Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 02:00

Фатихаңдан айырма, өләсәй!

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен иҫләйһегеҙме? Тап авторҙың Оло инәйе кеүек үк минең өләсәйем! Беҙгә бик яҡын, итәғәтле, ярҙамсыл. Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәтеүсе, Урал батыр кеүек рухлы, яҡташыбыҙ Зәки Вәлиди кеүек тырыш һәм уҡымышлы булырға өндәүсе лә - ул.

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен иҫләйһегеҙме? Тап авторҙың Оло инәйе кеүек үк минең өләсәйем! Беҙгә бик яҡын, итәғәтле, ярҙамсыл. Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәтеүсе, Урал батыр кеүек рухлы, яҡташыбыҙ Зәки Вәлиди кеүек тырыш һәм уҡымышлы булырға өндәүсе лә - ул.


Өләсәйем, Маннанова Мәрйәм Исмәғил ҡыҙы йәмле Бәргелдәк итәгендә урынлашҡан Сәлих ауылында тыуып үҫкән. Ошо уҡ ауылда ҡырҡ йыл буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне, уҡыусылары бөгөн дә уға оло ихтирам күрһәтеп, килеп хәлен белеп йөрөйҙәр. Ауылда үткән һәр бер сараға ла ҙурлап саҡырып торалар. Шуның өсөн барлыҡ ауылдаштарыма ла рәхмәтемде еткерәм.


Олатайым Әмир Мансур улының ғүмере иртә өҙөлдө, беҙҙең арала юҡлығына егерме йылдан ашыу. Өләсәйем менән улар Рәзилә, Розалия һәм Рәсимә исемле ҡыҙҙар үҫтергән. Бөтәһенә лә яҡшы белем, матур тәрбиә бирә алғандар. Бөгөн улар өсөһө лә күңелдәренә ятҡан абруйлы эштәрҙә тырыша.


Һеңлем менән атайһыҙ үҫкәнгә күрә, әсәйем Рәсимә Әмир ҡыҙына бар тормош йөгөн үҙ өҫтөнә алырға, күп эшләргә тура килде. Әсәйемдең һәм Мәрйәм өләсәйемдең тырышлығын күреп, бөгөнгө көндә беҙ уларҙы тик шатландырып торорға тырышабыҙ. Бар уңыштарымды, яңы үрҙәремде уларға бағышлайым. Юғары уҡыу йортонан алып сыҡҡан дипломдың төҫө ниндәй булһа ла бер ул, тигән һүҙ йөрөһә лә, университетты ҡыҙыл дипломға тамамлауыма улар ихлас ҡыуанасаҡ икән, тимәк ниңә тырышмаҫҡа!?


Бәләкәй саҡтан уҡ бар эште лә өләсәйемдең фатихаһы менән башлағанғамы икән, уңыш һәр саҡ юлдашыбыҙ булды. Әлеге көндә лә биш ваҡыт намаҙында беҙгә изге теләктәр теләп, фәрештәләй ҡурсалап тора. Тарих, сәйәсәт, ғилем менән ҡыҙыҡһыныуҙарым тап өлөсәйем менән бәйле. Уның белем киңлегенә, заманса фекер йөрөтөүенә, һәр саҡ китаптар уҡып, яңынан-яңы мәғлүмәттәр туплауына, кеше менән уртаҡлаша белеүенә һоҡланам һәм үҙемә фәһем алам.


Ваҡыттың аҡҡанын, йылдарҙың бер-бер артлы алмашыныуын һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән... Өләсәйем ошо көндәрҙә һикһәнен тултыра. Беҙҙең өсөн ул элеккеләй йәш, матур, дәртле. Ғаиләбеҙ өсөн оло байрам айҡанлы Ҡаҙағстан, Иркутск, Сочи, Ханты-Мансы яҡтарында йәшәүсе туғандар менән тыуған ауылыбыҙҙа оло ҡорға йыйыласаҡбыҙ. Ни тиклем бәхетле булыуымды ошондай мәлдәрҙә тағы ла нығыраҡ аңлайым. Рәхмәт һиңә, Өләсәй! Бәхетле бала сағыбыҙ, бөгөнгө матур тормошобоҙ, ышаныслы киләсәгебеҙ өсөн рәхмәт!




Ислам ТӨХВӘТУЛЛИН



Фото: автор.
Читайте нас: