Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 02:00

“ИРҘӘРҘЕҢ БИТ ЫСЫН ЙӘШЕ – ЙӨРӘГЕНДӘ!”

Һәр ауылда шул төбәкте данлаған затлы нәҫел була. Тамырҙары Ҡарайғанда, Урман-Бишҡаҙаҡта таралған Сәфәрғоловтарҙы беҙ, ишембайҙар, тап шундай нәҫел тип беләбеҙ. Күпме арҙаҡлы шәхестәр: мөғәллимдәр, сәнғәт әһелдәре, банк хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар биргән зат ул. Ҡарайғандың абруйлы уҙаманы Әғзәм Йәләлетдин улы СӘФӘРҒОЛОВ та ана шул бәҫле ырыуҙан.

Һәр ауылда шул төбәкте данлаған затлы нәҫел була. Тамырҙары Ҡарайғанда, Урман-Бишҡаҙаҡта таралған Сәфәрғоловтарҙы беҙ, ишембайҙар, тап шундай нәҫел тип беләбеҙ. Күпме арҙаҡлы шәхестәр: мөғәллимдәр, сәнғәт әһелдәре, банк хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар биргән зат ул. Ҡарайғандың абруйлы уҙаманы Әғзәм Йәләлетдин улы СӘФӘРҒОЛОВ та ана шул бәҫле ырыуҙан.

Был ауылға гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуға барғанда тап иттем ағайҙы. Яҡындан танышып, күп тә һөйләшмәнек, Алла Пугачеваның “Настоящий полковник” исемле йыры, ҡылт итеп иҫкә төшөп, ҡолаҡта сыңлап тик торҙо. Ниңә тиһегеҙме, сөнки минең алда тап шул йырҙағы полковниктан һис кәм булмаған хәрби ултыра ине!
Һуғыш йылы малайҙары тиҙәр уларҙың быуынын. Күмәк балалы ғаиләлә ауыр тормошта үҫкән Әғзәмде Стәрлетамаҡтың Ленин мәктәбе кеше итә. Ошо уҡыу йорто уның ҡанатын нығыта, ысын ирегет итеп тәрбиәләй. Парта артында уҡ үҫмер хәрби булырға хыяллана һәм уйын тормошҡа ашыра. Ачинск хәрбиавиация техник училищеһына уңышлы һынау тота, уны тамамлағас, йәнә белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Волгоград ауыл хужалығы институтында уҡый.
27 йыл ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнай Ҡарайған егете. Ҡайҙа ғына илтмәй уны хәрби юлы: инженер-конструктор, инженериспытатель сифатында Красноярск крайында, Ырымбур, Әстрахан өлкәләрендә, Латвияла, Башҡортостанда хеҙмәт итә. Ә иң һоҡландырғаны - Юрий Гагарин осҡан самолетты хеҙмәтләндергән белгес ул!
- 1955 йылда, инженер-испытатель булараҡ, Соль-Илецкиҙағы реактив самолеттар штурмовиктарының уҡыу полкында хеҙмәт иттем. Шул уҡ йыл, Ырымбурҙа летчиктар һәм штурмовиктарҙың беренсе Чкалов хәрби-авиация училищеһында ике йыл уҡығандан һуң, Юрий Гагарин, беҙгә килеп, осорға өйрәнде. Беҙ ул һынаған самолетты хеҙмәтләндерҙек. 56-сы йылда уларҙың курсын сығарҙыҡ, - тип шартлатып һөйләй Әғзәм ағай. - Ул ваҡытта ошо ябай рус егетенең тәүге космонавт булырын кем белгән! 1960 йылда Йыһанға беренсе булып күтәрелгән кешенең беҙҙең элекке курсант икәнен ишеткәс, әлбиттә, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Космонавтың уңышлы осошона әҙ генә булһа ла беҙ ҙә булышлыҡ иттек тигән тойғо биләп алғайны күңелдәрҙе...
Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөү тыуған яғынан ситләштермәгән ауыл егетен, киреһенсә, кендек ҡаны тамған ер ҡәҙерен, туғандар ҡәҙерен нығыраҡ белергә өйрәткән.
- Ауылға ҡайтмаған йылым булманы. Ваҡыт табып, 10 көн булһа ла атай-әсәйҙе күреп китә торғайным. Күп юлдар үтелде, күп ерҙәр күрелде, ләкин үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ кеүек гүзәл ер бер ҡайҙа ла юҡ, - ти ҡәтғи итеп Әғзәм ағай. - Шуға, отставкаға киткәс, атай йортона күсеп ҡайттым. Ҡатынымды ла тыуған яғымда осраттым, быйыл сентябрҙә Римма апайығыҙ менән бергә тормош ҡороуыбыҙға 60 йыл була. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Әлмирабыҙ - Башҡорт опера һәм балет театры режиссеры, Әлфиәбеҙ – эшҡыуар. Балалар шатлығына шатланып йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡ. Бына әле Әлмирабыҙҙың ҡыҙы Ләйсән, Мәскәүҙә опера һәм балет театры йәш режиссерҙарының IV Халыҡ-ара конкурсында беренсе урын алып, һөйөндөрҙө. Ейәндәрем Тимур менән Азамат та Өфө сәнғәт институты эргәһендәге махсус музыка колледжында уҡыны. Тимур хәҙер Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалы студенты...
Үҙ ғаиләһенең уңыштарына ғына ирәйеп йәшәгәндәрҙән түгел Әғзәм Йәләлетдин улы. Ауылы, ауылдаштары өсөн дә янып-көйә ул.
- Ҡарайғандың осонда ғына тиерлек, 500 метрлап арала урынлашҡан асфальт заводы бына 10-15 йыллап ауылыбыҙҙы ағыулай. Уның хужалары беҙҙең һаулыҡ иҫәбенә кеҫәләрен ҡалынайта, ә ауыл өсөн бармаҡ та ҡыбырҙатҡандары юҡ, - тип йәне әсей ҡарт хәрбиҙең. – Стәрлетамаҡҡа Ағиҙел аша аҫылмалы йәйәүлеләр күпере һалып бирһендәр беҙгә әйҙә! Бер ярҙан икенсеһенә ни бары 50-60 метр ғына ара, әллә ни сығым да кәрәкмәй. Ауыл халҡының талабы был. Ғүмер буйы унда күпер булды. Һис юғы Стәрлегә барыу еңелләшер ине. Әтеү ике ҡала араһында ултырабыҙ, ни Ишембайға, ни Стәрлегә бара алмай йонсойбоҙ. Ишембайҙан Стәрлегә барған автобус, исмаһам, көнөнә ике-өс тапҡыр беҙҙең ауыл аша үтһә лә ярап ҡалыр ине. Ошо хаҡта гәзит аша район етәкселегенә еткерегеҙ, - тип наказ бирҙе беҙгә Әғзәм ағай. Бөгөнгө тормошҡа ла үҙ ҡарашын белдерҙе: “Кемдәндер, ҡайҙандыр ярҙам көтөп ятыр саҡ түгел хәҙер. Һәр ғаилә мөмкин тиклем үҙе тырышырға, үҙ донъяһын үҙе бөтәйтеп, иртәгәһе көн тураһында үҙе хәстәрләргә тейеш”, - тине ул аҡһаҡалдарса кәңәш биреп.
Һалдат ниндәй йәштә лә һалдат булып ҡала икән! Бына-бына туғыҙынсы тиҫтәһен тултырырға торған уҙамандың әле булһа хәрбиҙәрсә етеҙ, зирәк уйлы булыуы һоҡландырҙы. Ә ундағы дәрт-дарманға егеттәр көнләшерлек. «Ҡыҙҙар, һеҙгә йыр бүләк итәйем әле!» - тип, «Уйыл»ды һуҙып ебәрмәһенме ағайыбыҙ!
Ҡурайсылар ҡурай ай уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;

Егет тә генә кеше йыр йырламай түҙмәҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа...
Ысынлап та, маңлайҙағы һырҙар ғына кешенең йәшен билдәләмәй шул, иң мөһиме, йөрәк ҡартаймаһын! Яҡташ шағир Риф Мифтахов та “Ирҙәрҙең бит ысын йәше - йөрәгендә!” тип юҡҡа әйтмәгән.
Фото: редакция архивынан.
Читайте нас: