Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2019, 02:00

"Яҙылып бөтмәгән портрет" (хикәйә)

- Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! - Эскелектән һуң теле аңҡауына йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан ирендәрен саҡ ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә торған карауат яғына ҡарап ҡысҡырҙы. - Нимә унда өндәшмәйһең, телеңде йоттоңмо әллә?! Йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? - Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғалһаң да тауышланырға әҙер иҫке тимер карауат шығырламағас, мыштырҙап тороп ултырҙы, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызығас, сипыҡ ҡарашы өй эсен һөҙҙө.
Урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мамығы күренгән юрған яртылаш иҙәнгә һалынған, ҡолаҡсындай ғына яҫтыҡ та шунда ята. Ишек яғындағы мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әт-мәләнгән өкәлтәктәге быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һарҡыта башланы.
- Инәңде орайым!.. Тыума! - Ир ҡаты һүгенеп юрғанды өҫкә ҡайырҙы, яҫтыҡ-ты мөйөшкә быраҡтырҙы.
Өй эсендәге ауыр һыҡра еҫе тағы ла ҡуйыра төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла, Хәйбулла нишләптер уҡшыны, ауыҙына эркелгән ҡара һыуҙы иҙәнгә ласҡылдата төкөрҙө.
Кисә башҡа үткәрер әйбере булмағанға, келәттән сығарып, умраһынан ит са-бып алып өйбөрөнсә тиерлек йөрөнө, һуғым осоро булғанға үткәрә алманы. Аптырағас, яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын һыға алманы, сей ҡомалаҡ бал сығарҙы һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ ерендә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!..
Шунда ғына Хәйбулла урындыҡ төбөндә йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне.
- Кәрим, тор, нишләп бығаса йоҡо һимертеп ятаһың? Марш мәктәпкә! Һине әллә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы.
Башта түшәктәге ҡорамыш юрған һелкенде, шунан юрған аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде.
Унан-бынан кейемен эҙләп табып кейенә башлаған малайына атай кеше йо-мошон ҡуша ла башланы:
- Мәктәпкә сумкаңды илтеп ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әп-килерһең, тартырға бөттө.
- Бармайым!
- Нисек бармайһың?
- Һатыусы инде лә ҡоро ҡул килһәң, бирмәйем, тине.
- Аҡсаны мин ҡайҙан табырға тейеш? Бында шапылдатып ултырырға стано-гы бар тип беләме икән ул тәтәйбикә? Йылдан ашты бит эш хаҡы бирмәгәндәр-енә. Ярай, әйт, бурыстарым өсөн әҙерәк тауыҡ еме апарырмын, шуны көҫәйҙер.
- Әсәй, бөгөнгө көн аҡса булыр, тигәйне лә.
- Ҡасан әйтте, бер ҙә хәтерләмәйемсе, кем тотторор икән уны уға?! - Хәйбулла миңрәүләнгән зиһенен төйнәп иҫен йыйырға маташты. Хәлбүки килеп сыҡманы. Шулай ҙа һиҙенеүен белдереп һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. - Әһә, тимәк иренең алиментын ала, шуға темеҫкенеп сығып киткән. Аңлашыла…
Үҙ алдына һөйләнә башлаған атаһын тыңлап тормаған малай сығыу яғына йүн-әлде.
- Туҡта, ҡайҙа тайырға самалайһың, ишетһен ҡолағың, иң элек минең йомо-што йомошлайһың, шунан уҡырға! Үткәндә класс етәксең урамда тотоп алып бәйләнде, дәресте күп ҡалдыра Кәрим, ти, йәнә итек башындай ғына булып тәмәке ҡапҡылайһың икән, малай аҡтығы! Сыбыртҡыны хәтереңә төшөрөрмөн, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөһәң…
Ишек шартлап ябылды. Яман-хәтәр һөйләшһә лә, сыбыртыҡлау түгел, барм-ағы менән дә сирткәне булманы Кәримгә, сиртәсәк тә түгел. Уғата шашынып ки-тмәһен, тип кенә ҡыланыуы. Ни тиһәң дә, яҡшымы-яманмы, бәләкәй генә сағы-нан уға атай хөкөмөндә йөрөй. Дөрөҫ, ата тәрбиәһе, әсә наҙы күреп үҫмәй малай. Уның тураһында өйҙәгеләр бөтөнләй оноттолар ҙа шикелле. Шуғалыр, ахыры, Кә-рим көндәрен түбәнге оста йәшәгән ҡартаталарында үткәрә, бында онотҡанда бер ҡайтып, дөрөҫөрәге килеп урай. Кисәге көн нишләптер ҡунырға ҡалған да баһа.
Хәйбулла үҙе лә кейенә башланы: силос еҫе һеңгән һырма салбарын, көпөһөн, ҡырҙары ҡырылып йөнө кейеҙләнә башлаған төлкө кәпәсен кейҙе, яланаяҡ йөрөүен иҫенә төшөрөп ойоҡбаштарын эҙләп бимазаланды - соҡалтайға киптерергә ҡуя торғайны ла баһа. Эҙләгәнен таба алмағас, быймаһын ҡуңалтаҡ килеш эләктереп тышҡа атланы.
Аңламаҫһың тәбиғәтте, бола замана ише зерә буталып бөттө. Элек һәр ми-ҙгелдең исеме есеменә тап килеп, Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән шарт һис тайпы-лышһыҙ үтәлер булды. Күр, декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙарып булһа ла ятһасы. Аҡ ҡарҙан донъя яҡтыраҡ та, сафыраҡ та күренә. Ҡара ҡыш. Ҡарғыш һүҙе ошондай мәлгә төбәп әйтелгәнме икән әллә? Тирә-йү-ндә ҡап-ҡаҡ туҙанлы туң ер ята. Ер өҫтө урын-урыны менән әсе һалҡындарҙан сатнап ярғыланған.
Саҡ ҡына ел иҫһә лә ишелеп ятҡан тотанаҡһыҙ өҫкө ҡатлам туҙғып ала томан ала саңға әүерелеп дауыл ҡуба, юлында осраған бөтә нәмәне бысраҡҡа болғай. Көҙ көнө ағартылған өйҙәр шул туҙан даръяһында йөҙөп төҫһөҙләнеп, шыҡһыҙланып ҡалған. Ана, Гөлзифаның илке-һалҡы ғына аҡбалсыҡланған аласығы бөтә ишек алдын йәмһеҙләп ҡарасҡы һымаҡ ҡалҡҡан - тере көйөк. Шул эшен дә бисәһе оло хәбәргә олғаштырып һөйләп йөрөгән булды: «Үҙебеҙҙең өйҙө аҡларға ҡул теймә-һә лә, бейемдең ятҡан аласағын эсле-тышлы ағарттым бына, иҙәненә тиклем ҡырып йыуып сығарҙым…»
Хәйбулла янтая биреберәк кеҫәһенән бөкләнгән ҡағыҙ киҫәге килтереп сығарҙы, икенсе яғынан ярты ус самаһы тәмәке төпсөктәре алды, шуларҙы бик тырышып ҡағыҙ киҫәгенә ҡағып ҙур ғына «кәзә тояғы» яһап ҡапты. Тоҡандырҙы. Тәрән итеп һурҙы. Төргәне бик әсе булып сыҡты, тын юлдарын ҡороштороп үпкәһенә барып тулды.Ҡулындағыһын төтәтә-төтәтә бер аҙ урынында ыуаланып торҙо ла болдор тупһаһына ултырып арҡаһын солан стенаһына терәне. Ҡайҙа ҡабаланырға, бөгәсә эшкә бараһы түгел, Зөфәр алдағы йома балдыҙымдың туйына барам, әлегә ял ит-еп тор ҙа урынымда ҡалырһың, тип хәбәр һалғайны. Ул да ныҡ ҡына «тейәне» шул. Тағы эшкә сыҡмай ҡуймаһын, бахмурҙан ята ла ҡуя торған. Кәрәкһә, брига-дир килеп етер әле. Күргеһе килмәй шул ферманы, көрәк, һәнәк, тиҙәктән биҙе-рәп бөткән.
Уңманы тормоштан Хәйбулла, шыпа ла уңманы. Ҡырҡ яғына ыңғайланы, йәш-тән ауыр эштә йөрөгәнгәме, кәүҙәһе быуынға ултырып нығынаһы урынға бәл-йерәй генә төштө, ә үҙе һаман да булһа йәшәй башламаған төҫлө. Әйтерһең дә, был бысраҡ, мәрхәмәтһеҙ, һоро донъяла ваҡытлы ғына кеше. Бына көсөргәнеп ынтылыр ҙа йәнәшәлә генә ҡайнаған йылыраҡ, яҡтыраҡ тормошҡа юлығыр төҫлө. Юҡ. Шул ике тарафты айырып тотҡан, күҙгә күренмәҫ сикте, шаршауҙы йыртып сыға алмай ыҙалана. Күрә бит, көнитмеш ни тиклем генә ауыр булһа ла, бәғзеләр һәүетемсә генә йәшәп ята, сөнки баштан уҡ икенсе һуҡмаҡтан киткәндәр. Һуңғы осорҙа тотош ил кирегә тәгәрәй башлағас, Хәйбулла әҙәмсә йәшәү хыялынан бөт-өнләй төңөлдө.
Йәшләй етем ҡалды. Мәктәпкә уҡырға төшөргә йыйынып ҡына йөрөгәндә, тырышып, дәртләнеп донъя ҡыуалаған, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәгән ата-һы үлеп китте. Алып һуғып ат өркөтөп йөрөгән ир бер заман һарғайып кибә, һүнә башланы. Медпункттан әллә ниндәй дауалар ҙа алып ҡайтып эсеп йөрөгән булды, шифаһы теймәне, бик димләгәстәр, Өфөгә лә барып әйләнде, ярҙам итә алманылар. Ауырыуҙың сәбәбен күрше Гәүһәр ҡарсыҡ үҙенсә юраны « Өҙлөктөң, һин Ғималетдин, өҙлөктөң. Бүрәнә башын шылдырышырлыҡ та туғаның булмағас ни, яңғыҙың хитланып өҙлөктөң…» Нисек кенә булмаһын, атаһы төҙөгән йорт-ҡаралты шауҙырлап торҙо ла ҡалды.
Иренең тапҡанын аш итеп, ҡатын-ҡыҙ хәстәренә генә күмелеп йәшәргә күнеккән әсәһе юғалып ҡалды башта, шунан ҡайғыһынан арынғас, аптырағандың көнөнән бүлексәгә төрлө эшкә сыҡты. Төрлө тигәне бригадир ҡушҡан йомоштар инде: йәйен ырҙын табағында әүеш-тәүеш итеү, ҡышын бураларға һалынған орлоҡто таҙартыу, ағыулау кеүегерәк мәшәҡәттәр. Унан килгән килем ике кеше-нең тамағын туйҙырырлыҡ ҡына. Әлдә аҙбар тулы малдар ҡалды атаһынан. Тик улары ла, әсәһенең бесән әҙерләргә әүәҫлеге булмағас, туҡал һыйыр, ярты тиҫтә бәрәс-бәрәндәргә тороп ҡалды, ауыл хисабына һалғанда - күп түгел.
Әсәһе башҡаса кейәүгә сыҡманы, иренең төҫө булған малайының етемгә терәлеп ҡағылып- һуғылыуын теләмәгәндер.
Уҡыуға бик тырыш булды Хәйбулла. Уҡытыусының аңлатҡанын, һыу һеңдергән ҡомдай, йотоп ҡына ултыра. Яратҡан шөғөлө - һүрәт төшөрөү. Ҡулына төҫлө ҡәләмдәр алдымы, бар донъяһын онота. Эшләгәне лә ыҡсым, күрмәлекле килеп сыға. Һәләтен шәйләгән уҡытыусы өйҙәрендә булып уны дәртләндереп, әсәһен ҡыуандырып китте. «Ҡәләмен ташламаһа, Хәйбулланан бынамын тигән рәссам сығасаҡ», - тине. Малай тағы ла тырыша төштө. Буш ваҡыты булдымы, акварель буяуҙарын, альбомын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла урман-ҡырҙарға сығып йүгерә, илһамланып тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға күсерә. Һүрәттәре лә мәктәптәге тиҫтерҙәре ижадынан айырылып торҙо, балалар өсөн сығарылған гәзит- журнал-дарҙа баҫылғыланы. Был шөғөл Хәйбулла өсөн ябай мауығыу түгел, ә хыялына ил-теүсе, бейеклектәргә аштырыусы өмөт баҫҡыстары.
Мәктәпте тамамлағас та, уҡырға ҡайҙа барырға, тигән уй борсоманы. Әллә ҡасан хәл итеп ҡуйған - тәүҙә училище, һуңынан күҙ күрер.
Китергә документтарын әҙерләп кенә бөткәйне, әсәһе тыйнаҡ ҡына ҡаршы төштө:
- Улым, әллә саҡ ҡына кәсепләнеп алаһыңмы, аҡса төйнәштереп?
Хәйбулла ирендәрен турһайтты:
- Училищела уҡырлыҡ ҡына табылыр әле.
- Һуң бит, бында мәктәп һине яртылаш кейендереп аҫырашты, тегендә ҡалайт-ырһың? Ҡайҙан табайым һиңә ул ҡәҙәре мөлкәтте?!
- Бөйрәкәйҙе һатайыҡ.
- Ай Аллам, еленләгән бит һыйырыбыҙ, бөгөнме-иртәнме быҙауларға тора, аҡһыҙ ҙа булмай. - Әсәһе ултырғысҡа бөгөлөп төштө, тубыҡтарына терһәкләнеп саллана башлаған сәстәрен ҡуш усланы. Хәйбулла ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Күпме генә үрһәләнһә лә, тиҙ һыуынды Хәйбулла. Ысынлап та яңғыҙ әсәһен та-шлап, күҙ терәп торған һыйырҙарын һатып яндырайланып ҡайҙа осорға ынтыла тағы? Малайын сит тарафтарҙа тибәретеү өсөн үҫтерҙеме ни әсәһе? Тормошобоҙ еңеләймәҫме, баламдан игелек күрмәмме тип үҫтерҙе. Әсәһенең дә кире һаплауы һыйырын ҡыҙғаныуҙан түгел, айырылыуҙан ҡурҡыуылыр. Ярай, һыйырҙарын һаттылар ҙа икән ти, ярҙам итерҙәй туғаның булмаһа, ул ғына нәмәгә уҡырһың уҡымай ҙа! Шулай ҙа үҙенең күптәнге хыялынан кире һүрелмәне. Фермала малсы булып эшләп әҙерәк өҫ-башты бөтәйтеп алырға ла уҡырға китергә кәрәк. Йәнә ул белгән рәссамдарҙың күбеһе уҡыу йорттарын бөтөрмәһәләр ҙә киң танылыу яу-лағандар, шөһрәт ҡаҙанғандар.
Мотлаҡ фермаға ынтылыуының йәшерен сәбәбе - унда Гөлзифа эшләй. Һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ осҡалаҡланып ситкә ынтылманы ла. Һауынсы булып фермаға килде лә нисәмә йыл шунда тик йөрөй. Хәйбулланан ике-өс йәшкә оло Гөлзифа хәҙер бөтөнләй еткән ҡыҙ булып күренә. Кисен клубта егеттәр уның тирәһендә урала. Һылыу ҙа шул. Ирҙәүәйерәк булғанғамы, үҙе лә ҡыҙ-ҡырҡын сөсөләшеүен түгел, ир-егеттәр араһын хуп күрә. Ҡыҙ үрелеп буй етмәҫлек бейе-клектәге аҡҡошҡа тиң, ә ул Хәйбулла - килбәтһеҙ, әрпеш өйрәк бәпкәһе генә. Барыбер рәхәт, Гөлзифаның эргәһендә булыуы, ташып торған сәләмәт һылыу-лығын күреүе рәхәт. Юғарынан осраҡлы һирпелеп ҡарауына ла йәне яҙғы боҙҙай иреп китә.
Ҡалды. Управляющий үҫмерҙең сибек кәүҙәһенә ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла ғаризаһының мөйөшөнә ризалығын белдереп сыймаҡланы.
Яңы урынға ауыр күнекте Хәйбулла. Тәүге мәлдә эш уның өсөн ысын мәғәнәһе-ндә көн дә ҡабатланып торған тамуҡҡа әүерелде. Көҙ көндәре ферманан саҡрым самаһы ситтә урынлашҡан сеновалдан атҡа тейәп бесән, һалам ташыуға биреш-мәһә лә, ҡыш күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ауыр ҡырҡҡыс менән силос соҡоуҙары йо-нсотто, үҙәгенә үтте.
Бер көн уның мөсһөҙ һелтәнеүен ситтән күҙәтеп торған Яңыбай аушаңлата баҫып янына килде лә ҡулдарын уның иңбашына һалды:
- Ыҙалама, әҙерәк хәл эсеп ал, - һыйыр башындай туң силосты аяғы менән типкеләп тартып шунда ултырҙы, янынан урын күрһәтте. Армияла хеҙмәтен ту-лтырып ҡайтып бында хәтһеҙ генә эшләргә лә өлгөргән егет үҙен һауалыраҡ, өҫтөнөрәк тота. Әле ул һөйәлләнеп ҡатҡан бармаҡтарын йәпһеҙ хәрәкәтләндереп фуфайка төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә эсе тәңгәленән гранатаһына йәбеш-кән яһил яугирҙәй ҡағыҙ тығынлы шешә килтереп сығарҙы. Костюмының түш кеҫәһенән ҡаҡашып ҡатҡан ҡырлы стакан алғас бармағын тығып бер килке һауыт эсен таҙартып аҙапланды, шунан тегенең яртыһына тиклем буҙ шыйыҡса ҡойҙо. Шыйылдатҡансы ситкә өргәс ҡулындағыһын тотошлайы менән күккә өңрәйгән ауыҙына түңкәрҙе. Йотоп та аҙапланманы хатта, бары ҡурылдайы ғына хәтәр һикереп ҡуйҙы.
Шундай уҡ өлөш Хәйбулланың ҡулына күсте. Уның һауытты ҡулында әйләнде-ргеләп, еҫкәп ҡарап маташҡанын күргән Яңыбай асыулы ыҫылданы:
- Йә, нимә унда ҡыҙлығы алынмаған кәнтәй һымаҡ ҡыланаһың? Йот! Закуска һорама, уныһын ҡайтҡас ҡабырһың.
Резина, көйөк, тағы әллә ниндәй еҫтәр аңҡыған көмөшкә бигерәк зәһәр икән.
- Нисек?
Тегеһе аңламағандай яурынын йыйырҙы.
- Нисауа, өйрәнерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Тура килһә, яҙа ебәрмә, беҙҙә унһыҙ булмай. Был дауа арығанлыҡты шунда уҡ һыпырып төшөрә. - Иркенләп фәлсәфә һатырға керешкән Яңыбай малсыларҙың аттарын келәттәр яғына ыңғайлатыуҙарын күреп ҡалды шикелле, һырыған салбарының төбөн ҡаҡҡылап урынынанторҙо. – Ярай, уҙғалайым, булмаһа, минең дә ярма алынмағ-ан әле. Һинең өлөштән бер тоҡ алам, буштың атаһы үлгән… - Хәйләкәр күҙ ҡыҫты. Ул был мәлдә һабаҡ биреүсе уҡытыусыны хәтерләтә ине.
Хәйбулла көн дә эңер төшкәс эштән ҡайтып арлы-бирле ҡапҡылай ҙа үҙенең буяуҙарына йәбешә. Тик илһамланып йәйғор буяуҙарҙың мөғжизәле, тылсымлы донъяһына сума алмай. Теләкһеҙ башҡарылған ауыр эш уның көндәлек дәртен, дарманын һурып алған. Көрәк, һәнәк, ауыр лом тотоп ҡатҡан бармаҡтары уға буйһоноуҙан баш тарта, ҡағыҙға яғылған юлдар дерелдәй, тарала, күҙҙәр йомо-ла…
Ваҡытлы ғына ҡалырға уйлаған Хәйбулла оҙаҡланы эшендә. Хәрби хеҙмәткә лә алманылар уны. Комиссияла ултырған хирург бик оҙаҡ итеп ентекләп тикшер-гәндән һуң, ҡустым, военкоматта ултырғандарға әйт, һине ҡабат-ҡабат саҡыртып йөҙәтмәһендәр, тип төңөлдөрөп ҡайтарҙы. Оялды, түбәнһенде, үҙен башҡаларҙан кәм итеп, зәғиф итеп тойҙо. Шулай эстән һыҙып, көйәләнеп йөрөгәндә йөрәген тағы бер ваҡиға көйҙөрөп үтте - Гөлзифа ҡапыл ғына күрше ауылдағы тракторист егеткә кейәүгә сығып китте.
Шул хәбәрҙе ишетеп иҫәңгерәгән, һеңгәҙәгән егет малдарға һалам таратты ла күрше аҙбарға ыңғайланы. Ҡайтырға йыйынып атын туғарып аҙапланған Яңыбайҙы күргәс, вайымһыҙ күренергә тырышып, янына барҙы, тартҡыһы килмә-һә лә, тәмәке һорап алып тоҡандырҙы, эргәһендәге һыйырҙар ышҡынғанға йылтырап ҡатҡан бағанаға һөйәлде:
- Әйҙә, эсәбеҙ.
- Нимә?! - Яңыбай аптырауҙан ауыҙын асып ҡатты ла ҡалды. Иҫен йыйғас һыҙ-ғырып ебәрҙе. - Бына был исмаһам номер!
- Миндә ярма бар, һинекен ҡушайыҡ та…
- Һе! Тормош шулай өйрәтә шул, бер ниндәй ҙә мәктәп дәреслеге кәрәкмәй, - Яңыбай эшлекле ҡуҙғалып яңынан атын егә башланы.
Улар иң тәүҙә еңдәрен еҫкәй-еҫкәй аҙбар мөйөшөндә эстеләр. Етеңкерәмәгәс, Яң-ыбай «ҡара көнгә» ҡалдырған запасын сығарҙы. Шунан клубҡа киттеләр. Унда күт-әрмәлә тороп ауыл егеттәренә ҡушылып тағы бер яртыны бушаттылар. Хәйбулла эскә инеп йыйылған йәштәрҙе аптыратып көйгә тап килтермәй баҫып оҙаҡ итеп бейене, күҙҙәре алдынан таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәр өҙлөкһөҙ йүгерәшә башланы, стена зырлап әйләнде, клубтың түшәме ишелеп төшкәндәй булды. Ба-шы ҡаты сатнауҙан, ауыҙы кибеүҙән уянып китте. Өйҙәрендә ята икән. Әсәһе маңлайына һалынса устарын баҫҡан да хәсрәтле ҡарап ултыра.
Баҫылды Хәйбулла. Элекке һымаҡ эшенән ашығып ҡайтып буяуҙарға йәбеш-мәй хәҙер. Кистәрен салҡан төшөп түбә таҡтаһына текәлеп онотолоп ята, йә булмаһа яңғыҙы урам гиҙергә тотона. Йәштәргә лә ылыҡҡыһы килмәй. Башҡал-арға оҡшарға тырышып тәмәке төтәтергә өйрәнеп алды. Элек малсылар арт-ыҡ һүҙ ысҡындырғанда бурҙаттай ҡыҙарған егеттең теле тупаҫланды, уҫалланды. Хатта бәғзе берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәрә. Шулай бысраҡ, шөкәтһеҙ урынға килеп юлыҡтымы икән ни?! Юҡтыр. Ғәҙәти ауыл фермаһы, төрлө кешеләрҙе үҙенә йә-леп итеп үҙ хәстәрҙәренә күмдереп ҡабаланмай ғына йәшәй бирә. Күптәр бында көлөп-йылмайып килә, дәртләнеп эшләй, кисен ғаиләләренә ашыға. Ана бит, ҡай-һы һауынсылар һыйырҙарын йырлай-йырлай һауа, һөнәрҙәрен ауырһынмайҙар ҙа, мыжымайҙар ҙа. Ә Хәйбулла?! Үҙ хәлен үҙе лә аңламай. Ҡайһылайтып ҡына дәртләнһен, яратмай ул был эште, яратмай, күңеле тартмай. Башҡа барыр урын булмағанға ғына ошонда йөрөргә мәжбүр. Рәссам булыр кеше бит ул! Был ҡәһәр-ле шөғөл бармаҡтарын ҡатырып шырауландырып бөтөрҙө. Аҡса йыйыу уйы ла барып сыҡманы. Эш хаҡы ла бында кеҫә ҡалынайтырлыҡ ҙур түгел. Дөрөҫ, тор-моштары көйләнде бер аҙ. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана уның беренсе эш аҡына йоҡа пальто алып кейгән булды, ә өй эсенә район үҙәгендәге мебель цехында әтмәл-әнгән комод менән шифоньерҙы алып ултырттылар. Барыбер осто осҡа ялғай ал-майҙар.
Һиҙҙермәй ваҡыт үтә торҙо, Хәйбулла ла йәшәүенә әкренләп күнекте. Һәр хәлдә, элекке һымаҡ сәбәләнеп бармай. Ферма тәртиптәренә лә өйрәнде, үҙ әшнәләре, үҙ ҡоро бар. Ауыр хеҙмәткә лә үңәсе өҙөлә яҙып ихлас йәбешмәй, үҙе һиҙмәһә лә оһоллана төштөмө, әллә илке-һалҡыраҡ тотонғанғамы, ҡара тир түкмәй һәр хәл-дә. Йәй көндәре йәйләүҙән ҡайтып инмәйҙәр тиерлек, сиратлап һауым һыйыр-ҙарын көтәләр. Тән генә түгел йән дә ял итер илаһи мәл. Онотолоп хозур тәбиғәт ҡосағына сумаһың: теләйһең икән сәғәттәр буйы ҡайҙалыр ағылған болоттарға текәлеп хыялланып ятырға мөмкин, йә булмаһа талсыҡҡансы китап уҡы, бер кем ҡамасауламай. Эргәлә генә уфылдап һыйырҙар утлап йөрөй. Һауа аңлата алма-ҫлыҡ ҡуйы үлән, сәскәләр еҫенә тулған. Үләндән үләнгә һикергеләп сиңерткәләр йырлай, кемуҙарҙан ҡоштар сирҡылдаша. Һырғый аҡ ҡайындар һылашып үҫкән бейек тауҙың түбәһе күк сатырына барып ялғанған һымаҡ күренә. Өҫтә, бик бе-йектә, зәңгәр яулығын болғай-болғай һағым бейей. Рәхәт! Ҡайһы ваҡыт Хәйбулла илһамланып китеп кеҫәһенән ҡәләм киҫәге килтереп сығара ла тәмәке ҡабына күргәнен төшөрөргә тотона. Тик был ҡап тәмәкеһе бөткәс тә ситкә ырғытыла…
Һауым көтөүе ҡураларға индеме, игеҙәктәр һымаҡ бер-береһенә оҡшаған ялҡ-ытҡыс көндәр башлана. Эштән һуң өшөгән тараҡандар ише малсылар өйөнә йый-ылалар. Бында буйҙаҡтар урыны. Ғаиләлеләр, ҡатын-ҡыҙ ҡайтырға ашыға, улар бында етәкселәр йыйғанда ғына инеп күренә. Малсыларҙы әүәлгеләй йыш йый-майҙар, урындағы түрәләр ҙә, килгәндәре лә зарураттан ғына баш тығалар был мөйөшкә. Билдәлелек, үҙаллылыҡ ғәләмәтелер. Үткәндә китапханасы килеп эс-келеккә ҡаршы көрәш темаһына әңгәмә үткәрергә маташып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Яһил берәү, урынһыҙыраҡ булһа ла, араҡы дауайлай башлағайны, нотоҡсо үҙе лә ҡушылып юғарыла ултырған башһыҙ етәкселәрҙе тиргәргә кереш-еп китмәһенме! Араҡыһыҙ арҡыры ятҡан бүрәнәне буйға һалып буламы, ҡунаҡ саҡырып туй үткәреп ҡара, улар юғарыла ултырып ауыл халҡының хәлен ҡайҙан ғына аңлаһын, фәлән дә фәсмәтән. Осрашыу Мәскәүҙәге хөкүмәтте отставкаға еб-әреүҙе талап итеү хәленә барып етте.
Ҡалған көндәрҙә йыйылыу ошонан сығышмағандар ғәҙәте буйынса үтә. Тәүҙә бөтәһе лә йыйылғансы оҙаҡ итеп тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләнелә. Көлкөләре кил-мәһә лә һаһылдашалар. Сөнки улар ҡабат-ҡабат һөйләнелгән, теңкәләренә тейеп бөткән. Тел сарлау тейешле йүнәлеш алғансы шулай дауам итә. Фәлсәфә кәрәкле урынға килеп терәлгәс кемеһелер саҡ ҡына «туғарылып» алырға тәҡдим итә. Риза-лашалар. Сөнки сиратсы күптән билдәле, һый табыу уның эше. Был бихисап атҡарылған йола бөтә нескәлектәренә еткереп яйға һалынған. Уны бөтөрөү, үҙгә-ртеү, ҡаҡшатыу мөмкин түгел.
Шулай кисҡырын «туғарылып» алған Хәйбулла, аяғын санаға кирә баҫып, атын йән фарманға саптырып ҡайтып килә ине:
- Ай, тапатаһың! - тигән сәрелдәк тауыш ҡолаҡты ярҙы.
Егет бөтә көсөнә дилбегәне үҙенә тартты. Ат үрәпсеп шып туҡтаны. Алда ауыҙ-лыҡты шаҡара тотоп торған ҡатын-ҡыҙ төҫмөрләнде.
- Гөлзифа?!
- Мин. Ҡурҡыттың. Рөхсәт тә һорап тормай өҫкә менеп киләһең… - Ләкин һал-ҡындан биттәре алһыуланған, сәс шәлкеме маңлайына туҙышып төшкән һылыу ҡатындың йөҙөндә еңелсә ярһыуҙан башҡа ҡурҡыу әҫәре күренмәне.
Хәйбулла сәбәпһеҙгә ҡыҙарынып китте:
- Әйҙә ултыр, өйөңә апарып ҡуям. Ул килбәтһеҙ сүгәләне, аяҡ аҫтындағы һалам-ды сананың ҡанат яғына ҡайырҙы.
- Утырам инде, утырмай тағы, ҡурҡыуҙан тубыҡтар дерелдәй, атлай алмайым, - тине лә Гөлзифа егеттең ҡабырғаһына һыйынып тиерлек ултырҙы.
Ат керт-керт баҫып әкрен генә атлай. Был илаһи минуттарҙы оҙайтырға теләгән Хәйбулла ла уны ашыҡтырмай. Осрашыу көтөлмәгәнерәк булғанғамы аҙаны ла ҡалды, телгә йүнле хәбәре лә килмәй.
- Нисек йөрөп ятыш?
Гөлзифа билдәһеҙ ишаралап яурындарын йыйырып ҡына ҡуйҙы:
- Өйләндеңме?
- Һинең һымаҡ күңелгә ятҡаны осрамай.
- Дәртле сағыңда өйләнергә кәрәк.
- Мин һәр ваҡыт дәртле.
-Әллә?.. - Гөлзифаның ҡаштары юғары сөйөлдө. Ул күсерҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Ҡарттарыңдың хәлен белергә ҡайттыңмы?
- Ниңә уларҙың хәлен белергә, яталар шунда дәүләт елкәһендә пенсияларын ашап.
- Т-р-р-ррр. Һүҙгә әүрәп өйөгөҙҙө үтеп тә барабыҙ.
- Рәхмәт изгелегеңә. Бында кистәрен эс бошоуҙан үлерһең, биллаһи. Ҡайтҡа-ныма аҙна тулып үтте, инеп хәлде белеүсе лә юҡ. Ҡунаҡ итеп саҡырмайым, килгеләп йөрө… Гөлзифа торҙо, ултырғанда тығыҙ балтырҙары буйлап өҫкәрәк шыуған күлдәк итәктәрен килешле итеп тубығына тартты ла ярһыулы йылмайыу атып боролоп та ҡарамай өйөнә инеп китте.
-Э-э-э-эх! - Хәйбулла йөрәгенә ҡайнар ҡан бәреүгә сыҙаша алмай кирелеп сыб-ыртҡы осон атының һыртына тамыҙҙы. Сананың артынан ҡар бураны ғына уйнап ҡалды.
- Әсәй! Әсәй! Ҡайҙа минең буяуҙар?! - Дөбөр-шатыр килеп инеп өҫтөн һалыр-һалмаҫтан егеттең әйткән һүҙҙәре шул булды.
-Һалған урыныңда яталыр, мәктәп балаларына Яңы йылға гәзит сығарып булаша инең түгелме? Ашап ал башта, картуф та ҡурғанмын, сәйем дә күптән ҡайнаған. - Улының шарҙауай ҡылығына өйрәнмәгән әсәһе аптырабыраҡ ҡарап ултыра.
- Мин туҡ, шул гәзитте ослай һалырға кәрәк, иртәгә үк һүрәтле гәзит таптырып килеп етерҙәр еүеш танауҙар. - Хәйбулла сәбәпһеҙгә киң итеп йылмайып ебәрҙе.
Унда гәзит ҡайғыһы түгел ине. Алдашты. Ватман сығарып бөтөнләй икенсе шөғ-өлгә тотоноп китте. Таң әтәстәре ҡысҡырыуға унда һылыу ҡатындың асыҡ йөҙө һынланды. Тик портрет томанлы һәм тамамланмаған ине әле.
Иртәгеһен дә дәртләнеп осоп-ҡунып йөрөнө. Бесән-һаламын да иң беренсе булып алып килде, фуражсыны мыжытып санаһына саманан тыш силос тейәп ташланы. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып Тәтәй Мәрфуғаға тиҙәктәрҙе тран-спортерға этеп төшөрөргә ярҙамлаша башланы.Уныһы ғәжәпләнеүенән аңҡы-тиңке килде:
- Күпме генә тырышһаң да араҡым да, көмөшкәм дә, ҡойған балым да юҡ.
- Араҡыңды үҙең эс! - Хәйбулла баш бармағы менән эргәһендәрәк йөрөгән һау-ынсының бөйөрөнә төрттө лә тегеһенең кинәнеп сырылдауынан ҡыҙыҡ табып ша-ңҡылдата көлөп сығып йүгерҙе.
Ҡайтҡас әсәһен яңынан аптырауға һалып ҡуҫтарланырға тотондо. Булған күр-мәлекле кейемен кейҙе, оҙаҡ итеп ҡырынды, битен мул ғына итеп «Тройной»
одеколон менән сылатырға ла онотманы. Сығыр саҡта көҙгөгә күҙ атты. «Кәләш алһаң ни була, билем тота ла ҡуя. Йорт тирәһенә шыпа ярамайым». Күптән шул-айтып мыжыған Бибиәсмәнең йөҙөнә серле өмөт ҡунды.
Гөлзифалар тәңгәлендә оҙаҡ тапанды егет.Үткән-һүткәндәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырыша үҙе. Тәҙрәләрендә ут күренһә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай барып инеп булмай ҙа.
« Һирәкләп булһа ла килгеләп йөрө, тине бит», - тип үҙен-үҙе дәртләндергәс ҡый-ыуланып ишек тотҡаһын тартты.
- Шаҡып инһәң ни була, һөмһөҙ, төн ҡарағы һымаҡ йөрөп ята тағы! - Ҡурҡып киткән булды Гөлзифа.
Үҙе өҫтөндәге ҡыҫҡа халатының итәктәрен тартыштырҙы, иҙеүен ҡулдары менән бөрҙө. Шулай ҙа йөҙөндә шелтә, асыу күренмәне.
Аш өйҙөң урындығында уйынсыҡтарын йәйеп ташлап уйнап ултырған өс-дүрт йәштәр самаһындағы ир бала инеүсегә сәйерһенеп текәлеп ултырҙы ла, ҡулына эләккән уйынсығын тотоп төпкө бүлмәгә атланы.
Ишек төбөндә торған Хәйбулла ла, ниһайәт, телгә килеп, инеү сәбәбен аңлатты:
- Ней, ярма кәрәкмәйме, тип боролғайным да.
- Шул тиклем ярмаң мулмы ни?
- Табырға була.
- Ни хаҡ?
- Һиңә тигәндә бушлай.
- Рәхмәт инде, ирһеҙ бисә тураһында улайтып ҡайғыртып йөрөгәс. Заманалар үҙгәрә, совхоз мөлкәтен дә кейенеп-яһанып ҡына йөрөп һаталар. - Гөлзифа хәйлә-нең нигеҙһеҙ икәнлегенә ишараланы. - Әйҙә үт, атайымдар күршеләргә һуғым ит-енә сыҡтылар.
Инеүсе, кәпәсен сатына йомарлап, ишек төбөнәрәк ултырҙы. Гөлзифа сәй әҙер-ләргә тотондо: электр сәйнүген тоҡандырҙы, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп булған һыйын теҙҙе. Шул арала хәбәрен һөйләп йөрөй:
- Күршеләр миңә лә өндәшкәйне, барманым. Яңғыҙ үҙем күҙгә төшкән сүп һы-маҡ ултырғым килмәне. Тағы ҡарт-ҡороноң килделе-киттеле хәбәрен тыңлап улт-ырайыммы?
Хәйбулла Гөлзифанан күҙен ала алманы. Уның сәләмәт, таушалмаған һылыу йө-ҙө, һомғол буй-һыны албырғатты. Ымһындырғыс тығыҙ балтырҙарҙы, тумалаҡ янбашы халатҡа саҡ һыйып бытлығып тора, эйелгәндә мул түштәре иҙеүҙән тот-ошлайы менән тейерлек күренеп ҡала. Әллә халатты шыр яланғас тәненә кейгән инде?..
Ашарҙай булып таһырайған ҡарашты ла һиҙә йәш ҡатын, ләкин ниғмәттәрен ҡабаттан боҫормалап йәшерергә ынтылмай, киреһенсә йә халат итәктәрен ялпы-лдатып асып ебәрә, унан ҡалһа килешле генә итеп янбашын мыймылдата, күк-рәксәһеҙ түштәрен бәүелтә…
Егеттең танауына ҡуҙғытҡыс та танһыҡ та ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ еҫе бәрелгәс башы әйләнеп китте, тотош тәненән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте, теҙ-быуындары ҡалтыраны, мейеһен иләҫ-миләҫ хыялый уй йыбырлатты: “Их, бисәң ошоноң ише булһа ине…”
Сәй янында ла ҡунаҡ һүҙҙе ялғап ҡыйыуланып китә алманы. Гөлзифа һаман да үҙе генә һөйләнеүендә булды:
- Иремдән айырылам мин. Йәшәрлек рәт ҡалманы, ҡанһыҙ кеше булып сыҡты. Ауылдағы бөтә ирҙәрҙән көнләй бына. Көнө буйы совхоз йомоштарына йөрөй-йөрөй ҙә төнө буйы, араҡыға алданып, кем етте шуға тракторы менән кәбән тарт-тыра. Таңға ҡарай ғына лаяҡыл ҡайтып инә, дау ҡуптарып талашырға, туҡмарға тотона. Ул юҡта уйнаш итеп ятам, йәнәһе.
Оҙаҡ итеп тәфсилләп ирен яманлай. Әйтерһең дә алдында ауылдашы түгел, уның ялыуын тыңлаусы прокурор ултыра.
- Ҡайтайым инде. Баяғы әйткәнде иртәгә ҡараңғы төшөүгә килтереп китермен. -Ҡунаҡ урынынан ҡалҡынды.
Ҡатын соланға оҙата сыҡты. Өҫтөнә кейеп тә торманы. Хәйбулла солан ауыҙында, үҙенең хис-тойғоларын белдерергә теләгәндәй, йомшаҡ йылы ҡулдарҙы ҡатҡан устарына йомарланы:
- Ярай хушығыҙ…
- Уй, ҡалай һалҡынайтҡан, өтөп алып бара! Килгеләп йөрө, һыуыҡтан булһа ла йылытып… - Гөлзифа түштәре менән егеттең иңбашына яңылыш ҡағылғандай итте. Уларҙың ҡуҙғыулы тығыҙлығы фуфайка аша ла тойолдо. Егет башҡаса тый-ылып ҡала алмай ҡатынды һығып ҡосаҡланы, ирендәренә үрелде. Оҙаҡ үбешеү-ҙән тотош кәүҙәһе йомшарған Гөлзифа тыны быуылып бышылданы:
- Иртәгә кил… Мунса яғабыҙ… Кискеһен һуңғыһына инермен…
Әҫәрләнеп ярһып ҡайтҡан Хәйбулла илһамланып кисәге башлаған эшенә улты-рҙы. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡатындың йөҙө, яңы буяуҙар өҫтәлгәс, тағы асыҡлана, баҙыҡ-лана төштө. Хәҙер портретҡа эске «йән» өрөүсе, үҙенә саҡырып тороусы һыҙат өҫтәйһе генә ҡалды. Ниндәй һыҙат, уны Хәйбулла әлегә белмәй, әммә тойомлай, мотлаҡ уны табасағына ышана.
Хыялында йөрөткән, тик уның ҡайһылайыраҡ булырын күҙ алдына ла килтер-мәгән беренсе төнө ҡара мунсала үтте. Төн түгел, тәжрибәле сарсаулау ҡатын-кәнтәйҙең нәфсе һыуһынын ҡандырыусы ярым төш, ярым өнгә тартым һаташыу-лы мәл генә. Гөлзифа баҙнатһыҙ ҡыланған Хәйбулланың ҡулдарын үҙе тотоп кәр-әкле урындарға йүнәлтте, тегеһе ары ла килбәтһеҙ маташҡас ҡыйыу ҡыланып үҙе тотондо; аҫта ҡалды, әйләнеп өҫкә ҡалҡты, ағасҡа уралған быуар йыландай бо-рғаланды-һырғаланды, ыңғырашты, наҙлы иңрәне, һыуһынын ҡандырып ярһып, ҡойондай бәүелеп бушанған мәлдә буҫлығып иларға тотондо. Мунсанан Хәйбулла ир булыуын тойоп ҡанатланып сыҡманы, бите-ҡулы ҡоромға буялып килеп сыҡ-ты.
Хәйбулланың артабанғы яҙмышы еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы.Ҡайнар ҡосаҡ уны тотошлайға үҙенә тартып алды. Гөлзифа ла оҙаҡҡа һуҙманы, бер нисә тапҡыр шул мунсала ҡунып сыҡҡандан һуң бүлексәнән арбалы «Белорусь» һорап алып, кейем-һалымын, һыйырын тейәп ҡайтып төштө һәм… йөктө тура Хәйбуллаларға бушатты.Үҙенең был ҡылығын ябай ғына аңлатты:
- Ҡабат-ҡабат тейәнеп йөрөгәнсе… Теге әрпештән яйлап, судлашып айыр-ылышам әле. - Алдында тәүге ире торғандай итеп янап та алды. - Минән еңел генә ҡотолормон тиһеңме, килеп сыҡмаҫ,алиментыңды ҡайыртып алырмын!
һанлаған, шуларҙы еренә еткереп атҡарып, шартына килтереп йәшәргә күнеккән ауыл халҡы аптырашты. Ғәйбәтләргә әүәҫ ауыл ҡатындары телдән яҙҙы. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа арттыр-ып, ҡабартып бышылдарлығы ҡалманы, бөтәһе лә асыҡ, күренеп тора. Хәбәр сурытырға оҫтараҡтары ғына бот сапты:
- Китсе, яусылау, кәләш әйттереү, туйлап алыу заманалары һағынып һөйләргә генә ҡалды микән ни инде! Ахрызаман бисәләре, ҡарыулы үгеҙ танһыҡлаған күп-ҡасар тана ише, ирҙән иргә күсенеп йөрөй ҙә ҡуялар.
Хәйбулла Гөлзифаларҙан сығышмай башлағас әсәһе үпкәләп әйтеп тә алғайны:
- Улым, һиңә балалы ҡатындан башҡа ҡыҙҙар бөткәнме? Ҡылый булһа ла, ҡыҙ яҡшы, тигәндәр боронғолар. Алам тигәнең дә иренән закунлы айырылмаған, уныһы килеп тауыш ҡуптарып йөрөр тағы. Һылыулыҡты бит баҙарға сығарып һатып булмай. Һиңә йәшәргә…
Өгөтләүҙән уҙғайны шул Хәйбулла, күҙҙәре тонғайны.
Гөлзифа көпә-көндөҙ күсенеп килеп төшкәс, Бибиәсмә бөтөнләй эсенә йомолдо.
Килен төшкән көндө үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: күсенеп килгән мал кәртәгә ин-еүгә тарбыҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйырҙың эсенән үтә алды.
Ә йәштәр арыу ғына йәшәп китте һымаҡ башта. Гөлзифа фермаға кире һау-ынсы булып урынлашты. Бәләкәй Кәрим ике өй араһында йөрөй шунда. Бибиә-смәнең шомланыуы ла бушҡа булды. Күрше ауылдағы ир килеп даулашып, тау-ыш сығарып йөрөмәне, Гөлзифа вәғәҙәләгәненсә, шартына килтереп айырыл-ышты, ә бына Хәйбулла менән законлы нихаҡҡа инергә ашыҡманы. « Ҡағыҙҙа яҙ-ылышмаһаҡ та йәшәрбеҙ әле, буштан килгән аҡсанан, алименттан, баш тартай-ыммы инде?», - тине лә ҡуйҙы.
Ҡәйнә менән килен араһы бер ҡыйыҡ аҫтына ингәндә үк һалҡын ҡалғайны, ар-табан да шул килеш үҙгәрешһеҙ дауам итте. Ирәбеләнеп көңгөр-ҡаңғыр һөйләш-еп, ултырған саҡтары ла булманы.
Тағы Гөлзифа нишләптер башҡаса ауырға ҡалманы. Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп ике-өс йыл йәшәп тә ташланылар, ул ни ҡылъяймай ҙа, төйөрөм кәүҙә-һен ымһындырғыс уйнаҡлатып йөрөй бирә. Хәйбулла һүҙ ҡуҙғатырға самала-ғайны ла ҡатынының яуабы ҡыҫҡа булды:
- Күреп йөрөйһөң, мин бит үтә лә дәртлемен, сәләмәтмен дә. Ғәйеп, бәлки, һиндәлер…
Ир тертләп китте. Ошо көндән ҡатынының түбәнһетеп, кинәйәләп әйткән иҫкәр-мәһе күңеле төбөнә юшҡын булып ултырҙы, үҙенә ышанмау тойғоһон, шиклән-еүен көсәйтте. Былай ҙа ҡайнарлығы кәмей барған араларынан һалҡынлыҡ йүгереп үтте. Ир кеше көн дә эштә һин дә мин йөрөй, әммә кис етһә быуындарын хәлһеҙлек ҡоршай, булмышын икеләнеү биләй. «Гөлзифа теләп тә риза итә ал-маһам?.. Түбәнһетеп берәй һүҙ ысҡындыра ғына күрмәһен инде…» Ана шул эстән һыҙыу дәртен һүндерә, кәрен тотанаҡһыҙлай. Хәйбулла үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән шул шомланыуын йыуып ташларға теләгәндәй, ныҡлап эс-еп ҡайтҡан осраҡтары йышайҙы. Ҡатыны уны тыйырға уйламаны ла, хатта иҫерек ирен, ҡәйнәһенән ҡурсалап, яҡлашты. Яҡлашыуының сәбәбе - ире төшөрөп алһа ҡыйыулана, йәненә шайтан инеп оялаймы ни, түшәктә таң һыҙылғансы ыҙалатырға әҙер. Ҡушарлап эйәртенешеп йөрөп эстеләр. Ныҡлап байрам итһәләр, Би-биәсмәнең артыҡ һүҙенән ҡасып түбәнге оста ҡунып ҡалалар. Иртәгәһен ҡатын иренең башын төҙәртеү сараһын таба, үҙе лә ҡоро ҡалмай. Араҡы ғаиләлә булған ҡытыршылыҡтарҙы яйға һалыу сараһына әүерелде.
Башлаған портретын барыбер бөтөрә, ослай алманы Хәйбулла. Бер нисә тапҡ-ыр өйҙәгеләр йоҡлап киткәндән һуң, ут ҡабыҙып өҫтәл артында уйланып һүрәткә текәлеп ултырҙы. Портрет тамамланған тиерлек, тик әлеге шул уны йәнләндерер һыҙат табылмай ҙа ҡуя. Ҡағыҙҙан һылыу йөҙөн йылмайтып йәш ҡатын ҡарай. Ҡара сәс бөҙрәләре аҡ маңлайға шәлкемләнеп һибелгән, нимәлер һорарға йый-ынғандай ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлгән, бәләкәй, ослайыңҡыраған танау, ту-малап уймаҡланған бит алмалары, ҡабарынҡы ирендәр бергә ҡушылып шың-ғырҙатып көлөп ебәрерҙәр төҫлө. Күҙҙәр… Уларҙа аңлата алмаҫлыҡ бушлыҡ, ула-рҙан һалҡынлыҡ һибелә. Тимәк, ул, күҙҙәрҙе килештерә алмаған. Әллә уның оҫталығы ла шул кимәлдә генәме? Күҙҙәрҙе еренә еткереп ҡағыҙға төшөрөү ябай эш түгел. Портретты портрет иткән төп нәмә бит ул күҙҙәр. Килештерҙеңме, ярты уңышҡа өлгәштең тигән һүҙ. Гөлзифаға һиҙҙермәҫкә тырышып уның күҙҙәренә төбәлеңкерәп ултырғаны ла бар.
Тегеһе һиҙеп ҡалһа, «нимә үгеҙҙәй тексәйҙең, мине күргәнең юҡмы әллә?» тиһә, ҡабаланып ҡарашын ситкә бора. Бәй, ҡатынының күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә түгел, ҡарағусҡыл һоро ла баһа! Төнгө ижад эшендә кәрәкле төҫтө ҡулына алғайны ғы-на… Ах, харап итте - буяу һауыты төшөп китеп тиҫтәләгән ваҡ тамсылыр ҡағыҙға һибелде. Уны юйып ҡына бөтөрөрләк түгел, бөтә йөҙгә сәсрәгән. Хәйбулла ват-манды йомарлап йәшерҙе лә утты һүндерҙе…
Өйҙәге ике ҡатын араһындағы һалҡын мөнәсәбәт тора-бара дошманлыҡҡа әүер-елде. Бибиәсмәгә лә ауыр. Булған йорт мәшәҡәттәре уның өҫтөндә.Ҡышын-йәйен шишмәнән бөксөңләп һыу ташыған да, кер йыуған да, тамаҡ бешергән дә ул. Килен кеше эшенән ҡайта ла йәш ҡыҙҙар һымаҡ көҙгө ҡаршыһына баҫып бит-йөҙөн һыйпаштырып кейенеп яһана ла урам ҡыҙырырға сығып китә. Өйҙә сағында ла ҡырын ятып көнбағыш сиртә-сиртә китап уҡый. Ҡәйнә үпкәләңкерәп өндәштеме - оло ғауға!
Донъя тотҡаһы булып йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә әсәһе ҡазаланды, Үткән көҙ ҡарлы-ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләп оҙаҡ маҙаһыҙланы. Шунан шыҡырлатып туң-дырып та ҡуйҙы.
Тирә-яҡ әҙәм йөрөй аламаҫлыҡ һырғалаҡҡа әүерелде. Ҡабаланып аяғына һыр-һыҙ кәлүш кенә ҡатып утынлыҡтан тап-топ күтәреп килгән Бибиәсмә, тайып кит-еп, тупһа ауыҙына һалынған яҫы таш өҫтөнә йәнтислимгә ултыра төштө. Район дауаханаһына алып барһалар, умыртҡа һөйәгенең бил бүлеге һынған, тип әйтте-ләр. Кендектән түбән ағзалары кәүҙәгә буйһонмаҫ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Ауыр-ыуҙы урын юҡлыҡҡа һылтанып кире алырға ҡуштылар. Бибиәсмәне өйгә алып ҡайтҡас оло ғауға ҡупты - килен кеше шуны ғына көтөп йөрөгән, тиерһең. Ҡәйнәһен төпкө бүлмәләге диванға индереп һалғас, уратып-суратып тормай тур-аһын ярҙы:
- Тимәк, һинең әсәйең төпкө яҡты ҫаҫытып ятырға тейеш, беҙ өсәүбеҙ был яҡта!
- Әсәйҙе ял итергә генә ҡайтарҙылар, кире больницаға бара ул.
- Дауалай алғандарҙы унан ҡайтармайҙар!
Әсәнең күҙҙәрендә ҡайнар йәш эркелде лә йонсоу йөҙө буйлап түбәнгә һар-ыҡты. Ул башын ситкә борҙо.
Ҡатын әйберҙәрен йыйып иҙән уртаһына өйөргә кереште.
- Ҡайҙа төйнәлә башланың, һантыйланма әле!
- Етте, түлһеҙ ир менән йәшәү ялҡытты! Эшкинмәгәнлеген йәшереп төнө буйы һүрәт төшөрөп маташҡан була, художник! Ә миңә ир кәрәк, төнө буйына кәрәк! - Гөлзифа тирмәндәй осаһын, мул түштәрен һелкетте.
- Гөлзифа!!!
- Ҡысҡырма, барыбер ҡурҡмайым. Иң тәүҙә һүрәтемде эшләй, шунан рәхә-тләнеп- кинәнеп битемә ҡара һибә. Ир булһаң, улайтҡансы тураһын әйт.
Ошо ерҙә Хәйбулланың түҙеме бөттө, йән асыуына туңҡайып әйберҙәрен төйнәп маташҡан бисәһенең артына типте. Уныһы аш бүлмә яғына һөрлөгөп барып ятты ла әсе сәрелдәп ебәрҙе. Ғүмерҙә ҡул күтәрмәгән иренән быныһын көтмәгәйне. Ул кейенде лә илай-илай сығып йүгерҙе.
Был юлы әйберҙәрен тейәргә техника бирмәгәндәрҙер, егеүле ат алып килде. Ҡатыны күсенгән арала Хәйбулла башын баҫып утынлыҡта өҙлөкһөҙ тәмәке быҫ-ҡытты.
Хәйбулла өсөн ҡара көндәр башланды. Бөтә ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәре, ир хәстәре өҫтөнә ауҙы: фермаһына ла йүгерә, өйҙәге малын да ҡарай, икмәген дә былсым-латып йә ҡара көйҙөрөп бешереп алған була, ҡаҡашып киткән күлдәктәрен дә сайыштырып элә. Иң ауыры әсәһенең хәжәттәренә булышыу. Больницанан алып ҡайтҡан махсус тасты әсәһенең осаһы аҫтына тығыу ҡыйын түгел уға, тартыны-уҙан, зәғифлегенән ғәрләнеп илаған әсәһен күреүе ауыр.
Хәҙер һүрәт төшөрмәй Хәйбулла. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баш баҫып эшләй-эшләй ҙә ҡайтыу яғына тәнтерәкләй. Малсылар йортон да онотто, әш-нәләренә лә берекмәй. Гөлзифа ла эшләп йөрөй, һауымға китешләй йә ҡайтыш-лай осраштырғылай, тик бушлыҡҡа ҡарағандай бер-береһен шәйләмәй үтәләр. Гөлзифаның әхирәттәренә эйәреп кәйеф-сафа ҡорорға яратыуы тураһында ла хә-бәрҙе еткерҙеләр еткереүен. Хәйбулланың ни иҫе лә китмәне, хәҙерге ҡатындар ирҙәрҙән былайыраҡ ебәрә. Ул ғынамы, бөгөн ауыл ерендә эсмәгән кеше бармы икән? Тәрбиәле, аңлы халыҡ булып иҫәпләнгән уҡытыусыларҙан башлап тештәре төшөп бөткән ҡарттарына тиклем урамда һөйрәлеп йөрөй.
Хәйбуллаға ла эсергә табыуы күпкә еңелләште. Эш хаҡы бирмәгәстәр совхоз магазинынан кейем-һалым, сәй-шәкәр өләшкән булалар. Нимәгә ул Хәйбуллаға сепрәк-сапраҡ?! Араҡылата ала. Ҡайтып инә лә мейеһен игәгән ауыр уйҙарҙан арынырға теләгәндәй сираттағы араҡыны өҫтәлгә тыпылдата.
Оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте.Ҡояш аҡ юрғанын ябынып иҙерәп йоҡлаған ер өҫтөнә иркә нурҙарын йәлләмәйерәк һибә башланы. Яҙ яҙ инде. Март баштары булыуға ҡарамай ҡыйыҡтарҙан тамған тәүге тамсылар иртә ярмалана башлаған ҡарҙы кө-мөш суҡыштары менән сут та сут суҡырға тотондо. Йылы ел урман-ҡырҙарҙы ур-ап яңы тиртә башлаған бөрөләрҙең әскелтем, ҡарағай тубырсыҡтарындағы им-шегән сайыр еҫтәрен ауыл урамдарына килтереп тултырған. Ала-солаланып урыны менән асылған ерҙәрҙә ирәүәнләп йөрөп ҡара ҡарғалар тибенә. “Ҡарға килһә ҡар китә”, ти халыҡ мәҡәле, тиҙҙән бар тирә-яҡ ҡышҡы юрғанын һалыр һәм миҙгел тулыһы менән үҙ хаҡимлығына күсер.
Иҫерткес, ярһытҡыс яҙ еҫе. Шуғалырмы бер кем дә өйҙә бикләнеп ултырырға те-ләмәй, һәммәһе тышта. Өлкәндәр ирегән ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сарҙы өйөштө-рә, кәртә ҡураға йүнәлгән бәләкәй йырғанаҡтарҙы ситкә бора, ҡыш оҙоно келәт-аҙбар ураталарына тыңҡыслап тултырылған көрттө ситкә ырғыта.Ҡатын-ҡыҙ тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт мәшәкәттәренән әҙгә генә булһа ла арынып ик-ешәре-өсәре бергә йыйылып ауылдың һуңғы яңылыҡтарын бүлешә. Көн йылыт-ҡан һайын яйлап уларҙың һаны ла артасаҡ, малдың ҡырға сығыу, көтөү ҡыуыу мәле етеүгә уларҙың өйкөлөшөүе үҙе бер баҙарға әүереләсәк. Бала-сағаның ҡыҙ-ыҡһыныуы бөтөнләй икенсе юҫыҡта.Ҡағыҙ елкәнле кәмәләрен йөҙҙөрөргә теләп яңы күренә башлаған йырғанаҡтарҙан быуа быуып ҡарайҙар ҙа, ат тояғы ҡәҙәре генә күләүектәргә риза булмайынса, сыр-сыу килеп еүеш ҡарҙы әүәләп Ҡыш ба-бай яһарға керешеп китәләр, йә бер-береһенә ҡар бәрешеп уйнай башлайҙар.
Яҙ байрамы яҡынлашты. Яҡындарына бүләк эҙләп ир-ат магазин юлын тапаған була. Ауыл ерендә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарға бирерлек сәскә, гөлләмә-маҙар табып булмай, шулай ҙа кеҫәләренә яулыҡ йә хушбуй тығып сығалар.
Хәйбулла ла тәмәке алырға тип шунда боролдо һәм магазин ишегенең төбөндә Гөлзифа менән саҡ бәрелешмәне:
- Абайлаңҡырап йөрөһәң ни була?! - Хәйбулла асыуланғандай итте.
- Ә һин байрам менән, тиген.
- Байрам ҡайғыһы юҡ әле.
Һүҙ ялғарға иҫәбе барлығын белдереп Гөлзифа магазин ишеген тыш яҡтан ныҡ-лап этте лә күтәрмә рәшәткәһенә һөйәлде.
- Яҡшымы-яманмы нисәмә йылдар арҡа йылытыштыҡ бер түшәктә, инеп сығ-ыр инең, унда-бында булһа ла, хәлде белеп…
- Минән башҡа ла байрам менән ҡотлаусылар, хәл белешеүселәр етерлектер.
- Теләһәң табырға була, бер яҡ ауыл осонда ирең була тороп, икенсе оста өҫтө-нән йөрөүе генә оят.
- Биғәйбә, тәүфиҡләнгәнһең.
- Һин минең гел насар яғымды ғына күрҙең. Әйткәндәй, Кәрим һине таптыра, ҡасан ҡайтабыҙ, ти.
Һүҙ өҙөлдө. Гөлзифа шулай ҡыйпаңлай биреңкерәп тороуында булды. Хәйбулла кеҫәһе төбөнән таушалып бөткән һуңғы папиросын сығарып тоҡандырҙы. Һурҙы. Быуылып йүтәлләргә тотондо.
- Ҡараусы булмағас, ана, һалҡын да тигеҙгәнһең.
Был юлы ир һүҙҙе әрепләшеүгә борғоһо килмәне. Атлыҡҡан йәштәрен фуфайка еңенә һөрттө лә ҡатынына асыла биреңкерәп ҡараны:
- Һин теге, ни, әллә тағы тулыланып киткәнһең инде?
- Йонсотоусы булмағас… Килеп сыҡ исмаһам, байрам хөрмәтенә. Беҙҙекеләр бөгөн Кәримде алып Байғужалағы апайымдарға китә. Аулаҡ… - Гөлзифа мый-мылдата баҫып тупһанан төшөп китте.
- Әсәй, байрам менән! Бына бәләкәй генә булһа ла, бүләк алдым әле. - Хәй-булла ингәндән лауылдап хәбәрен һөйләргә тотондо. Түш кеҫәһенә һалынған ике яулыҡтың береһен алып түшәккә һалды.
- Рәхмәт улым, урынлы-урынһыҙға сарыфланмаһаңсы. - Шулай ҙа әсәнең һар-ғылт йөҙөнән ҡәнәғәтлек, йылмайыу сатҡылары йүгерҙе.
Хәйбулла, мал-тыуарын ҡараштырып ингәс, ашығып кейенә башланы.
- Егеттәр менән әҙерәк кәрт һуғып алырға һөйләшкәйнек. - Хәйбулланың һүҙ-ҙәре ышанысһыҙ, аҡланырға теләгән һымағыраҡ килеп сыҡты.
- Бар улым, һиңә лә әҙерәк ял кәрәк, миңә генә текәлеп ултырырға тимәгән бит. Тик донъяңды онотоп йөрөмә. - Әсәһенең тауышы хәстәрлекле лә, яғымлы ла. Әйтерһең дә быуынға ултырған иргә түгел, уйнарға атлығып торған шуҡ малайға өндәшә.
- Рәхмәт әсәй, оҙаҡламам… - Хәйбулла үҙ яуабына уңайһыҙланып ҡыҙарынып китте һәм сығыу яғына ашыҡты.
Гөлзифа көтөп, әҙерләнеп торған. Өйҙән аш еҫе килә, үҙе кейенеп-яһанған. Хәй-булла инеүгә кәстрүлдәге итен һоҫто, самауырын шаулатып ебәрҙе, өҫтәлгә «аҡ-баш» сығарып ултыртты.Ҡунаҡ уңайһыҙланған ҡиәфәттә алып килгән бүләген сы-ғарып өҫтәл ситенә һалды. Хужабикә яулыҡты яурынына һала һалды, көҙгө алдында әйләнгеләгәс килеп иренең битенән «әп»итеп алды. Урынһыҙыраҡ килеп сыҡты шикелле, көсөргәнешлек кәмемәне.
Телдәр сиселмәһә лә, табын аҙағында инде икеһенең дә йөҙҙәре алһыуланды, ҡараштар сафланды, ултырған аралары ла һиҙелерлек яҡынайҙы. Оҙаҡ итеп сәй һемерҙеләр. Хәйбулла ябыуын асып мейес ауыҙына тәмәке төтәтергә сүгәләне, ҡыйыуланған ҡарашын ҡатынына ҡаҙаны. Уныһы ла беше кәүҙәһен уйнаҡлатып ҡабаланмай ғына ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Эшен бөтөргәс мендәрҙәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартып урын йәйҙе, ҡабарынҡы ерҙәрен ымһындырғыс тирбәлде-реп өҫтөндәге атлас халатын тартыныуһыҙ һалды ла түшәккә сумды.
- Йә, утты һүндер ҙә ят, нишләп ултыраһың? - Аҡҡош ҡанатындай аҡ, нәфис, тулы ҡулын һоноп эргәһендәге буш урынды һыйпаны, шунан юрған эсен ти-рбәлтеп эске кейемдәренән ҡотолдо. Түшәк эргәһендә ятҡан шул нәмәләрҙән тән-де зымбырлатҡан, кәрҙе ҡуҙғытҡан таныш еҫ килә. Ҡатын-ҡыҙ танһыҡлаған ирҙең башҡаса сыҙап ултырыр әмәле ҡалманы. Арзанлы пинжәгенән, күлдәгенән, һырма салбарынан нисек етте шулай ҡотолғандан һуң арыҡ, кәлберләк кәүҙәһен Гөлзифаға һыйындырҙы.
Ярты төн ауғас ҡатын ләззәтләнеп арыған дымлы яланғас кәүҙәһен иренә һыл-аштырып йыбанып ҡына өндәште:
-Хәйбулла, бер кем дә ҡамасауламағанда ҡайһылай һәйбәт, рәхәт, ә?
Ир өндәшмәне.
- Ҡәйнәм менән килешә алманыҡ шул, бөтә талаштың сәбәпсеһе ул ғына. Ус аяһылай ғына өйҙә аҙым һайын күҙгә төшкән сүп һымаҡ ҡаҙалды ла торҙо.
Яуап юҡ.
- Әйҙә әбейҙе аласыҡҡа күсереп һалайыҡ, ә? Унда мейес тә бар, урындыҡ та. Нигеҙен нығытып стеналарын һылап ағартып ебәрһәң, үҙе бер торлаҡ булырлыҡ.
Ҡәйнәмде ситкә типмәйбеҙ ҙә инде, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Шул турала урамда һеҙҙең эргәләге күрше Фәриғә әбейгә лә әйтеп торҙом әле.
Хәйбулла арҡаһын биреп боролоп ятты.
- Хәйбулла, ә, Хәйбулла… - Гөлзифа көсләп тиерлек иренең йөҙөн үҙенә борҙо, шырт биттәрҙе иркәләне, эҫе тыны менән тәнен бешерҙе. Әле шауҡымы ла сығып бөтмәгән араҡы ҡеүәте, ҡайнар тын, ҡуҙғытҡыс еҫле, йомшаҡ, яланғас тән бөтәһе бергә буталды…
Таң һыҙылыуға ҡайтып ингән Хәйбулла утты ла тоҡандырып тормай сисенә ба-шланы.
- Утты яҡ, балам, мин барыбер йоҡламайым, билем тынғылыҡ бирмәй. Килен-дә булдыңмы, нисек йәшәп яталар?
- Һәйбәт кенә, сәләм әйтеп ҡалдылар.
- Былай килендең сәләмен еткереп торалар… Хәйбулла, эргәмә ултыр әле, һө-йләшеп тә ултырғаныбыҙ юҡ, әйтәһе һүҙҙәрем дә бар.
Хәйбулла тыңлаулы бала һымаҡ башын баҫып әсәһе эргәһенә һаҡты.
Бибиәсмә эргәһенә ҡуйылған ҡалай көрөшкәнән һыу уртлап тамағын сылатты, өҙлөкһөҙ ятыуҙан туҙған сәстәрен ипкә килтерҙе.
- Төнө буйы йоҡлай алмай ятҡас ни башҡа төрлө уйҙар килә. Һалыҡ булдым инде һиңә, йә Хоҙай йәнемде генә алып ҡуймай, этләндергәнсе. - Әсә һыҡтап илап ебәрҙе. Ләкин күҙҙәрҙән йәш сыҡманы, улар аға-аға ҡороғандарҙыр инде.
- Бушты һөйләмә, әсәй. Аяғыңа баҫырһың әле бер килеп.
- Баҫырлыҡтан үткәнмендер инде, сыҡмаған йәнем генә ҡалды. - Ул карауат башына эленгән таҫтамалды алып битен, балауыҙ төҫөнә ингән маңлайын һөрттө, көрөшкәне йәнә ирененә тейгеҙҙе. Берауыҡтан, тынысланғандай иткәс, дауам итте. -Киленде алып ҡайт, Саҡ менән Суҡ һымаҡ улайтып йөрөмәгеҙ. Мин ҡамасау-ламам, аласыҡты ағартып бирегеҙ ҙә шунда ятырмын, тынысыраҡ та булыр…
«Ҡурҡ… Ҡурҡ… Ҡу-у-у-у-ррҡҡ…»
Хәйбулла һиҫкәнеп китте. Һөмһөҙ ҡарт ҡоҙғон аласыҡтың түбәһенә үк осоп ки-леп ҡунған, имеш. Ыҫмала һымаҡ шоморт ҡара, тырпайған ҡауырһындарын туп-аҫ ҡыу томшоғо менән аралап ҡабартты ла былтыҡ тумалаҡ күҙҙәрен зәһәр йыл-тыратып уға төбәлде.
- Көш… Көш… Йөрөйһөң мәйет аңдып… Тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Хәйбулла тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡошҡа атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып тейеп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон ирҙе мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡурҡылданы ла ҡабаланмай ғына осоп китте.
Аласыҡ эсенән ыңғырашыуға тартым өн ишетелгәндәй булды. Хәйбулла ҡабала-нып шул яҡҡа ҡарай атланы. Ингәс ҡараңғылыҡтан күҙе бәйләнеп бер нимә лә
күрмәй ҡулдарын йәйеп туҡтап ҡалды. Ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙ-рә аяҡҡа эләгеп иҙән буйлап тәгәрәне.
- Ипләп ин, балам, ҡараңғыға тиҙ генә өйрәнеп булмай шул. Тороп тор, эргәм-дәге май шәмде ҡабыҙам. Ҡараңғыла ятма, тип Фәриғә әхирәтем килтергән булғ-ан. Оҙаҡ яғыр инең, еҫе яман.
Хәйбулла һәрмәнеп тиерлек килеп урындыҡ ситенә ултырҙы, үҙе аҡланғандай һөйләнгән булды:
- Рауилгә электр үткәрәйек, тип күпме инәлдем. Алдан араҡы һорап тик йөр-өй, хөрәсән.
- Маҙаһыҙланма, миңә китап-гәзит уҡырға түгел.
- Барыбер елкәһенән һөйрәп килтерәм мин уны!
- Кисә көнө буйы инеп тә сыҡманың, исмаһам, - тип әсә улының яуабын да йөпләп тормаҫтан үпкәһен белдерергә ашыҡты, - ә мин көтөп ятам, көтөп ятам…
- Эш инде, эш, шул ферманан ҡайтып инеп булмай.
- Килен ураҡ осоронда мине ашатлап тиерлек йөрөп стенаны ағартып сыҡ-ҡайны, шунан бирле башын да тыҡмай. Әлдә көндөҙ ваҡыт табып Фәриғә әхирәт инеп-сығып йөрөй. Төн оҙон үткәреп кенә булһасы. Йә быҙауҙы, һарыҡ бәрәстәр-ен ошонда япмайһығыҙ, ни тиһәң дә йән эйәләре.
- Эйе шул, бында мал өйө тиһеңме әллә, әйҙә тыныс ҡына ят.
- Тыныс ҡына ятам, ятмай ни хәл итәйем. - Бибиәсмәнең тауышы дерелдәп сы-ҡты.
Ул тағы ла илай ине шикелле. - Балам, бәпесем, донъя хәлен белеп булмай, йыш-ыраҡ хәлемде белеп тор инде. Кәфенлекте, ерләү өсөн башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләгәнмен. Улар өйҙәге ағас һандыҡта… Бер-бер хәл була ҡалһа атайыңдың янына ҡуйырһығыҙ…
- Булмаҫтайҙы хәтергә төшөрөп күңелгә шом һалма әле, әсәй!
- Ә һин шомланма, Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡандарының һәммәһен тейешенсә
ҡабул итеп өйрән. Ерҙә тыуым булғас үлем дә бар бит инде ул. Әҙәм балаһы фанилыҡта мәңге йәшәмәй, теләйме быны әллә юҡмы, бер килеп әхирәткә күсә.
- Йәшәйек әле, әсәй, йәшәйек! Хәҙер ҡайтып мейес тоҡандырам да ит беш-ерергә ҡуям. Рауилгә барып әйтәм, электр үткәрһен. Шунан һурпа алып инермен, рәхәтләнеп эсеп ал…
Хәйбулла башлағанын ослап өлгөрмәне тышта ҡарлыҡҡан, йәнә әсе сәрелдәк йыр тауышы ишетелде.
…Күгәрсен ояла, оялары быяла,
Күгәрсендәр кеүек гөрләп
Йәшәйек был д-о-о-онъя-л-а-а-а…
Зөфәр менән Гөлзифа йырлай ине.
- Балам, бар сыға һал, ана, тегеләрең килде. Йә килен инеп тауыш ҡуптарыр.
- Әсәй, мин инермен, оҙаҡламам, көт.
- Көтөп ятам шул, эргәмдәге шәмде лә һүндермәйем.
Хәйбулла тапанып торҙо ла сығыу яғына йүнәлде. Ул өйгә ингәндә өҫтәлгә ике шешә ҡунаҡлаған, Зөфәр, өҫ кейемен ишек төбөнә өйөп, түргә үтеп ҡайҡайғайны.
Хужаны күреүгә сибек тауышланып ғыжылдап та ебәрҙе:
- Икебеҙҙең дә малдарҙы ҡарап ҡайтып киленә әле. Юлда Гөлзифа осраны, баш шаңҡығанын әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Һинең әй, бисә шәп, эсһәң башыңды төҙәтеү хәстәрлеген күрә, минең убыр ише мыжыҡ түгел!
Түрбаш яғында мыштырҙаған Гөлзифаның күңеленә маҡтау май булып яғылды күрәһең, көн дә дауайлап, әрләп иренең өй йомоштарын эшләүҙе талап иткән ҡа-тын, еңелсә шелтәләүҙе генә кәрәкле һананы:
- Кәрим мәктәпкә киттеме? Исмаһам, мейес яғып аш ултыртһаңсы, өҫтәлдә ҡабыр ризыҡ ҡалмаған, йә икмәге йомшаҡ түгел. Мин ни почта бүлексәһендә аҡсаға сиратҡа тороп ярты ғүмеремде үткәрҙем. - Ләкин ниндәй аҡсаға икәнлеген сит кеше барҙа сурытып тороуҙы кәрәкле тапманы. - Ҡайтышлай магазинға боро-лдом, юғиһә ах та ух килеп көнө буйы ята торғанһың.
Шулай ҙа эҙләнеп йөрөп ҡатҡан икмәк һыныҡтарын табып өҫтәлгә ҡуйҙы, һуған ҡырҡты, соландан унан-бынан тырнап ашалған бер тәрилкә һары май индерҙе.
- Һо-о-о-о, бындай хан һыйы барҙа башҡа бер нәмәң дә кәрәкмәй. - Ҡасып-боҫоп ризыҡһыҙ эсергә ғәҙәтләнгән Зөфәргә ҡуйылғаны ла баштан ашҡайны. Өҫтәлдәге араҡыларға ҡағылырға ҡыйманы, әҙәплелек күрһәтеп Хәйбуллаға өндә-ште. - Йә, ҡорҙаш, ҡой әле, һый һинеке, юғиһә ҡорһаҡта Баныу ҡарсыҡтың артаған балы даулаша, баҫайыҡ шуны.
Хәйбулла килтерелгән һауыттарға араҡы ҡойҙо, ингәндән бер һүҙ ҙә сыҡмаған ҡымтыҡ ирендәрен яҙып өлөшөн ауыҙына түңкәрҙе. Сытырайҙы, ләкин тәғәм еймәне, ҡарашын ситкә борҙо. Күренеп тора, үҙе бында ултырһа ла уйҙары ситтә ине уның. Ләкин бер аҙҙан таш ятҡандай ауыр ашҡаҙанын йылы семетте, кикереп ебәрҙе, томанлы ҡараштары сафланды, йөрәген көйҙөрөп ятҡан юшҡын ирегән-дәй итте.
Зөфәр икенсегә ҡойолғанды эсергә ашыҡманы, йәшкәҙәк күҙҙәрен майлан-дырып Гөлзифаға ҡараны, күңелендә ҡайнашҡан хистәрен тәртипкә килтереп, белгән яғымлы һүҙҙәрен көскә бәйләп тост әйтте:
- Быны мин…теге ни… Гөлзифа өсөн йотам. Ошондай, абышҡаларын риза итеп йәшәрлек бисәләр күберәк булһын донъяла… Ызнамы шулай, шуны ҡеүәтләп тотайыҡ ошо нәмәне…
- Һырпаланма, йәме, минең үҙ айғырым үҙемә еткән. - Гөлзифа һаһылдап ебәрҙе.
Ире эргәһенә шылып ултырҙы, уның муйынынан ҡосаҡлап яурынына башын те-рәне.
«Ниңә насар йәшәмәй ҙә һуң Хәйбулла, өйө, мал-тыуары бар, ҡатыны янында… Ә ул юҡ-барға көйәләнеп йөрөгән була, әсәһе ҡазаланғас ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай… Әсәһе хаҡлы, ҡартайғас бөтәбеҙ ҙә шунда юлланаб-ыҙ…» Хәйбулланың араҡы менән томаланған мейеһен өҙөк-йыртыҡ уйҙар йыбырлатты, ләкин улар айыҡ саҡтағылай үткер ҙә, әрнеткес тә түгелдәр ине.
Оҙаҡ ултырҙылар. Өҫтәлдәге ризыҡ башҡа ҡабыр нәмә булмағас бик үтемле кит-те, ҡаты-ҡотолар ҙа ашалып бөттө, тәрилкәнең ситендәге керҙәренә тиклем ҡыр-ып ҡабып ҡуйҙылар.
Икенсе шешәне төпләүгә әле айнып та етмәгән Зөфәр бөтөнләй бәлйерәп төштө, тоноҡ күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдо. Ул ялбыр башын услап өҫтәл ситенә терһәкләнде, көнгә ярылған ҡутырлы ирендәре ситенән ялтыр шайыҡ һыҙылып сыҡты ла түбәнгә һарыҡты. Ҡунаҡ бер аҙҙан һиҫкәнгәндәй итте, мәғәнәһеҙ ҡара-шын түшәмгә терәп йыр башланы:
Эсеп ебәр һалғанын да
Һорама ҡайҙан алғанын.
Һораһаң ҡайҙан алғанын,
Магазиндан алғаным…
- Етте! Ошо эскелек йыры теңкәгә тейеп бөттө, башҡа йыр бөткәнме әллә? -Ошоғаса шымтайыңҡырап ултырған Хәйбулла аяғүрә баҫты. Уға ла йөгө еткәйне. -Кисә радионан өр-яңы йыр ишеттем. Нисегерәк әле…- Ул йырҙың көйөн, һүҙҙә-рен хәтеренә төшөрөргә теләгәндәй йоҙроҡлап сикәләрен ҡыҫты. - Ә бына былай. - Ул сыбыҡланған майлы сәстәрен бармаҡтарына аралап тарап алды, өҫкө төй-мәләре төшкәнлектән шалбайған иҙеүен төҙәтештерҙе лә артистарса ҡоласын йәйеп йырлап ебәрҙе:
Сорнап ҡына алды һары һағыш
Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш…
Ҡарлыҡҡан, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан көслө тауышта моң әҫәре булмаһа ла, әйтелмәгән һағыш сатҡыларын тойомларға мөмкин булыр ине. Йыр ауыр осоп ҡойто өй эсенән ураны ла сығыр ер тапмай тәҙрәләргә барып бәрлегеп уның быялаларын зыңлатты.
Йырсыны тыңлаусы булманы. Зөфәрҙең башы өҫтәлгә бөтөнләй терәлде. Гөлзифа урындыҡҡа барып тарбайып салҡан ятты. Өкәлтәктәге быҙау баҡырырға тотондо. Хәйбулланың да күҙ алдары ҡараңғыланды, ул, тигеҙлеген юғалтҡандай сайҡалып торғандан һуң бисәһе эргәһенә барып тәгәрәне.
Был мәлдә күптән эңер төшкәйне. Һәүетемсә тыныс ҡына башланған көн төштән һуңға ҡырҡа боҙолдо ла китте. Күҙ бәйләнеүгә дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Тотош ауыл ҡара ҡойон эсендә ҡалды. Әсе ел йыландай борғаланып туң ер өҫтө-нән унда-бында күсеп йөрөп тотанаҡһыҙ боҙло бөртөктәргә әүерелгән ваҡ ҡыр-сынташтарҙы ҡыуаланы, туҙан-ҡомдо асманға ашырып елгәрҙе, юлында осраған бесән, һалам өйөмдәрен йолҡҡолап туҙҙырҙы, ҡалай-ҡыйыҡтарҙы ҡайырып ырғытырға теләп хәтәр даңғырҙатты, мөрйәләргә инеп илай-һыҡтай сеңләне. Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ятҡан, етлеккән ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ тотоп ғазаплана ине.
Аласыҡтағы көндөҙ үк ҡабыҙылған май шәм ирей барып, бармаҡ башындай ғына булып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ елпелдәп дөм ҡараңғыла янды ла янды…
Фото: интернет.
Читайте нас: