Ауылдарға сығып, асыҡ йөҙлө, дәртле, матур кешеләр менән осрашыу һәр журналист өсөн танһыҡтыр, моғайын. Ҡарайған ауылынан да шулай ҡанатланып йөрөп ҡайттыҡ.
Медпунктта фельдшер булып эшләүсе Флүзә Хәкимова менән танышам. Салауат медицина училищеһын тамамлағандан һуң күрше ЯрБишҡаҙаҡ ауылында 25 йыл фельдшер булып эшләгән ул, ә Ҡарайған халҡын хеҙмәтләндереүенә 3 йыл. Фельдшер пунктының тап ошо бинала, комплекслы үҙәктә булыуы, халыҡ өсөн бик уңайлы. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар талаптарға ла яуап бирә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Процедуралар үткәреү, прививка яһау, ауырыуҙарҙы ҡабул итә торған айырым кабинеттар бар. Иң мөһиме, был бүлмәнән ниндәйҙер йылылыҡ, сафлыҡ бөркөлөп торғандай.
- Эшемде бик яратам. Ҡалала йәшәһәм дә, эшемә ашҡынып килеп етәм. Шуныһы ҡыҙғаныс, эш сәғәтемде ярты ставкаға ғына ҡалдырҙылар. 3 сәғәт эсендә ауырыуҙарҙы ҡабул итеп өлгөрөүе ҡатмарлы. Ҡайһы бер сирлеләргә өйөнә лә барырға кәрәк, - ти ул. Флүзә Сөнәғәтулла ҡыҙы менән һөйләшеп ултырғанда, прививка яһатырға тип, ауылдың старостаһы Фирүзә Ишмөхәмәтова килеп инде һәм әңгәмәбеҙгә ҡушылды.
- Флүзә эшкә килгәне бирле беҙҙең медпункт яңы һулыш алды. Ул бик итәғәтле, тәртипле, йомшаҡ һүҙле. Бер ҡасан да кеше һүҙен кире ҡаҡмай, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Их, әгәр ҙә ул үҙебеҙҙә йәшәһә! Халыҡҡа еңел булыр ине, үҙе лә ҡаланан этләнеп йөрөмәҫ ине. Фельдшерыбыҙ ғаиләһенә ауылдан йорт һалыр өсөн урын бирһәләр, беҙ бик шат булыр инек, - тип ул теләктәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Халыҡ менән аралашыу бик йылы килеп сыҡты. Араларында йәштәре лә бар, ололары ла байтаҡ. Ҡарашым ап-аҡ йөҙлө, күҙҙәре янып торған, йәштәрсә сырайлы инәйгә төбәлде. Янына ашығам.
- Әйҙә әле, инәй, танышайыҡ, - тигәс тә таҡмағын әйтеп ебәрмәһенме:
- Минең бабай төндә йөрөй,
Көндөҙ йөрөһә, күҙ тейә...
- Таҡмаҡтарҙы үҙем сығарам, көйгә лә үҙем һалам. Шулай йырлап тик йөрөйөм. Йәш саҡтан уҡ клубтан ҡайта белмәнек, концерттар ҡуйҙыҡ, әле лә сәхнәнән төшкәнем юҡ, - тип һөйләп алып китте 82 йәшен тултырған Дарья Батраева. Сыуаш милләтенән булған инәйҙең ауыҙ тултырып саф башҡортса һөйләшеүенә аптыраным да, һоҡландым да. Уның шулай үҙе, ғаиләһе тураһында кинәнеп, бик ихлас һөйләүен сәғәттәр буйы тыңлап ултырырға ла риза инем. Инәйебеҙ ире Вячеслав Никитович менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергән. Үҙе ғүмер буйы сөгөлдөр баҫыуында, ире 42 йыл тракторҙан төшмәй. 1947 йылда һуғыштан һуң уларҙың икеһенең дә атаәсәләре Стәрлебаштан ошо яҡтарға күсеп килә һәм төпләнеп ҡала.
- Рәхәтләнеп баҡса үҫтерәм, күп итеп картуф ултыртам, ҡыярын, ҡарбузын сәсәм. Аҙаҡ мөгәрәп тулы йәшелсәләрҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Оло йәштәмен тип, бер минут тик ултырғаным юҡ. “Торатау” гәзитенең һәр һанын һағынып көтөп алам да бер тынала уҡып сығам, - тип рәхәтләнеп һөйләне инәй. Хушлашҡанда ҙур, йылы ҡулдары менән арҡамдан дөпөлдәтеп яратып ҡалыуына бик риза булып, иң изге теләктәремде әйтеп, инәй сығарған таҡмаҡтарҙы йырлай-йырлай сығып киттем.