Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2019, 02:00

Һорауың бар икән – шылтырат, яҙ!

1 июндән “Эко-Сити” төбәк операторы МТС һәм Мегафон абоненттары өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” номерҙары булдырҙы.

1 июндән “Эко-Сити” төбәк операторы МТС һәм Мегафон абоненттары өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” номерҙары булдырҙы.
Хәҙер компанияның коллүҙәгенә түбәндәге һандар буйынса шылтыратырға мөмкин:
8-989-959-49-00 (МТС);
8-937-497-49-00 (Мегафон);
8-965-939-49-00 (Билайн);
8-347-298-04-90 (ҡаланыҡы);
8-800-700-49-00 (бөтәһе өсөн дә түләүһеҙ).
Хөрмәтле абоненттар! “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән эш итеү өсөн” хеҙмәтен түләүгә квитанция алғанда ошоларға иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ:
1. Түләү документы төҙөлгәндә иҫәптәге айҙың һуңғы календарь көнөнә тиклем башҡарылған түләүҙәр иҫәпкә алына.
2. Абоненттарҙан төбәк операторына килгән яңы мәғлүмәттәр киләһе айҙа иҫәпкә алынасаҡ.
Әгәр ҙә квитанцияла түләүсе хаҡында йәки йортта йәшәүселәр иҫәбе буйынса хаталы мәғлүмәт бар икән, уларҙы төҙәтеү өсөн мәғлүмәттәрҙе иҫбатлаусы документтар юллауығыҙҙы һорайбыҙ. Быны түбәндәге юлдар менән эшләп була:
Яҡындағы “ЭСКБ” ЯСЙ офисы белгестәренә;
электрон почта аша - abonent-fl@ roecocity.ru;
whatsapp - 8-965-939-49-00 йәки 8-903-311-04-90.
Олеся АРАМЕЛЕВА,


«Эко-Сити» ТО матбуғат секретары.


Фото: интернет.

Читайте нас: