Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 02:00

ЕҢЕЛ ЯУЛАНМАНЫ ЕҢЕҮ

Үткән шәмбе ҡалала Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Еңеү паркында Совет һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалынды, артабан Ленин майҙанындағы Геройҙар аллеяһында митинг ойошторолдо.

Үткән шәмбе ҡалала Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Еңеү паркында Совет һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалынды, артабан Ленин майҙанындағы Геройҙар аллеяһында митинг ойошторолдо.


Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылдың 22 июне ҡайғылы ауыр көн булып илебеҙҙең тарих битенә инеп ҡалған. “Һуғыш башланды” тигән үҙәк өҙгөс хәбәрҙе килтергән ул ваҡиғаға 78 йыл үтһә лә, уның ғазаптары һис кенә лә онотолмай.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов үҙенең сығышында был һуғышта халҡыбыҙҙың бергә тупланып еңеү яулауҙары тураһында һөйләне, тыл хеҙмәтсәндәренең дә хеҙмәт батырлығын күрһәтеүҙәрен белдерҙе.


Тыл хеҙмәтсәне Иван Козин һуғыш башланған көндө хәтерләп, ул мәлдең ауырлыҡтарын йәнә бер күҙ алдына баҫтырҙы. Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығына һоҡланды, еңеү яулаған һалдаттарыбыҙ батырлығына лайыҡлы булырға саҡырҙы.


Йәш быуын тыуған илебеҙгә арналған, тыныс тормошҡа дан йырлаған шиғырҙары менән сараның мәғәнәһен тәрәнәйтте. Ветерандарға рәхмәт йөҙөнән балалар уларға сәскә гөлләмәләре бүләк итте.


Еңеү һалдаттарының үлемһеҙлеген, улар хаҡында иҫтәлектең халыҡ хәтерендә мәңге йәшәүен сағылдырҙы әлеге сара.









Фото: автор.
Читайте нас: