Бының өсөн бары тик сөгөлдөр, алма, 2 кишер һәм һут һыҡҡыс ҡына кәрәк. Емеш һәм йәшелсәләрҙе йыуып, киҫәктәргә бүлергә лә, һут һыҡҡыс аша үткәрергә. Әгәр эсә алһағыҙ, ярты лимон йәки лайм өҫтәргә була. Һутты шунда уҡ эсергә кәрәк. Ярты сәғәттән ашыу ултырһа, шифаһы кәмей.
Кеше организмындағы насар һәм үле күҙәнәктәр яман шеш, юғары ҡан баҫымы, бөйөр, йөрәк һәм бауыр ауырыуҙарына килтерә. Был эсемлек шулай уҡ иммунитетты көсәйтә, токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан эшкәтеүен яйға һала, күҙ, тире өсөн файҙалы. Ауыҙҙан килгән ауыр еҫте бөтөрә, аллергияны кәметә. Ябығырға теләүселәргә лә тәҡдим ителә.