Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2019, 02:00

Йәнтөйәгем, ауылым, тип йәшәйҙәр

Төҙөк ауылдар, күркәм ихаталар районыбыҙ йәме, бәҫе. Ошондай биләмәләрҙе, уларҙа йәшәүсе тырыш, берҙәм халыҡты, өлгөр хужаларҙы күтәреү, данлау маҡсатында йылдың-йылы конкурс ойошторолоп килә.

Төҙөк ауылдар, күркәм ихаталар районыбыҙ йәме, бәҫе. Ошондай биләмәләрҙе, уларҙа йәшәүсе тырыш, берҙәм халыҡты, өлгөр хужаларҙы күтәреү, данлау маҡсатында йылдың-йылы конкурс ойошторолоп килә.


Районыбыҙҙың “Иң яҡшы ауыл”, “Иң яҡшы бәләкәй ауыл”, “Өлгөлө шәхси хужалыҡ” конкурсы быйыл да еңеүселәрҙе асыҡланы.


“Иң яҡшы ауыл” номинацияһында 9 ауыл ҡатнашһа, улар араһында 1-се урын Һайранға, 2-се урын Кинйәбулатҡа, 3-сө урын Сәлихҡа бирелде.


Ә бына “Иң яҡшы бәләкәй ауыл” номинацияһында еңеү өсөн 10 ауыл көс һынашты. Улар араһында беренселеккә Яңы Һәйет сыҡты, 2-се урынды - Аҙнай, 3-сө баҫҡысты Алмалы яуланы.


Шулай уҡ “Өлгөлө шәхси ихата” номинацияһында һәр ваҡыттағыса булдыҡлы, егәрле хужалар үҙҙәрен танытты. Конкурс комиссияһы район буйынса 22 шәхси ихата менән танышҡан. 1-се урын Бәләкәй Байыҡ ауылынан Гөләйшә Хисмәтуллинала. 2-се урын Петровск ауылынан Елена Лейтер ихатаһына бирелде, 3-сө урын Скворчиханан Александр Юдичевта.


Дәртләндереү призына лайыҡ булыусыларҙы ла ҡотлайбыҙ!


Түбәнге Әрметтән Иҙрис Ғәлиев, Үрге Әрметтән Ғаяз Ғибаҙуллин, Кинйәбулаттан Шамил Ғәлимов, Байғужанан Нурия Рәхимова, Петровскийҙан Людмила Йәһүҙина, Алмалынан Нурулла Фәтҡуллин, Иҫәкәйҙән Әхмәт Ҡунаҡҡолов, Үрге Этҡолдан Филүс Аҫылғужин, Аҙнайҙан Зәйтүнә Аралбаева, ошо уҡ ауылдан Гөлсәсәк Ҡаһарманова, Иҫке Һәйеттән Вәғиз Садыҡов, Ҡарайғандан Шамил Ҡотошов, Яңы Әптектән Гөлшат Шәрәфетдинова, Биксәндән Фәйрүзә Аҡсурина, Арларҙан Урал Хисаметдинов ихаталары районыбыҙҙа иң өлгөлөләр рәтендә.



Читайте нас: