“...18 йәшебеҙҙә, студент көйө генә яратышып өйләнештек. Ғаилә ҡорам тиһәң, иң ҙур кирбесе шулдыр - бер-береңә булған саф хистәр һәм шул хис-тойғоларға тоғро ҡала, үҫтерә белеү. Ғумер бер генә, уны үҙ йәреңде табып уҙғарыу иң ҙур бәхет.”
Ғүмер йомғағын арыу һүткән, оло йәштәге кеше әйткәне, тип ҡабул итергә була был төплө һүҙҙәрҙе. Юҡ та, Кинйәбулат ауылында гөрләтеп донъя көткән, ипле, ырыҫлы Рәүиә Исламбул ҡыҙы менән Әҡсән Үлмәҫбай улы Сираевтарҙың ҡыҙы Рәмзиәнән ишеттем уларҙы. Хәҙер инде 35 йыл бергә донъя көткән ата-әсәһенең бер-береһенә мөнәсәбәтен, тормош аҡылын һеңдереп үҫкән, ике балаға әсәй булып өлгөргән йәш, һылыу замандашымдың шулай фекер йөрөтөүенә аптырарға ла түгел. Сираевтарҙы районда төрлө һөнәргә маһир ижади ғаилә тип беләләр. Булат, Тимур, Рәмзиә, Зинур. Дүрт бөртөктәренең һәр ҡайһыһы менән ғорурлана ала ата-әсә.
- Әсәйем менән атайымдың һеңлеһе мәҙәни ағартыу училищеһында бергә уҡығандар. Уға ҡунаҡ ҡыҙ булып Кинйәбулат ауылына килгән, атайым менән шул мәлдә танышҡандар ҙа инде. Йәш саҡтарында икеһе лә бейене, әсәйем матур йырлай ҙа. Беҙ ошоноң барыһын күреп, һеңдереп үҫтек. Сәнғәт һөйөүебеҙ уларҙан килә. Барыбыҙ балалар баҡсаһынан алып бейенек. Әле лә оло ағайым Булат ауылда театрҙа ҡатнаша, уҡытыусыТимур ағайым матур итеп һүрәт төшөрөргә оҫта, БДУ-ның география факультетында уҡыған Зинур ҡустым да оҫта бейей, - тип һөйләне Рәмзиә. – Атай-әсәй беҙҙе һәр яҡлап тырыштырҙы, тыуған ерегеҙгә кәрәк булығыҙ, тип өйрәтте. Һәр беребеҙ ғаиләле, уларҙан күргәнде хәҙер балаларыбыҙға бирергә тырышабыҙ. Иптәшем Ринатҡа рәхмәтлемен, үҙе Ауырғазы районы егете булһа ла, Ишембай ерен үҙ күреп, ошонда төпләндек. “Ауылды үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамы менән Кинйәбулатта йорт һалып индек.
Оло быуын яуаплылығын, бала бурысын аңлаған, һүҙҙе эш менән нығыта торған был ҙур ғаиләнең мөхәббәт, татыулыҡ сере бик ябай – ир менән ҡатында мәғәнәле, бәхетле тормош үтергә уртаҡ маҡсат булһын. Йәмғиәтебеҙ тотҡаһы тип тап ошондай ғаиләләргә әйтәбеҙ.