар ишетелмәй. Хәйер, кем өйләнгәнен кем белһен.
Ағас бөрөләренә йәм өргән, ҡоштарҙы тыуған яҡтарына әйҙәгән яҙғы елдәр үҫмерҙәрҙең күңел ҡылдарын тирбәндерә. Өлкәндәр йыйылған киске уйынға сығып, ҡыуышып, көрмәкләшеп бер булһалар, ул көндө Әсхәт бала-саға араһынан ят ҡыҙҙы шәйләп алды. Күрҙе лә аптырап ҡатып ҡалды. Ул ҡәҙәр үк ят түгел дә инде. Күрше ауыл мәктәбендә төркөм булып бара, кире ҡайтҡанда тарҡалыбыраҡ йөрөй торғайнылар. Сөнки синыфтарҙа дәрестәр бер үк ваҡытта тамамланмай.
Яр буйындағы ҡыҙыҡай нескә, оҙон булып үҫкән. Күҙҙәре сөм ҡара. Әллә Әсхәттең тоноп ҡарауын һиҙенде, эргәһендәге ҡыҙҙың арҡаһына һуҡты ла оҙон аяҡтары менән ырғый-һикерә ситкә йүгерҙе. “Хәлеңдән килһә, ҡыуып ет!” – тип ҡысҡырҙы.
Исеме иҫенә төштө – Сәлимә. Әлегә ҡәҙәр ҡайҙа йөрөгән һуң? Кисә лә килгән булғандыр әле.
Әлбиттә, түбән ос ҡыҙы һәр кистә килеп әхирәттәре менән зыҡ ҡуптарып уйнай ине. Малайҙар иһә ҡарт тирәктәргә оялаған ҡарғаларҙың йомортҡаларын алып төшөп, һиҙҙермәй генә уларға сәпәй. Тегеләр сырылдашып яланға һибелә.
Өлкәндәр иһә уйын, йыр менән мәшғүл. Түңәрәк яһап, әйләнеп йырлайҙар, парлашып бейейҙәр “Наза”, “Заем” таҡмаҡтарына.
Малай-шалай картуф баҡсалары артында ҡар аҫтында сығып елләргә өлгөргән дегәнәк, алабута, ҡурай үләнен, башҡа сүп-сарҙы йыйып усаҡ дөрләтә. Әллә һауа еүеш булғанға күрә, төтөн бағананы хәтерләтеп юғарыға күтәрелмәй, ә ер өҫтөнә йәйелә. Сәрмәсәндән бәрелгән дымға ҡушылып, яҙғы еҫкә тәм өҫтәй ине. Шул усаҡ көлөнә күмеп картуф та бешерә суҡынмыш малайҙар. Яланда ҡабығы бер аҙ көйөп бешкән был ризыҡты бүтән бер генә тәғәм менән дә сағыштырыу, тиңләү мөмкин түгелдер! Әрсеп тороуҙың да кәрәге юҡ (Һуңынан ауыҙыңды һөртөргә генә онотма!). Ә инде ҡыҙыу картуфты һындырып ҡараһаң, ҡар кеүек ярмаланып тора.
Теге торна аяҡлы ҡыҙ ҡайҙа юғалды һуң әле? Ошо тирәлә бутала ине бит.
Уйына шул Сәлимә килеп ингәс, Әсхәт киске уйынға сыҡҡандарҙың береһен дә күрмәне лә, тауыштарын да ишетмәне. Әйтерһең дә, бер ниндәй тереклек тә йәшәмәгән утрауға барып юлыҡты. Керпектәре менән егеттең бәғеренә ҡағылды, эргәһенә әйҙәгәндәй тойолдо. Баҫҡан урынында байтаҡ ваҡыт ҡатып торғандан һуң, үҙе лә һиҙмәҫтән берсә кешеләр араһына инде, берсә ситкә сыҡты. Ҡабаланды. Сәлимәне әллә эҙләп тапмаһа, уны башҡаса бер ваҡытта ла күрә алмаҫ кеүек. Нисек инде күрә алмаҫҡа, ти. Ул бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай ҙаһа. Сәлимә лә ауылда йәшәйәсәк. Тимәк, улар иртәгә лә ошонда киләсәк…
Бына бит улар – бая ҡыуышып киткән ҡыҙыҡайҙар! Түңәрәк яһап баҫҡандар ҙа шарҡылдап көләләр, сыр-сыу һөйләшәләр. Һүҙҙәрен аңларлыҡ та түгел. Сәлимә лә шунда. Тик ҡыҙыл эңер булғанлыҡтан, ҡыҙҙың ҡара күҙҙәрен айырыу мөмкин түгел. Аҙна элек булһа, эргәһенә барыр ҙа баҫыр ине, әле шул табан атларға шөрләй. Ниндәй хәл был? Өлкәндәр ҙә нимәлер һиҙенеп, йыр-бейеүҙәренән туҡтап ҡалғандар ҙа уны күҙәтәләр кеүек хатта ауыҙҙарын да йыралар, буғай…
Икенсе кис тә шулай ҡабатланды. Бәлки, эргәһенә барып берәй һүҙ әйтергә кәрәктер? Кәрәктер ҙә ул, тик ниндәй һүҙ? Бәлки, Сәрмәсәндең нисек ташыуы хаҡындалыр? Әйтерһең, ул был хаҡта белмәй, йылғаның күҙ күреме ергә йәйелгәнен шәйләмәй.
Ҡыҙҙар, үтеп киткән булып, үҙҙәре уның эргәһенә туҡталды. Ләкин уға иғтибар итеүсе лә булманы. Өлкәндәрҙең таҡмаҡ әйтеүен тыңланылар.
– Сәлимә, һеҙҙең осҡа сыйырсыҡтар килдеме әле? – тип өндәште.
Ҡыҙыҡай аптырап ҡарап ҡуйҙы ла:
– Эшең күп түгелдер әле, иртәгә бар ҙа ҡара, – тип яуапланы.
Башҡалары ошонан ниндәй ҡыҙыҡ тапҡандыр, ҡысҡырып көлдөләр ҙә ары киттеләр.
Ғәрләнде егет, өндәшкәненә үкенде. Йә инде, сыйырсыҡтарға юғары ос ни ҙә түбән ос ни…
Өсөнсө кистә Әсхәт үҙен ҡыйыуыраҡ тотто. Шаярған булып, Сәлимәнең һыңар бирсәткәһен тартып алды. Ҡыҙыҡай: “Хәҙер үк бир!” – тип уның ҡулдарына йәбеште. Илар сиккә етеп бирсәткәһен биреүҙе талап итте.
– Мә инде, мә, дүрт бармаҡлы нәмәңде, – Әсхәт бының усын эләктереп, ныҡ ҡына ҡыҫты. Ҡайнар ине ҡулы. Тик шунда уҡ тартып алды.
– Сәлимә бер бармағын бәйләргә онотҡан, – тип шарҡылдашты. – Ҡайҙа, беҙгә лә күрһәт әле?..
– Бирсәткә күрергә танау аҫтығыҙ кипмәгән әле, – Сәлимә үпкәләп китте лә барҙы. Уйын яланында башҡаса күренмәне.
Әсхәт Сәйеттәр менән түбән осҡа барырға, күҙ һалғылап ҡайтырға ҡарар итте. Бәлки, Сәлимә үҙҙәренең ҡапҡа төбөндәге ҙур ташта яңғыҙы ғына ултыралыр? Йә ғәрләнеп илайҙыр? Унан хаҡһыҙға көлдөләр бит. “Дүрт бармаҡлы бирсәткә бәйләгән, эшкинмәгән” тигән хәбәр ауылға таралып ҡуйһа?
Урамда Сәлимә юҡ ине, әлбиттә. Күптән йоҡларға ятҡан. Тик күҙҙәре йомолмай. Һәйбәт тип уйлап йөрөгән малай рәнйетте.
Әсхәт тә шундай уҡ хәлдә ине. Шаян һүҙ ысҡындырып, ҡыҙҙы үпкәләтеүенә үкенде. Башҡа саҡта үҙ-ара теләһә ниндәй төртмә һүҙҙәр әйтелһә лә, асыуланышыуға барып етмәй торғайны. Ә ни өсөн бөгөн шулай килеп сыҡты? Малайҙар ҡеүәтләп ебәрмәһә, бәлки, шыма ғына үтеп китер ине. Юҡ, “бармаҡ”ты эләктереп алдылар: хи-хи-хи ҙа ха-ха-ха…
Ниндәй ғәләмәт, икенсе көндө төш ауғас, ямғыр яуып ебәрҙе. Һирәк була торған хәлдер был, сөнки баҫыуҙарҙың яртыһы ла ҡарҙан асылмаған, мә һиңә ямғыр.
Яҙҙың бындай күренеше бер кемде лә аптыратманы ла, ғәжәпләндермәне лә, киреһенсә, тиҙерәк арба юлы төшөр, малдар көтөүлеккә тиҙерәк сығыр, юҡһа, ашарҙарына бөттө, тип ҡыуандылар. Уныһы шулайҙыр ҙа, ә бит киске уйынға сығыу өҙөләсәк. Урамда һалына башлаған һуҡмаҡтар ҙа ҡабаттан иҙелеп сабатаның хәлен мөшкөлләтте. Ауылдағы ботинкалы бер нисә кеше уйын ойоштора аламы ни?
Әгәр Сәлимә килә ҡалһа, Әсхәт Сәрмәсән буйына ялан аяҡ сабырға ла әҙер. Юҡ, ҡыҙыҡай килмәҫ, аяғында сабата ине бит. Уны бер генә тапҡыр осратыу, күҙҙәрен бер генә тапҡыр күреү кәрәк: егеткә ул асыу тотамы, әллә “бармаҡ” тарихын бөтөнләй күңеленән сығарып ташлағанмы? Бер ҙә булмаһа, Мансур ярҙамында хат яҙырғамы? Юҡ, килешмәҫ. Өсөнсө синыфта уҡып йөрөгән малай түгел дә ул. Бер, ике йыл үтеүгә уйын ойоштороуҙар Әсхәттәр ҡулына ҡаласаҡ. Улар армияға хеҙмәткә киткәс, алмашҡа түбәнерәк йәштәгеләр үҫеп өлгөрөр. Элек-электән килгән йола шулай. Ер шары ҡасан әйләнә башлағанын һәм башлап уны кем этеп ебәргәнен берәү ҙә белмәй.
Сәлимә! Бәй, үҙе был осҡа килә ята! Көн йылы булғас, шаҡмаклы төҫтәге бер ҡат күлдәктән генә. Ябыҡ кәүҙәһенең нәҙекәй билен ниңә аҡ таҫма менән быуырға кәрәккәндер инде. Башын ситкәрәк бороп үтмәксе булғайны, Әсхәт:
– Бөгөн киске уйынға сығаһыңмы? – тип өндәште.
Сәлимә ябыҡ яурынын һикертеп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡыҙҙың был ҡыланышынан егеттең маңлайына тир бәреп сыҡты.
– Ниндәй киске уйын, ти. Киләһе йылдың яҙына тиклем япҡандар.
– Ябырға уның ишеге барҙыр шул. Ә һин кил Сәрмәсән буйына. Былай ғына…
Сәлимәнең йөҙө үтәнән-үтә күренерлек булып ҡыҙарҙы. Ҙур ҡара күҙҙәре ғәжәпләнеп, шул уҡ ваҡытта яғымлы ҡараны. Өндәшмәй алға ҡуҙғалды.
– Ә ниңә? – Сәлимә яурынын һелкетте. Әллә үсекләп ирендәрен ослайтты. Шаҡмаҡлы күлдәгенең түше саҡ беленерлек булып төртөлөп тора. Әгәр ҙә билен быумаған булһа, һиҙелмәҫ ине.
– Улайһа, киске уйын киләһе яҙға ҡала, – быны Әсхәт һүҙ юҡтан булһын тигәндән әйтте.
– Шулайҙыр. – Ҡыҙ үҙ йомошо менән ары атланы. Әсхәт иһә Сәлимәне осратыуына, уның асыу тотмауына ҡыуанып, шул уҡ ваҡытта һөйләшергә йәпле һүҙ таба алмауына үртәлеп баҫып ҡалды.
Әсхәткә Кушнаренкоға юлланырға яҙған икән. Уны гигант төҙөлөш көткән. Әгәр ҙә шул заводты Яңыһаҙ ауылы эргәһендә төҙөһәләр, колхоз баҫыуҙары етер инеме икән? Йә урыҫ ауылы булмағанға Яңыһаҙҙы оҡшатмағандарҙыр? Ә-ә-ә, бында һал ағыҙырлыҡ йылға, поездар, вагондар йөрөй торған тимер юлы юҡ. Төҙөлөшкә тотонорҙан алда, Богородский ауылы хаҡында бер түгел, мең уйлағандарҙыр. Бәлки, сиркәү булыуы ла кәрәккәндер. Яңыһаҙҙа ни манараһы киҫелгән мәсет кенә һерәйеп ултыра…
Заводҡа хатта Ленин ордены биргәндәр. Уны ҡайҙа тағалар һуң? Баш конструктор Герой йондоҙон пинжәгенә ҡаҙайҙыр, ә завод?..
Дөбөрләп эшләгән цехта ҡалған Әсхәт уйҙарын бер епкә теҙергә тырышып аптырап бөттө.
Тәмәке тартыусылар урынына килһә, үҙ-ара һөйләшеүҙәр һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай булдыра алманы. Кешеләр ниңәлер интегеүҙәренә зарланмай. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ярай әле бында килеп өлгөргәндәр, юлда фажиғәгә юлыҡмағандар. Самолет двигателдәре эшләү һанын көндән-көн арттыра барыуҙарына ғорурландылар. Өфө моторҙары ҡуйылған “Як”тар немец самолеттарын тиҙ ҡыуып етә һәм бәреп төшөрә икән. Юғиһә, һуғыштың тәүге айҙарында баҫҡынсылар беҙҙең авиацияны аҙағынаса тар-мар итә яҙған. Күптәре күккә күтәрелергә лә өлгөрә алмаған, аэродромдарҙа уҡ юҡҡа сығарылған.
Әсхәт, әлбиттә, күп һүҙҙәрҙе аңламаны, “Як”ты ла белмәне. Шуныһы бәхәсһеҙ, Өфө двигателдәре шәп! Тик ни өсөн кем “двигатель”, кем “мотор” тип һөйләй? Әллә комбайн моторҙары ҡуйылған самолеттар ҙа бармы икән? Ике дүрт моторлылары шуларҙыр…
– Ун алтынсы октябрь, төн, ашыҡтырып директор кабинетына саҡыртып алдылар, – тип һөйләй башланы тәмәке тартыусыларҙың береһе. – Дүрт көн элек халыҡ комиссары урынбаҫары Баландин килеп, беҙҙең заводты Өфөгә – дублер заводҡа күсерергә ҡарар сығарылыуын хәбәр иткән. Баландинды әйтәм, Василий Петрович – хәҙер бында үҙе директор. Үрге Волгала бер генә винтик та ҡалдырылырға тейеш түгел. Ҡалаөҫтөндә тәреле самолеттар күренә лә башланы. Мөһим объекттарға бомбалар ташлайҙар. Ни ғәжәптер, беҙҙең заводҡа теймәйҙәр. Әле күптән түгел генә ишеттем, уны иҫән-аман килеш ҡалдырып, йәғни ҡулдарына төшөрөп, немецтар тәреле самолеттарына двигателдәрҙе шунда эшләргә план ҡорғандар. Тотһондар төбөнән тоҡсайҙарын! Эвакуация буйынса эштәр шул уҡ төндә башланды. Завод корпустары араһына тимер юл һуҙабыҙ. Шпалдарҙы асфальт өҫтөнә теҙәбеҙ. Йыһаздарҙың ишеккә һыймағандарын стеналарҙы емереп сығарабыҙ. Ҡабаланырға, шул уҡ ваҡытта һаҡ та ҡыланырға тейешбеҙ. Сөнки күсенеүебеҙҙе һиҙеп ҡалһа, фашистар бомбаларын яуҙырып, бөтә эшебеҙҙе һәләк итеүе бар. Эвакуацияны тамамлағас, немецтар, ысынлап та, заводты бомбаға тотҡан. Шул хаҡта Берлин бөтә донъяға хәбәр таратҡан, имеш. Рыбинскийҙағы авиация заводының көлөн күккә осорғандар. Шулай булған, йәғни бомбаларын йәлләмәгәндәр. Тик ул саҡта беҙҙең цехтарҙа бер винтик та хатта тутыҡ тимер киҫәге лә ҡалмағайны. Әйҙә, маҡтанһындар. Иң ҡыйыны шул: квартираңды, ғүмерең буйы йыйған мөлкәтеңде ташлап китеү. Һәр нәмәң ҡәҙерле, һәр нәмәңде тигәндәй ауыҙыңдан өҙөп тапҡанһың, береһе генә лә бушҡа килмәгән. – Һөйләүсе ауыр һулап торғандан һуң һүнгән тәмәкеһен ҡабыҙҙы.
- Бөтәбеҙ ҙә эш урынында, өйгә ҡайтыу юҡ. Тәүлегенә ике-өс сәғәт кенә ял тәтей. Сөнки тимер юл составтары, баржалар өҙлөкһөҙ бирелеп тора. Уларға йөк тейәүҙе минутҡа ғына һуҙыу ҙа енәйәткә тиң. Әҙер булыу менән шунда уҡ юлға ҡуҙғалалар. Бына шундай баржаларҙың береһе бында килеп етә алмай, Ҡариҙелдә туңып ҡалған. Ундайҙар аҙ булдымы ни? Дудкино эргәһендә баржалағы бер станок һыу аҫтына киткән, ти. Бәлки, ишеткәнһегеҙҙер, шуны тросҡа эләктереү өсөн ауыл пацаны боҙло һыуға сумған. Шәрә килеш боҙ аҫтында йөрө, ә!
- Ҡала малайы төшмәҫ йә сирләп үлер ине, – тип әйтә һалды тәмәжниктәрҙең береһе.
-Улай тиергә ярамай. Бындай ваҡытта әҙәм балаһын выждан йөрөтә. Граждандар һуғышын хәтерләйек, күпме батырлыҡтар эшләнде. Ә һуңыраҡ, утыҙынсы йыл баштары! Магнитка, Амурҙағы Комсомольск, Днепрогэс… Кем ҡулдары менән төҙөлдө улар? Беҙҙең замандаштар күтәрҙе уларҙы! –Әлеге кеше шул тиклем бирелеп, онотолоп һөйләне ки, эшлектән сығып арыһа ла ултырманы. Тәмәкеһе бер нисә тапҡыр һүнде. – Башҡортостанды әйтәм, әлегә ҡәҙәр белә инекме? Юҡ, белмәй инек. Башҡортто? Күптәр уларҙы әле булһа күсенеп йәшәй, ат, башҡа малдар аҫрай, тирмәлә көн итә, тип фекер йөрөтә ине. Күрәһегеҙ бит, ҡаҙаҡтар ҙа өгөтләгәндән һуң ғына квартираларға, барактарға инергә ризалашты. Быуаттар буйы күсенеп йөрөп тирмәләрҙә йәшә-йәшә лә, төҙөлөшкә килеп, дөйәләр егеп эш башла. Улар өсөн – революция. Башҡорттарҙың бөгөн нисек көн итеүҙәре лә уларға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Өфөгә ҡарағыҙ, күпме промышленность предприятиелары! Мин үҙем, мәҫәлән, хайран ҡалдым. Утыҙ һигеҙенсе йылда кәрәсин, бензин етештерә башлағандар. Бензин! Примусҡа һалынған кәрәсинде бында сығаралар. Беҙ эшләгән двигателдәрҙе Өфө бензины геүләтә! Боҙло һыуға төшөүсе егеттәр килә беҙгә алмашҡа. Илебеҙҙең тылы ныҡ. Көндән-көн ул нығый. Тимәк, фронт фашистар өсөн ҡорос ҡая. Ҡуҙғалайыҡ, егеттәр…
Был төркөм эш урындарына китеүгә икенселәр килде. Үҙе хаҡында йылы һүҙҙәр ишетеү Әсхәткә рәхәт ине. Исемен белмәйҙәр, әлбиттә. Тик уныһы хәжәтме ни, иң мөһиме, дөйәләр тартып килтергән станоктарҙа бөгөн үтә ҡиммәтле деталдәр эшләнә. Тик бына әле булһа һөнәрселек мәктәптәрен ойоштора алмайҙыр. Иң тәүҙә төҙөлөш эштәрен яйға һалырға кәрәк, тиҙәр.
Әсхәт ваҡыты бар сағында төрлө цехтарға инергә, оҫта ҡуллы эшселәрҙең хеҙмәтенә күҙ һалырға тырыша. Хыялы – станок артына баҫыу. Тик әлегә токарлыҡтың нескәлектәренә төшөнә алмай. Ысын токарь булыу өсөн оҙаҡ уҡырға, өйрәнергә кәрәктер…
Ниндәй сыҙам, ҡыйыу кешеләр! Төпләнеп йәшәгән урындарын кисекмәҫтән ҡалдырып китергә бойорғас, шул уҡ төндә үк цехтарын һүтә башлағандар. Ғаиләләрен алып юлға сыҡҡандар… Ләкин зарланыу әҫәре юҡ. Һалдат шикелле батыр улар. Шулай булмаһа, әлегә эшселәрҙе бомба яуҙырылған урында дошман менән һуғышырға ҡалдырырҙар ине. Тимәк, завод эштәре мөһимерәктер.
Ҡайҙа ла еңел түгел. Тотош ил өҫтөнә килде бәлә, афәтле һуғыш. Әсхәттең әсәһенә лә донъя көтөү ҡатмарланды. Ҡараңғынан ҡараңғыға – баҫыуҙа. Фронтҡа ирҙәр сәсеп киткән күп ерҙәрең игене йыйып алынмай ҡалған, ти. Башаҡта ултырған бойҙай, тары ерҙәрен тотошлайы менән ҡар ҡаплаһын – күпме хеҙмәт, күпме ризыҡ көтә. Утыҙ алтынсы йыл онотолорлоҡмо? Кесерткәнде ҡайнатып сәйнәүҙән, йәшел һыуын эсеүҙән ҡорһаҡ ҡабара, ултырып торорлоҡ та хәл юҡ. Күптәр ғаиләләре менән теге донъяға күсте. Нисәмә өй тәҙрәләренә арҡыры таҡталар ҡаҙаҡланды. Бөтәһенә лә түҙергә мөмкин, әммә аслыҡты сыҙап ҡына еңеүе ауыр, ай-һай, ауыр…
Әсхәт йоҡлап йөрөгән урыны – ҙур йәшник эргәһенә килде. Ятырға өлгөрмәне шаҡ-шоҡ иткән тауыштар ишетелде. Таныш шаҡылдау. Яҙын һыуҙан һаҡланыу өсөн сабатаға күтәрмә беркетәләр. Боҙло, туң ерҙә тиҙ ашалһа ла, аяҡтарың ҡоро тора, бөгөлмәүе йонсота.
Әле килеп шуға оҡшаш нәмәне заводта уйлап таптылар. Табаны – таҡта, өҫтө ҡалын сепрәк. Торғаны ҡата инде. Аяғыңды күтәреп рәхәтләнеп атлап йөрөй алмаһаң да, ялан тәпәй түгелһең. Уны ниңәлер “шанхай” тип атайҙар. Нимәне аңлатҡанын кем белһен. Ә-ә,ҡытайсараҡтыр…
Шаҡы-шоҡоно Ауырғазы ҡыҙы ла кейеп йөрөй. Ул цехтарҙа, ҡыйыҡ аҫтарында йоҡлай. Бахырҡай айлыҡ аҙыҡ-түлек карточкаһын һатҡан да, зарҡ булғансы ашаған. Күркә шикелле ай буйы ел йоторға тура килде үҙенә. Аслыҡтан күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, хатта сәсен дә тарамай. Иҫке бишмәтенең йыртылған, һүтелгән урындарын текмәй, ямамай. Төймәләре булмағас, билен ниндәйҙер сым менән быуып йөрөй. Уйында ниҙәр барын бер Хоҙай белә торғандыр.
Ҡыҙыҡайҙы ҡыҙғанып, бригадир үҙенең фуфайкаһын һалып кейҙерҙе, күлдәк, ыштанға талон юллап бирҙе. Өйөнә алып ҡайтып, мунсаға алып барып йыуындыр, тип ҡатынына тотторҙо. Ятаҡҡа урынлаштырҙы. Юҡ, ҡыҙҙың күңелен табырлыҡ түгел ине. Бригадир биргән фуфайканы бер буханка икмәккә алмаштырып туйғансы ашаны ла, тағы ҡайҙа етте шунда йоҡлап йөрөй башланы.
– Ҡамасаулап ниңә шаҡылдап йөрөйһөң төн убыры кеүек? Иртәгә эшкә түгелме ни?
Ҡыҙыҡай өндәшмәне. Йәшник ситенә ултырып арты менән Әсхәтте эскәрәк этте.
– Бар икенсе ергә. Ҡара әле цехтың ҙурлығына! Урын аҙмы?
Ҡыҙыҡай әрһеҙләнеп йәшниктең ситенә һуҙылып ятты. Өҫтөндә пинжәк кеүек кейем ине.
– Вәт, әй, һағыҙаҡ, – тип егет арыраҡ шылды.
Ҡыҙыҡайҙың ошондай хәлгә төшөп йөрөүенә Әсхәт үртәлә ине. Бүтән ҡыҙҙар бынамын тигән итеп эшләй, йәшәй. Ҡаштарын ҡарайтып, ирендәрен ҡыҙартырға ла йыбанмайҙар. Ә был… Әхирәте лә юҡ шикелле. Хәйер, был йоғошһоҙҙо кем иш итһен.
Егет серем итергә өлгөрмәне, ҡыҙыҡай уға һыйына башланы. Үҙе ҡалтырай.
– Һалып өҫтөңә ябырға бер нәмәм юҡ. Паровозлы цехҡа бар. Унда йылы.
Ҡыҙыҡай арҡаһын ныҡ итеп Әсхәткә терәне. “Бесәй балаһы кеүек йылы эҙләй шикелле” тип уйлап ҡуйҙы Әсхәт.
– Йоҡларға ирек бирәһеңме, иртәгә эшкә бит.
Әсхәт бер мәл уянып китһә, ҡыҙыҡай уны ҡыҫып ҡосаҡлаған хатта бер аяғын өҫтөнә һалған. Егет нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Ҡаты йоҡлағанға һалышҡан булып, хырлап ҡуйҙы. Ул хатта ошо хәлгә ҡалыуына ғәрләнде, оялды. Нисек инде әллә ниндәй шапшаҡ ҡыҙ менән бергә ят. Сәлимә күреп ҡалһа, нимә тип әйтер? “Бармаҡ” өсөн ғәфү итергә ашыға төшкәнмен, тиер, моғайын.
Әсхәт яйлап ятҡан булып урынынан күсте. Әммә ҡыҙыҡай уны ысҡындырырға теләмәне, һырыша бирҙе. Егет башҡа ергә күсеп китергә теләп тороп ултырҙы. Ҡыҙыҡай уның аяҡтарына башын ҡуйҙы.
– Ниңә миңә бәйләндең әле, ә? Ниндәй үсең бар? Ҡал бында, үҙем китәм.
– Китмә. Яңғыҙым ҡурҡам. Ят кире…
Әсхәт аптырап оҙаҡ ултырҙы. Ҡыҙҙы яңғыҙын ҡалдырмау өсөн ҡабат ятты. Ләкин күҙҙәренә йоҡо килмәне.
– Шикләнмә, бетле түгелмен. Ҡосаҡла мине. Йылыт мине. Юҡһа, өшөп сирләрмен. Әйҙә икәү йөрөйөк. Минең бер кемем дә юҡ. Мине бер кем дә яратмай. Һине тыңлармын.
– Торғаны йәбешкәк. Һинең менән нисек йөрөйөм, ти? Минең яратҡан ҡыҙым бар.
Әсхәт бер ҡулын турайтты. Шуны ғына көткәндәй, ҡыҙ ашығып егеттең беләгенә муйынын һалды һәм яурынынан ҡосаҡланы.
Бисара ҡыҙ Әсхәтте ситтән генә ҡараштырып уны мәрхәмәтле, кешеләргә ҡарата насарлыҡ ҡылмаҫ әҙәм итеп тойҙо. Кәрәк саҡта яҡлай, ярҙам итә ала төҫлө. Бүтәндәр унан ситләшә, хатта ерәнә кеүек. Әсхәттең эргәһенә үк килергә тартынды, әлбиттә. Бындай ҡылыҡ ҡыҙҙарға хас түгеллеген аңлай ул. Егеттәр генә һайлана, ҡыҙҙарға башлап һүҙ ҡуша ала. Бындай ҡыланышына башҡа төрлө һығымта яһауҙары ла бар бит әле.
Ҡыҙыҡай үҙенең шамтыр икәнлеген дә аңлай, тик нисек итеп үҙен ҡулға алырға икәнлекте генә белмәй. Бүтәндәр айлыҡ карточкаларын көн һайын тотона, ә ул юҡ, тыйыла алмай. Ашхана ашына туймай. Ҡалғандары иһә ни эшләптер ҡәнәғәт. Төҙөлөштән ҡасып китер, хәйер һорашып йөрөр ине, ярамай. Төрмә менән янайҙар. Ҡасып тигәндән, ҡасып ҡайҙа барыр инең? Уны кем көтә. Атаһы һуғышта. Үгәй әсәһенә барып һыйынырлыҡ түгел, тупһа аша атлатмаҫ. Үҙ әсәһе ҡыҙыҡайына ике йәш тулғас, икенсе балаһын тыуҙырғанда донъя ҡуйған. Шул үгәй әсәһенән урлап, ҡасып ашау, бөгөнгәсә йәшәргә ғәҙәтләндергәндер ҙә инде. Уның уйынса ҡағылып-һуғылып йәшәү бөтә ерҙә лә дауам итә. Кешеләр күҙ буяр өсөн генә бер-береһенә йылмая, үҙ-ара йомшаҡ һөйләшергә тырыша төҫлө. Тик бригадир, уның ҡатыны һәм бына бынауы Әсхәт исемле малай ғына ихлас, хәйләкәр түгелдәр. Мужыт бригадирҙың кәңәштәрен тоторға кәрәк булғандыр. Бер нисек тә килеп сыҡмай шул, улар өйрәткән тәртипте һаҡлауы ҡыйын. Төҙөлөштәге ҡыҙҙар ҙа ҡырын, шикләнеп ҡарай. “Карауатыңды йыйыштырмайһың, кейемдәреңде теләһә ҡайҙа ташлайһың. Битеңде йыумайһың, башың бумала кеүек…” Аҙым һайын бәйләнеп баралар. Шундай шарттарҙа нисек түҙеп йәшәмәк кәрәк? Цехтарҙа, ҡыйыҡ аҫтында исмаһам, йәнең тыныс: урын табып яттың да йоҡланың, уяндың, торҙоң киттең…
Көндәрҙең береһендә Әсхәт Сәйет менән Крекингтар йәшәгән бараҡтарға юлланды. Ул тирәне Черниковка ауылы тип тә йөрөйҙәр. Ни өсөн “Крекинг?” Әсхәт белмәй. Сәйет үҙенсә: “Ул беҙ төҙөгән завод кеүек икән, унда кәрәсин сығаралар, лампаға һала торған”, – тип аңлатты. Күрше ауылдағы туған тейешлеләре шуны төҙөүҙә ҡатнашҡан, имеш.
Яңы йылдың да тәүге айы яман һыуыҡ булды. Өлкән йәштәгеләр хатта аптыраны: “Әллә ҡырҡ берҙәгенән дә уҙҙыра инде. Былай дауам итһә, сәпсектәр ҡырылып бөтәсәк. Араҡы туңған, ти. Ҡара көҙҙән башлап селлә һалҡындары дауам итә бит. Тауыҡтарҙың аяҡтары туңып төштө…”
Ысынлап та һыуыҡҡа сыҙар әмәл юҡ. Ел дә иҫә башлаһа, електәргә үтә. Боттар ойой, көҙән йыйыра төҫлө.
Тимер юл буйына теҙелгән барактарҙың береһендә Сәйеттең алыҫ туғандары йәшәй. Уларҙың тормошо ла бүтәндәрҙеке кеүек фәҡир. Фатир тигәндәре ҡыҫыҡ. Урындыҡты ике ҡатлы итеп әтмәләгәндәр. Аҫтағыһының мөйөшөнә ҡырҡ ҡораманан тегелгән юрған, мендәрҙәр өйөлгән. Бәләкәй генә өҫтәл һәм ишек төбө. Мейес алдындағы дүрт мөйөшлө ҡалай һауытҡа ташкүмер тултырылған. Уны юл буйынан йыялар. Туҡтауһыҙ паровоздар үкереүе, тәгәрмәстәрҙең шаҡылдауы, рельстар һығылыуы… Ауыр составтар бөгә уларҙы. Танкылар, туптар, двигателдәр, аҙыҡ-түлек, һалдаттар тейәлгәндәре – көнбайышҡа, эвакуацияланыусы предприятиелар, ғаиләләр, яраланған яугирҙар урынлаштырылған вагондар көнсығышҡа ашыға. Туҡтауһыҙ ағылалар. Ауыр эшелондарҙы ҡара паровоздар үкереп тарта. Бик күп вагонлы составтарҙы һөйрәргә хатта икешәр паровоз егелгән.
Хужабикә Хәлимә Әсхәтте күреп белһә лә, баракка килеү егет өсөн уңайһыҙ ине. Шундай ауыр заманда һине кем көтөп торһон. Һәр кем карточкаға, талонға йәшәй бит.
Шулай ҙа барак ишеген асып кереү күңелде тынысландыра, ауылды һағыныу бер ни тиклем баҫыла төшә. Тыуған төбәктә булған һирәк-мирәк хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Юҡһа, ауыл менән бер төрлө лә элемтә тотолмай. Әсхәт дүрт-биш тапҡыр “өс мөйөш” яҙып ебәргәйне, яуап юҡ. Булырға тейеш тә түгел, сөнки ҡаршы адресты нисек күрһәтергә? Богородскийҙа һине кем эҙләп йөрөһөн.
Асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала торған Хәлимә бөгөн ниңәлер кәйефһеҙ кеүек. Нисек эшләүҙәре хаҡында ла һорашманы. Әсәһе, ике балаһы ла күренмәне. Ауыҙынан өҙөп тигәндәй, бөтөнләй картуф бешерергә йыйынды. “Өтөп алырлыҡ һалҡындар торғас ни, өйҙәге бәрәңгегә шәкәр тәме ингән”, – тип һөйләнде.
Ә инде бая егеттәр ишектән килеп инеү менән:
– Биттәрегеҙҙе тиҙерәк ыуығыҙ, остары ап-аҡ булған, – тип киҫәтте. – Артыҡ ҡаты ышҡымағыҙ, тиреһе һыҙылыуы мөмкин.
Быялалары ҡалын булып туңғанлыҡтан, тәҙрә аша бер нәмә лә күренмәй, тик туҡтауһыҙ үтеүсе составтарҙың тәгәрмәстәре туҡылдауы, паровоздар үкереүе генә ишетелә.
– Бындай ҡот осҡос һыуыҡта сығып йөрөргә тырышмағыҙ. Өҫ-башығыҙ ҙа йоҡа.
– Һыуыҡ тип төҙөлөштө кем туҡтатһын һуң?
– Эйе, шулай бит әле. Нисек, Әсхәт ҡустым, күкрәгең сәнсмәйҙер бит?
– Юҡ, юҡ, бөтәһе лә һәйбәт. Бирешмәйбеҙ. – Әсхәт, ғөмүмән, зарланырға яратмай. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт быуылып йүткереүе, тамағына ҡаҡырыҡ йыйылыуы, уң яҡ ҡалаҡ һөйәге аҫтында эстән сәнсеүе хаҡында өндәшмәне. Биҙгәк тотоу кеүек сиргә юлыҡһа, йәшермәҫ ине, әлбиттә. Ә ваҡ-төйәк сырхау булмай тормаҫ.
– Яңыһаҙҙан хат-хәбәр бармы? – Хужабикә эше менән булғанда һүҙ булһын тигәндәй генә һорап ҡуйҙы. – Килеүселәр ҙә күренмәй.
Хужабикә теге килгәндә бик асыҡ, шат кеүек ине. Хәл-әхүәл һорашыуы ла бөгөн исем өсөн генә кеүек. Ниңә килеүенә үкенде. Былай ҙа һуңғы көндәрҙә эсе бошто. Һағыныуы артты. Әсәһенең дә улын бик күргеһе киләлер. Атаһының фронттан юллаған хаттарын уҡыр, адресы булһа, яуап яҙыр ине.
– Сәйетзаданың атаһы ике көн элек колхоз йомошо менән килеп киткәйне… - Хәлимә һүҙенән бүленеп суйын сүлмәген асып ҡараны. Картуф еҫе бүлмәгә бөркөлдө. Ләкин ул бөгөн тәмле тойолманы. Һүҙҙең дауамын көтөп Әсхәт хатта урынынан күтәрелә биреп ҡуйҙы. – Атайың ауыл икмәге алып килгән, алып китергә онотма, Сәйетзада.
– Ашайбыҙ икән туйғансы, Әсхәт. Юҡ, бында ашайбыҙ. Бөтәбеҙ ҙә.
Сәйеттең һүҙҙәре Әсхәттең бер ҡолағына инде, икенсеһенән сығып та китте.
– Беҙҙекеләрҙе әйтмәнеме? Хәлдәре нисек икән?
– И-и-и, балаҡайым, – ти хужабикә илап ебәрҙе. Алъяпҡыс итәген күтәреп йөҙөн ҡапланы.
Әсхәттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Ҙур ҡайғы ишетәсәген тойоп ҡатып торҙо. Әсәһеме? Әллә ҡустылары… Сабирмы, Мәснәүиме?.. Ниндәй бәләгә тарығандар? Ҡайҙа мөмкинлек? Әгәр рөхсәт булһа, хәҙер үк урамға ташланыр, Нижегородкаға йүгерер, боҙ өҫтөнән Ағиҙел аша Затонға сығып ауылына ҡарай бер туҡтамай йүгерер ҙә йүгерер ине. Бәлки, әсәһе ҡаты ауырып ҡына яталыр? Ҡустылары нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалғандыр?..
– Уға нәмә булған? Әйт, Хәлимә апай? Әйт тиҙерәк. Зинһар.
– Мәскәү янындағы һуғышта һәләк булған, ти.
– Ҡайҙа ишеттең? Кем әйтте?
– Сәйетзаданың атаһы. Похоронка килгән ауылға…
Әсхәт ишекте бәреп асып урамға ташланды. Йәш пәрҙәһе ҡаплаған күҙҙәре бер нәмәне лә айырып күрмәне. Шул уҡ составтар, вагондар тыҡылдауы, шул уҡ паровоз торбаһынан бөркөлгән таш күмер ҡомо йөҙөнә бәрелде. Һалҡынды һиҙмәне ул. Ҡаптырылмаған фуфайкаһын йыйып тоторға онотто. Рельстарҙы һығыусы тәгәрмәстәр ниңә уның кәүҙәһе аша үтмәй?..
Атаһы икәүләшеп ауыл урамынан барһалар ҙа, баҫыуҙарҙа, ырҙын табағында эшләһәләр ҙә эргәләге кешеләргә: “Күрегеҙ ниндәй малай үҫтерҙем!”, – тип шаулай, ғорурлана ине. Юҡ, һәләк булмағандыр. Һәйбәт кешеләр үлтерелергә тейеш түгел…
Кемдер Әсхәттең яурынына ҡағылды. Ул боролмаһа ла, башын күтәреп ҡарамаһа ла, был кешенең Сәйет икәнлеген аңлай ине. Черниковкала унан башҡа кем булһын.
Сәйет яңғыҙ ғына түгел. Хәлимә арҡаһына шәл генә һалған.
– Хәлимә апай, һалҡын тейҙерәһең бит, – Әсхәт уның арҡаһын ышыҡларға тырышты.
Ашығып өйгә инделәр. Хужабикә ярмаланып бешкән картуф һалынған ағас табаҡты өҫтәлгә ултыртты. Ике һуған да тапҡан.
– Ауыл икмәге ҡайҙа, апай? Килтер.
Әсхәт һөйләнмәне. Картуфҡа ла үрелмәне.
– Һин, балаҡайым, бик үк бөтөрөнөп барма әле. Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй. Яуҙа бик күп бәндәләр баш һала, ти бит. Кем белә, хәбәр дөрөҫ булмай ҙа сығыр. Һуғышта ундай хәлдәр йыш була икән. “Үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә ғүмер бирһен Хоҙай” ти торғайны ауылдың муллаһы. Уның да башына еттеләр. Кулак, имеш, ташҡа үлсәйем. Кемдер урынына Себергә уны ебәргәндәр, тип тә һөйләнеләр. Мә, Сәйетзада, икмәгеңде үҙең тел.
Хужабикәнең һөйләнеүе, тынысландырырға теләүе Әсхәттең әрнегән йөрәгенә шифа була алманы. Күҙе алдынан бер-бер артлы төрлө-төрлө ваҡиғалар үтте. Атаһы. Әсәһе. Ҡустылары. Киске уйындар. Сәлимә. Станок артынан һыуға төшөү. Панкрат Карпович. Фазылбәктең упҡында ҡар аҫтында ҡалған ғаиләһе. Ғүмерендә бер генә тапҡыр күрмәгән Яман-Порт, Ямай йылға. Ҡаҙаҡтарҙың дөйәләре. Төндә һағыҙаҡ кеүек бәйләнгән ҡыҙ…
– Етеш, етеш, ҡустым. Ҡайғыны ҡайғырып еңеп булмай. Бөтә ил ҡайғыла. Ана, һуғыш аҫтында ҡалған ғаиләләрҙе килтереп тултырҙылар. Уларға еңелме әллә. Элек өс кешегә ҡыҫыҡ бүлмәләргә тағын дүртәр, бишәр кеше өҫтәнеләр. Ризалашмай ҡайҙа барыр инең, ул бисараларҙы ҡайҙа ҡуйыр инең? Өҫтәренә нимә кейгән, өйҙәренән шул килеш сыҡҡандар ҙа йүгергәндәр.
Хәлимә был тиклем күп һөйләүенә үҙе лә аптыраны. Агитаторҙарҙан ғына ишетелә торған һүҙҙәрҙең башына килеүенә хайран ҡалды.
Дөрөҫө шулай, белгәнеңде һөйләргә, булғаның менән бүлешергә, уртаҡлашырға кәрәк.
– Төшөнкөлөккә бирелеп барма, улым, сабырлыҡ кәрәк. Әгәр ҙә ҡара хәбәр дөрөҫ була ҡала икән, һин ғаиләгеҙҙә атайың урынына ҡалғаныңды иҫеңдә тот.
– Ярҙам итә алмайым шул, – тип саҡ әйтә алды Әсхәт. Уның кипкән ирендәре көскә асылды. Был баракка бөгөн килмәгәндә яҡшыраҡ булыр ине. Бөгөн түгел икән иртәгә, иртәнән һуңға… Барыбер килеп етер ине… Ҡара хәбәр тиҙерәк йөрөй шул.
– Хәлимә апай, ялынып һорайым, әгәр ауылдан килеп сыҡһалар, шул кеше артынан берәй буханка икмәк табып ебәр, зинһар. Һыу аҫтынан булһа ла табып ҡайтарырмын. – Әсхәт йәшен күрһәтеүҙән ҡурҡып башын түбән эйҙе. Ҡапҡан икмәк киҫәге тамағына таш кеүек ултырҙы. – Ҡайтып та килер инем, кем ебәрһен, – үҙенсә баш ватып һөйләнде Сәйет. – Тәртип ҡаты. “Фронт бригадалары” ойошторалар. Эшкә сафҡа теҙелеп барырға, шулай ҡайтырға. Һуғышҡа ла өйрәтәләр. Ағас мылтыҡ менән. – Рәхмәт, апай, – тип урынынан ҡуҙғалды Әсхәт.
– Улай әйтмә, Хәлимә апай, яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт. Атайымдың һәләкәте хаҡында хәбәрҙе бүтән кешенән, башҡа урында ишетһәм, миңә бишләтә ауыр булыр ине.
Артабанғы көндәрҙә Әсхәтте эвакуация хәлдәре түгел, икенсе мәсьәлә ҡыҙыҡһындырҙы: заводта эшләүселәрҙе һуғышҡа алалармы? Фронтҡа китергә теләүселәр ҡайҙа мөрәжәғәт итә? Тик заводта эшләүселәрҙе фронтҡа алмайҙар, ниндәйҙер бронь бирелә, имеш. Тыл ныҡ түгел икән, армия еңелә, ти. Шулай һөйләйҙәр.
Туң ерҙе ҡаҙғанда тәмәке тартыу өсөн туҡтаусылар эргәһенә сулаҡ кеше күҙ һалды. Һалдат тиер инең, өҫтөндә шинел булһа ла, башында иҫке йөнтәҫ бүрек. Һөйләүенә ҡарағанда, һуғыштың икенсе айында уҡ яраланған. Дим буйынан икән. Аттар егеп ауыр тупты һөйрәткәндә уларҙан алыҫ түгел ергә снаряд төшөп шартлаған. Шуның ярсығы тейеп ҡулының һөйәген селпәрәмә килтергән. Киҫеп ташлағандар. Һабантуй көндө өйләнгән. Ике аҙнанан һуғыш. Кәләше, үҙе шулай ти, кемгәлер тиҙ үк кейәүгә сыҡҡан.
– Һәйбәт булған. Ҡотолғанһың, ҡусты. Ирен көтә белмәгән бисә менән барыбер йүнле ғүмер итә алмаҫ инең, – тип һөйләнде өлкән йәштәрҙәге уҙаман ҡулын усаҡта йылыта-йылыта. – Ышанысһыҙ кешенән алыҫ торорға кәрәк. Бала-сағаға ла уралып өлгөрмәгәнһең.
Кешеләр эш башланы. Әсхәт ниндәйҙер бер өмөт бағлап әлеге яугир эргәһендә ҡалды.
– Ауылыңа ҡайтманыңмы, ағай?
– Һыңар ҡул менән яңғыҙыңа шәп түгел, ҡусты. Имен ҡулды йыуырға икенсе ҡул юҡ. Бында фронт бит. Ҡиммәтле йыһаздарҙы ҡарауыллайым. Илгә файҙа…
– Ә нисек һуғышҡа киттең? Тәүҙә ҡайҙа барып кемгә мөрәжәғәт иттең?
– Повестка менән саҡырҙылар. Йырлашып киткәйнек, ҡулды ҡалдырып ҡайттым. Ярай әле мин иҫән, ә бүтәндәр…
– Ҡайҙан алып киттеләр һуғышҡа?
– Алкино тигән ерҙән. Шул ауылға яҡын урмандан. Хәрби лагерҙан.
– Ә ул ауыл Башҡортостандамы?
– Өфөнән утыҙ-ҡырҡ саҡрым тирәһелер. Ниңә бик төпсөнәһең, шпион-маҙар түгелһеңдер бит?
– Һин нимә, ағай, әллә шпионға оҡшағанмынмы?
– Үпкәләмә. Шулай ҙа һаҡ бул, был завод – йәшерен завод. Шуға күрә арала дошман шымсылары йөрөүе ихтимал. Аңлатманылармы ни?
– Һөйләнеләр, йыйып… Һуғышҡа китер инем, ағай. Атайымды Мәскәү эргәһендә үлтергәндәр.
Һалдат иҫән ҡулы менән Әсхәттең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Шунан тубыҡтары араһына ҡыҫтырып бейәләйен һалды ла шинеле кеҫәһенән һыңарын сығарҙы.
– Мә, быныһы уң ҡулдыҡы. Һин кей. Ҡалын бейәләй.
– Миңә хәҙер парлы бейәләй кәрәкмәй. Һуғышҡа иртәрәк әле һиңә, ҡустым. Өлгөрөрһөң. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшай.
– Шулай ҙа һорап ҡуяйым, Алкиноға нисек барырға? Өфөнән тим.
– Әлкәгәме. Уны шулай ҙа тиҙәр. Уныһы ваҡ мәсьәлә, тик бына һинең йүткереүең оҡшап етмәй, әллә һалҡын тейҙерҙеңме? Һаҡланыбыраҡ йөрөргә тырыш. Дим тигән станса бар. Шуға тиклем теләһә ниндәй поезға эләгеп-һарҡып етергә була. Унан һуң тәпәй тура ат менән. Димдән ары ла поездар йөрөй, тик Әлкәлә туҡталмайҙар. Ауыл ғына бит. Унда ниндәй йомоштары булһын.
– Алкинола кемдәргә мөрәжәғәт итергә?
– Юҡ менән башыңды ватма, энем. Әлкәлә лагерҙа командаларға бүләләр ҙә “Айт-два”ға баҫтырып, үҙҙәре белгән ерҙәргә йөрөтәләр. Етте, күп һөйләштек, эшеңә тотон. Иптәштәреңдән ҡалышма. Донъянан ут оса, туғанҡай. Бейәләй – иҫтәлеккә, юғалтма. Баҡыйға күскәнсе дүрт һаның теүәл булһын.
Ғәрип яугир үҙ юлынан атланы, ә Әсхәт кәйләһен күтәрҙе.
Иглинонан да, Шаҡшанан да, Өфөнән дә халыҡ эшкә поездарҙа йөрөй. Кешеләр юлда туңмаһын өсөн вагондарға буржуйка ҡуйыу хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатыла, тик мәшәҡәте ҙурмы икән, мәсьәләне ыңғай хәл итеү һаман һуҙыла.
Әсхәт сираттағы төнөн цехта үткәрергә ҡарар итте. Был юлы тәмәкеселәр тирәһендә оҙаҡ уралмайынса кистән үк йоҡламаҡ булды. Сөнки уйы – сменаларынан алмашынған эшселәр төркөмөнә буталып, Өфөгә юлланыу.
Йәшниге эргәһенә барһа, теге бумала баш ултыра. Йылмайған була. Бындай йөҙөн егет әлегәсә күргәне юҡ ине, әле хатта ирендәрен ҡыҙылға буяған. Ләкин Әсхәттең күңеле йомшарманы, киреһенсә, асыуы ҡабарҙы.
– Бына нәмә, сибәркәй, марш бынан! Миңә йоҡларға кәрәк. Бимазалап йөрөүеңде туҡтат! – Менеп һуҙылып ятты. – Баракка йә палаткаға бар.
Ҡыҙыҡай йәшник ситендә оҙаҡ ултырмай Әсхәт эргәһенә ятты.
– Мин һиңә тимер мейестер шул.
– Бүтән ергә йөрөргә ҡурҡам. Кисә төндә бер ҡыҙҙы әрәм иткәндәр, ти.
– Йыйын юҡ-барҙы әсәйеңә һөйлә.
– Әсәйем булһа икән. Йөҙөн дә хәтерләмәйем.
– Улайһа, ҡыбырлама. Йоҡомдо асма. Ярты төндән һуң мөһим эшем бар. Уянырға кәрәк.
Әсхәт йоҡларға нисек кенә тырышмаһын, нисә генә тапҡыр йөҙгә ҡәҙәр һанамаһын, йөҙҙән кире һанап төшмәһен, керпектәре ауырайманы. Инде бынауы әсәһеҙ ҡыҙ әллә ҡайҙан пәйҙә булды…
Уйҙар, уйҙар… Улар мәңге уйланып бөтмәйҙер. Ярай, Өфө станцияһында төшөп тә ҡалды, ти. Юҡ, Өфөгә генә түгел бит. Димгә тиклем барырға кәрәк. Уныһы ниндәй ер? Унан һуң ҡайҙа табан юлланырға? Утыҙ-ҡырҡ саҡрым, тине ағай. Ә юлы?
Һыуыҡ вагонда Өфөләге фатирҙарына ҡайтыусы эшселәрҙең бер нисәһе фронттағы хәлдәр хаҡында һөйләшеүгә күсте. Хәбәрҙе ҡайҙан алыуҙарын Әсхәт аңламаны, әлбиттә. Ә улар һуғыш булған урындарҙан ҡайтыусылар кеүек белеп, үҙ күҙҙәре менән күргәндәй ышандырырлыҡ итеп һөйләй.
-Етенсе ноябрҙә парад булған. Унда ҡатнашҡан ғәскәрҙәр Ҡыҙыл майҙандан тура һуғышҡа ингән. Йәйәүләп. Һуң, немецтар Мәскәүгә килеп терәлгән бит.
- Шул парадтан башланған да инде. Сталин ҡайҙалыр ныҡ өйрәтелгән көслө ғәскәр табып килтерткән, ти. Бигерәк тә декабрҙә немецтарҙың имандарын уҡытҡандар. Һыуыҡҡа сыҙай алмай кәкрәйеп ҡатҡан мәлғүндәр. Ҡар ирегәс мәйеттәрен һанарҙар әле.
- Бындай тондороуҙы көтмәгәндәр икән бандиттар. Әле булһа һуштарына килә алмайҙар икән. Гитлер тилерә яҙған, ти.
- Күптән шулай итергә кәрәк ине.
- Ә көс ҡайҙа? Хәл йыйырға кәрәк ине беҙгә.
- Әллә нисә саҡрымға алып ташлағандар.
- Тағын бер-ике шулай тондорһаҡ, мәңгегә миңрәүләнерҙәр.
- Беҙҙекеләр ҙә баштарын аҙ һалманы.
- Нимә эшләйһең, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай…
Әсхәт артабан тыңлай алманы. “Баштарын һалыусылар” араһында уның ғәзиз атаһы ла бар…
Ул барыбер Әлкәне эҙләп табасаҡ. Уны берәй командаға беркетәсәктәр. “Айт-два”ға атлатып йөрөтәсәктәр. Әгәр ҙә фронтҡа барып бер генә фашисты булһа ла дөмөктөрмәһә, ул ниндәй егет. Ебеп ҡалһа, атаһының рухы кисермәҫ. Ауылына ҡайтып кеше күҙенә күренергә ғәрләнер. Сәлимә белеп ҡалһа, ҡурҡаҡ йән, тиер…
Өфөгә килеп еткәс, вагонда һанаулы ғына кеше ҡалды. Тик шунда уҡ яңылары өйрөлөп инде. Состав ҡуҙғалды. Тиҙҙән тәгәрмәстәрҙең тыҡылдауы көсәйҙе, вагон ян-яҡҡа сайҡалғандай итте, тик был хәл тиҙ үк элекке хәленә ҡайтты.
- Суйын күперен сыҡтыҡ, – тине кемдер. – Дема! – тине берәү.
– Арағыҙҙа Алкинға барыусы юҡмы? – тип һорағаны ла Әсхәттең ҡолағына салынды. Шул кешене тиҙ үк табыу ниәте менән кешеләрҙе этә-төртә тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Бармаҡтарына өмөт ебе эләккәндәй тойолдо. Юлды белмәһә лә бер-береһенә иптәш булырҙар. Ике кеше аҙашмаҫ, тиҙәр.
– Һинме, апай, Әлкәгә? – Әсхәт төйөнсөгөн күкрәгенә ҡыҫҡан ҡатын эргәһенә туҡталды.
– Эйе, туғанҡайым, мин. – Ҡатын ҡалын шәлен ҡолағы тәңгәленән аса төштө. – Бигерәк тауыш. Әллә ғәҙәтләнмәгәнгә, башым шауларға тотондо. Һин дә Алкинғамы?
– Димгә төшкәс, һөйләшербеҙ.
Ҡатын төйөнсөгөн ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы ла, егетте юғалтыуынан шөрләп, икенсе ҡулы менән Әсхәттең беләгенән ҡыҫып тотто.
– Берүк мине ташлама, ҡустыҡайым?
Поезд туҡталды. Вагондың текә баҫҡысынан оҙаҡ төштөләр. Вокзал яғына әллә нисә рельс аша атларға тура килде. Юлсы ҡатын, гүйә, егеттең беләгенә аҫылынды.
Станцияға бер юлы әллә нисә состав туҡталған шикелле, сөнки бышҡырыусы, һыҙғырыусы паровоздар күп. Тауыш көсәйткес аша ниндәйҙер командалар бирәләр. Дим тигәндәре Өфө станцияһынан да ҙурға оҡшаған. Тик бында пассажирҙар аҙ төштө. Әммә вокзал залында баҫып торорлоҡ та урын юҡ ине. Гөж килә халыҡ. Бөтәһе лә һөйләй, тыңлаусылары ғына юҡ һымаҡ.
– Туғанҡайым, оят булһа ла, әйтәйем, барып килә торған урындары ҡайҙа һуң? Кемдәндер һорарға тел белмәйем.
– Юҡ, юҡ, китмә. Белеш. Мин барыбер аңламайым.
Әсхәт бер нисә иргә мөрәжәғәт иткәс, башы менән ингән ишектең ҡаршы яғына ымланы.
Вокзалдың икенсе яғында ла халыҡ йөрөп тора ине. Ни бары бер бағана башында ғына яңғыҙ лампочка янғанлыҡтан, яҡтылығы әллә ни таралмай.
– Ана, мунса ҙурлығындағы нәмәне шәйләйһеңме? Шунда бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына теге башынан инергә, ти. Ошонда көтөп торормон, бир төйөнсөгөңдө.
– Хоҙай юҡ, тип кем әйтер. Юлымда һине тура килтерҙе. Ҡана, барып киләйем.
Төндөң ҡалған өлөшөн дә аяҡта үткәрергә яҙған. Сөнки ултырырға ла урын юҡ ине. Сүгәләй ҡалһаң да эләктереп ауҙарыуҙары, абыныуҙары, тапауҙары ихтимал.
Көндөң оҙайыуы сәғәттән артһа ла иртәнге яҡтылыҡ оҙаҡ көттөрҙө.
Составтар иһә ер һелкереп үттеләр. Яҡыныраҡ туҡтағандарының ишектәренән кешеләр һикертеп төштө, текә баҫҡыстан үрмәләп менде. Ҡар, саң өйөрмәһе күтәреп уҙғандары тауар ташый торған поездар икән. Брезент менән ҡапланған “тауарҙар” араһында танк, ҙур пушкалар йәшенгәнен самаларға мөмкин. Ә инде таҡталарҙан ҡоролған ҙур йәшниктәрҙә, моғайын, Ҡариҙел буйындағы кеүек станоктарҙыр йә бомбаларҙыр, снарядтарҙыр…
Юлдаш ҡатынҡай шәп аға торған Танып тарафтарынан икән. Һуғышҡа алынған ире ваҡытлыса Әлкәлә торғанлығын белдереп хат яҙғас, уны күреп ҡалыу өсөн һис уйлап тормай сәфәр сыҡҡан. Береһе имсәк, икенсеһе итәгенә йәбешеп йөрөй торған ике балаһы бар, ти. Ҡайҙан ҡайҙа атлаған да атлаған. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр булһа ла, иренә күстәнәстән тыш, үҙенә сабата ла алған.
“Танып” һүҙен ишеткәс, Әсхәттең иҫенә төҙөлөштәге ҡаҙаҡтар төштө.
– Апай, һеҙҙең тарафтарҙа ҡаҙаҡтар бармы? – тип һорамай булдыра алманы.
– Беҙҙең яҡтарҙа мари, удмурт – уларын муҡшы тип тә атайҙар – ауылдары бар. Татарса һәйбәт һөйләшәләр. Ни ғәжәптер, урыҫса ла беләләр, ти. Ә беҙ юҡ. Бер нәмә һорашып булмай. Яңы ҡапҡаға ҡараған тәкә кеүек тик тораһың. Ә-ә-ә, ҡаҙаҡтарҙы һораның бит әле, улар ҙа бар ине. Беҙҙең тирәлә малдарын көтөп йөрөнөләр. Дөйәләрен күрергә мин дә барҙым. Шөкәтһеҙ хайуан икән. Әллә ҡайҙа китеп юғалды ҡаҙаҡтар. Моғайын, илдәренә ҡайтып киткәндәрҙер. Йә һуғыш-маҙар сығыуҙан шикләнгәндәрҙер.
Быларҙың һөйләшеүен ишетепме, икенсе бисә эргәләренә туҡталды. Ҡыҫҡа һырма кейеп башына мамыҡ шәл бәйләгән. Ҡиәфәтенә ҡарағанда Танып ҡатынынан өлкәнерәккә оҡшаған.
– Ҡайҙалыр барырға оҡшағанһығыҙ, миңә Алкин тигән лагерҙы табырға кәрәк ине. Ҡайҙалыр Дим тирәһендә тиме. Шишмә аша алыҫ, ти. Ишетеп булһа ла белмәйһегеҙме?
– Ишетеп кенә шул. Беҙгә лә шунда барырға кәрәк. Яҡтырғас та юлланмаҡсыбыҙ. Бына был ҡусты утыҙ-ҡырҡ саҡрымдар самаһы, ти.
– Саҡрымында ҡайғы юҡ та ул. Йөрөп өйрәнелгән. Маҡар, Ишембай тарафтарынанмын, ишеткәнегеҙ булһа. Нефть таптылар беҙҙең яҡта. Суйын юлы һалдыҡ. Вагонға аҫылынып тигәндәй килдем.
– Ирҙе күрергә. Төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Кемдер унда һуғышырға өйрәтәләр икән, ти, кемдер унда, имеш, башҡорт атлыларын йыялар, ти. Ҡайһыһы ла барыберҙер инде. Ирҙе осратыу фарыз. Бер-беребеҙҙе юғалтышмайыҡ.
Вокзал алдына сыҡтылар. Арыу уҡ ҡына яҡтырған. Һәр кешенең ауыҙ-танауынан быу килә.
Яуап биреүсе юҡ. Бөтәһе дә ҡайҙалыр саба, бөтәһе лә ҡабалана. Әллә ауыҙҙарын өшөтөүҙән ҡурҡып өндәшмәйҙәр.
Ә шулай ҙа бәғерле кешеләр бар донъяла. Ике ир үҙҙәре килде былар эргәһенә. Йылы бушлат, һырылған салбар кейгәндәр. Аяҡтарында ҡаты итеп баҫтырылған быйма. Ҡолаҡлы бүректәрендә Ҡыҙыл йондоҙ. Ике бармаҡлы бейәләй кейгәндәр.
“Бәй, “дүрт бармаҡлы” бирсәткә тип көлгәйнеләр, ә быларҙың бейәләйҙәре ике бармаҡлы ғына. Һуҡ бармаҡҡа айырым. Ул бармаҡ мылтыҡ тәпеһенә баҫырға кәрәктер” тип уйлап, үҙенсә һөҙөмтә яһарға өлгөрҙө Әсхәт.
– Ҡайҙанһығыҙ? Берәй ергә йүнәлдегеҙме? – тип һораны береһе.
– Һеҙ һалдаттармы, ағайҙар? – Әсхәт асыҡларға ашыҡты.
– Ярай, ваҡ-төйәге һуңынан, миһырбанлы кешеләргә оҡшағанһығыҙ, – тип төп мәсьәләгә яҡыныраҡ килергә ашыҡты Ишембай ҡатыны, был икәүҙең китеп барыуынан ҡурҡҡандай. – әйтегеҙ әле, зинһар, Алкин кәрәк. Уны төрлөсә әйтәләр икән: Алкино ла, Әлкә лә тип…
Был икәү ҡатындарға һынаулы ҡараш ташланылар ҙа, серле йылмайҙылар.
– Өфөнө Уфа тип тә йөрөйҙөр. Әлкә – башҡортсалыр. Әллә ирҙәрегеҙ шундамы?
– Күҙҙәрегеҙ әйтеп тора. Ә егет?
– Уның үҙ йомошо бар шикелле.
– Армияға яҙылырға… – Әсхәт әйтергә сират етеүгә ҡыуанды.
– Йыл башланып ҡына тора. Атайың һуң?
– Мәскәү эргәһендә… – Әсхәт ирендәрен ҡымтып түбән ҡараны. – Хәбәр килгән.
– Нисек килгән? Ауылдан түгелһеңме ни?
– Һөнәрселек мәктәбенә алғайнылар.
Егет өндәшмәне, был икәүҙең милиция кешеләре булып үҙен алып китеүҙәренән ҡурҡты.
– Мин хәҙер, – тип вокзалға йүгерҙе лә тегеләрҙән ҡасты.
Буталып йөрөй торғас, Шишмә ауылы малайын осратты. Әсхәт кеҫәһенән ике шырпы ҡабы ҙурлығы өлөш икмәк сығарҙы тегеңә.
– Мин быны ҡайтып еткәнсегә еткерәсәкмен, – тине Шишмә малайы.
– Һурып, сәйнәмәйенсә… Былай итербеҙ: состав ҡуҙғалғас ҡына вагон артындағы һаҡсы йөрөй торған урынға үрмәләп менәбеҙ. Баҫҡысы бар ике яҡҡа ла. Әлкә боролмаһында һикерерһең. Алға ҡарап һикер ҙә бөгәрләнеп тәгәрлә. Бағана юҡ ерҙә. Аңланыңмы? Артҡа ҡарап һикерә күрмә, елкәң йә арҡаң менән бәрелеп харап булырһың.
– Әллә нисә мәртәбә. Юл ситендәге соҡорға ынтылырға кәрәк. Вокзалдың юл яғында эре генә йөрө. Күҙеңдең ҡойроғо менән генә күҙәт тирә-йүнде. Йәнәһе, һыр бирмәйһең. Шикләнмәһендәр. Ҡурҡһаң, түбәңдән пар күтәрелә, ти. Шуны күрһә, эттәр ҙә бәйләнә икән. Тикшереү көслө. Тимер юлсылар ҙа, милиция ла уяу. Һуғыш бара бит. Шпиондар күп икән. Уйҙары – юлдарҙы, күперҙәрҙе шартлатыу, ти.
– Ә тегендә нисек барырға?
– Тегендә-ә-ә, поездан төшөп ҡалғас тауға күтәрел.
– Ғәскәрҙе шунда йыялармы?
– Һөйләп бөткәнде көт. Ауыл ул. Әлкәгә бер ниндәй ғәскәр ҙә юҡ. Ауылды арҡыры үтеп ҡояш сыҡҡан яҡҡа борол. Ҡаршыңда ҡалҡыулыҡ булыр. Урман менән ҡаплаған. Урман эсендә туплайҙар һалдаттарҙы. Һине алырҙар. Миңә, э-эх, ун ике генә йәш. Йәл, һуғыш һуңыраҡ сыҡмаған. Әйҙә. Ауыр составтың урталағы вагонында ҡарауылсы урыны бар.
Әсхәттең йөрәге ҡапыл ғына дөпөлдәп тибә башланы, тубыҡтары хәлһеҙләнгәндәй тойолдо. Былай булғаны юҡ ине лә. Онотола яҙған, бар ине. Урамда Сәлимәне күргәс, йөрәге шулай ҡыланғайны. Әгәр ҙә вагон баҫҡысынан менгәнде күреп ҡалһалар? Һөйрәп төшөрөп, шпион тип бәлә яҡһалар? Әллә теге ҡатындарҙы табып, шуларға эйәрергәме? Моғайын, баяғы ике һалдат Әлкәгә барыу юлын өйрәткәндер. Йә үҙҙәре шунан килгәндәрҙер?..
– Әйҙә! Поезд ҡуҙғала. Ҡырыйҙан аҙыраҡ эйәреп барайыҡ. Ҡарап тороусылар булһа, йәнәһе, беҙгә составтар бар ни ҙә, юҡ ни. – Шишмә малайы уйҙарын бүлдерҙе.
Шығырлап ауырлыҡ менән ҡуҙғалған вагондар алға нығыраҡ тартылды, тәгәрмәстәрҙең әйләнеүе шәбәйҙе.
– Ырғы! – тип ҡысҡырҙы Шишмә малайы.
Текә баҫҡыстан үтә йылғыр менгәнен Әсхәт һиҙмәй ҙә ҡалды. Улар шунда уҡ бер-береһенә һыйынышып ултырҙы. Арттағы вагон ҡаплағанлыҡтан, ике яҡтағы тар ғына аранан уң яҡтағы тауҙы, һул яҡтағы ҡар аҫтында ҡалған туғайлыҡтарҙы ғына күрергә мөмкин ине.
Вагон стенаһына терәлеп ултырһа ла, ел ике яҡтағы асыҡлыҡтан өйөрөлөп инә лә бәрелә.
Әсхәт алда ниҙәр буласағын, күҙ алдына килтерә алмаһа ла, киләсәге һәйбәт тамамланасағына ихлас өмөтләнә. Шул уҡ ваҡытта эргәһендә ултырған малайға буйһоноуына, уның әйткәндәрен үтәүенә үртәлде. Күп белгән булып ҡыланырға, команда бирергә кем әле ул хәтле? Ярай ҙа дөрөҫ алып барһа.
– Ә һин, малай, лагерҙы ҡайҙан беләһең? Барып ҡараныңмы әллә? – тип һораны Әсхәт икеләнеүен дөрөҫләргә уйлап.
– Ҡышын барғаным юҡ. Йәй көнө малайҙар менән шунда ҡарай йүнәлгәйнек, ағас араһынан ике һалдат килеп сыҡты ла, береһе Алкиноға тиклем кире йүгерергә, артыбыҙға әйләнеп ҡарамаҫҡа әмер бирҙе. овчаркалары ла бар. Быҙау ҙурлыҡ. Әгәр ҙә ҡабаттан килһәк, атып үлтереү менән янанылар. Штыклы мылтыҡтары бар. Унда көнө буйы дөк тә дөк аталар, ти. Һуғышырға өйрәтәләр икән. Яҡын йөрөргә ярамай, хәрби сер, тип аңлатты уҡытыусылар һуңынан. Әҙерлән: етәбеҙ. Һул яҡҡа һикер. Ул яҡ һөҙәк. Фронтҡа барып етһәң, хат яҙ. Шишмә, Вокзал урамы, Хәсән.
– Хәсән тиһәң етә, мине һуҡыр эт тә белә. Давай!
Әсхәт баҫҡысҡа сыҡты. Кәүҙәһен алға һәм ситкәрәк ташланы. Ниндәйҙер көс уны күтәреп алғандай булды. Ергә бәрелгәс, ҡыразға тәкмәсләне. Бәрелде, һуғылды, тик ауыртҡан ерен тойманы. Ҡарға батыуын ғына самаланы. Ярай әле бүрек ҡолаҡтарының бауы бәйле. Юҡһа, һыҙғырыр ине бынауы һыуыҡта.
Күкте тотош аҡһыл ҡалын пәрҙә ҡаплағанлыҡтан, көндөң ҡай мәле икәнлеген дә белерлек түгел.
Ул ваҡ ағастарға тотона-тотона, малай аңлатҡанса, үргә менде. Ауыл алдараҡ икән. Әллә һалҡынға күрә урамдарҙа кеше-фәлән юҡ. Эттәр ҙә ике-өс тапҡыр ғына өрөп ҡуйҙы, йә ырылдау менән генә сикләнде.
Ауыл ситенән юл үтә икән. Үргә ҡарай дүрт саналынан торған ылау бара. Сана табандары тешкә тейерлек булып сыжылдай. Кешеләре арттан атлай, тимәк ат тотоусылар ғына түгел. Моғайын, тигеҙ ерҙә, түбәнгә ҡарай ғына ултыра торғандарҙыр. Өфөгә китеүҙәрелер.
Бәй, былар бер аҙ күтәрелгәс, юлдың һул яғына урман менән ҡапланған тауға боролдо. Әллә Алкинға лагерынамы?
Әсхәт йүгерә башланы. Әгәр ҙә унда бармайҙар икән, һорашып булһа ла ҡалырға кәрәк.
Ылау ысынлап та лагерға бара, армияға саҡырылғандарҙы илтә икән.
Уларға эйәрҙе Әсхәт. Ярай әле быларға тап булды, сөнки ҡапҡа эргәһендә торған мылтыҡлы һалдаттар килеүселәрҙең кемлектәрен һорашты ла үткәреп ебәрҙе. Эске яҡта ир-егет ҡайнаша.
Кешеләрҙе ниндәйҙер контораға алып киттеләр. Әсхәт уларҙан ҡалманы. Бәлки улар менән фронтҡа уҡ барып юлығыр.
Тик эш ул уйлағанса булманы. Уны тегеләрҙән айырып икенсе йортҡа алып киттеләр. Бүлмә йылы булһа ла, өҫтәл артындағы әҙәм тунын яурынына һалған килеш ултыра. Пеләш башына бүреген кеймәгән. Уныһы өҫтәлдә ята. Ябыҡ йөҙө уҫал күренһә лә тауышында йомшаҡлыҡ һиҙелә.
Әсхәттең кемлеге хаҡында һорашты. Арала уны ҡыҙыҡһындырған һүҙҙәр ҙә килеп сыҡҡылағандыр, күрәһең, алдында ятҡан дәфтәр битенә яҙғылап та ҡуя.
– Ә ниңә заводты ташлап киттең? Кем рөхсәте менән?
– Бер кемдән дә һораманым. Атайымды үлтергән немецтар менән яғалашҡым килә.
Һорашыусылар көлөмһөрәне:
– Яғалашып һуғышыу урамда ғына була.
– Ә мин тегендә барып яғалашам.
– Уйың насар түгел, егет. Ни эшләп бик ныҡ йүткерәһең, әллә йәшәгән урының бик хөртмө?
– Бөтәһе лә һәйбәт, поезда килгәндә өшөттөргәйне.
– Тиһеңме. Әлегә һөйләшеү етеп торор. – Ишекте асып Әсхәтте бында алып килгән һалдатты саҡырҙы. – Был егетте алтынсы казармаға илт. Шунда ҡундыр. Ашханаға барыр. Мин әйткәндәрҙе аңланыңмы? Бар, әлегә юлыңда бул.
Казарма дежурҙа тороусыларҙан башҡа кеше юҡ ине. Ҡалғандары урман араһында күнегеүҙә икән.
Буржуйка эргәһендә ныҡлап йылынып ултырған килеш кенә бер аҙ серем итеүгә уның артынан бер ҡатын килгән.
– Ғәлимов кем? – тип ҡысҡырыуға Әсхәт тертләп уянды. Ҡайһы яҡҡа ҡарарға ла белмәй, ҡайҙалығына төшөнмәй аптырап торҙо. Фамилияһы ҡабатланғас, тороп ишек яғына ҡараны.
– Һинме Ғәлимов? – уға табан ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ атланы.
– Әйҙә, улайһа, минең арттан. Санчасҡа.
– Бар, әйткәс бар, сәләмәтлелекте тикшерәләр. Килгән бөтә кешене лә тикшерәләр. Һалдатка яраймы, юҡмы? – Дневальный һөйләнә-һөйләнә буржуйка алдына утын килтереп ташланы.
Бындай аңлатыуҙы ишеткәс, Әсхәт ҡыуанды. Тимәк, уны тикшереп ҡарайҙар ҙа һалдат итәләр.
Ҙур ғына бүлмәгә ингәс, уға әсәнән тыума шәрә ҡалғансы сисенергә ҡуштылар. Сәрмәсәндә һыу төшкәндәге кеүек сисенергә. Аҡ халатлы ҡатындар алдындамы? Булмай! Салбар эсенән өлкәндәрҙеке кеүек ыштаны ла юҡ.
– Йә, егет, атлы казак кеүек ҡатып тораһың. Тиҙ бул. Һин генә түгел бында.
Башҡаса сара юҡлығын аңлаған Әсхәт ҡалын салбарының ҡайышын ысҡындырырға мәжбүр булды.
Уны төрлөсә ҡаранылар: күҙҙәре күрәме, ҡолаҡтары ишетәме. Бигерәк тә күкрәген оҙаҡ тикшерҙеләр. Күкрәген ике кеше алмашлап тыңланы. Кейенергә ҡуштылар. Тик нимә өсөндөр врачтар бик етди ине, хатта йөҙҙәренә борсолоу ғына түгел, хәсрәтләнеү билдәләре ҡунғандай тойолдо.
– Күптән йүткерәһеңме? – тип һораны аҡ косынка аҫтынан һары көҙрәләре күренгән табибә. – Ҡан төкөргәнең булманымы?
– Юҡ. Ниндәй ҡан ти? – Әсхәт шомлана төштө. – Ҡаҡырыҡ ҡына килә.
– Ҡаҡырығың аҡ төҫтәме, ҡарараҡмы?
– Ныҡ һалҡын тейгән һиңә, егет.
Үҙ-ара һаҡ ҡына һөйләшеп алғас:
– Бында килгәс ҡайҙа урынлаштырғайнылар, шунда бар. Ял ит, - тинеләр. – Кәрәкһәң, эҙләп табырбыҙ.
Аҡ халатлы кешеләрҙең һөйләнеүҙәре, үҙҙәрен сәйер тотоуҙары Әсхәттә шомланыу тыуҙырҙы. Ниңә уның күкрәгенә бәйләнәләр? “Тын алыуыңда ғыжылдау бар”. Улайға китһә, көтөүсе Дәүләт ағай күрше-күләненә йоҡо бирмәй. Төн йоҡламай йүткереп сыға, тиҙәр. Ә ул ғүмере буйы көтөү көтә. Хәлһеҙләнеп ҡолағаны юҡ бит әле. Туҡтауһыҙ тәмәке тартмаһа, бәлки һулышы ла быуылмаҫ ине. Иҫәнлегенә зарланып бер һүҙ әйткәне ишетелмәй. Ҡыш көнө кем йүткермәҫ. Арҡаһы сәнсеп-сәнсеп ала алыуын, уныһы ла үтер…
Былары ваҡ мәсьәлә, иң мөһиме, фронтҡа барып етеү һәм оҙон мылтыҡтан дошманға атыу. Көндәр йылына башлау менән йүткереүе лә баҫылыр, ҡалаҡ һөйәге аҫтындағы сәнсеү ҙә туҡталыр.
Икенсе көндө иртәнге аштан һуң сафтарға теҙелеүселәргә һоҡланып ҡарап торҙо. Тигеҙ атлап ҡайҙалыр китеүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы.
Һәйбәт ашаталар икән. Һоло ярмаһына ит киҫәктәре һалып бешерелгән бутҡа, ике телем икмәк, бер көрөшкә шәкәрле сәй бирҙеләр. Төҙөлөштәгегә ҡарағанда мулыраҡ та, туҡлыҡлыраҡ та.
-Төшкә тиклем кешнәшеп йөрөйбөҙ, – тип шаярҙы һоло бутҡаһына ишаралап. “Көн һайын былай туҡландырһалар, кешнәп кенә ҡалмай, дыуларға була” тип уйланы Әсхәт.
Урамда егет кисәге ҡатындарҙың береһенә тап булды. Ишембай бисәһе әллә ҡасандан күрмәй торған ауылдашын осратҡандай ҡосаҡлап уҡ алды.
- Ҡайҙа китеп олаҡтың, ҡустыҡайым? Ҡайғыға һалдың бит, валлаһи. Теге һалдаттарҙың береһе ураштырып та килгәйне, тапманы һине. Улар Ҡыҙыл атлылар икән. Кантурҙары Демала, ти. Йомош менән шунда килгән булғандар. Торған урындары урман. Бындағы түгел. Саналарына ултыртып Жуков тигән ауыл тураһына ҡәҙәр алып килделәр. Һуғышырға өйрәнеп яталар, шикелле. Ул хаҡта айырып әйтмәнеләр әйтеүен, шулай һиҙеңкерәнек. Ҡайһы райондан икәнлектәрен белдермәнеләр. “Сер” тип көлөп кенә ҡуйҙылар. Юлды өйрәттеләр. Үҙ кешең үҙ инде, аңлашырға яйлы. Иҫән йөрөһөндәр. И-и-и, ҡустыҡайым, ағайыңды таптым! Һалдатса кейенгән танырлыҡ та түгел. Таҙарып, сибәрләнеп киткән. Бергә йоҡлаттылар. Иртәгәгә тиклем генә ҡалырға рөхсәт иттеләр. Быныһы өсөн дә мең рәхмәт. Ә Танып ҡатыны өлгөрә алманы. Ике көн элек кенә улар төркөмөн оҙатҡандар. Илауҙан ни файҙа. Заманы шулай икән, сыҙарға ҡала. Һинең хәлең нисек?
- Йәшең еткәнде көтһәң нисек булыр?
-Рөхсәт итһәләр, әле үк китер инем.
-Уларын бик үк аңлап етмәйем, ҡустыҡай, иҫән йөрө, әсәйең бәхетенә.
Шул саҡ: “Ғәлимов!” – тип ҡысҡырған тауыш яңғыраны.
- Һинме әллә? Кәрәкһеңдер.
-Иҫән йөрө, апай. Ирең имен-аман әйләнеп ҡайтһын. Теләгем шул.
-Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килһен.
Фронтҡа үҙ теләктәре менән ебәреүҙәрен һорап килеүселәр бер Әсхәт кенә түгел икән. Шундайҙарҙы йыйып, сафҡа теҙҙеләр. “Тимәк, эштәр уңа” тип уйланы Әсхәт кәүҙәһен турайтып, башын күтәреп баҫып. Фронтҡа әҙерләнеүселәрҙе теҙеп йөрөтәләр бит. Бәлки бөгөн үк урман араһына алып китеп өйрәтә башларҙар, йылы кейендерерҙәр, “Дема”ға алып барып, поезға ултыртырҙар ҙа атаһы һуғышып һәләк булған тарафтарға алып китерҙәр. Ныҡ яғалашыр дошман менән! Уң ҡулының бейәләйен бүләк иткән ағайҙың ғәрипләнеүе өсөн дә илбаҫарҙарҙан үс алыр. Ирҙәренә бер ҡарар, ҡулдарын ҡыҫып иҫәнләшер өсөн ҡыш һыуығында ҡар шығырлатып ҡайҙан ҡайҙа килгән анауы ике бисәнең дә интегеүҙәрен хәтерләр. Әсәһенең күҙ йәштәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел…
Бәй, строй алдына Әсхәттең бригадиры Ханғәлин килеп баҫты. Былар төркөмөнә әллә уны билдәләгәндәрме? Бирһен Хоҙай! Ул сағында командир таныш кеше булыр.
Ҡаршыла тороусы ике хәрби уның ҡолағына нимәлер әйткәс, өсәүләшеп сафтың теге башына уҡ барҙылар һәм әкрен генә былай табан атланылар. Әсхәт турына еткәс бригадир туҡталды.
-Бына ул! – тип теге икәүгә боролдо.
Хәрбиҙәрҙең береһе ашығып килеп Әсхәткә терәлерҙәй булып баҫты ла уҫал ҡарап:
- Сыҡ алға, дезертир! – тип ҡысҡырҙы.
Әсхәт, кемгә аҡыра икән тигәндәй, ян-яғына күҙ һалды.
Шунда уҡ Ханғәлин килеп етте.
- Һеҙҙекеләрҙән тағы юҡмы? – Уҫал ҡарашлы офицер артҡараҡ сигенде. Төҙөлөштән килгән бригадир “юҡ”ты аңлатып башын һелкене. Әсхәттең ҡасып китеүенән шикләнгәндәй, егеттең беләгенән тотто.
-Нимә булды? – Егет ҡурҡып Ханғәлингә текләнде.
-Һорап тора… Төҙөлөштән ҡасыусыларҙы ниндәй яза көткәнлеген аңлаттыҡмы?!
-Мин ауылға ҡайтып китмәнем дә инде. Һуғышҡа барғым килә. Уның нимә икәнлеген белмәйһеңме ни? Яуға барыусы дезертирмы?
- Әйҙә заводҡа, ҡылығыңды унда тикшерербеҙ. Эт сыҡмаҫ һыуыҡта ҡайҙан ҡайҙа йөрөтәһең.
-Таралығыҙ! – тигән тауышҡа Әсхәт тертләп башын күтәрҙе. Теге хәрбиҙәр сафта тороусыларға команда биргән икән.
-Улар ҙа үҙ теләктәре менән килгән. Улар ҙа фронтҡа ебәреүҙе һорай. Тик бөтә эштең дә үҙ тәртибе бар.
Бригадирҙың оҙаҡ тылҡыуы хыялдары емерелгән Әсхәттең асыуын килтерә башланы. Түҙмәне ул:
- Аяҡтар туңа, берәй йылыраҡ урынға инәйек, – тине тапана-тапана.
- Йылы урын эҙләргә ваҡыт юҡ, әйҙә Дим станцияһына. Шунан – заводҡа…
Китеүенә ни бары өс кенә көн үтһә лә, төҙөлөш әллә ҡайҙарға ҡәҙәр һуҙылған, йәйелгән, яңы цехтарға стеналар күтәрелгән, түбәләре ябылған төҫлө тойолдо Әсхәткә. Бәлки, әлегә тиклем дә шулай булғандыр, бәлки, Әсхәт иғтибар ғына итмәгәндер, бәлки, иркенләп күҙәтергә ваҡыты булмағандыр, бәлки, ул бөгөн донъяға башҡа күҙлектән ҡарайҙыр…
Яҙмышы артабан нисек хәл ителәсәге хаҡында Әсхәт төрлөсә баш ватты: йә уны НКВД кешеләренә тапшырасаҡтар, йә хөкөм итеп, Фазылбәктәр урман ҡырҡып йөрөгән йәһәннәмгә – Яман йылғаға, Яман-Портҡа ағас һалларға, Ҡариҙел буйлап һал ҡыуырға һөрөрҙәр, йә халыҡ йыйып һүгерҙәр, бүтәнсә ситкә күҙ һалмаҫҡа ант иттерерҙәр, йә планды арттырып үтәгән өсөн бирелә торған өҫтәмә икмәк киҫәгенән мәхрүм итерҙәр…
Ләкин уның борсолоуҙары, ҡайғырыуҙары бушҡа булған. Һис кәтмәгәндә Әсхәтте баш инженер урынбаҫары Ҡашҡаровҡа алып барҙылар. Тимәк, иң ҙур начальник уны үҙе хөкөм итәсәк. Асыуынан, бәлки, туҡмап та ташлар. Улар итек кейеүсән, бер үк эскә тибә күрмәһен. Теге саҡта Ҡариҙелдән станокты сығарғанда мәрхәмәтле күренгәйне лә… Унда бит, мөһим эш башҡарғанда, әле иһә “дезертир” менән осрашасаҡ…
Кабинетында ниндәйҙер бик етди һөйләшеү бара икән, бер аҙ ваҡыт көтөргә тура килде. Уға инергә сиратта тороусылар бар ине. Береһе айырыуса ныҡ ашығамы, кеҫә сәғәтен туҡтауһыҙ сығара. Башын сайҡап ҡуя, уфтана.
Өс-дүрт кеше кабинеттан уҡтай атылып сыҡты. Тәүләп шул ҡабаланған кеше ишеккә ынтылғайны, алғы бүлмәләге өҫтәл артында ултырған өлкән йәштәрҙәге ҡатын:
-Белеп сығам, – ҡаты ғына әйтте лә ауыр ишекле кабинетҡа инеп китте. Ишекте кире асып:
- Бар, йәш кеше. – Әсхәткә ымланы. – Ҡалғандар – сабыр… Хәниф Буранбаевич бындағыларҙы белә.
Егет ингәндә кабинет хужаһы тәҙрәгә ҡарап тора ине. Инеүсегә ҡарамай ғына: “Бурыс. Бурыс. 112-се һанлы атлылар дивизияһына тимер күсәрле арбаларҙы, пулемет тачанкаларын, даға, йүгәндәргә ауыҙлыҡтар яһауҙы ашыҡтыралар. Тимәк, Шайморатов командалағындағы соединение тиҙҙән фронтҡа юлланасаҡ. Бөтәһе лә яуаплы, бөтәһе лә ашығыс…” – тип уфтанып торҙо баш инженер урынбаҫары.
-Яҡыныраҡ кил, – тине Ҡашҡаров. Йөҙө ябығып, ҡарайып киткәндәй, ҡиәфәте үтә етди. – Их, туғанҡай, хәлдәрҙе аңлаһаң икән, – ҡулын биреп күреште. – Ултыр әле. Шунан, батыр? Ултыр, ултыр, ҡурҡма. Һуғышҡа китмәксе булдың инде, ә? Бала-саға. Эштән ҡасып ктеүселәрҙе хөкөм итеү хаҡында яңы закон сыҡты. Беҙ, шул иҫәптән һин дә эшләгән урын фронт түгелме ни? Фронт! Һуғыш! Беҙ боҙло һыуға сума-сума, палаткаларҙа йәшәп, аслы-туҡлы эшләмәһәк, яугирҙар дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғыша, самолеттар күккә күтәрелә алыр инеме?! Әгәр ҙә беҙ бер двигателде биреп еткермәйбеҙ икән, тимәк, беҙҙең бер истребитель күккә күтәрелмәй тигән һүҙ. Тимәк, фронтты, ҡала, ауылдарҙы бомбаға тоторға килгән фашист бомбардировщиктары иҫән-аман оса ала. Шулай икән, беҙ двигателдәрҙе планға ҡарағанда ла күберәк эшләргә тейешбеҙ. Төшөнәһеңме? Һинең Әлкәгә китеүең – һалдаттың мылтығын ташлап артҡа ҡасыуына тиң. Был хаҡта иптәштәреңә лә еткер, шулай аңлат. Әсхәт башын күтәрергә баҙнат итмәне, ғәрләнде, сөнки бите буйлап йәш бөртөктәре тама ине. “Тимәк, мин бында ҡаласаҡмын. Һөргөнгә ебәрмәйәсәктәр, – тип уйланы. – Изгелектәре өсөн миһырбанлы кешегә ниндәй рәхмәттәр әйтергә һуң?” Ирендәрен ҡыбырлата алманы.
- Сәй эс. – Кабинет хужаһы ниндәйҙер һауыттан сынаяҡҡа сәй ағыҙҙы, ике прәник ҡуйҙы. Телефондан һөйләшә башланы. Әсхәт сәйен эсеп бөттө лә рәхмәт әйтеп тороп баҫты.
- Ә ниңә прәнигеңде ашаманың? – Ҡашҡаров аптыраны.
- Әгәр асыуланмаһағыҙ, ауылға күстәнәс итеп ебәрер инем.
- Ултыр әле, ултыр, уйың матур, тик ҡасан ебәрәһең әле, иҙелеп бөтөр. Унда кемдәрең бар?
- Әсәйем, ике ҡустым. Атайым юҡ инде.
-Улайһа, тағы дүртте бирәм. Тик үҙеңә тигәнен аша. Бына нәмә, батыр егет, тәүәккәлегеңде иҫемдә тотам. Шуға күрә хөрмәт үҙеңә. – Ниндәйҙер ҡағыҙҙы ҡулына алды. – Һин – егет кеше. Ысын егет. Һеләгәй түгел. Иғтибар менән тыңла. Әлкәләге хәрби врачтар бына нәмә яҙа. Һиңә етди, насар сир йәбешкән. Уң үпкәң шәп түгел. Әле лә йүткереүҙән саҡ тыйылып ултыраһың. Ҡариҙел ваҡиғаһынан һуң һыуыҡтан ныҡлап һаҡлана алмағанһың. Шарттар ҙа ауыр. Әлкә лагерына барыуың ғәфү итмәҫлек хәл. Ә инде унда тикшерелеүең һинең файҙаға. Иҫеңдә тот: үпкә сирен оҙаҡ ваҡыт белмәй йөрөргә мөмкин. Танауыңды төшөрмә. Былай итәбеҙ: бөгөндән больницаға ятаһың һәм дауаланаһың. Ишеттеңме? Больницаға әйтелгән, тейешле дарыуҙар бар. Бәлки, ҡаҙаҡтар ҡымыҙ ҙа эсерер. Дөйә ҡымыҙы. Һауығып сыҡҡас, бер күренерһең миңә. Аңлайһыңмы, миңә!
-Йәшәге килә, ағай. Әле уйланым.
-Ғүмерҙең ҡәҙерен белергә кәрәк, Әсхәт Ғәлимов. Бар, ашыҡ.
-Һау булығыҙ, ағай. – Әсхәттең күҙ йәшенән кибеп етмәгән йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе.
Әсхәт бригадирын эҙләп китте. Уға бөтәһен дә аңлатырға кәрәк. Больницаға ла ул илтә торғандыр. Уныһы ҡайҙалыр? Сәйетзаданы тиҙерәк күрергә ине: бер үк сирләүен әсәйемә еткерә күрмәһен. Һей, кеше сирләмәй торамы…
Егет яңы цехҡа нигеҙ өсөн траншея ҡаҙыусы иптәштәре эргәһенә юлланды. Күп тә китергә өлгөрмәне, кемдер ҡысҡырҙы. Кем булһын, цехта йоҡлап йөрөй торған ҡыҙ инде.
-Эй, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң? Минән дә һораштылар. Әйтерһең, белергә һин – минең берәй кемем.
Әсхәт яуап ҡайтармай ике-өс аҙым атлағас ҡына кире боролдо.
-Ашыҡһаң, кис әйтерһең. Цехта ҡунаһыңдыр бит?
-Әллә матур һүҙҙәрең бармы? – тип һөйләнә-һөйләнә билен киң ҡайыш менән быуған ҡыҙ яҡын уҡ килеп баҫты.
-Әллә-лә, һалдатҡа әйләнгән мин юғында. Прәник ашағаның бармы?
-Бер саҡ ишеткәйнем. Бик ҡаты, ну ҡаты тиҙәр. Тештәрҙе һындырырлыҡ, ти. Әллә ҡасан һөйләгәйнеләр. Кәрәсин еҫе лә килә шикелле.
-Мә, ашап ҡарағас әйтерһең. – Әсхәт кеҫәһенән бер прәниген алып һуҙҙы. – Уны картуф кеүек ҡаптың да, йоттоң түгел. Ауыҙыңда иретеп бөтөрөргә кәрәк. Төшөндөңмө?
-Тәүҙә рәхмәт әйт. Тиҙ генә килә алмам. Мәшәҡәт сығып тора.
- Әсхәт канауҙарҙы һикереп сығып, балсыҡ өйөмдәрен урап үтеп тә тормай бригадирын эҙләп йөрөнө. Больницала оҙаҡ тоторға тейеш түгелдәрҙер. Һауығып сығыу менән фронтҡа ебәреүҙәрен юллаясаҡ. Тәүҙә хәрби комиссариатҡа ғариза бирергә кәрәк икән…Фото: интернет.