Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 02:00

“Ишембайҙар өсөн шатмын”

РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫарыМаксим Егоров менән берлектә Башҡортостан Башлығы хакимиәтеетәксеһе Александр Сидякин, БР Хөкүмәте Премьер-министрыурынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев эшлекле сәфәрменән Ишембайҙа булып китте.

РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров менән берлектә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев эшлекле сәфәр менән Ишембайҙа булып китте.



Район хакимиәте етәкселеге һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыу ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында үтте. Ҡунаҡтарҙы ҡулайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһын бәләкәй ҡалаларҙа тормошҡа ашырыу һәм торлаҡ-коммуналь инфраструктураны яңыртыу ҡыҙыҡһындырҙы. Максим Егоров бынан алдараҡ Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашҡанда һуңғы осорҙа милли проекттар сиктәрендә ҡуйылған бурыстарҙы үтәү буйынса республиканың етди алға китеүен билдәләне. Быйыл Ишембайҙың, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалалары менән бер рәттән, тап ошо йүнәлештә – бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү конкурсында еңеүе райондаштар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Һөҙөмтәлә ҡалабыҙҙа Ленин майҙанын һәм уның тирә-яғындағы территорияны төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 85 миллион һум бүленә.
РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров конкурсҡа килгән проекттар менән яҡшы таныш.
- Быйыл төрлө төбәктәрҙән килгән проекттар араһында конкуренция көслө булды. Ҡатнашыусылар һаны ла, проекттарҙың сифаты ла бермә-бер артты, - тине ул журналистар һорауына яуап биреп. - Уҙған йыл Башҡортостан был йүнәлештә бер грант та ота алманы, ә быйыл өс ҡалағыҙ еңеүселәр араһында һәм ҙур күләмдә федераль ярҙамға таяна ала.
БР Башлығының йәмәғәт территорияларын үҫтереү буйынса советнигы Ольга Сарапулова Ленин майҙаны заманса төҫ аласағын әйтте. Быны проект макетынан уҡ аңларға мөмкин. Ғәҙәти сәхнә урынына асыҡ һауала амфитеатр төҙөләсәк, ерҙән бәреп торған фонтан Ишембай нефтенә бәйле данлы тарихыбыҙҙы кәүҙәләндерә һәм тағы бик күп күркәм төҙөлөштәр ҡаралған майҙанда.
- Проектты әҙерләгәндә хакимиәттең халыҡ менән кәңәшләшеп эшләүе юғары баһаланды. Ишембайҙар, әүҙемлек күрһәтеп, еңде тиергә була. Бер нисә тапҡыр йыйылып һөйләшкәнһегеҙ, төрлө тәҡдимдәр иҫәпкә алынған. Һеҙҙә Ленин майҙаны ғына түгел, ә уның бөтә тирә-яғы проектҡа кергән. Ғөмүмән, ҡалағыҙ мөхитен бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрәсәк төҙөлөш был, ишембайҙар өсөн шатмын, - тине Максим Егоров.
Фото: автор.
Читайте нас: