Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 02:00

"Еңеүҙән һуң" (повесть)

“Танкистар” һәм “самауырҙар”
Мәжлес ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Иҫке тальянка хужаһы ыңғайына яҙылып өлгөрә алманы. Уның сыңрау моңон күмәк тауыштар, һыҙғырыуҙар, иҙәнгә йән көскә һуғылған ағас аяҡтар һәм арба тәгәрәстәре таҡ-тоғо күмеп китте. Был гөрһөлдәүҙәрҙән өҫтәл ишараты ла “бейей” башланы. Уның өҫтөндәге ҡырлы стакандар һикереште, бер-береһенә бәрелешеп сайпылышты, ҡолап түгелде. Иҫерешкән ирҙәрҙең һәр кеме үҙенсә ҡысҡырҙы:
-- Э-эх, Марусся!!
-- Һа-а-ай! Итегеңде туҙҙырма!
-- Полюби ты девица, удалого молодца!
-- Их! ... заяға уҙҙырма! Эх-ма! Малатса!
-- Даввай! Наливай!
-- Һай-һай-һай-һай!!
Көслө ҡулдар тос йоҙроҡтары, киң устары менән әлеге бысраҡ иҙәнгә дөпөлдә һуғып мәжлескә дәрт өҫтәне. Шул ғәйрәтле беләктәр ағас ҡулайлама өҫтөнә ултыртылған тоҡос кәүҙәләрҙе арбаһы-нийе менән өйөрөлтөп алып йөрөнө. Һыңар аяҡтарында һикрәнләгән, ҡыҙып китеп ҡултыҡ таяҡтарын атып бәреп төшөп киткәндәре иҙәндәге был тоҡостарға эләгеп ҡолап та китте. Унан һикереп торҙо ла аҡһай-туҡһай тағы ялпылданы. Ялбыр ҡаштар аҫтындағы ҡара, һоро, зәңгәр, күҙҙәр атакаға күтәрелгәндәгеләй зәһәр ялтыраны. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан эйәктәр юғары күтәрелде. Миҙалдар сыңланы. Уларҙың ҡайһылары ысҡынып та осто. Мәжлес ҡыҙыуҙан үтеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс, дәшһәтле ҡотороуға әйләнде.
Тап шул ваҡыт сөй келәлә генә эләктерелгән ишек бәреп асылды ла, күҙ йомоп асҡан арала бүлмәгә йүгерешеп ҡораллы һалдаттар инеп тулды. Алдан өйрәтелгән тәртип менән улар мәжлестекеләргә ҡаршы теҙелешеп тороп, ҡоралдарын төҙәнеләр. Шашып бейеүселәр тынысланып та өлгөрмәне, һалдаттарҙың артынса милиция майоры үтеп баҫты ла, телмәр тотто:
-- Иптәш фронтовиктар! Совет иле һеҙҙең киләсәк тормошто ҡайғыртыу сәбәпле, йортһоҙ-ерһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған ғәриптәрҙе махсус дауалау йорттарына урынлаштыра! Бөгөн төндә һеҙ барығыҙ ҙа поезға ултыртылып оҙатылырға тейеш! Йыйынығыҙ!
Иҫеректәр бер аҙ телһеҙ ҡала биреп торҙолар ҙа, барыһы бергә геүләргә кереште:
-- Ниндәй дауалау йорто тағы?!
-- Ә нисек дауалайһың һин мине? Аяҡтар тегеп ҡуяһыңмы?
-- Бер ҡайҙа ла бармайым! Мин ошо ер өсөн һуғышҡан! Һин, молокосос, имсәк имгәндә, мин ут эсендә булдым!
Милиционер ҡулын күтәреп тынлыҡ талап итте:
-- Иптәштәр! Һүҙ көрәштереү урынһыҙ! Берешәрләп сыға башлайбыҙ!
Бындай хәбәр ярһып алған халыҡҡа етә ҡалды:
-- Һин нимә, гражданин начальник, беҙҙе ҡулға алаһыңмы?
-- Кем ул һин улай һөйләшергә?
Ағас аяҡлы бер алпауыт таяҡтарын юғалтып, һикерә-һикерә яҡынлаша ла башланы:
-- Һин мине, фронтовикты, ҡурҡытмаҡсы итәһеңме?! Мин, беләһеңме, ҡурҡытып маташҡан фашистың муйынын нисек итеп бороп ырғыттым...
Киҙәнеп ынтылған еренән һыңар аяғы ишелеп ҡолап та китте үҙе. Уның даһыр-доһор барып төшөүе һәм әсе итеп һүгенеп ебәреүе башҡаларына сигнал һымаҡ булды. Иҫерек фронтовиктар, дөрөҫөрәге фронтовиктарҙан ҡалған өлөштәр – ҡулдан эшләнгән ағас арбасыҡтарҙағы ярты кәүҙәләр, һыңар ҡуллы, һыңар аяҡлылар һәм хатта бер һуҡыр, һалдаттарға ҡаршы алышҡа ташланды. Бүлмә эсе даһыр-доһор тауыштарға һәм ирҙәр ауыҙынан сыға алған иң әшәке, әҙәпһеҙ әр-битәргә күмелде. Тик оҙаҡ барманы был бәрелеш. Күпмелер ваҡыттан ҡаршы тороусылар баҫтырылып, ҡулдары шаҡарылып, һөйрәтелеп, ҡайһылары баштарына тоҡ кейҙереп күтәрелгән килеш бер-бер артлы алып сығыла ла башланы. Бындай эште беренсе тапҡыр һәм тәүге урында ғына башҡармаған һалдаттарҙың тоҡтары ла, бәйләү өсөн ептәре лә бар ине. Улар был бисараларҙы шулай һөйрәткеләп алып сығып, подъезд төбөнә үк ҡуйылған грузовикка тейәне. Тегеләре хәлдәренән килгәнсә ҡарышты, тулап ҡыртлашты, әммә көстәр тигеҙ түгел ине. Ярым-йорто әҙәмдәр нисек кенә ярһыу булғанда ла, һау-сәләмәт йәштәргә ҡаршы көс була алманы. Берәй сәғәттән арбаһы тотошлайы брезент менән көпләнгән һәм ҡораллы һаҡ ҡуйылған машина төнгө ҡала буйлап вокзалға табан елдерә ине инде.
Ә вокзалда иһә мәшхәр! Ошондай уҡ әллә нисә йөк машинаһынан әллә күпме ғәриптәрҙе һөйрәп төшөрәләр, аҡырышып, ҡысҡырышып поезд вагондарына табан өҫтөрәйҙәр. Күптәре беҙ белгән ҡунаҡ булыусылар кеүек үк иҫерек булып янъял ҡуптара. Кемдәрелер тауыш-тынһыҙ ғына тәгәрмәстәрендә тәгәрәй, аҡһаҡлап бара, ҡайһыларын ҡултыҡлап, етәкләп алып киләләр. Һалдаттар бер йөктәрен индереп ҡуялар ҙа, икенселәре артынан йүгереп китәләр. Әйтерһең ҡайҙалыр һуғыш бара ла, улар яралыларҙы ташый. Шундай ҡыу-ҡыйғы менән вагондарҙы тултырҙылар. Аҡ халатлы санитарҙар оҙатыуында инеп урынлашҡан “самауырҙар” ҙа етәрлек ине. Самауырҙар улар аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булған ҡоро кәүҙәләр. Бары зарлы күҙҙәрен мөлдөрәтеп башҡаларҙың ҡаңғырышҡанын күҙәтеп кенә ултыра алыусылар. “Танкистар” бер-береһенә ярҙам итеп, көслө ҡулдары менән иптәштәрен тартып алып, вагондарға үрмәләй, һәндерәләргә менеп ултыра. “Танкистар”ы – аяҡһыҙҙар. Ҡулдары менән ерҙән этенеп, арбаларында йөрөгән ғәриптәр. Уларҙы халыҡ шулай атаған. Былары шуға күнгән.
Тейәлешеү тамамланғас, “танкистар” һәм “самауырҙар”, сатан-сулаҡтар, һуҡыр-һаңғырауҙар, иҫһеҙ-хәтерһеҙҙәр, контузиялылар менән шығырым тултырылған поезд, ауыр ыңғырашып-уфылдап, ҡуҙғалып китте. Оло бәлә, аһ-зар, ҡот осҡос фажиғә тейәп. Ҡайғы-хәсрәт, бәхетһеҙлек, сараһыҙлыҡ тейәп. Асыу, үпкә, күҙ йәштәре тейәп...
1949-ҙың апрель айы ине был. Бөйөк Еңеүҙең дүртенсе яҙын ҡаршылаған йыл.
Немец илбаҫарҙары сигенә башлағандан һәм үҙебеҙҙең ерҙәр азат ителә барғандан алып Советтар Союзының ҙур ҡалалары ғәрип фронтовиктар менән тула башланы. Улар урамдарҙа, вокзалдарҙа, ашханалар янында хәйер һорашып торҙо. Улар эсеп аунап ятты. Улар төрлө енәйәт эштәре ҡылды. Улар ҡаланың төҫөн, йөҙөн боҙҙо. Боҙмаҫлыҡ та түгел ине, һуғыш ил буйынса 27 миллион ғүмерҙе алып китеүҙән тыш, тере ҡалғандарҙан 46 миллион 250-нән ашыу халыҡ төрлөсә ҡазаланып ҡайтҡайны. Шуларҙың 775-е башына, 155-е күҙенә, 3 миллионы ҡулына яраланған. Миллиондан ашыуы ике ҡулһыҙ, 54 меңе тома һуҡыр. “Самауырҙар” менән “танкистар” бер-береһенә иш булып, береһе аяҡтар, береһе ҡулдар ролен башҡарып ҡушарлап йөрөй. Күптәре ғаиләһеҙ, йорт-ерһеҙ ҡалған. Ҡайһылары ҡайҙан булыуын да хәтерләмәй. Кемдәрелер был хәлдә яҡындарына йөк булырға теләмәй ошолай ҡала урамдарында, вокзалдарҙа көн итеүгә тороп ҡалған. Был халыҡ аяҡ-ҡуллы, һау-сәләмәт йәмғиәттән ситләшеп, үҙҙәренең донъяһын төҙөп алған. Буш фатирҙарға оялаған, шундай урындарҙа күмәкләп йыйылып китәләр, осрашалар, күрешәләр, хәл белешәләр. Һәм, әлбиттә, уларҙың күңелдәре китек. Уларҙың йөрәктәре яралы. Уларҙың йәндәре ауырыу. Улар быны эске менән баҫырға теләй. Улар был ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмай үстәрен бер-береһенә төшөрөп үҙ-ара һуғыша. Улар йәмғиәттең, тыныс совет тормошоноң кәрәкмәгән өлөшөнә әйләнгән. Улар хәҙер инде үҙҙәре килтергән еңеүҙе лә, советтарҙы ла, был донъяны ла һүгә.
1949 йыл Сталиндың 70 йәшлек юбилейын ҡаршылау алдынан, уға бүләк яһау йөҙөнән ил етәкселеге эшләй алмаған, ҡараусыһыҙ, ғаиләһеҙ булған ғәрип фронтовиктарҙы үҙ теләктәре менән һәм мәжбүри рәүештә махсус лагерҙарға – дауалау, аҫрау урындарына ебәрә. Был саралар СССР Министрҙар Советы һәм СССР Юғары Советы Президиумының “Хәйерселек һәм йәмғиәткә ҡаршы булған элементтар менән көрәшеү” тигән ҡарары нигеҙендә ойошторола. Облавалар ҙур ҡалаларҙа бер-нисә төн эсендә бара һәм тотолғандар поезд-поезд итеп оҙатыла. Еңеүҙең биш йыллыҡ тантаналы байрамына ҡала урамдары ғәриптәрҙән азат ителеп, таҙартылып, иркенәйеп ҡала. Хәҙер инде совет халҡының, ҡунаҡтарҙың күҙен сөйәлләгән, ауыр хәтирәләр уятҡан, хәйерселек, бөлгөнлөк билгеһе булған алам-һалам кейемле, шау миҙаллы сатан-сулаҡ фронтовиктар аҙым һайын юл ҡыйып ҡулын һуҙып тормай. Эш һорап ишектәрҙе ҡаҡмай. Йәшәр мөйөш, пособие дауламай. Бында ҡалғандарына ла оҙатыусыһыҙ урамға сығыу тыйыла. Яңғыҙ йөрөгәндәрҙе лә шундай уҡ яҙмыш көтә. Хәҙер улар юҡ – һиллек, тынлыҡ, бөтөн ерҙә байрам төҫө.
Арыуы ла, иҫереүе лә етеп вагон бәүелтеүенә ойоп киткәндән көн яҡтырыуға ғына уянды Рамаҙан. Уянды ла ҡайҙалығын аңлай алмай ятты. Рельстарҙың туҡылдауы яйлап иҫенә килтерҙе. Уларҙы төндә вагонға тейәгәйнеләр бит! Өйрәнелгәнсә ҡулдарына таянып һикереп килеп торҙо. Беренсе күргәне – тәҙрә аръяғында йәлпелдәп йүгергән тәбиғәтте күҙәтеп моңайып килгән Василий булды. Уныһы иптәшен ишетмәгән-күрмәгәндәй эйәгенә таянып ултырҙы ла ултырҙы. Ахырҙа ынтылып төрттө Рамаҙан:
-- Вася, ҡайҙа барабыҙ беҙ?
Ерән сәсле ир башын борҙо:
-- Валаам утрауына тиҙәр.
-- Вал- Валлаам? Ҡайҙа ул?
-- Карелия яғында, Ладожское күле эргәһендә, ти.
-- Унда нимә? Лагермы икән? Беҙ әсирҙәрме әллә, Вася?
Дуҫы ауыр һуланы:
-- Поездағы санитарҙар әйтеүенсә, элекке монастырҙы фронтовиктар өсөн махсус дауахана иткәндәр. Унда беҙҙе дауалаясаҡтар тиҙәр...
Рамаҙан ҡыҙа башланы:
-- Минең нимәмде дауаларға? Һинең нимәңде дауалап була? Өҙөлгән аяҡтарҙы ҡайҙан табып ҡуймаҡсылар?
Вася күнгәнме, тыныс ине:
-- Хәҙер шаулауҙан ни фәтеүә? Һуғышта үлмәгәнде, моғайын инде лә үлмәҫбеҙ. Беҙ түҙмәгән нимә бар, Ромка?..
Ярһыу егет Рамаҙан-Ромка ян-яғына ҡаранып һорау алырҙай, йоҙроҡ төйнәп әрләп асыуын сығарырҙай берәйһен эҙләне лә, тапмай кире тапчанға ҡоланы һәм әсенеп ике ҡуллап башын ҡыҫты:
-- Э-эх! Кисә шул бер шешәне төпләргә лә ҡайтып китергә кәрәк булған беҙгә, Вася! Дядя Коляның өгөтләүенә бирелеп ултырҙыҡ бит, иҫерелгән дә онотолған.
-- Бөгөн алмаһалар иртәгә алырҙар ине барыбер. Урамға сыҡмай ята алмаҫ инек. Күрәһең бит, күпме кешене йыйғандар, әле һин йоҡлағанда башҡа ерҙәрҙән дә тейәнеләр. Так что, киткән баш киткән, дуҫ...
Рамаҙан менән Василий ҡырҡ дүртенсе йыл Мәскәү аҫтындағы бер ҡала госпиталендә танышты. Операциянан һуң иҫенә килеп аяҡтарын таптырып даулаған Рамаҙанды бында инде ярты йылдай ятҡан Василий башта ситтән күҙәтте. Йоҙроҡ төйнәп боларған, был халәтенә күнергә теләмәгән ҡарасман егеткә санитаркалар яҡын да бара алманы. Василий ахырҙа уның янына үрмәләп менә лә, түшәккә ҡуша ҡыҫып, укол һалдырта башланы. Ҡыҙҙар ике тоҡос кәүҙәнең көрмәкләшкәнен йөрәктәре һыҙлап күҙәтеп тора. Яңыраҡ ҡырҡылғанының, әлбиттә, күпкә бармай, хәле бөтә һәм медсестралар уның теш ҡыҫып ыңғырашыуы, олоу-сыйнауы аҫтында ашығып урауын алмаштыралар, яраларын йыуалар. Медиктар киткәс Василий егеттең янында ҡалып ултыра бирә. Үҙенсә йыуатҡан була:
-- Һин, дуҫ, улай ҡаршылашма. Ни хәтлем тиҙерәк күнәһең, шулай үҙеңә яҡшыраҡ буласаҡ. Күпме генә тулаһаң да, аяҡтар үҫмәй бит. Мин бына һигеҙ ай ошо хәлдәмен. Ҡалайтаһың – яҙмыш...
Ҡарасман күҙ ситтәре буйлап ҡойолған йәштәренән оялып, ҡарашын ситкә бора.
-- Исемең кем?
-- Ра... маҙан...
-- Раз... Рома инде беҙҙеңсә, Роман.
-- Мин Василий Егорович. Вася тиергә лә була.
Тегеһенә барыбер, унда исем ҡайғыһы юҡ.
-- Ҡайһы яҡтыҡы һин? Ниндәй милләт балаһы?
-- Башҡор-тостандан, - Рамаҙанға һөйләшеү ауыр бирелә, яңы ғына ҡуҙғатылған аҫҡы өлөшө мейеһенә үтеп һыҙлай.
-- Нисә көн үҙеңсә ҡысҡыраһың шул. Аңлаған әҙәм юҡ.
-- Ы-ыһ... Ҡарале... пистолет таба алмайһыңмы?
Вася яурындарын һикертә:
-- Пистолет? Нимәгә?
-- Һис юғы бысаҡ табып бир әле?! Былайтып ятыр хәл юҡ...
Вася өҙә һуҡмай, теше-тешкә теймәй шаҡылдаған, ауыртыныуҙан йөҙө ҡыйшайып ҡатҡан һалдатҡа ҡарай биреп ултыра ла, шыуып төшөп, ҡулдарында һикерә-һикерә сығып юғала. Күп тә үтмәй тешенә быяла шешә эләктереп кире килеп инә.
-- Мә, дуҫ, ошоно аҙыраҡ уртла әле. Врачтың үҙенән алдым.
Ауыҙына алып киленгән шешә морононан спирт еҫе бөркөлдө. Нимә икәнлеген аңлаһа ла һораны:
-- Нимә ул?
-- Әжәл дарыуы.
Рамаҙан хәленән килгәнсә башын ҡалҡытып ике-өс уртланы ла, сытырайып йотоп ебәрҙе. Тамағын яндырып төшөп киткән утлы һыу нисә көн аҙыҡ төшмәгән ашҡаҙанын өтөп алды. Тәненең имен ерҙәрен рәхәт кенә йылылыҡ солғаны. Ошо еңеллекте ебәрмәҫкә ҡабаланып тағы уртланы егет, унан тағы ауыҙын һондо. Өсөнсөнән һуң шешәне алып ҡуйҙы иптәше:
-- Етәр, яраларың асылып китер.
Эсеп алғас һыҙланыуы ла баҫылғандай булды, асығыуы иҫенә төштө, бер аҙ икмәк сәйнәне, йылы сәй эсте. Вася уға кәрәк нәмәләрҙе алып биреп, алып һалып, фронт яңылыҡтарын һөйләп, һаман эргәһендә ураланды.
Ошонан ары оҙайлы һәм ғазаплы биш ай буйына бер палатала ғүмер кисерҙе ирҙәр. Рамаҙан утыҙ туғыҙынсы йыл армияға алынғандан һуғышҡа инеп, инде фашистарҙы өңөнә табан ҡыуып барғанда минаға баҫып күккә осҡандан тере ҡалып ошо көйгә ҡалған, егерме дүрте яңы тулып үткән егет. Василий Егорович иһә ҡатыны менән ике балаһын ҡалдырып яуға алынған да, ҡырҡ икелә үк ғаиләһен немецтар ҡырып, ауылын яндырып киткәндән, үҙе танк эсендә янып аяҡтарын ҡырҡтырғандан, ҡайтыр урыны ла, һыйыныр туғаны ла булмаған, утыҙҙы аша атлаған ир-уҙаман. Ололата сабырыраҡ та, холҡо ла тыныс, ыңғай кеше ул. Минуты менән тоҡанып дөрләп бара торған Рамаҙандың ҡапма-ҡаршыһы. Әммә икеһенең ике төрлө фиғелдә булыуы уларға дуҫлашып китеүгә ҡамасауламаны, киреһенсә, бер-береһен тулыландырғандай инеләр. Икеһенә бер хәсрәт тә,
бер ҡайғы.
-- Ромка, туғанҡайым, әйҙә ауылыңа хәбәр итәйек. Һинең бит яҡындарың, көткән кешеләрең бар, - тип өгөтләне ураған һайын Рамаҙанды Вася. Тик егет яҡын да килмәне:
-- Бындай хәлдә унда ҡайтып күренәһем юҡ!
-- Әсәйең бар, апайҙарың. Мәхрүм итмә уларҙы...
-- Мин был хәлдә әсәйемә бары тик имгәк кенә буласаҡмын. Ул ҡарт кеше, хәҙер мине ҡараһынмы? Күҙ көйөгө булып ятайыммы? Былай, исмаһам, үлгән – бөткән.
-- Их-х, булғандың ҡәҙерен аңламайһың, туған. Минеке кеүек бала-сағаң, ата-әсәң туҙҙырылып бөткән булһа...
-- Һиңә лә шулай яҡшыраҡ түгелме ни? Ҡатыныңа һин ошолай кәрәк булыр инеңме, ә? Күнәйек тиһең бит үҙең, шулай булғас дөрөҫлөктө лә ҡабул итәйек, Вася: беҙ был көйө берәүгә лә хәжәт түгел!
Бөйөк Еңеүҙе лә шул госпиталдә ҡаршыланы улар. Үҙҙәре кеүек ярым-йортолар менән “Ура” ҡысҡырып, спирт сәкәштереп, йырлашып-илашып. Шунда оҫталар арба әтмәләп бирҙе. Йөрөргә, арбала хәрәкәт итергә өйрәттеләр. Дауаланыу тамаланғас, баш һуҡҡан яҡҡа юлланыусылар төркөмөндә Вася менән сығып киттеләр ҙә, әллә ни төр ер-һыу гиҙеп йөрөп, Сочи ҡалаһына килеп туҡталдылар. Был яҡ йылыраҡ та, туғыраҡ та ине. Эҙләнә торғас баш терәрлек бер бүлмә табып, береһе итек ямаусы, икенсеһе сумаҙандар йүнәтеүсе булып урынлашып, йәшәп киттеләр. Аяҡтары булмағас, ҡулдары бығаса белмәгән һөнәрҙәрҙе лә өйрәнде ирҙәрҙең. Ул ҡулдар кәрәктә аяҡ та, таяҡ та булды. Ул ҡулдар ашатты ла, эсерҙе лә, яҙылмаған яҙмыштарҙы кистерҙе лә.
Ҡалала сатан-сулаҡ та, “самауырҙар” ҙа, “танкистар” ҙа етәрлек булып сыҡты. Тора-бара улар үҙҙәре кеүек башҡаларҙы ла белә, таный, йыйылышып ала, эсеп ҡаңғырыша ла торған булып киттеләр. Рамаҙан менән Вася һымаҡ эшләгән, ризыҡты хеҙмәт итеп тапҡандарҙан тыш бында хәйер-саҙаҡа менән көн күргәндәр ҙә аҙ булманы. Һатып, урлатып бөтөүҙән ҡалған миҙалдарын тағып, алам-һалам кейемдә урам саттарын, вокзал-ашхана тирәләрен ҡыҙырыуҙы кәсеп итеп алған һәм шулайтып дүртәр-бишәр йыл ғүмер һөргәндәр ҙә байтаҡ ине.
Шул касафатлы кистә дуҫтарҙы аралашып йөрөгән дядя Колялары, һыңар аяҡлы ҡарт фронтовик фатирына ҡунаҡҡа саҡырғайны. Бабайға нисә йәш тула булғандыр инде, уныһы мөһим дә түгел, ә унда бүлмә тултырып әллә ниҙә бер күрешә торған таныштар йыйылыуы ҡәҙерле ине. Эстеләр. Тост артынан тост күтәрҙеләр. Еңеү өсөн. Ятып ҡалған дуҫтар өсөн. Яндырылған ерҙәр өсөн. Һөйөлмәгән йәрҙәр өсөн... Василийҙың немецтар ҡулынан һәләк булған Катяһы, Яковтың Ленинград блокадаһында туңып үлгән Маргаритаһы, дядя Коляның бомба аҫтында ҡалған Женяһы, Славаның ғәрип иренән баш тартҡан Аннушкаһы, Рамаҙандың уның ҡайҙалығын да белмәгән Зәлифәһе өсөн ҡабат-ҡабат сәкәштеләр. Араҡыны танауҙары, ҡуңыр сикәләре буйлап ағып төшкән йәштәренә ҡушып ғолҡолдатып эстеләр ҙә, ҡара икмәк еҫкәнеләр. Унан йырлаштылар. Унан бейергә төштөләр. Унан һуң булған хәлдәрҙең ахыры бына әлеге поезда бәүелешеп китеп барыуға килеп ялғана.
Валаам
Утрауға пароходта килеп төштөләр. Унан тағы ла йөк машиналарына тейәлеп яр буйлап арыуыҡ ара барҙылар ҙа, ылауҙары текә ярға үрмәләп менеп, ярым емерек таш ҡоймалар менән уратылған ҡоролмалар эргәһенә килеп етеүгә ҡапҡаларҙы асып ҡаршы алдылар. Ҡораллы һаҡ, оҙатҡандағы кеүек һалдаттар отряды, ах халатлы санитарҙар төркөм-төркөм булып һәр машинаны ҡабул итте. Күтәреп, йөкмәп, носилкаға һалып, ҡултыҡлап ғәриптәрҙе эскә ташыу башланды.
Рамаҙан кеүек “танкист”ар бер-береһен төшөрөштө, ярҙамдан баш тарттылар. Кемдең арбаһы ҡуша килгән шулар арбаларына менеп ҡунаҡланы, кемдәрҙеке киткәндәге ыҙғыш йә башҡа сәбәптәр арҡаһында юғалып ҡалған, улары ярым кәүҙәләрен ҡулдарында һикерәнләтеп алып китте. Һалҡын ҡараңғы коридорҙар буйлап йөрөтә торғас, бер-бер артлы бүлмә ишектәре асылып яҡты төштө һәм килеүселәр бүленешеп тороп ҡала башланы. Рамаҙан менән Василий таныштары менән бер бүлмәгә урынлашырға тырышты. Бүлмә тигәндәре лә егермеләп карауат теҙелгән тәпәш түбәле, бәләкәй тәҙрәле ҡотһоҙ казарма ине. Урыҫтың христиан тарихнамәһе буйынса, борон-борон заманда, христиан динен таратып йөрөүсе апостол Андрей Первозданный Евангелиеһын һөйләй-һөйләй Төньяҡҡа табан юл ала. Днепр һәм Волхов йылғаларын үткәс, Христос шәкерте Нево күле буйына барып сығып, Валаам тауҙары үренә таш тәре яһап ҡаҙап китә. Был хәлдән һуң туғыҙ йөҙ йылдар үткәс, Көнсығыш илдәрҙән килгән Сергий һәм Герман исемле изгеләр ошо ерҙә монахтар ойошмаһы төҙөй. Монахтар әлеге монастырҙы күтәрә лә, күрәһең. Һәр хәлдә, христиан тарихында был ҡоролмалар X –XI быуатта уҡ монастырь булараҡ телгә алына. Ә инде уның ысынбарлыҡ тарихы XIV быуаттан башлана. “Валаам монастыре хаҡында һүҙ” тигән яҙмаларҙа уның нигеҙе 1407 йылда ҡорола, тиелә. Ул заманда был архипелагта алты йөҙҙән ашыу монах йәшәй һәм утрауҙы уңышлы ерҙәрҙең береһе итеп тота. Әммә күрше шведтарҙың туҡтауһыҙ һөжүм итеүенән һәм яу менән килеүенән яйлап был утрау ярлыланып, монастырҙар бушап ҡала. Артабанғы быуаттарҙа ағастан төҙөлгән ҡоролмалар янып көлгә лә оса, ниндәйҙер батшалар тарафынан ҡабаттан тергеҙелә, храмдары күтәрелеп ултыртыла. Бер быуын Санкт-Петербург митрополиттары ҡулында ла була, ҡайһылыр йылдарҙа Финляндия епархияһына ла инә. 1940 йылда был ташландыҡ биналарҙа финдарҙың боцмандар һәм юнгалар мәктәбе асылып эшләп ала. 1944 йылдан финдар утрауҙы ташлап киткәс, монастырь залдарында ниндәйҙер завод хужалыҡтары ла, хәрби ҡоралдар склады ла урынлашып тора. Һәм, уҡыусыларыма мәғлүм булыуынса, 1949 йылда уның тәүге йәшәүселәре булып үрҙә телгә алынған геройҙарыбыҙ килә.
Төндә өшөп уянды Рамаҙан. Шинель туҡымаһынан тегелгән бер ҡат одеял ғына арыҡ йылы тотмай ине. Аҫтағы һалам матрац та йоҡарып, урыны-урыны менән ҡаҡланып ҡалған. Еҫе лә ай-һай үҙенең, кемдәрҙең генә нәжес-ярауы һеңмәгәндер, күрәһең...
Бәләкәс тәҙрәләрҙән һарҡып төшөп, оло бүлмәгә юлаҡ-юлаҡ яҡтылыҡ йүгерткән ай нуры аҫтында ике тиҫтәләгән ир-егет хырылдап йоҡлай, ара-тирә һаташып һүгенгән, ыңғырашҡан, төшөндә һөйләшеп ятҡандары ла бар.
Шунда ла һәр береһе тоҡос кәүҙәләрен бала биләгән кеүек итеп ҡытыршы одеялға ураған. Гөбөргәйелдәй булып баштарын эскә тыҡҡандар.
Күмәк хырлау хорын тыңлап эсе бошоп ята Рамаҙандың. Эсе боша тип кенә әйтеү аҙҙыр. Үлтереп түше яна уның, ялҡыны үңәсе буйлап өҫкә күтәрелә лә, уфтанғанда тамаҡ төбөнән аһына ҡушылып сыға кеүек. Был тороштан ҡотолоп та, онотолоп та булмағандай. Илағыһы килә. Тик элеккеләй һулҡылдап, түгелеп илай ҙа алмай хәҙер. Йәштәре лә сыҡмай хатта. Әммә ҡалайтыптыр эстәге яныуҙан ҡотолғо, бер аҙ булһа ла баҫып торор сара тапҡы килә. Асырғаныуҙан битен устары менән ҡаплап, һулҡылдап ята торғас, теленә бер йырҙың һүҙҙәре килде:
Йөрәккәйем баҫылғандай,
Күңелдәрем асылғандай,
Бер ултырып йырлаһам...
Мәжлес йыры был. Әсә-атаһының, ул үҫкәндәге ололарҙың табын йыры. Урындыҡта теҙелеп ултырған ҡунаҡтар, һитә балынан хисләнеп, ҡурай моңонан илһамланып йыр башлап ебәрәләр ине. Атаһы ла моңло ине бит, уны ҡат-ҡат һорап йырлаталар ине. Рамаҙандың үҙенең дә тауышы һәпте юҡ. Бала сағында апайҙары тәм-томға алдаштырып йырлатты, унан үҫә бара оялып ризалашмаҫ булды. Яңғыҙ-ярпы урман-тау араһында ҡысҡырып йыр һуҙып ебәрә торғайны, атаһынан ишеткәндәрҙе уныңса урын-еренә еткереп башҡара алыуын да самаланы, тик кеше араһында ауыҙын асманы. Мәктәптә уҡығанында ла моңон самалаған уҡытыусылар, аҙаҡ йәштәр күпме генә өгөтләмәһен, йырламаны Рамаҙан. Уның өсөн йыр ул артыҡ күңелеңде асып һалыу, яттарҙы эсеңә индереү кеүек тойолдо. Йырҙағы һүҙҙәр уның әйткәндәре, хистәр уның тойғолары кеүек булып күренәлер кеүек булды. Һәм бөтөн был күренеш уны йомшаҡ, яҡлауһыҙ итә һымаҡ ине.
Әле уның йырлағыһы килде. Бөгөн йырҙарҙағы бөтөн әйтелгән-һөйләнгәндәр ҙә уның хәлен еңеләйтә алырҙай, торошон сағылдырғандай һымаҡ.
Егет башта эстән генә йырланы. Унан шыбырлап ятты. Ахырҙа быға ғына ҡәнәғәт була алмай, япмаһын һыпыра ташлап асып атты ла, һикереп төшөп, сығып китте. Шыңғырлап торған яҙғы таң һауаһы һалҡынын да, ҡулына уралған былтырғы ҡыу үлән үрмәүестәрен дә тойманы, күгәреп күренеп ятҡан һыуға ҡараған текә яр битенә тиклем ашығып һикерәнләп барҙы. Унан диңгеҙҙәй булып йәйелгән зәңгәр бушлыҡҡа төбәлеп тора торғас, аҡрын ғына йырлап ебәрҙе:
Иртән дә томан, кистә лә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡapapһың, йәнем, мин булмам.
Иҫенә төшкән, хәтерләгән йырҙарының барыһын да һуҙҙы, дауам итә алмаһа икенсеһенә күсеп китте, ҡайһы урындарын һүҙҙәрен белмәгәнлектән мөңрәп үткәрҙе, әммә туҡталманы, йырланы ла йырланы.
Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы
Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе.
Уйландырып ҡалмай, моңландыра,
Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе...
Яҡтырғансы, медчасть урынлашҡан яҡтан санитарҙар сығып йөрөй башлағансы ултырҙы яр башында Рамаҙан. Артыҡ көсәнмәй генә сығарған моңо аҫҡа – күл өҫтөнә йәйелеп тарала торҙо. Ә утрауҙы тотошлайы менән уратып, күҙ ҡарауы араларҙа ла сиге күренмәй тулҡынып ятҡан күл, бәлки, бындай моңдо ла тәүге тапҡыр ишеткәндер әле? Бәлки, тап уның кеүек булып ултырғандар аҙ булмағандыр ҙа был ярҙа – кем белә? Һәр хәлдә һыуға күңелен бушатты Рамаҙан, әллә ниндәй еңеллек, рәхәтлек тойоп ҡалғандай булды.
Төн үткәргән биналарында тағы шау-шыу ҡупҡан. Санитарҙар бүлмәләр буйлап халыҡты уятып үтә, йыуыныу һәм ашау урындарына ҡайҙа барырға икәнде аңлата. Коридорҙа йыуынырға барырға теләмәгәндәр санитарҙар менән әрепләшә. Шулай ҙа битен йыуғаны-йыумағаны ла йорттоң аш еҫе килгән яғына ҡарай ҡыбырлай. Бейек түбәле оло залға буйҙан-буйға ултыртылған өҫтәлдәрҙең ике яғынан эскәмйәләр теҙелгән дә, аш-һыу йүнәткән яҡҡа был өҫтәлдәрҙең береһе арҡыры ҡуйылған ине. Шуның артында дәү бактары аша саҡ күренеп өс-дүрт ашнаҡсы тора. Залға баштарын тығып, ни барын аңғарған ир-ат ашығып килеп сиратҡа баҫа, этешә-төртөшә, ҡыҙыуыраҡтары айҡаша ла башланы. Ашнаҡсыларҙың тәртип талап итеү ҡысҡырыуы ла, өгөтләп маташыуы ла файҙаһыҙ. Ҡалай булғанда ла тимер сеүәтәләргә өйөлгән бутҡа менән икмәктәрен алып китә, ҡайҙалыр ҡунаҡлап ашай торҙолар. Ниһайәт, сират таралып бөтөп, һауала тимер ҡалаҡтар тыҡылдауы ғына аҫылынып ҡалғас, ашханаға хәрби кейемдәге һәм ах халаттағы бер төркөм инеп баҫты.
-- Хәйерле иртә, иптәш фронтовиктар! – тип һүҙ башланы уларҙың урта йәштәрҙәгеһе. Уға унан-бынан “Хәйерле”, “Здравия желаем”, “Здорово, гражданин начальник” тигән яуаптар килеп етте.
-- Нисек төн уҙғарҙығыҙ? Барығыҙға ла урындар еттеме? Өшөмәнегеҙме?– тип хәстәрле тонда төпсөндө һаман хәрби. Тик был һорауҙарына яуап биреүсе табылманы. Ғәриптәр уға һынаулы ҡарап төбәлеп ҡалғандар ине.
-- Ярай, улайһа... Мин Игнатьев Федор Васильевич булам, Советтар Союзы капитаны һәм ошо пансионаттың директоры. Ә был, - тип эргәһендәге сал сәсле оло иргә табан боролдо, - Самоцветкин Тарас Саламонович, пансионаттың баш табибы һәм минең урынбаҫарым. Уның йәнәшәһендәге баш медсестра Нина Харитоновна, быныһы...
Баҫып торғандарҙың күптәре ҡатын-ҡыҙҙар ине. Кеме ашхана хужаһы, кеме хужалыҡ етәксеһе, ҡайһыһылар нимәләрҙелер ойоштороусы булып сыҡты. Тик тыңлап ултырыусыларға былар һис кенә лә мөһим дә, кәрәкле лә түгел. Шулай ҙа тамағы туя барған халыҡ тыныс ҡына тыңланы ла, директор һүҙен “һорауҙар бармы” тип тамамлағас, геүләшеп алды. Тик уларҙың был баҙарын тағы ла хәрбинең бойороҡло өндәүе баҫты:
-- Отставить! Ҡул күтәреп, сиратлап һорайбыҙ!
Әллә нисә кеше бер юлы ҡулын һуҙҙы. Игнатьев уларға баш ҡаҡты. Күптәрен бер үк һорау борсой ине:
-- Ни өсөн беҙ бында?
-- Беҙҙе нимә көтә?
-- Нимәгә мине бында көсләп алып килделәр?
-- Аңлашылды, - тип башланы яуабын хәрби. Унан яурындарын турайта биреп, тауышын көрәйтә төштө. – Совет иле ғәрип фронтовиктарын ҡарау өсөн ил буйынса ошондай бер-нисә пансионат асты. Бында һеҙҙе ашатасаҡтар һәм ҡараясаҡтар...
-- Беҙ үҙебеҙҙе ашата инек!
-- Мин эшләп йөрөнөм!
-- Кем һораған һеҙҙән был пансионатты?!
-- Иптәштәр! – капитан бындай ҡаршылыҡ булыуын яҡшы белгән һәм бер ҡарыш та сигенергә теләмәй, киреһенсә һөжүмгә күсә, -- Совет фронтовиктары эсеп-туҙып йәки йорт-ерһеҙ урамда йәшәргә тейеш түгел! Һеҙ тыуған ил өсөн ҡан ҡойған ир-егеттәр! Һеҙҙе илебеҙ ташламай! Шулай булырға тейеш! Ил үҙенең батырҙарын онотмай.
Был хәбәрҙән тыңлаусылар бер аҙ уйға ҡалды. Унан тағы һорауҙар яуҙы:
-- Ә нишләп көсләп алып киттеләр?
-- Мин былай ҙа насар йәшәмәй инем!
-- Бында бит туңып үлергә була!
-- Иптәш фронтовиктар! – аҡ халатлы оло ир ҡулдарын күтәрә төшөп алғараҡ атланы, халыҡ тағы тынып ҡалды. – Мин хәрби хирург, һуғыштың башынан аҙағына тиклем госпиталдән сыҡмаған табип. Һеҙҙең кеүек яралылар минең ҡулдан күп үтте. Бәлки, кемегеҙгәлер операция ла яһағанмындыр әле. Һеҙҙең хәлде мин яҡшы аңлайым.
Фронтовиктар табипҡа ниндәйҙер эске хөрмәт менән ҡарайҙар һәм уны бүлдерергә ҡыймайҙар ине.
-- Һеҙҙең бөгөн күптәрегеҙ ҡарауһыҙ. Медицина ярҙамы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күптәрегеҙҙә гангрена! Күптәрегеҙгә ҡабаттан операция кәрәк! Бындай хәлдә һеҙ оҙаҡ йөрөй аласаҡһығыҙмы?
Баштар эйелде, ҡараштар түбән төштө, устар йоҙороҡҡа төйнәлде.
-- Ярай, бында ашарға килеүселәр хәрәкәт итә ала. Ә әлеге ваҡыт палаталарҙа ҡалғандар: һуҡырҙар, аяҡ-ҡулһыҙҙар һәм башҡалар, улар кемдән ярҙам көтә ала? Был пансионат ғәрип фронтовиктарға ярҙам йөҙөнән асылды! Беҙ һеҙгә дошман түгел! Әммә тәртиптәр ҡаты буласаҡ!Эсеү, һуғышыу тыйыла! Санитарҙар ҡушҡанды һис ҡарышыуһыҙ үтәргә!
-- Ә бынан китергә... буламы?
-- Юҡ! – ошо тәңгәлдән хәбәрҙе капитан ялғаны. – Пансионат утрауҙа урынлашҡан, дүрт тарафта ла оло күл һыуы. Ҡайҙалыр йөҙөп китеү мөмкин түгел. Һәм онотмағыҙ, табип ҡулы аҫтында хәрби һаҡ бар. Тәртипкә буйһонмаусыларға яза ла буласаҡ. Хәҙер ашағандан һуң палаталар буйлап комиссия үтә, исемлектәр төҙөлә...
Начальник нимә генә тип ҡурҡытһа ла, тәүге көндәр генә түгел, әле аҙна тигәндә лә ҡуйылған талаптарҙы үтәргә теләмәй, буйһонмай ҡаршылашыусылар, ҡолас ташлап һуғышыусылар, ҡасырға теләп сығып олағыусылар булып торҙо. Уларҙы йә өҫтөрәп индереп урынына һелтәнелә
аһа подвалдағы ҡараңғы бүлмәгә бикләп тотоп алдылар. Хеҙмәтләндереү командаһына ҡаршы ғына түгел, үҙ ара ла эләгеште фронтовиктар. Берәүгә берәүҙең ҡарашы оҡшаманы, берәү икенсеһенең һүҙен күтәрмәне, йәнәш йәшәргә, ултырып ашарға теләмәне. Ашханала өҫтәл-эскәмйәләрҙе ауҙарып, төркөмдәргә бүленешеп, бысаҡҡа бысаҡ килеп тә бәрелештеләр. Унан, язаһын алып, көндәр буйына бәйле килеш ас яттылар. Подвалда бикле ултырҙылар. Был “тәрбиә” төрҙәре уларҙы йыуашайта, баҫалҡыраҡ, һағыраҡ итә төштө. Шулай аҙмы-күпме тәртип урынлаша төштө пансионатта.
9 май
Утрауҙы ер менән бәйләгән берҙән бер пароход айына бер килеп әйләнә. Аҙыҡ-түлек, почта, медикаменттар алып килә. Медпесронал һәм башҡа хеҙмәтләндереүселәр, һаҡсылар алмашына. Утрауҙа ҡайҙалыр урман эсендә бер-ике утар бар тиҙәр, шуның йәшәүселәрҙең дә тышҡы донъя менән берҙән-бер бәйләнеше, күрәһең, ошо пароход.
Ай самаһы йәшәп ташлағандар, күрәһең, бер көн күл өҫтөндә пароход пәйҙә булды ла, утрау менән тәңгәлләшкәс, һуҙып-һуҙып гудок бирҙе. Тап был мәл пансионатта йыйыштырыу, елләтеү һәм ятҡан ғәриптәрҙе тышта йөрөтөп алыу саралары үткәрелеп ята ине. Санитарҙар йөрөй алғандарҙы ҡыуып тигәндәй сығарып, казарма тәҙрәләрен шарран асып, түшәк-юрғандарын карауат баштарына элеп ташлағайны. “Самауырҙарҙы” алып йөрөтөү өсөн аранан бер оҫта яр буйҙарын ҡыҙырып үҫкән нәҙек ҡамыштарҙан кәрзин “оялар” үрә башланы ла, әле ул мәхлүктәрҙе шул кәрзин һаптарынан ағасҡа йә ҡоймаға элеп китәләр ине. Торалар тегеләр бәүелешеп. Яҙғы ҡояшҡа биттәрен ҡуйып, йәшәүҙәренең ошо халәтенән дә рәхәтлек таба белеүҙәреме, әллә барынан ваз кисеп, күрмәҫкә теләп күҙҙәрен йомоуҙарымы?..
Пароход гудогынан барыһының башы бер юлы күл яғына боролдо. Кәрзиндәрҙәгеләр ҙә ҡыбырлашты. Ашхана бинаһынан ашнаҡсылар, казармаларҙан санитарҙар йүгерешеп сыҡты.
-- О-о! Пароход!
-- Ниһайәт, пароход!
-- Аҙыҡ килә, аҙыҡ!
-- Утрауҙа бикләп астан интектерәләр, сволочтар! Был хаҡта иптәш Сталинға яҙырға кәрәк! – папирос төтәтеп ултырған бр төркөм араһынан сыҡҡан әр ҙә ҡушылды был ауаздарға.
-- Бөгөн туя ашап ятабыҙ икән.
-- Фронтовиктарҙы лагерҙа тоталар! Мин Мәскәү вокзалында туғыраҡ йәшәй инем, ы-ых, автомат ҡына юҡ...
Серый ҡушаматлы Сергей тигән әҙәм тәмләп-тәмләп төтөн һура ла, һәр саҡ эргәһендә өйкөлөшкән әшнәләренә тағы ла оҙаҡ итеп нимәләрҙер һөйләп ултырҙы. Һаман шул һуғышҡа тиклемге “батырлыҡтары” тураһындалыр инде, тип уйланы уларҙы ситтән күҙәткән Рамаҙан. Аңлауҙарынса, Серый һуғышҡа тиклем атаҡлы бур булған, маҡтаныуы дөрөҫ булһа, Мәскәү милицияһы уны йылдар буйына эләктерә алмай йонсоған. Ул иһә эҙләүселәрҙең танау төбөнән үтеп китеп, ун минутта тотош фатирҙарҙы
“таҙалап” сығып юғала алған. Әле бала сағынан уҡ төрмәләрҙең һәр төрлөһөн үтеп бөткән дә, һуғышҡа штрафбат сафтарында барып ингән. Унда ла үҙе теләп, ҡат-ҡат һорап яҙып киткән. Бындағы ғауғаларҙа ла ул эре генә: “ Беҙ – штрафбаттар, һеҙгә миналы юлдарҙы таҙалап бирҙек! Беҙ алғы рәттә ҡырылдыҡ!” тип күкрәк кирә. Уның хаҡлы икәнлеген дә белә Рамаҙан. Бындағыларҙың барыһы ла белә инде, берәү ҙә “юҡ, улай булманы” тип әйтә алмай. Сөнки, штрафбаттарҙың ниндәй маҡсат менән яуға ҡыуылғаны хәҙер инде береһенә лә сер түгел. Шулай ҙа уның һаман төрмәләге тәртиптәр урынлаштырып маташыуын өнәп етмәй егет. Казармаһында ла хан булып алған, үҙенә оҡшамағандарҙы тәүге аҙнала уҡ ҡыуып сығарып, йомошон үтәп ярағандарҙы ғына ҡалдырҙы. Ашханала ла түр башынан урын алды. Хатта санитарҙар ҙа унан һағая биргәндәй. Бары тик баш табип Тарас Саламонович, бындағы ҡушаматы буйынса “доктор Саламон” менән пансионат начальнигы Федор Васильевичтың ғына артыҡ иҫтәре китмәй. Улар уны ла бары тик һыңар ботло ғәрип фронтовик, яҙмышына үпкәле бәхетһеҙ әҙәм балаһы итеп ҡабул итә.
Оҡшатмай ғына түгел Серыйҙы, уның шайкаһы менән эләгешеп тә өлгөрҙө инде Рамаҙан. Ашханала ашнаҡсы ҡатындан өҫтәлмә икмәк таптырып, икмәк ала алмағас, ҡатынға ҡултыҡ таяғы менән киҙәнгәнендә, уның артынан килеп торған егет таяғын эләктереп алғайны. Серый һау аяғына терәлә биреп, икенсе таяғын да һелтәне лә, аҫтағы уныһын да тотоп тартҡас, бер аяҡта ғына тигеҙле һаҡлау алмай, шатыр-шотор ҡолап киткәйне. Был хәлдән ашап ултырыусылар ҙа, сиратта тороусылар ҙа шымып ҡалды. Һағайышып нимә булырын көттөләр.
Рамаҙан таяҡтарҙы тырмашып тороп маташыусыға ырғытты:
-- Һин нимә ашнаҡсыға бәйләнәһең? Ҡайҙан алһын ул һиңә булмаған икмәкте?
-- Ах, һин, сссу...! Кемгә ҡул күтәрәһең әле?! – тип йәһәтләп ҡалҡынып, егеткә килә лә башланы тегеһе. Рамаҙан да ҡулдарын алға һуҙып һөжүм ҡабул итергә әҙерләнде.
-- Бөтәһенә лә норма менән бирелгән икмәк нишләп һиңә өҫтәлмә булырға тейеш?
-- Һин, фраер, минең кем икәнде белеп етмәйһең, ахыры...
-- Етәрегеҙ! Етәр һиңә, Сергей! Ҡайҙа һаҡсылар?! – тип сарылданы ашнаҡсы ҡатын, тик уның тауышын башҡа шау-шыу күмде. Рамаҙандың йәнәшенә халыҡты йыра-йыра килеп Вася торҙо, тағы ла өс-дүрт казармалашы артына баҫты. Серыйҙың да шайкаһы йыйыла һалды. Тик бәрелеш башланып өлгөрмәне, һаҡсылар пәйҙә булып, айырып ебәрҙеләр.
-- Осрашырбыҙ әле, герой, - тип бармаҡ янап китте Серый.
Бүлмәләренә ҡайтҡас Вася уны ҡыҙҙырып та маташты:
-- Эт менән эт булаһың, былай барһа көн дә һуғышырға тура киләсәк. Һиңә шундай тормош кәрәкме ни, Ромка?
-- Түгел, әммә мин ҡарап тороп берәүҙе лә ҡыйырһыттыра алмайым. Күрмәнеңме ни ҡатындың ҡалай ҡурҡҡанын?
-- Серый юрамал ойоштора ошондайҙы. Үҙенең хакимлығын күрһәтеү өсөн.
-- Ниндәй хакимлыҡ? Мин әллә шул шайканан ҡурҡып торор тиһеңме? Әллә һин ҡурҡаһыңмы, Вася?
-- Юҡ, ҡурҡмайым. Мин инде хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, Ромка. Бөгөн кәрәкһә, бөгөн үлә алам. Бары йәшәрен йәшәгәс, аҡылһыҙ булырға ла ярамай.
Уның был һүҙҙәренән ҡабаттан ҡыҙып барған Рамаҙан да яҙылды. Уны яҡлашырға тип йәнәшәһенә килеп баҫҡан дуҫын тағы ла нимәләрҙер тип ғәйепләү тороу урынһыҙ ҙа ине.
Пароход үтеп китеп күп тә торманы, пансионат урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа йөк машиналары үрмәләп менде. Талғын ғына сайҡалып килеүҙәренән уларҙың ауыр тейәлгәне күренеп тора. Өс машина бер-бер артлы ҡапҡа эсенә үтеп, ашхана тәңгәлендә туҡтаны. Кабиналарҙан һалдат формаһындағы водителдәр ҙә, берәр ҡораллы һаҡ сыҡты. Уларҙы бындағы хеҙмәтләндереү командаһы ҡаршы алып, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ эскә ташылды. Был күренеште тамшанып күҙәткән ғәриптәрҙең дә кәйефе күтәрелде. Улар үҙ-ара шаярышып һөйләште, көр тауыш менән хахылдап көлөштө. Халыҡ бер ниндәй командаһыҙ ҙа эскә эркелде. Хәлдәренән килгәндәр санитарҙарға ярҙамлашып йөрөй алмағандарҙы эскә ташышты. Рамаҙан менән Вася ла үҙ казармаһындағыларҙы ике яҡлап кәрзиндәренең ҡолаҡтарынан ике тотоп алып китте. “Танкистар” бер үҙҙәре һикереп, бер “самауырҙы” һикертеп йөрөп иптәштәрен урынлаштырышты шулай.
Киске ашты саҡ көтөп алды егеттәр. Һуңғы көндәрҙә аҙыҡ ныҡ наҡыҫайып, өйрәгә лә берәр телем икмәккә генә ҡалғайнылар. Асҡаҡһып, һурылып киттеләр. Шунлыҡтан алдарындағы ҡуйы бутҡаны ла, ҡалындан өсәр телем ҡара икмәкте лә ләззәтләнеп ашанылар. Унан шәкәрле ҡаты сәй күпме теләйһең шулай бирелде. Папирос та таратылғайны, күптәр сығып төтәтеп инде лә, ҡабаттан сәй шөрпөлдәтте. Был теремеклектең тағы ла бер сәбәбе бар: иртәгә 9 май! Еңеү байрамы хөрмәтенә мәжлес яһаласаҡ, хатта артист та килгән, тигән хәбәр йүкә телефон аша барыһының да ҡолағына һуғылып үткәйне инде. Ашхана ябылғас та әле йоҡларға ашыҡмай тышҡа эркелде халыҡ. Яҙғы йылы кистең йомшаҡ һауаһын еҫкәп, әллә ниндәй хәтирәләренә бирелеп, үҙ-ара гәпләшеп ултыра бирҙеләр.
-- Урра! Еңеү! Еңеү көнө!
“Самауыр” Антоша күҙҙәрен асыу менән шулай һөрәнләне. Үҙе былар мине ишетәме тигәндәй муйынын һуҙып ян-яғына баҡты. Ҙур зәңгәр күҙҙәрендәге балаларса ҡыуаныс уның был аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ағас киҫәге һымаҡ булып ҡалған кәүҙәһенән ҙур бер бәпәй яһай ине. Һәм бындай “бәпәйҙәр” ошо казармала ғына ла алтау. Уларҙы йөрөй алыусылар ҡарашһын һәм йомош-фәләненә ярҙамлашһын өсөн ошолай аралаштырып һалғандар. Антоша шуларҙың иң йәше. Ул 1945 йылда ғына ун һигеҙе тулып һуғышҡа алына ла, март-апрель айҙарында Берлинды алғандағы яуҙарҙа ғәрип булып ҡала. Берлинды штурмлау асылда уның кеүек меңләгән һалдатты аяҡ-ҡулһыҙ итә. Сөнки Жуков танкыларҙы атаканың икенсе өлөшөнә һаҡлап ҡалдырырға теләп, миналы ҡырҙарға, ҡала урамдарына беренсе итеп пехотаны ебәрә.
Миналар өҫтөндә ҡыҙған табала атылған борсаҡ шикелле булып өҙгөләнеп сәселеп бөтә һалдаттар. Иҫән ҡалғандары ла “самауыр” ҙа “танкис” хәлендә генә. Был хаҡта, әлбиттә, Антоша ла, уның кеүек башҡалар ҙа белмәй. Тарихта күпкә алға китеп әйткәндә, был хаҡта иптәш Жуков Американың хәрби башлығы Эйзенхауэрга һөйләй һәм американлы әлеге “хәрби тактиканы” ҡот осҡос хәл булараҡ көндәлегендә яҙып ҡалдыра.
-- Эйе, Еңеү, Антоша туғанҡайым, Еңеү... – Василий күптән уянған, хатта йыуынып та ингән, күрәһең, килеп Антошаны торғоҙоп ултыртты. Карауат аҫтынынан шешә алып егетте кесе ярау иттерҙе, тас менән һыу килтереп битен сайҙырҙы. Унан сумаҙанынан гимнастеркаһын сығарып ҡаҡҡыланы ла, еңдәрен эскә тығып, керле майкаһы өҫтөнән кейҙереп ҡуйҙы.
-- Бына бит, егет булдың!
Ҡул-аяғы үҫеп сыҡҡандай булып ҡыуанып ултыра егетең.
-- Ҡана, Василий Егорович, көҙгө бирегеҙ әле?
Ҙур булмаған түңәрәк көҙгөнө егеттең битенә лә, миҙаллы түшенә генә терәне иптәше. Унда май ҡояшы кеүек нурлы йөҙлө, зәңгәр сатҡылар сәскән шаян ҡарашлы һөлөктәй йәш кеше йылмая ине. Был күренештән тағы ла илһамлана төштө Антоша һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
-- Эх, Василий Егорович, ҡыҙҙар ғына юҡ!
Уның был хәбәренән шулай уҡ тороп, кейенеп-яһанып маташҡандар ҙа көлдө. Әсенеү, һыҙалыуҙарын еңеп, ғорурлыҡтарын баҫып, үҙ хәлдәренән үҙҙәре көлә алды улар.
Рамаҙан ҡайтып ингәндә казармала әлеге дәррәү көлөү тора ине. Көндәгесә яр башындағы концертын тамамлап, күңелен бушатып инеп килгән егет был шатлыҡтың сәбәбен белмәһә лә, бығаса бер ҙә сырайҙары яҙылмаған иптәштәренең дә һығылып шарҡылдағанынан ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Иртәнге аш ваҡытында артыҡ үҙгәрештәр булмаһа ла, һәр береһе эсендә ниндәйҙер тантана йөрөтөүе һиҙелеп тора ине. Төшкө ашты иһә пансионат ихатаһында, ер өҫтөндә ашаттылар. Һәр кем үҙ казармаһы менән өйөкөм-өйөкөм булып ултырҙы. Аҫтарына одеялдарын алып сығып түшәнеләр, ашъяулыҡ урынына кем нимә таба шуны йәйҙе лә, лагерь начальнигының, унан баш табиптың ҡотлауҙарын тыңлап, йөҙәр грамм күтәрҙеләр. Байрам табынына бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡушылғайны. Бигерәк тә медсестра, ашнаҡсы, санитарка ҡатын-ҡыҙҙар йәм өҫтәне. Аҙаҡ телдәр асылды, ҡалаҡтар шаҡылданы, уйын-көлкө китте. Артист саҡырылған тигәндәре генә бушы булып сыҡты, әммә аныһына артыҡ мохтажлыҡ та булманы. Сөнки самаһына етеүгә ҡарап һәр төркөм йыр башланы ла, аҙаҡ барыһы ла күтәреп алып, билдәле булған бөтөн хәрби йырҙарҙы башҡарып сыҡтылар. Моңлораҡтар халыҡ йырҙарын да һуҙҙы, башҡалары әҫәрләнеп тыңлап ултырҙы. Унан ҡул сабып тағы һоранылар. Тағы йырлаттылар...
Байрам табыны үтте лә, ауыҙҙарына бер эләккән ир-егеттәргә был ғына аҙ булды. Ҡайһылар темеҫкенешеп йөрөй, санитарҙарҙан спирт һорап ҡаңғырта башланы. Шул ваҡыт Серый казармаһынан берәү бүлмәләр буйлап йөрөп шыпырт ҡына хәбәр таратып сыҡты: уларҙа самогон һатыла, имеш. Һәм,
ысынлап, барғандар ул бүлмәнән аҡ шыйыҡса тултырылған эсемлек алып сыға башланы. Хаҡына кемдең нимәһе бар шуны бирҙе. Кемдер аҡсаға, кемдер миҙалға, йылы кейемгә, хатта ябынып ятҡан одеялына алмаштырып алғандар ҙа булды. Рамаҙандарҙың бүлмәләштәрендә лә күренде шешәләр.
-- Ҡайҙан алған икән самогонды Серый? – Рамаҙандың быға башы етмәй, Васянан һорап ҡуйҙы.
-- Утарға барып йөрөйҙәр, ти, бит. Унда самогон һатҡан ҡатын йәшәй икән. Шуның тауарын осора инде бында ла.
-- Лагерҙан ситкә сығып булмай тиҙәр ҙә инде. Улар нисек сыға һуң?
-- Тимәк, юлдарын тапҡандар. Йәки һаҡ, йәки берәй санитар менән әшнәләштеләр, күрәһең.
-- Дәә... былай булһа мәшхәр ҡубасаҡ...
Һәм кискә ысынлап мәшхәр ҡупты ла. Халыҡ тотоп алғыһыҙға, аңлатып тыйғыһыҙға, ҡурҡытып баҫтырғыһыҙға әйләнде. Казармаларҙа әле ҡубып һуғыштылар ҙа, әле ҡосаҡлашып үбештеләр. Берәүҙәр ҡайтырға булып ҡапҡаларҙы штурмланы. Ундағы һаҡсылар аяҡ аҫтына атып ҡына ҡыуып ебәрә алды. Ниндәйҙер аңлатмалар талап итеп медчастың, начальник йәшәгән яҡтын ишеген туҡманылар, тик асыусы булманы. Рамаҙан менән Василий һәм тағы ла бер-нисә айныҡ ҡалғандарға ҡатын-ҡыҙ персонал торған яҡты ҡарап торорға ҡушылғайны. Ишектәре ныҡ, эстә ҡораллы һаҡсылары бар, шулай ҙа башын юғалтҡан иҫеректәрҙең нимә уйлап сығарырын белеп булмай. Егеттәр алмаш-тилмәш шул яҡта йөрөп әйләнде, яҡынлаусыларҙы йә ҡыуып ебәрҙе, йә икенсе хәбәргә әүрәтеп алып китте. Төнө буйы шулайтып берәүҙәре эсеп йөрөп, берәүҙәре күҙ-ҡолаҡ булып йөрөп таң аттырҙы. Яҡтырыуға, инде шешәләр бушап иҙән буйлап тәгәрәп йөрөй башлағас, кеме ҡайҙа ауған-ҡолаған ерҙәрҙә ҡырылышып йоҡлап бөттөләр. Ғәрип ветерандар пансионатындағы тәүге 9 май байрамы шулай үтте.
Ҡыҙҙар
Утрауға пароход килгән һайын нисәлер яңы ғәрип алып килеүҙәре, бындағыларын ниндәйҙер сәбәптәр менән алып китеүҙәре артыҡ яңылыҡ түгел ине. Ә бына йәй уртаһында провизия тейәп ингән көплө машиналарҙың берәүһен асып ебәргәс, йөктәрҙе ҡаршы алып өйрәнгән фронтовиктарҙың ауыҙҙары асылып китте – кузов тулы ҡатын-ҡыҙ ине. Һаҡсылар, медперсонал уларға төшөргә ярҙамлашты. Бына ҡатын-ҡыҙ тоҡ-төйөнсөктәре, сумаҙандары менән төшөп бөтөп, өйөкөлөшөп шымып ҡалды. Хәҙер инде урамға сығып баҫҡан ир-егет ғәриптәр уларға тексәйеп ҡалды. Үҙҙәренең ғәриплеге нисек булһа ла, ә бына ҡатын-ҡыҙҙың ғәриплеген, бигерәк тә йәп-йәш ҡыҙҙарҙың сатан-сулаҡ булып ҡалыуҙарын күреү бигерәк аяныс ине. Шулай ҙа ҡыҙҙар халҡы матур һәм сағыу ине. Күптәре орден-миҙалдарын баҙыратып таҡҡан, сәстәрен йәтеш итеп өйгән. Өҫтәрендә гимнастерка, блузкалар, күлдәктәр.Үҙҙәренән ел әллә һабын, әллә хушбый еҫен алып килә. Ир-егеттәрҙең аңшайғанлығы күпмегә һуҙылыр ине икән, ҡыҙҙар яғынан олораҡ сырайлы, тулыраҡ кәүҙәле берәүһе саңҡыу тауыш менән команда бирҙе:
-- Йәгеҙ, ҡыҙҙар, кем әйберен үҙе ташый ала – алып китә! – унан ҡаршылағыларға төрттөрҙө, -- Бындағыларҙан ярҙам өмөт итеп булмаҫ, күрәһең.
Ҡыҙҙар көлөшөп ҡыбырлаша башланы. Шунда ғына иҫтәренә килгән ир-егеттәр булышырға ташланды һәм “һә” тигәнсе килеүселәрҙең әйберҙәрен күрһәтелгән айырым йортҡа ташып та ташланы. Ҡыҙ-ҡырҡын килеп тулған ике яҡлы иркен өйҙә шырҡылдау, сар-сор ҡупты. Сумаҙандар һөйрәп ике-өс рейс яһаған Рамаҙандың был ҡыҙыҡлы күренеште оҙағыраҡ күҙәтеп торғоһо килеп, эш бөтһә лә сығып китә алмай өйөрөлдө. Улар килеп урынлашҡанда ҡандай янъял торғайны, ә былар үҙҙәре бер байрам булып килеп инделәр. Ҡалай ҡыҙыҡ икән ҡатын-ҡыҙ халҡы, тип уйлап ишек төбөндә ултыра бирҙе. Уны ҡыҙҙар ҙа аңғарманы түгел, баяғы һыңар ҡуллы йыуаныраҡ йәш ҡатын һүҙ ҡатты:
-- Һин, егет, беҙҙең менән йәшәргә теләйһеңме әллә? Ә?
Бүлмәләгеләрҙең барыһы бер юлы уға күтәрелеп ҡарап, шыңғыратып көлөп тә ебрәҙеләр:
-- Әйҙә-әйҙә, түргәрәк уҙ, нишләп ишек төбөндә тапанаһың?
-- Минең түшәгем иң йомшағы, - тип күҙҙәрен хәйләле ҡыҫты ла, һары бөҙрәләрен ысҡындырып туҙҙырып та ебәрҙе бер “танкист” ҡыҙ.
-- Юҡ инде, мин уны был тирәнән ары үткәрмәйем, - тип яҡындағы ғына карауатта ултырған үтә лә сибәр ҡатын уға иҫән ҡулын һуҙғайны, Рамаҙан оялышынан боролдо ла сығып һыпыртты. Рәхәт тә, ҡыйын да ине уға бындай шаяртыуҙарҙан. Күңеле төртмә хәбәрҙәрҙе тыңлап, шул наҙға ҡойоноп тора бирергә өндәй ҙә, фиғеле уңайһыҙланыуын еңә алмай. Эх, ауыл балаһы шул ул, үткенерәк берәү булһа ҡаршы яуаплар, шаярып һөйләшеп-танышып та алыр ине. Ә ул сығып ҡаса ғына алды...
Казармаһындағы егет-елән дә, һиҙҙермәҫкә маташһа ла, ярайһы уҡ ҡуҙғыған. Өс-дүртәүһе бер юлы Василийға сәс алдырырға сиратҡа ултырған. Ике ҡулһыҙ Хлопуша бығаса иҫе лә итмәй йыртыҡ күлдәктә ялпылдап йөрөгән булһа, әле күршеһендәге ҡуллы егетте яллап йыртыҡтарын ямата. Хатта ҡырыныу-йыуыныуға ихтыяжһыҙ булған иң һәпрәләр ҙә йыуыныу бүлмәһенә барып ураған булып, буйтып төҫ-йөҙҙәрен асып килделәр. Шулай күңелле генә йөрөшкәндәрендә кәйефтәрен боҙа яҙып ҡуйыусылар ҙа табылманы түгел шулай ҙа. Серыйҙың шайкаһында йөрөгән Евнух ҡушаматлы берәү килеп инде лә, быларҙың бүлмәһендә барған үҙгәрештәрҙән бармаҡ төртөп щарҡылдап көлөргө керешете:
-- Хлопуша, һин нимәгә ҡупшыланаһың? Бисәләргә һинең кеүек ҡулһыҙ нимәгә кәрәк тип уйлайһың? Уларҙы бит һәрмәргә кәрәк! Ә һинең ҡулдарың юҡ! Во, мәрәкә!
Хлопуша, йәш кеше, бындай әсе шаяртыуҙан ҡаушап ҡала. Бер күлдәген йүнәткән дуҫына, бер Евнухҡа ҡарап күҙҙәрен селт-селт йомҡолауҙан үтә алмай.
-- Ә һин, Васька, быларҙың сәсәтәрен алдың ни, алманың ни, ундағы бисәләрҙе беҙҙең казарма бүлешеп алып бөттө инде. Канишны, сатан-сулаҡ ҡатындарҙың ҡыҙығы юҡ, әммә булмағанда бара...
Василий ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Ул үҙенән бигерәк иптәштәрен – йәш егет-еләнде яҡлай ине:
-- Ә һиңә ниндәй ҡайғы? Һиңә бисә ниәмәгә кәрәк? Евнух тиҙәр түгелме үҙеңде?
Был хәбәрҙән егеттәр хахылдарға кереште.
-- Ну-ну! Дөрөҫ әйтте!
-- Ха-ха-ха!
Евнух та бирешергә теләмәне:
-- Мин бит үҙем өсөн тимәйем... Бисә лә булдымы мал. Бәхет өсөн самогон менән папирос булһа еткән.
Шулай тигән булһа ла, ауыртҡан еренә төртөлдө, күрәһең, нисек ҡапыл ингән булһа, шулай сығып та юғалды. Ул киткәс Василий үкенгәндәй һөйләнеп ҡуйҙы:
-- Евнух булыуында уның да ғәйебе юҡ инде, нисек тере ҡалған тиең...
***
Ашханаға киске ашҡа йыйылғанда ир-егеттәрҙәге үҙгәреш һиҙелмәҫлек түгел ине инде. Ҡырынғандар, сәстәр ҡыҫҡартылған, өҫ-баштар йүнәтелгән, хатта һауала одеколон еҫе лә тойолоп ҡалғандай булды, кемдекелер һаҡланған икән. Һәр хәлдә элекке ваҡыттағы кеүек әсе тир, керле силғау еҫтәре танауҙы йыртмай. Этешеп-төртөшөп ҡысҡырып һүгенгән әҙәм дә юҡ. Фронтовиктар ысынлап оялған бала хәлендәрәк тартына биреп үтеп урындарына урынлашты. Иң түрҙәге өҫтәл артында ҡарлуғас балаларылай булып теҙелешкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңҡарһалар ҙа, ул яҡҡа ҡарамамыш булалар. Йәнәһе, артыҡ иҫтәре китмәй. Йәнәһе, ундайҙарҙы ғына күргәндәре бар.
Игнатьев та ирҙәрҙең шулай тәрбиәле булып килеп инеүҙәренә һөйөнөп ҡулдарын ыуғылап торҙо ла, һүҙ башланы:
-- Хөрмәтле, фронтовиктар! Күрәһегеҙ, беҙгә ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәлде. Һуғыш ир-ат өсөн генә булманы, унда беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡан ҡойҙо, ҡорбан булды һәм бына ошондай хәлдә ҡайтты ла. Мин нимә әйтергә теләйем! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә! Ҡыйырһытмаҫҡа! Хәлдән килгәндәй ярҙамдан баш тартмаҫҡа! Һәм уларға бында йәшәргә ҡамасауламаҫҡа! Аңлашылдымы?
“Аңлашылды” тип һикереп төшкән кеше булманы, әлбиттә. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныулы ҡараштарҙа ризалыҡ сағылып ята ине.
-- Ҡатын-ҡыҙҙар отрядында 26 кеше һәм уларҙың башлығы итеп Зинаида Захаровна тәғәйенләнә. Зинаида Федоровна - танкист!
Ирҙәр яғынан “О-о-о...” тигән кеүегерәк ауаздар ишетелеп ҡалды.
-- Ул бөйөк Ватан һуғышы тарихында ауыр танк ИС-2 ға ултырған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ! - Федор Васильевич һәр һөйләменең аҙағынан бармағын үргә күтәреп шымып тора бирҙе. Әйткәндәрен еренә еткергергә тырышты. -- Танковый ротаның командиры була! 1943 йылдың йәйендәге Курс дуғаһы алышында ҡатнашҡан дүрт ҡатын-ҡыҙҙар экипажының береһендә Зинаида Захаровна алышҡа инә. Янған танк эсендә ҡыҙҙар тиранға барып тағы ла бер-нисә дошман танкын шатлатып... үҙҙәре лә һәләк була. Зинаиданы оҙаҡ ваҡыт
үлгән тип иҫәпләйҙәр һәм аҙаҡтан ғына госпиталда, үҙе телгә килгәс, кемлеген асыҡлайҙар.
Залда тынлыҡ урынлашып ҡалғайны, Игнатьев уны тантаналы тауыш менән тағы бүлде:
-- Зинаида Захаровна – Советтар Союзы геройы!
Ашхана дәррәү алҡыштарға күмелде. Зинаида алға сығып торманы, ултырған еренән генә ҡулын күтәреп тыныслыҡ һораны ла, яуап һүҙен алды.
-- Иптәш фронтовиктар, ир-егеттәр, бына беҙ яҙмыш ҡушыуы буйынса һеҙҙең менән өйҙәш булып киттек... – шул мәл ул саҡ ҡына тотлоҡтомо, тауышы бер аҙ өҙөлә биргәндәй итте, -- Беҙ барыбыҙ ҙа яу юлы үткән кешеләр, тормош һурпаһын аҙ һемермәгәнбеҙ. Шунлыҡтан, үҙ-ара аңлашып, дуҫлашып йәшәп китербеҙ тип ышанам.
Был ҡыйыу ҡарашлы, үткер һүҙле ҡатындың үҙен генә түгел, эргәһендәге башҡаларҙы ла яҡлай алырлыҡ икәнлеге күренеп тора ине. Балтырҙан түбән яғы булмаһа ла, бейек күкрәкле тығыҙ тәне лә, йоморо яурындары ла, көслө беләктәре лә физик ҡына түгел, рухи ныҡлығын да күрһәтә. Соңҡаһына өйөлгән ауыр толомдары үҙе бер баш ҙурлығындай булып ҡатынға дөйөм тотанаҡлыҡ, аҙыраҡ уҫаллыҡ төҫө лә өҫтәгәндәй. Һәр хәлдә уның командир икәнлеге әйтелмәһә лә аңлашыла ине.
Ә бына уның ҡаршыһында ултырған бер аяҡлы һәм бер ҡуллы йәш ҡатындың сибәрлеген һуҡырҙар ғына аңғармай ҡалырға мөмкин. Ул ниндәйҙер сихрилығы, илаһилығы менән башҡаларҙан айырылып торғандай. Өҫтөндә лә гимнастерка түгел, ә елбәҙәк итәкле шифон күлдәк. Билен аҡ яҫы ҡайыш менән өҙөлдөрә быуған. Нәфис иңбаштарын ап-аҡ оҙон муйын дауам итә лә, ҡарап туйғыһыҙ һылыу йөҙ биҙәгән ҡупшы баш тамамлай. Ҡуңыр сәсен түбәһенә юрамал ғына өйгән булған, ахыры, улары ян-яҡтан бөҙрәләнеп төшөп, бер хисле биҙәк булышып торалар. Йөҙө бер сирылмай үҙенең, эргәһендәгеләргә нимәлер һөйләп, көлөп-йылмайып ҡына ултыра. Алсаҡтыр, ихластыр, моғайын.
Ә бая Рамаҙанға “түшәгем иң йомшағы” тигән һары сәслекәйҙең шаянлығы әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Күҙҙәрен яндырып, ҡаштарын һикеркеләп һаман нимәлер күршеләрен көлдөрә әле. Утлы ҡараштарын был яҡҡа атып-атып алыуына ҡарағанда, телендә ир-егеттәр. Бына уның сираттағы хәбәренән ҡыҙҙарҙың бөтөн өҫтәле дәррәү көлә башланы. Йотҡандарына сәсәп, һығыла-бөгөлә көлдө ҡыҙҙар. Был көлкө бөтөр-бөтмәҫтән әлеге ҡыҙыҡай тағы хәбәрен өҫтәне лә, былары тағы нығыраҡ көлдө. Был шарҡылдау бер яңғыраҡ көй шикелле булып ашханаға ғына һыймай, ҡыҫыҡ тәҙрәләрҙән ағылып сығып утрау өҫтөнә таралды. Ҡыҙҙараҙың күңеле асылыуға, нимәгә көлгәндәрен төшөнөп етмәһә лә, Игнатьевтың да ауыҙы йырылды.Ҡайһы бер ир-егеттәр ҙә йыуаш йылмайған булды. Ҡайһылары сеүтәләренә секерәйеп төбәлеп ашауҙарын дауам итте, йәнәһе уларға был ҡағылмай. Ә шулай ҙа һәр береһе ҡыҙҙарҙың уларҙан көлгәнен белеп ултырҙы. Тик бер хәл дә итә алмайҙар ине. Ҡалайтаһың, ҡыҙҙарҙың иң шәп ҡоралы – көлөү.
Хор
Көҙгә ҡарай буръяҡ-һоро төҫкә инде күл. Тау түбәһенән ул аҫтағы ҡара диңгеҙ булып йәйелеп ята. Бер яҡта ла осо күренмәй. Йәй көндәре әллә ниҙә бер сәйәхәт итеүсе пароходтар үтә ине, көҙгә ауып һалҡынайтыуға улары ла өҙөлдө. Бары һалҡын елдәр йүгерткән шаҙра тулҡындар ғына текә ярға етәрәк ҡабарып китеп оло шау менән һуғылалар ҙа, йыуашайып кире һурылалар. Уларҙың артынан икенселәре, өсөнсөләре... Шулайтып үҙ алдына үҙе әүрәү табып ятҡандай был күл. Хас Рамаҙан кеүек. Ул да нисәнсе ай инде ҡара таңдан ошо түбәгә килеп ултырыуҙы ғәҙәт итте. Һағышынан, ғазаплы уйҙарынан арыныу өсөн йырлап бушанырға килә ул бында. Үҙенә үҙе әүрәү табып ултырыуы, йыуаныуы... уйҙарын бүлгән ҡыштырлауға тертләп боролһа, ғәйепле йылмайып Люба тора.
-- Ғәфү ит... – ҡыҙ ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалды, -- беҙҙең тәҙрәнән күренәһең... Йырлайһың икән.
Хәҙер инде Рамаҙан оялышынан муйынын эскә тарта биреп үк ҡуйҙы:
-- Эй, шунда... үҙемсә...
-- Юҡ-юҡ, бик матур йырлайһың бит. Моңлоһоң. Күптән тыңлап торам. Бары аңлашылмай ғына.
Люба йәнәшәһенә килеп еткәс, егет уға ултырырға ярҙамлашып ҡулын һуҙҙы. Һул яҡ беләге яурындан саҡ ҡына тырпайып ҡалып, шул ырғаҡҡа ҡултыҡ таяғын эләктереп бәйләп, һыңар аяҡта һикереп йөрөрлөк итеп әтмәләгән инеләр уны ла. Рамаҙан был ҡыҙҙы күргән көндән алып һылыуылығына ауыҙын асып текәлә лә, бер аяҡ һәм бер ҡул ярҙамында шулай хәрәкәт итә алғанына аптырап ҡарай. Асылда улай йөрөү мөмкин түгел кеүек, ә бына бит был ҡулһыҙ яурынын да ҡулайлаштырып алып кеше көнлө булмаҫҡа тырыша.
-- Нишләп улай иртә торҙоң? – Рамаҙан Любаның былай яҡын ултырыуынан уңайһыҙланып, теленә беренсе килгән һорауҙы бирә. Был ҡыҙҙы ул тәүге көндө ашхана ла уҡ күҙгә элгәйне. Улай тиһәң, уны бындағы һәр ир күҙгә элгәндер. Бигерәк һылыу бит. Нәфис йөҙөнә, күлдәй күҙҙәренә ҡарап зәғифлеген дә оноторға була һымаҡ.
-- Мин иртәсел ул. Берәүгә егәрле ҡатын булыр инем дә, бына алыусы ғына юҡ, -- тип шаярыуға бороуы бөтөнләй ҡаушатты егетте. Ҡыҙ уның юғалып ҡалыуын аңғарып шыңғыратып бер көлдө лә, иҫән ҡулы менән арҡаһынан тупылдатып һөйөп үк ҡуйҙы.
-- Мосолман егете бит әле һин, Ромка, шулаймы? Ҡустым кеүек күрәм һине, минең дә һинең йәштәге ҡустым бар ине...
-- Ҡайҙа ул хәҙер?
-- Хәрби ине ул, ҡырҡ икенсе йыл училищеһын тамамлап һуғышҡа ингәндән хәбәрһеҙ юғалды... Мин Ленинградта биш йылдан ашыу уны көтөп йәшәнем.
-- Һин Ленинградтанмы?
-- Эйе, мин Ленинградта тыуып үҫтем. Атайым хәрби булды, ике ағаһы ла, ҡустым да, мин дә - хәрбиҙәр династияһы беҙ. Атайым штабта бомба аҫтында ҡалған, ағайҙарына ла ҡара ҡағыҙ килгән. Әсәйем блокада ҡорбаны булды. Ғаиәлебҙҙән бына ошондай хәлдә бер үҙем генә тороп ҡалдым.
-- Ә һин... ҡайҙа былай?.. – Рамаҙан ҡыҙҙы рәнйетеүҙән ҡурҡып хәбәрен әйтеп бөтөрмәне.
-- Мин музыка мәктәбен тамамланым, фортепиано буйынса. Ярайһы ғына йырлай ҙа инем, -- тип яуабын бөтөнләй икенсе төптән башланы ҡыҙ. -- Тик үҫеп еткәс атайымдың ҡул аҫтындағы йәш капитанға үлеп ғашиҡ булдым да, әсәйемдең тыйыуынан ҡасып китеп, разведшколаға уҡырға индем. Һуғыш башланғас та, алдағы-дөрөҫөн бергә ҡушып, тырышып-тырмашып уның янына барып урынлаштым.
Люба башын ҡырын һалып, йылы ҡараштары менән аҫтағы буръяҡ һыуҙы иркәләй биреп ултырҙы ла, дауам итте:
-- ППЖ тинеләр беҙҙе фронтта, походно полевая жена, ишеткәнең булдымы? – Рамаҙандың “әллә” тип яурындарын һикертеүен күҙгә лә элмәне үҙе, -- Тылда ҡатыны, балалары бар икәнлеген белә тороп мин уға яу юлындағы ҡатын булдым... Сөнки, яраттым! Мине күптәр ғәйепләне... ә һин ғәйепләйһеңме мине, Рома? – яңы ғына йылмайып ултырған ҡыҙ ҡай арала йәш тулған күҙҙәре менән төбәлде егеткә.
-- Мин?.. Нишләп?.. Юҡ, -- Рамаҙан был күк йөҙө ише асыҡ зәңгәрлеккә арбалып ҡалып тотлоҡто, буталды. – Люба, илама, йәме...
-- Иламайым... Мин күптән иламайым инде, -- йәштәре субырлап ағып төштөп китте, ә ирендәре һаман йылмайҙы, -- Ҡырҡ дүрттең ғинуар һыуығында өс кеше разведкаға сыҡтыҡ. Һаҙлыҡ аша ҡаршы яҡтан немецтар беҙҙе өҙлөкһөҙ артиллерия утында тота, бер нисек тә йырып сығып булмай ине. Әллә күпме араны шыуышып барып уларҙың кәрәкле пункттарын картаға төшөрөп алдыҡ. Тик кире ҡайтҡанда засадаға эләгеп, икәүбеҙ ятып ҡалды. Мин ҡабаланып сигенгәндә һаҙ аша үтә торған хәүефһеҙ һуҡмаҡтан яҙлыҡтым һәм үҙебеҙҙең яҡҡа сығып етер саҡта ғына һаҙлыҡҡа батып, шунан сығам тип ярты төн көрәштем...
-- Сыҡҡанһың бит, ҡотолғанһың, Люба? – егет ҡыҙҙың итәгендә ҡалтырғанған кескәй генә ҡулын йылы устарына алды, -- Тереһең бит, бына ниндәй матур булып янымда ултыраһың.
-- Сыҡтым, эйе... Беҙҙекеләр иртәнсәк килеп тапҡандар... һаҙға ҡуша туңғанмын... ҡутарып алғандар. Аҙаҡ шул яҡ ҡулым менән аяғым серей башланы... ҡырҡтылар... унан тағы ҡырҡтылар. Мине шулайтып тунап бөтөрҙөләр, Рома...
Рамаҙан ҡыҙҙың ҡулын нығыраҡ ҡыҫты. Башҡаса ярҙам да итерлек түгел уға, йыуатыр һүҙ ҙә юҡ.
-- Һөйгән кешем, капитаным, ҡатынын айырам, мине алам тигән кеше, хәлемде килеп күрҙе лә, хушлашмай ҙа китеп олаҡты. Фронттан иҫән-һау ғаиләһенә ҡайтҡан тип ишеттем... Бына шундай хәлдәр минең, туғанҡайым, -- Люба күңелһеҙ генә йылмайып ҡабаттан Рамаҙанға баҡты, -- Ғәфү ит инде, нишләптер һиңә асылдым... борсоном һине...
-- Юҡ-юҡ, бер ҙә борсоманың. Мин барыбер... тик ултыра инем.
-- Йырлап ултыра инең бит, -- Любаның шатлығы ла, ҡайғыһы ла бер урында, сылтыратып көлөп тә ебәрҙе. – Йырла әле, тағы ла?
-- Ҡуйсы, юҡ, Люба, мин бит былай ғына, күңел баҫыр өсөн...
-- Тауышыңдың моңло ғына баритон икәнлеген аңғарып өлгөрҙөм инде. Ә минеке – сопрано - юғары. Әйҙә һин башла ла, мин ҡушылып ҡарайым, - тип нәҙек бармаҡтары менән егеттең ҡаты беләгенә сат йәбеште.
ат тамаҡ ҡырҙы. Әйтерһең ҙур сәхнәгә сығып баҫҡан әртис. Унан яурындарын турайтып, күкрәген кирә бирҙе лә, ярымтауыш менән генә йыр башланы:
Рассветали яблони и груши,
Поплыли туманы над рекой...
Киләһе юлдарҙан Люба ла элеп алды:
Выходила на берег Катюша,
На высоких берег на крутой!
Выходила песню заводила...
Бер-береһенә һыйынышып тигәндәй ултырған был икәү йыр артынан йыр һуҙҙы. Йырлаған һайын Рамаҙан да батырайҙы, хәҙер инде уның тауышы яр башынан ары китеп, күл өҫтөн дә, казармалар яғын да тултырҙы. Уға ауаздаш булған нәҙек тауыш йырҙы тағы ла яңғырауыҡлыраҡ, моңлораҡ итеп ебәрҙе. Нисәнселер йырҙарын тамамлауҙарына артта сәпәкәй һуҡҡан тауыштар ишетелде. Доктор Соломон менән бер-нисә медсестра килеп торған, әҫәрләнеп тыңлайҙар икән. Осраҡлы тамашасыларынан уңайһыҙланды Рамаҙан, хатта ҡуҙғалып китергә лә иткәйне, доктор яурынына баҫып туҡтатты:
-- Бик яҡшы дуэт сыға һеҙҙән. Берәй гармунсы ла тапҡанда, концерт бирә алаһығыҙ. Ә нишләп, кистәрен күңелһеҙләнеп ултырғансы, рәхәтләнеп йыр тылар инек.
-- Идея! Захар Соломонович, хор төҙөйбөҙ! – тип сәрелдәп тә ебәрҙе йырлап тауышы асылған Люба.
-- Хор? Була, ә нишләп? – Захар Соломонович та күтәреп алды, -- әйткәндәй, йыр ул бик яҡшы терапия.
-- Вася гармунда уйнай, тик гармуны ғына юҡ, -- тип һүҙгә ҡушылды Рамаҙан да.
-- Ә гармун табырға булырмы икән, Захар Соломонович? – Любаның ялбарыулы ҡарашына доктор ҙа ҡаршы төшә алмай:
-- Булыр. Киләһе ылауға хор өсөн кәрәкле инструменттарҙы яҙырбыҙ.
Алдына алғанын ҡуймай торған ҡыҙ икән Люба ла. Шул кисте үк йыйылыш йыйып хорға халыҡ туплай башланы. Башта бот сабып көлөп тыңлаһалар ҙа, был сибәр ҡыҙға ярарға тырышыусылар ҙа йәки бер эшһеҙ ятыуҙан ялҡыусылар ҙа, хатта ярайһы уҡ моңло булғандар ҙа табылды. Ике тиҫтәләп йыраусыны йыйып алғас, ҡыҙҙар килгәс тә китапхана итеп йыйыштырып алған ҙур ғына бүлмәлә йырлаша башланылар. Башта ҡулдарын болғап алда торған Любаны тыңламай кем нисек теләй шулай аҡырҙы. Өгөтләй-өгөтләй уларҙың урындарын алмаштырҙы, ҡабаттан тыңлап ҡараны, тағы йырлатты ла тағы алмаштырҙы. Бер башлатты, бер туҡтатты, нисек торорға, нисек тын алырға, нисек ауыҙҙы асырға икәнде күрһәтте. Тиргәшеп үпкәләшеп тә бөттөләр, үсегеп сығып киткәндәр ҙә булды, әммә күпмелер ваҡыттан бүлмәнән ярайһы уҡ тыңларлыҡ ауаздар ишетелә башланы.
Оҙон ҡыш буйынаса шөғөлләнәсәк был хор менән Люба менән Рамаҙан. Яҙ сығыуға уларҙың хорын бер түгел өс гармунсы һәм бер скрикасы биҙәйәсәк. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы менән хорҙа иллеләп кеше булып китәсәк. Алға китә биреп сер сискәндә, Ваалам утрауы тәңгәленән үткән пассажир параходтары пансионатҡа етәрәк ҡайҙандыр йыр ишетә башлай ҙа, был моң уларҙы үтеп киткс тә бер арауыҡ оҙата бара. Тауыш ер аҫтынан да, ҡайҙандыр өҫтән дә ағылғандай тойола, әммә туристар башҡарыусыларҙы күрә алмай, ҡараштары менән яр баштарын ҡапшап эҙләй. Һәм тик бер мәлдә, пароход менән тау өҫтөндәге бейек ҡойма кимәле тигеҙләнгән бер урында ғына ял итеүселәр ҡойма аръяғындағы убаға теҙелешкән сәйер төркөмдә шәйләп ҡала. Был төркөм илһамланып йыр артынан йыр һуҙа. Аҫтағылар уларҙы тыңлап кинәнә, ҡул саба, ҡәнәғәтлектән һыҙғыра, ҡысҡыра. Ә хор тынмай йырлай ҙа йырлай. Әле пароход үтеп киткәс тә убала теҙелешеп ултырған “танкистар”, кәрзин эстәрендәге “самауырҙар”, таяҡтарында таянып торған сатан-сулаҡтар илһам ҡомарынан арына алмай. Уларҙың хоры хәтһеҙ ваҡыт Ваалам утрауын тетрәндерә әле. Һәм был утрау күл буйлап сәйәхәт итеүселәр телендә “йырсы утрау” тигән атама ала.
Яусы
Пансионатҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың килеүе бындағы фронтовиктарҙы тыйнаҡландырып ҡына ҡалманы, уларҙа ир-егет тойғоларын да уятты. Һәр кемдең ҡаршы енес күҙенә яҡшыраҡ булып күренгеһе, ниндәйҙер ыңғай эштәре менән телдәренә эләккеһе килде. Шул ҡыҙҙарҙың бер генә иркә ҡарашына юлығыу, йылмайыуҙарының шаһиты булыу йәки яғымлы һүҙҙәрен ишетеү өсөн әллә ниҙәрен бирерҙәй булып йөрөгәндәр күбәйҙе. Ҡалайтаһың, ир-егеттең дә яртыһынан күбе утыҙға саҡлы ғына егет-елән бит, тап ҡатын ҡосоп, ғаилә ҡороп йәшәй торған саҡтары. Аяҡ-ҡулдар булмау әле бит йөрәк юҡты аңлатмай. Теләк юҡты, хис юҡты, тәбиғи инстинкттар юҡты...
Рамаҙан ситтән генә ҡәнәғәтләнеп күҙәткән бер ҡыҙыҡ хәл дә бар. Оҙон ҡыш айҙарында бер китапханала ҡайнап йөрөгән Василий менән Зинаиданың бер береһенә ылығып китеүе. Зинаида Захаровна китапхана ойоштороп ебәргәйне, уға кәштәләр яһап биреүсе булып оҫта ҡуллы Вася ялланды ла, нисә айҙар инде ҡушарлап йөрөп бергә эшләйҙәр. Васяның телендә лә хәҙер өҙлөкһөҙ “Зина ла Зина”: “Зина әйтте”, “Зинка һораны”, “Зинаның үтенесе” һәм башҡалар. Зинанан һәм шул китапхананан башҡа донъяһын да, дуҫтарын да, хатта хәсрәтле хәлен дә онотҡандай. Казармалағылар башта төртмә телләнеп шаяртһа ла, был ике етди кешенең уртаҡ һүҙҙәре лә, фекерҙәре лә булыуы береһен дә аптыратманы. Тыныс һәм белемле Василий менән төплө, эшлекле Зинаида бындағы күптәр өсөн өлкән апай-ағай итеп ҡабул ителгән, уларға кәңәшкә киләләр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр ине. Зинаида яҙыу-һыҙыуға оҫта, грамоталы булып, егет-ҡыҙҙарҙың төрлө документтарын йүнләшеүгә, туған-тумасаларын эҙләшеүгә һәм башҡа мәшәҡәттәренә булышлыҡ итә. Василий үҙ сиратында ғәриптәрҙең йөрөшөн һәм йәшәйешен еңеләйтеүҙең юлдарын эҙләй: әле береһенә уңайлы таяҡтар, икенсеһенә арба, өсөнсөһөнә терәлеп ултырыу ҡулайламаһы, дүртенсеһенә карауатынан тора
алыуға бер яйлама. Ошо изгелектәре һәм ярылып ятҡан көслө рухтары, миһырбанлы ҡатылыҡтары өсөн дә яраталар үҙҙәрен.
-- Зинаида Захаровнаның һуғышҡа тиклем ғаиләһе булғанмы? – тип һораны бер көн оҫтахана итеп бирелгән бүлмәлә дуҫына кипкән ағастарын юнышҡан Рамаҙан.
Василий ғәҙәтенсә ҡапыл ғына яуап бирмәй, Рамаҙан да быны төшөнөп бөткән инде, шуға һорауын ҡабатламай ҙа, сабырһыҙланып төбәлмәй ҙә. Бына ул ҡулындағы шымартып ултырған таяғынан юнышҡы саңын өрөп осора ла, башын бора:
-- Булған. Ире тәүге йылда уҡ һәләк булған. Ике ҡыҙы тылға оҙатылған да, юлда поезды самолеттар бомбаға тотоп, балалары юғалған. Тереме-үлеме икәнлектәрен дә белә алмаған.
-- Һы... Ауыр хәл, -- Рамаҙан был һөйләшеүҙе ҡайҙан башлаған хәлгә ҡалды, бындайҙы уҡ ишетермен тип уйламағайны шул. – Көслө ҡатын икән улайһа Зинаида ысынлап та, үҙендә ниндәй хәсрәт булып та, башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәй.
-- Ҡыҙҙарын эҙләп төрлө урындарға хаттар яҙып, гәзиттәргә мәҡәләләр ебәреп йөрөп әллә күпме кешеләрҙе табыштырған, яҙмыштарҙың юғалған еп остарын ялғашҡан ул. Әле лә өмөтөн өҙмәй, һаман яҙа, эҙләй, көтә...
Ирҙәр бер мәлгә тынып ултырып алды. Кеме нимә хаҡында уйлағандыр, шул мәл Рамаҙандың башына бик елле уй килде лә төштө. Һәм ул был уйын холҡона хас булғанса шундуҡ теленә лә төшөрҙө:
-- Ә нишләп һеҙгә өйләнешмәҫкә, ә?
Вася киң йылмайҙы ла, рыя ғына ултыра бирҙе.
-- Ҡара, Вася, ысынлап әйтәм һиңә. Зинаида менән һеҙ бына тигән пар. Икегеҙ ҙә ғаиләһен юғалтҡан, икегеҙҙә бер ҡайғы. Шул ҡайғыларығыҙҙы артҡа ташлап, әйҙә, тотоғоҙ ҙа яңы тормош башлағыҙ? Ә, дуҫ?
Вася һаман өнһөҙ.
-- Һин был килеш, мин дә инде... сәләмәт ҡатын-ҡыҙға ымһына алмайбыҙ. Унан килеп ҡайҙа башҡа ҡатындар? Был урындан беҙ ҡайҙа китә алабыҙ? Зинаида ла шул уҡ... Һуң, аяҡтар юҡ тип ятып үлеп булмай ҙа инде. Һин бит үҙең мине “йәшәргә кәрәк” тип өйрәтәһең, Вася...
Ниһайәт, Вася ла телгә килә:
-- Еңел уйлайһың һин, Ромка. Һинеңсә бөтә нәмәне лә тотоп һындырып була. Беренсенән, Зинаидаға минең кеүек имгәк нимәгә? Икенсенән, ул хәтирәләренә шул тиклем тоғро. Өсөнсөнән... ҡуй, юҡты...
-- Вася! Шым әле!Мин бит һине тыңлайым, һәр ваҡыт һүҙҙәреңә ҡолаҡ һалам. Был юлы һин мине тыңла. Һин Зинаға имгәк түгел, ә киреһенсә терәк һәм таяныс буласаҡһың. Ә хәтирәләрен иҫләһен әйҙә, уларҙың ни зыяны?
-- Ә яратыу? Ул ҡатындың миңә исмаһам аҙ ғына булһа ла берәй тойғоһо булырға тейештер бит? – Вася ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп үк ебәрҙе.
-- Зинаның һине яҡын күреүен барыһы ла аңлаған инде. Һин дә уға битараф түгелһең, шулай бит? – Рамаҙан эйелеп дуҫының күҙенә үк төбәлде. Вася уңайһыҙланғандай итһә лә, дөрөҫөн һығып сығарҙы:
-- Эх, дуҫ... Зинаида кеүек ҡатындан кем баш тартһын? Мин уның бер яғымлы ҡарашы өсөн шул китапханаһын анау тау үренә мендереп ҡороп бирергә ризамын.
Был хәбәрҙән Рамаҙан оҫтахананы яңғыратып көлөп, иптәшенең яурынына тос йоҙроғо менән төртөп ебәрҙе:
-- Ғашиҡ булғанһың бит һин! Өндәшмәй генә ғашиҡ булып йөрөгәнһең!
Вася ла тауышһыҙ ғына һелкенеп көлгән булды, үҙе ризалығын белдереп башын ҡаға.
-- Былай булғас беҙ был эште һуҙмайбыҙ, давай, егеттәрсә тотабыҙ ҙа хәл итәбеҙ, -- Рамаҙан ҡулдарын һелтәп дәртләнеп үк китә лә, арба тәгәрмәстәрен дыһырлатып иҙән буйлап ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй үк башлай.
-- Нимә хәл итәһең? – Вася аңламай әле.
-- Нисек “нимә”? Барабыҙ! Һоратабыҙ!
-- Нимә “һоратабыҙ”? – дуҫының күҙҙәре аптырауҙан түңәрәкләнгән.
-- “Нимә” түгел, ә “кем”! Зинаиданы барып һоратабыҙ! Нимә аңшаяһың ул? – Васяның аңламағанына Рамаҙандың йәне көйә үк башлай.
-- Нимә һөйләйһең һин? Ундай эш шулай тота килеп башҡарыла тиһеңме? Кем һората, мәҫәлән, кем шулайтып йөрөй? – Васяның да ҡаштары емерелә.
-- Ә нисек башҡарыла? Көҙ буйы, ҡыш буйы ымһынып йөрөнөң, хәҙер тағы күпме баш баҫаһың? Һин мәшәүләнгәнсе башҡаға ла сығып китер әле. Бында уны алырға теләүселәр быуа быуарлыҡ. Ә ул һиңә ҡапланған.
Вася тағы ла шымып ҡала, бер башын ыуалай, бер устарын.
-- Кем тип... бына – мин! Барам да мин һоратам! – тип ысҡындырғанына үҙе лә аптырай биргәндәй булды ла Рамаҙан, тик инде әйткәненән баш тарта алмай ине.
-- Һи-ин?.. – Вася усы менән маңлайын баҫты.
-- Мин! Нимәм бармай яусыға? Телем бар, башым бар, аяғым ғына юҡ инде, -- тип көлкөгә һабыштырып та маташты. Тик дуҫында көлкө ҡайғыһы түгел. Ул Рамаҙандың ниәтенә ҡаршы килергә лә теләмәй, әммә шул уҡ ваҡытта үтә лә ҡаушап төшкән. Күҙҙәре мөлдөрәп, өмөтләнеп ҡарай, ә теле төптө икенсене һөйләй:
-- Ризалашмаҫ ул... Ҡыуып сығарһа?.. Ә? Нишләйбеҙ унда, Ромка, ә?
-- Ҡыумай! Күр ҙә тор бына! Все – хәл ителде, бөгөн киске аштан һуң барам да инәм.
Кискә Рамаҙан Зинаида Захаровнаны китапханаһында эҙләп тапты. Ҡатын һаман да өҫтәл артында, һаман да кемдәргәлер нимәләрҙер йүнләп хаттар яҙыу менән мәшғүл ине. Бында йыш ингән, шулай ҙа артыҡ һөйләшеүгә әүәҫ булмаған был икенсе милләт егетен ҡатын яҡын күрә лә, тегеһе тартынамы, ситһенәме шунда – артыҡ ылыҡмай. Ҡырағайыраҡ, томһараҡ шул. Әле элеккесә сәләмләшеп кенә кәштәләр араһына үтмәне, ә нимәлер әйтергә теләгәндәй булып ҡаршыһына килеп үк ултырып алды. Ҡатын уға һораулы ҡараш менән төбәлде. Был ҡараштан егет бер аҙ уңайһыҙланғандай булды, шулай ҙа күҙҙәрен шылдырманы, үҙенә үҙе дәрт өҫтәгәндәй тамаҡ ҡырып һүҙ башланы:
-- Зинаида... Зинаида Захаровна...
-- Эйе, -- Зинаида уның ауыҙына текәлеп артабанғы хәбәрен көттө.
-- Зинаида Захаровна...
-- Эйе, мин Зинаида Захаровна, инде утыҙ биш йыл исемем шулай, -- ҡатын йылмайып ултыра.
Һәр саҡ етди, хатта уҫалыраҡ та булып күренгән ҡатындың ирәбе йылмайыуынан яусының да күңеле йылынып китте лә, был ыңғай мәлде файҙаланып ҡалырға ашығып, бутала-бутала бер тында сығарҙы ла һалды:
-- Мин һеҙҙең ҡулығыҙҙы һорайым, Зинаида Захаровна. Ҡатын булырға... бер ғаилә булып йәшәргә тип.
Зинаида ҡапыл артҡа тартылып усы менән ауыҙын баҫты, күҙҙәре түп-түңәрәк булды.
-- Василий Егорович ул бик һәйбәт кеше... ул оҫта... уның күңеле матур... һеҙ уны үҙегеҙ ҙә һәйбәт беләһегеҙ бит инде... Шәп кеше ул!
-- Уффф! Василиймы ни?! – шул саҡ ҡатын ике ҡулын ҡалҡыу түшенә ҡуйып сайҡалғандай итте, -- Мин әллә һин кейәүгә саҡыраһыңмы тип ҡотом осто!
Рамаҙан да хатаһын төҙәтә һалды:
-- Юҡ-юҡ, мин түгел! Василий Егорович! Мин унан яусы булып килдем... Яусы мин...
-- Яусы? Ай, хәтәр яусы икәнһең! Ну, яусы... – тип рәхәтләнеп көлдө хәҙер яңы ғына ҡобараһы осҡан Зинаида. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдө. Унан ҡапыл көлөүе үкһеүгә әйләнеп китеп, битен устары менән япты ла, һыңҡылдап шымып ҡалды. Рамаҙан ынтылып яурынынан ҡағырға теләп ҡулын һуҙҙы ла, ҡыймайса кире алды.
-- Зинаида... Захаровна... юҡ булһа... “юҡ” тип әйтегеҙ, тик иламағыҙ... зинһар...
Зинаида йөҙөнән устарын алды, юҡ, иламай ине ул, һәр хәлдә төҫө үҙгәрмәгән. Көлмәй ҙә ине, асыуланмай ҙа. Нисектер йыуашайып киткәндәй булып ултыра. Рамаҙанға текәлеп, уйсанланып китеп ултыра. Егет тә унан күҙҙәрен алмай, өмөтләнеп тексәйгән.
-- Йә, нимә көтәһең минән? – йылмайғандай ҙа үҙе, -- Әйт дуҫыңа, килһен – һөйләшәйек. Яусылап кәмит ҡороп йөрөүегеҙҙе әйтәйем.
Ауыҙы ҡолаҡтарынаса йырылған Рамаҙан һикереп торҙо:
-- Есть, иптәш командир!Хәҙер үк килә, һөйләшә!
-- Бөгөн үк тимәйем инде, иртәгә лә мөмкин, -- Зинаиданың артынан ҡысҡырып ҡалыуын ҡолағына ла элмәй елдерҙе генә “танкист”. Дуҫын ҡыуандырырға ашыҡты.
Аҙна-ун көндән Ваалам ғәриптәр пансионаты тарихында шаулап-гөрләп теренсе туй үтте. Василий менән Зинаида, уларҙан баш тартҡан йәмғиәткә үс итеп, ә бәлки бары бәхеттәре асылыптыр, үҙ йәмғиәтендәге яңы башланғысҡа тәүге аҙымды яһаны.Туйҙан һуң ғаилә өсөн ташландыҡ бүлмәләрҙең береһен емереклектән бушатып, таҙалап-аҡлап, кәрәкле йыһаз әтмәләп тултырып ташланылар. Пансионат етәкселеге лә өлөш индерҙе, директор менән баш табип шәхсән бүләк яһанылар, ысынлап һөйөндөләр.
Был хәлдән һуң Рамаҙанға ғына “яусы” ҡушаматы оҙаҡҡа йәбешеп ҡалды. Уның яусылап йөрөүен Зинаида ҡыҙҙарға ҡайтып мәрәкә итеп һөйләгән дә, тегеләре хәҙер шунан ҡыҙыҡ табып, егетте күргән һайын ябырылалар:
-- Миңә ҡасан яусы булып киләһең, Ромка?
-- Миңә лә, Ро-ом? Зинһар, миңә лә кейәү табып бирсе?
-- Басурман булһа ла ярай, Ромка?! Ҡасанға көтөргә һине?
-- Хи-хи-хи!
-- Иһа-һа-һай!
Рамаҙан иһә яурындарын һикерткеләп йылмайып тороуҙан аша үтә алмай. Һүҙ көрәштереү бында урынһыҙ. Был халыҡты шаярыуҙа еңеп буламы ни?
Ошо урында тағы ла алға китә биреп һөйләгәндә, Василий менән Зинаида ғаиләһендә бер-бер артлы дүрт ир бала тыуып үҫеп, Ваалам пансионатының беренсе ерле граждандары иҫәпләнә һәм уларҙың береһе журналист булып, ата-әсәһенең хәтирәләрен яҙып ҡалдыра.
Люба
Василий менән Зинаиданың өйләнешеүе, улай ғына ла түгел, Зинаның етешә барған ҡорһағын һаҡ ҡына итеп арбаһында тирбәтеп алып йөрөүе, ҡояш булып балҡыған йөҙөнән оялсан йылмайыу китмәүе һәм тағы ла әллә күпме ябай күҙгә күренмәгән, әммә күҙәтеүсән ҡатын-ҡыҙ ҡарашынан йәшеренә алмаған үҙгәрештәр әлеге ҡатын-ҡыҙҙы ҡуҙғытып ебәрҙе. Уларҙа ла ир ҡатыны булыу, әсәлек хистәрен татыу, һөйөлөү, кемделер тәрбиәләргә, ҡайғыртырға теләү кеүек тәбиғи тойғолар уянды. Ғәрип ҡалып ошо утрауҙа көн итеүгә дусар булыуҙарын ҡәһәрле яҙмыш тип уйлаған уйҙары ҡырҡа үҙгәрҙе. Сатырлап кипкән тупраҡтай ярғыланған күңелдәренә өмөт нуры үтеп инеп, шул нурҙан тулышҡан хыялдары был ҡоролоҡто шифалы һыу булып һуғарҙы. Былай ҙа тамшанып ҡараған йыйын берәҙәк ир-егетте уғата ымһындырып тағы ла матурыраҡ, сағыуыраҡ, хуш еҫлерәк булырға тырышты улар. Бығаса үҙҙәре кеүек үк бисаралар итеп кенә ҡараған егеттәрҙе, ир-атты һынап баҡты, оҡшағандарын ылыҡтырыр юлдар эҙләне, ҡайҙалыр алда бәхетле бер донъя барлығын күҙ-ҡараштары менән дә вәғәҙә итте ҡатын-ҡыҙ. Әлбиттә, ир халҡы быға ҡапты, ҡапты ғына түгел алды-артын абайламай ынтылды, ымһынды, көнләште, ғауғалашты. Шундай юлдарҙы үтеп, һүҙҙәре һәм үҙҙәре килешкән бер-нисә пар ҡушылып та ҡуйҙы.
Люба ла ылыҡҡандан ылыҡты Рамаҙанға. Китапхананан яҡшы китаптар алып килеп бирһенме, ашағанда иңен иңгә терәй биреп йәнәшә ултырһынмы, хор репетицияларында сәбәп тапҡан булып яурынына, ҡулбашына ҡағылһынмы, күлдәктәрен йыуып, үҙенең тәмле еҫен һеңдереп алып килеп бирһенме... Башын юғалта яҙып, юғалта яҙып ҡуя Рамаҙан. Бер көн килеп тыйыла алмаҫ, янында бөтөрөлөп йөрөгән ҡыҙҙы ынтылыр ҙа ҡосағына ҡыҫыр кеүек. Тик ошолай уйлауы була, күңеленең иң төбөндә ниндәйҙер ҡаршылыҡ уяна ла, ул тау өҫтөнән тәгәрәп килгән ҡар тубылай ҙурайып килеп алҡымына тығыла. Унан инде төҫө лә юйыла барған бер йөҙ күҙ алдынан үтеп, исеме тештәре араһына ҡыҫыла: Зәлифә-ә...
Онота алмаймы ул Зәлифәһен, әллә шул исем менән бербөтөн булып ҡалған тыуған илен һағыныуы шулай тәҡәтһеҙ итәме? Терелеген белә лә алмай
ҡалған, уны юғалтҡан әсәһе, туғандары алдындағы ғәйебеме был? Уларҙы мәңгелек көтөүгә дусар иткән ғорурлығымы шулай юлын быуа? Аңламаҫһың...
Өркәк ҡоралайҙай ҡара һылыу һөйгәне әллә өндә, әллә төштә генә булғандай хәҙер уға. Был заманға тиклем кейәүгә сыҡмай ҙа ултырмағандыр, күптән бала-сағалылыр ҙа, Рамаҙанды уның кеүек алыҫ үткәндең бер матур өлөшө итеп кенә хәтерләйҙер. Зәлифә юҡ, Зәлифә, бәлки, булмағандыр ҙа. Ә Люба бар. Ул янда ғына. Ҡосағына алғанды, тыны менән иреткәнде көтөп, бер ишара-ымын ғына һағалап йөрөй. Мәрйә булһа һуң... Сибәр бит, хатта үтә сибәр. Йылымыҡ, иркә, йомшаҡ һүҙле килеп. “Милый мой, дорогой” тип өҙөлөп тора. Ғәрип булһа һуң... Рамаҙан да инде һикереп һыбай менер хәлдә түгел. Бер-береһен үҙҙәренән яҡшыраҡ аңлаған кеше табылмаҫ. Кемдеңдер һөйәркәһе булһа һуң... Ул ваҡыттары күптән үткән бит инде. Мөхәббәте лә янып көлгә ҡалғандыр, ғазаптары ла баҫылғандыр, күрәһең. Рамаҙан үҙе яратманымы һуң? Күпме төндәрен мендәргә ҡапланып тауышһыҙ үкһене... Зәлифәне икенселәр ҡулына ҡалдырыуынан ғәййәр ялҡындарҙа янды. Аҙ булдымы шул йылдары? Һуғыштан алдан, һуғышты... унан һуңғы йылдарҙы бергә иҫәпләгәндә генә лә ун ике йылдан ашҡан. Һаман да шул исем тота бит үҙен, һаман да икенсе ҡатын-ҡыҙға яҡын юлатмай... “Булһа һуң” тип ярлыҡай ул Любаның бар кәмселектәрен дә. Серыйға ла шулай тип яуапланы. Уныһы баштан уҡ Любаға күҙ һалғайны ла, ҡыҙҙан иғтибар ала алмағас, уның һуғыш тарихын сурытып-күпертеп һөйләп сығарҙы. Хатта Рамаҙанды ла туҡтатып кәңәш биргән булды.
-- Ромка, һин бит минән арыуыҡҡа йәш, шуға ҡусты күреп әйтәм, нимәгә һиңә шул һепертке? – тине ул ҡыҙҙы өйөнәсә оҙатып килгән егетте ишек төбөндә туҡтатып. Үҙе Рамаҙандың яуабын көтөп тә тормай дауам итте:
-- Ул бит командирҙарға һөйәркә булып йөрөгән. Һуғышҡан шулайтып. Тоже файҙа инде, тик нимәгә уны ҡарауыллап алып тик йөрөйһөң. Әйҙә беҙҙең менән дә бүлеш. Беҙ командирҙарҙан кәм булмаҫбыҙ ул, - тип тартыуҙан ҡарлыҡҡан тауыш менән ғырҡылдап көлөп тә маташты.
Сикә тамырҙары шартларҙай булып бүртеп сыҡһа ла, һыңар ботло ҡолғаны аяҡ бөгәренән эләктереп ҡолатыу ҙа, өҫтөнә һикереп менеп төйгөсләү теләге ялмап барһа ла, егет тыныс ҡына итеп бер ауыҙ һүҙ менән яуапланы ла китте:
-- Булһа һуң!
Әммә бер-нисә көндән һуң әлеге әҙәм аҡтығын шул урында иҙгәнсе тапамағаны өсөн ергә ятып үкенерҙәй булды Рамаҙан. “Самауырҙарҙы” һәм үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған ауыр ауырыуҙарҙы саф һауала йөрөтөү мәле ине. Люба менән икәүләшеп, ғәҙәтенсә, Антошканы алдылар. Был күңелсәк егет уларҙың араһында ултырып бала һымаҡ ҡыуана, көлдөрә, йырлап та ебәрә, үҙен былар ҙа ярата, Антошка ла Любанан түңәрәк күҙҙәрен айыра алмай торған була. Яратҡан урындарында, текә яр башындағы түбәләстә ултыралар ине, эргәләренә хәйерһеҙ шул Серый килеп баҫты. Тәмәкеһен һурып бөтөп сиртеп осорҙо ла, Любаға өндәште:
-- Туташ, аҙыраҡ атлап киләйек әле, әйтер һүҙем бар.
Люба ҡымшанманы ла. Сергейҙың бәйләнеүенән ул инде йөҙәп бөткән, яусыларын да әллә нисә ҡат кире ҡаҡҡан ине.
Ҡыҙ яуап бирмәгәс, быларға мөрәжәғәт итте:
-- Йөрөп килерһегеҙ, бәлки?
Рамаҙан уйлап өлгөргәнсе Антоша яуапланы ла:
-- Тағы нимә? Сылғауыңды елләтеп бирмәйекме? – үҙе кәрзин эсенән ҡалҡып торған башын ике яҡҡа борғолап кеткелдәп тә алды.
-- Һин орсоҡ тик кенә ултыр, - Серыйҙың да тауышы ҡатыланды. Үҙе һаман китмәй ныҡышты, -- Йә, Люба, баш эйәйемме инде һиңә?
Люба уға боролоп аҫтан өҫкә ҡараны:
-- Кәрәкмәй. Баш эйеүең дә кәрәк түгел, хәбәрең дә кәрәк түгел. Үҙ юлың менән бул, Сережа, мине борсома.
-- Люба... – тип тағы ла ауыҙын асҡайны ғына Сергей, уның тиҫкәрелегенә сабырһыҙланған Антоша ҡысҡырып та ебәрҙе:
-- Кит тинеләр бит һиңә! Китеп ултыр!
Шул ваҡыт Сергей, ярһыуын кемгә төшөрөргә белмәй торған еренән әмәлен тапҡандай, һыңар ҡултыҡ таяғы менән киҙәнеп тороп Антоша ултырған кәрзингә һуҡты ла ебәрҙе. Түңәрәк төплө кәрзин, эсендәге йөгө менән туп шикелле булып аҫҡа тәгәрәне. Бындайҙы көтмәгән Люба менән Рамаҙан, ҡапыл албырғап ҡалып, егет кәрзин артынан һикергәндә, һуң ине инде. Кәрзин шәп тиҙлектә тәкмәсләп барып ярҙан аҫҡа осоп төшөп тә китте. Уның артынан ынтылып, шулай уҡ аунап-тәгәрәп килгән Рамаҙан, ҡулдары менән ерҙе тырнап тигәндәй барып, яр ҡырына етәрәк, туҡтала алды. Люба ла ҡултыҡ таяҡтарһыҙ аҫҡа шыуыша, үҙе яр яңғыратып сарылдай ине:
-- Антоша!Антошка-ҡәҙерлем! Ярҙам итегеҙ! Үлде! Үлде инде! Үтенәм, ярҙам итегеҙ! Рома! Антоша-а-а! А-а-аһ!
Яҡын тирәлә йөрөүселәр, унан санитарҙар йүгерешеп килгәнсе күпме ваҡыт үткәндер, Рамаҙан менән Любаны һөйрәп сығарғансы, табиптар ҡулында тыйып алғыһыҙ булып илап тулаған ҡыҙҙы тынысландырғансы хәтһеҙ ара уҙғандай тойолдо. Ул арала Сергейҙың был тирәнән юҡҡа сығыуын берәү ҙә күҙгә элмәне. Уның ҡайғыһы ла түгел ине шул. Хәлде аңлаған һаҡсылар ҡапҡа аша сығып, урау юлдан яр аҫтына ҡарай йүгерҙеләр һәм тағы ла ғазаплыраҡ булған хәтһеҙ мәлдән күн плащҡа һалынған ҡанлы тән киҫәген күтәреп алып килделәр. Антошаның бит-кәүҙәһе ҡан ҡатыш тупраҡҡа, ҡомға буялған да, алыҫтан ул бер ағас киҫәге кеүек кенә булып ята ине. Был хәлде күргән Люба тағы үкһене:
-- Антоша! Нимешләттеләр һине, туғанҡайым минең?! Антоша!
Рамаҙан һаҡсыларҙың алдағыһына һораулы ҡарашын күтәргәйне, уныһы әкрен генә баш сайҡаны.
-- Ы-ых! – Рамаҙан йоҙроғон йомарлап ергә һуҡты ла, арбаһында ҡырт боролоп казармалар яғына елдерҙе. Ниәте Серыйҙы табып алҡымын сәйнәү ине. Тик енәйәтсе бүлмәһендә лә, башҡа урындарҙа ла, хатта пансионат урамында ла табылманы. Оҙаҡламай уны эҙләүгә барыһы ла ҡушылды, бет итеп тентенеләр ҡоролмаларҙы, әммә теге зым-зыя булды ла ҡуйҙы ҡасаҡ. Икенсе көн урманға, яҡын ауылдарға ҡораллы һаҡ патруль яһап әйләнде, тик Сергейҙың эҙе табылманы. Ә Антошаны алыҫ булмаған урман аҡланына алып барып ерләнеләр. Уның ҡәбере киләһе йылдарҙа киңәйә һәм ҙурая барасаҡ пансионат зыяратының тәүге кәртәле ташы булды.
Ошо ҡайғынан халыҡ тынысланып та өлгөрмәне, уларҙы ҡуҙғытҡан тағы ла бер көтөлмәгән хәл сыҡты. Пароход күлдән үткәндән, йөк машиналарын көтәләр ине тышта, бер машинаның кабинаһынан төшкән хәрби йәш ир үләнгә сумаҙанын ҡуйып ян-яғына ҡаранып торғанда, Рамаҙанды ҡултыҡлап тигәндәй йәнәшәһендә ултырған Люба үҙәк өҙгөс тауыш менән һөрәнләп ебәрҙе:
-- Макси-им! Максимка!
Үҙе ҡысҡырған ыңғайы тороп йүгермәксе булып ынтылды ла, таяҡтарында буталып һөрлөктө. Ярай әле Рамаҙан ынтылып терһәгенән эләктереп өлгөрҙө. Тик ҡыҙ уның ҡулынан да ысҡынып талпынмаҡсы. Ул арала хәрби йүгереп килеп ҡыҙҙы күтәреп тә алды. Ҡултыҡ таяҡтары кәрәкһеҙ булып ҡолашып ҡалдылар. Итәктәрен йәлпелдәтеп бер-ике ҡат әйләндерҙе, унан ергә баҫтырҙы ла, ике сикәһенән алмашлап үпте, унан тағы күкрәгенә ҡыҫты, тартыла биреп төбәлде лә тағы үпәсләне. Люба ла уға сат йәбешеп берсә иланы, берсә көлдө. Уларҙы күҙәткән бер өйөр асыҡ ауыҙҙар “был кем икән” тип юрағансы, ҡыҙ күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡалтыранған тауыш менән иғлан итте лә:
-- Ҡустым был минең! Берҙән-бер туғаным! Күрәһегеҙме? Иҫән булған... Иҫән... – унан тағы үкһеп егеттең түшенә ауҙы.
Киске аштан һуң Люба ҡустыһын Рамаҙан, Василийҙар менән таныштырҙы, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Максим йәшерен хәрби хеҙмәттә булған икән, был хаҡта туғандарына белдерә алмаған, апаһына хәбәр ебәреү ҙә тыйылған. Һуғыштан һуң да сит илдәрҙә йөрөгән, хеҙмәтен үтәгән. Ике ай элек ҡайтып төшһә фатирҙарында икенселәр көн итә, ғаилә ағзаларының ҡайҙалығын белгән кеше юҡ. Таныш-белештәре буйлап йөрөп һораша торғас эҙенә төшкән апаһының. Ваалам тураһында оло ерҙә бөтөнләй мәғлүмәт табыуы ауыр икән, шулай ҙа Максим асыҡлай алған һәм, бына, апаһын килеп эҙләп табып ултыра.
Иртәгәһенә иртә менән өйрәнелгән урындарында осраштылар. Любаның бөгөнгө пароходҡа сығырға тейешлеген белгән Рамаҙан уны ҡара таңдан яр башында көтә ине инде. Ҡыҙ уның янына килеп ултырҙы, яурынына терәлде. Рамаҙан уны иңдәренән ҡосаҡлап алды. Люба һыйына биреп, ҡолағына шыбырлап тигәндәй өндәште:
-- Рома, ҡәҙерлем, әйҙә беҙҙең менән. Бергә йәшәрбеҙ. Мин һиңә бик-бик яҡшы ҡатын булырмын... Барыһы ла һин әйткәнсә эшләнер. Мин мосолманлыҡ ҡабул итә лә алам, теләйһеңме?
Рамаҙан тап ошондай һүҙ булыуҙан хафалана ла ине. Ә нимә тип яуап бирергә белмәй:
-- Люба... Любаша, һинең һәйбәт булырыңды беләм мин... Һин былай ҙа иң аҡыллы, иң матур ҡыҙ...
-- Улайһа нимә ҡамасаулай һиңә? Ни өсөн минән тартылаһың, ятһырайһың ул? Ғәрип булыуым ытырғандырамы?
-- Һин нимә? Мин һинең сибәрлегеңде лә, матур күңелеңде генә күрәм. Ә нимә ҡамасаулағанын әйтә алмайым...
Люба егеттең ҡосағынан ысҡынып ситкәрәк шылды:
-- Беләм нимә тотҡанын һине... һиҙенәм.
-- Нимә? – уның үҙе лә аңламағанды әйтерен көттө Рамаҙан.
-- Күңелеңдә икене кеше бар, икенсе ҡыҙ. Шул тота һине. Уға биргән антыңдыр, бәлки...
Ант?.. Рамаҙандың шул ваҡыт өҫтөнә һалҡын һыу ҡойолғандай булды, ҡапыл зиһене яҡтырып, күҙ алдары асылып ҡалғандай тойолдо. Ант... Эйе лә һуң, ант... Ул бит ант иткәйне Зәлифәгә...
-- Һинең кеүектәргә һоҡланам мин. Үҙ принциптарына, мөхәббәттәренә, әйткән һүҙҙәренә тоғро була белгәндәргә. Минең улай килеп сыҡмай, артыҡ йомшаҡмын, нисектер характерһыҙмын, -- Люба һөйләшеүҙе һәүетемсә юҫыҡҡа төшөрмәксе. Рамаҙан уға борлоп уҡ баҡты, һылыу йөҙөнә, ҡупшы ирендәренә, ап-аҡ муйынына күҙ йүгертте.
-- Һин характерһыҙмы? Һин – герой, Любаша. Йөрәгең алтын һинең. Үҙең хаҡында улай түбән уйлама. Һин һалаясаҡ ир иң бәхетле әҙәм булыр.
Ҡыҙ ауыр көрһөндө лә, йылмайған булды:
-- Тик нишләптер мин һайлаған ирҙәр мине пар итмәй.
Рамаҙан да шаяртыуҙы ҡабул итте:
-- Сөнки ул ирҙәрҙең башы юҡ.
Төштән һуң Любаны пансионат менән сығып оҙатып ҡалдылар. Рамаҙан пристангә тиклем барып, пароход күҙҙән юғалғансы торҙо. Йәненең бер өлөшө бүленеп киткәндәй, был ҡотһоҙ утрауҙа хәҙер инде бер генә лә йәм табылмаҫтай булып ҡалды. Люба уға хат яҙып торорға вәғәҙә итте. Алға китеп әйткәндә, вәғәҙәһендә тора Люба. Улар араһында ғүмерҙәренең аҙағынаса хаттар йөрөй. Күрешәләр ҙә хатта. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын Рамаҙан Любовь Андреевна менән бергә байрам итә.
Матрос
Пансионаттың иң абруйлы кешеһе ул Матрос. Һәм иң олоһо ла. Докумены буйынса уға һикһән тулып килә. Үҙе әйтеүенсә унан да күберәк. Ул тауҙарҙа тыуған һәм ата-әсәләре тауҙан төшөп, ауылға килеп документ яҙҙырғансы бер-нисә йыл үтеп киткән. Метриканы үткән заман менән бирмәгәндәр һәм чабан ғаиләләре бер-бер артлы тыуған балаларын шулай өсәр-дүртәрен бер йылғы итеп теркәгән дә киткән. Иҫләүе буйынса һөйләгәне дөрөҫ булһа, Ҡара диңгеҙ тәңгәленән күтәрелгән мәғрүр тауҙар буйлап түбәһендә мәңгелек боҙ ятҡан үрҙәргәсә үрләргә кәрәк булған уларҙың ҡышлағына. Үҫмерлек осорона еткәнендә әсәһе аурып үлеп ҡалғас, атаһы ун алты балаһын эйәртеп тауҙан төшөп, диңгеҙ эргәһендәге балыҡсылар ауылында көн итә башлай. Унда икенсе ҡатын алып, уныһынан тағы ла һигеҙ балаһы донъяға килә. Шул ерҙән, 1904 йылда, егерме йәшлек абхаз улы Батал Зухбая Урыҫ-япон һуғышына алына. Унда йөрөп имен-һау ҡайтып өйләнә лә, утыҙ йәштәр самаһында, ике улы менән ҡатынын ҡалдырып, Беренсе донъя һуғышына саҡырыла. Ғүмере булғас, уныһынан да бер ере лә сыйылмай әйләнә Батал, күкрәген ике Георгий Кресты биҙәй. Ҡайтып, күнегелгән балыҡсылыҡ кәсебенә тотона һәм тағы ла өс малайға атай була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уның башлы-күҙле булып йәшәп ятҡан биш улы ла бер-бер артлы алына. Һәм ҡара ҡағыҙҙары ла бер-бер артлы килә... Өсөнсөһөнөң ҡара ҡағыҙын бисара ҡатыны күтәрә алмай, улдарының х
бөткән майшәдәй генә булып һыҙылып ятып йән бирә. Тағы икеһенең ҡағыҙын бер үҙе ҡабул итә ҡарт һалдат. Унан балаларының үлем хәбәрҙәрен йыйнап түш кеҫәһенә һалып ала ла, Ҡара диңгеҙ флоты портына барып хеҙмәткә алыуҙарын һорай. Документтарына ҡарап уға “61 йәш - олоһоң” тиҙәр. Шул ваҡыт Батал ҡабул итеүсе командирҙың алдына “Аслан, Беслан, Баград, Барнук, Архас...” тип исемләп биш ҡара ҡағыҙҙы сығарып теҙеп һала ла, уҫал ҡарап өҙөп әйтә: ал!
Баталды флоттың хужалыҡ эштәренә хеҙмәткә алалар. Ул йә ашханаға аҙыҡ-түлек ташышыуҙа, йә иң аҫтағы ҡатта тимер-томор майлауҙа, йә яғыуға күмер алып килеүҙә йөрөй. Әллә нисә тапҡыр лайнерҙарҙы хәрби заданиеларға оҙата ла, көтөп ала алмай. Балалары кеүек күреп эҫенеп бөткән егеттәрҙе арҡаларынан ҡағып тороп ҡала ла, офоҡҡа ҡарап ҡоро бушҡа күҙҙәрен талдыра. Уландарын һағынып оҙон тау йырҙарын һуҙа ҡарт, йәш матростарҙы юҡһынып уларҙан өйрәнгәндәрен йырлай:
Раскинулось море широко, И волны бушуют вдали... Товарищ, мы едем далёко, Подальше от этой земли...
1944 йылдың көҙөндә, ул тирәлә инде фашистың еҫе лә ҡалмаған мәлдә, совет хәрби диңгеҙ техникаһын юҡ итеү маҡсаты менән ебәрелгән немец разведчиктарының мәкерле планы ҡорбаны була ҡарт матрос. Көҙгө иртәлә, портта тып-тыныс торған лайнерҙарҙғы шартлау тауышы барлыҡ хәрби көстө аяҡҡа баҫтыра. Хәрби флоттың ҙур өлөшө пехота менән берлектә дошманды ҡыуып киткән дә, бында техниканы һаҡлауға бер өлөш кенә ҡалдырылған була. Иң беренселәрҙән булып килеп еткән Батал ут эсендә сәсәй-сәсәй йөрөп яралыларҙы ҡотҡара, эстәге юлдарҙы, каюталар нисек урынлашыуын яҡшы белгәс, өҫтөнә һыу ҡоя ла инеп сума, сығып аҙыраҡ тын ала ла, тағы инеп юғала. Сираттағы инеүендә үҙе лә емереклек аҫтына ҡалып боттарын иҙҙерә. Шунда ла шыуышып сығып етеп иҫен юя һәм аяҡтарһыҙ көйө аңына килә. Рамаҙандан айырмалы рәүештә, аяҡтары өсөн артыҡ борсолмай Батал, уны иң аптыратҡаны һаман йәшәүе, һаман тере ҡалыуы була. “Ни өсөн минең арыҫландай биш улым үлде лә, ни сәбәптән анау сама йәш малайҙар ҡырылды ла, мин өсөнсө һуғышты үтеп йәшәйем?” тип баш вата ул. Ошо уҡ һорауын ағас йышыуынан туҡтап, уйланып ултырып, Рамаҙанға ла йыш бирә ҡарт. Бөркөт танауы өҫтөндә килеп ҡушылған ялбыр аҡ ҡаштарын һындырып, төҫө уңған, әммә үткерлеген юғалтмаған асыҡ күк күҙҙәрен зәһәр яндырып ҡарап һорай: ни өсөн улай, был бит яңылышлыҡ, улай булырға тейеш түгел, ти. Рамаҙан һәр ваҡыттағыса яуапһыҙ, ҡарап ҡына ҡуя ҡартҡа. Ә ул кәкере бармағын өҫкә төбәп күрһәтә лә, яуабын үҙе үк әйтә: ул ғына белә...
Һуғыш бөтөр бөтмәҫтән Ҡара диңгеҙ ярында һәм шул территорияла йәшәүсе абхаз, калмык, инғуш, чечен, балҡар, ҡарасай, ноғай, ҡырым татарҙары кеүек
61 төрлө милләтте тыуған илдәренән көсләп күсереү башлана. Халыҡты тәүлек эсендә йыйындырып алып, илатып-буҙлатып вагондарға тейәйҙәр ҙә, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан далаларына алып барып ауҙаралар. Ир-аты һуғышта булып ҡалған йәки ошо уҡ Ватан өсөн ҡорбан булғандарҙың бисә-сәсәһен, бала-сағаһын һәм ҡарт-ҡороһон ете ят яҡтарға алып барып олаҡтыралар. Уларҙың күбереһ юлда аслыҡтан үлә, үлгәндәрҙе туҡтап та тормайынса поездан ырғытып китәләр, тимер юлы буйында ташландыҡ кәүҙәләрҙе ерләүсе махсус отрядтар булдырыла хатта һәм 1943-46-сы йылдарҙа был юлдар исемһеҙ зыяраттар менән тула. Бары тик алтымышнсы йылдарҙан һуң ғына туҙҙырылған халыҡтарҙың ҡалған күпмелер өлөшө үҙ төбәктәренә ҡайтыу хоҡуғын ала.
Был буталышта Баталдың да аталаш булған егерме өс туғаны, уларҙан таралған ике йөҙләп заты һәм улдарының аманаты - ике тиҫтәгә яҡын ейәндәре сәс-баш булып туҙып-юғалып бөтә. Батал һәм уның малайҙары яҡлап ҡан ҡойған ил ни эшләптер шулай аямай уларҙы, ниндәйҙер гонаһтары өсөн һаман-һаман, ҡайта-ҡайта хаҡ түләтә...
Аҙаҡ, аяҡһыҙ булып ҡалғас, ул ғәрип ветерандарҙы махсус лагерҙарға оҙатыуҙарын ишетеп, үҙ ризалығы менән юлға сыға һәм әлеге Валаам утрауына килеп юлыға. Туғандарын эҙләмәй ул, был хәлендә берәүҙе лә борсорға ла, бимазаларҙа ла теләмәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан сәләмәтлеге ныҡлы, зиһене шәп, ҡолағы сос, күҙе үткер. Күп һөйләмәй, әммә әйтһә һәр саҡ тураһын әйтә. Йомшартып, уратып тормай. Рамаҙан менән уларҙың ендәре килешә. “Һин миңә оҡшағанһың” тип тә ебәрә ҡайһы саҡ ҡарт. Шулай тиеүе, йәнәһе, хуплауы. Ағас эшенә оҫта үҙе. Бер көн бер утын киҫәген ала ла, ике-өс көндән шул нәмәне әллә ни төрлө нағышлы әйбергә әйләндерә лә ҡуя. Ҡыҙ-ҡырҡынды семәрле ҡумталы, кәштәле, һандыҡлы итеп бөттө инде. Василийҙың балаларына ниндәй генә уйынсыҡтар бүләк итмәне : айыуын да, атын да, ҡошон да һырлап бирҙе. Яңы тыуған һәр сабыйға тигәндәй бағышлап сәңгелдәктәр яһаны. Пансионатта бәпес көтөлгәнен ишеткән көндән бишек эшләүгә тотона ла, бер кем менән бер нәмә һөйләшмәй ултырып тамамлап, биҙәктәрен төшөрөп, тәтәйҙәрен тағып алып барып бәхетле ғаиләнең ишек төбөнә һөйәп китә. Ә инде балаларҙың уны яратауы! Алпан-толпан атлап йөрөгәне лә, ыштанһыҙ йүгергәне лә, ярайһы ултырып тыңларлыҡ аҡылға эйәләре лә ҡарт матростың янында. Ул урамда ла бер өйөр балалар урауында йөрөй, береһен күтәреп, икенсеһен етәләп, башҡаларын эйәртеп ала. Шуларға нимәләрҙер һөйләй, улары аңлайҙармы-юҡмы ауыҙ асып тыңлаған булалар.
-- Матрос олатай, мине лә күтәр!
-- Матрос олатай, теге дейеүҙе тағы ла һөйлә!
-- Ат эшләп күрһәт, Матрос олатай?
-- Әйҙә, һыу буйына төшәйек, Матрос олатай!
Ҡарт уларҙың бер нәмәһенә лә “юҡ” тимәй, көмөрәйә башлаған дәү кәүҙәһен тубыҡтарына кейҙерелгән күн “тояҡтарында” еңел йөрөтөп, һәр теләктәрен ҡәнәғәтләндереп тора. Малайҙары ҡартты артыҡ йонсотҡандай булып китһә, Зинаида асыуланмай ғына уларҙы ороша:
-- Олатайҙы арытаһығыҙ бит, малайҙар, етәрегеҙ, ҡайтығыҙ әйҙә.
Балалар бабайҙың “юҡ, арыманым” тип әйтеүен көтөп ауыҙына текәлеп китәләр. Быны белгән ҡарт көлөмһөрәп юрамал өндәшмәй тора. Түҙемһеҙләнгән бәләкәстәр уның ҡулынан тарталар: йәнәһе, әйт беҙҙең әсәйгә, беҙ һине ялҡытмайбыҙ, юғиһә, хәҙер ҡыуып ҡайтара. Ҡарт яурындарын ғына һелкетеп көлөп ала ла, ҡул һелтәй:
-- Бар, Зинаида, юлыңда бул, беҙҙең бында ирҙәрсә һөйләшеү.
Зинаға ла был ярҙам ҡулай, хәҙер уның баҡсаһы ла, ҡош-ҡорто ла бар. Пансионат ферма ла тота. Унда һауынға ла өлгөрөргә кәрәк. Ошондай мәшәҡәтле тормошта Матрос ҡатын-ҡыҙ өсөн Хоҙай бүләгеләй.
“Бына нимә өсөн йәшәтә уны үҙе бармаҡ төртөп күрһәткән өҫтәге” тип уйлай шул саҡта Рамаҙан. Кешеләргә ҡыуаныс өләшһен өсөн.
Бер көн Матрос менән уның араһында сәйер генә һөйләшеү булып алды. Һәм ҡарттың ауыҙынан ишетелгәндәр уйға һалды Рамаҙанды, оҙаҡ ҡын башынан сыҡмай йөрөнө.
-- Һеҙ балалар яратаһығыҙмы? – тип һораны егет, кискә тәнәйҙәрен әсәләренә таратып сығып саҡ ҡайтып инеп ултырған бабайҙан.
-- Ә кем уларҙы яратмай? – тип һорауға һорау менән яуапланы Матрос. Унан ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп өҫтәп ҡуйҙы: -- Һиңә лә кәрәк балалар.
-- Баланы йылғанан тотоп алып булмай шул, - Рамаҙан тапҡырлығынан ауыҙын йырғайны ла, ҡарт уны тиҙ генә урынына ултыртты:
-- Баланы ҡайҙан алғандарын мин биш йәшемдән беләм. Әсәй-бахыр шаршау артында бәпәй тыуҙырғанды йоҙроҡтарыбыҙҙы тешләп көтөп ултырабыҙ. Ул беҙҙе ҡурҡытмайым тип ауыҙын сепрәк менән томалап көсәнә. Атай тыныс ҡиәфәттә тышта нимәләрҙер менән булған була ла, мин уның атлап йөрөшөнән үк борсолғанын тоям. Күпмелер көсөргәнештән һуң шомло тынлыҡты ҡапыл ғына бәпес тауышы сыйһа, барыбыҙ ҙа еңел һулап ебәрәбеҙ. Ә һуңғы тапҡырында шул еңеллек килмәне. Нисек итеп күкрәгемә һауа таш булып төйөрөлөп торған булһа, ул шунан тышҡа бөркөлмәне, тын алып ебәрә алманым кеүек. Ун алтынсы бәпесенә ғүмер биргәндә йөрәге туҡтаны әсәйебеҙҙең. Ә һин... йылғанан, имеш...
Был тарихтан шаңҡый биреңкерәп ҡалды Рамаҙан. Урынһыҙ шаярыуына уңайһыҙланды. Шулай ҙа һүҙҙе ялғаны:
-- Беҙҙә лә балалар күп тыуа ул, ғаиләләр ҙур. Тик бер өйҙә ун алты баланы күргәнем булманы.
-- Бына минең атайҙың егерме дүрт балаһы ҡалған, минең биш улдан тыуған ун һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар ине, моғайын әлеге көн шуларҙың исмаһам яртыһы булһа ла иҫән-һауҙыр ҙа, был ерҙә минең затымды дауам итәләрҙер, тип ышанам. Мин үлһәм был әҙәми донъяла эҙем – орлоҡтарым ҡала. Ә һинең нимәң ҡала?
Рамаҙан күҙҙәрен селт-селт йомғолап ҡуйҙы ла, иренен ҡымтый төштө.
-- Шул-шул, бер нәмәң дә ҡалмай. Ә мин өлкән ейәндәремә ата-бабаларыбыҙҙың зат сылбырын һөйләй-һөйләй ятлатҡанмын. Улар төндә торғоҙоп һораһаң да был мәғлүмәтте әйтеп бирә алалар. Шул балаларҙың берәүһе һаҡланһа ла, ул үҙенең кемдәрҙән башланған зат булыуын һәм кемдәрҙән тыуғанлығын белергә тейеш. Был сылбырҙы өҙөргә һәм ҡороторға ярамай. Беҙҙең халыҡтың ҡәтғи ҡануны был.
-- Беҙҙә лә бар бындай тәртип. Мин дә шәжәрәмде беләм ул, - ҡартты ышандырыу теләгенән бала саҡтан белгән, әммә һуңғы йылдарҙа бөтөнләй иҫендә лә булмаған исемлекте ятлап ташланы, -- Оморҙаҡ, Оморҙаҡтың улы Ҡалмыҡ, уның улы Сәйфелмөлөк, уның улы Әхмәтсафа, уның улы Ҡазыхан, уның улы Абдрахман, уның улы Рамаҙан!
-- Ә Рамаҙандың улы кем?
-- ...
-- Буласаҡмы ул Рамаҙандың улы, ә? Әллә уның зат-ырыу хәтирәһе ошо утрау зыяратында ятып ҡаласаҡмы?
-- Нимә эшләй алам һуң мин?.. Өйләнгем килмәй...
Батал ҡарт йомшаҡ селек һепертке менән оҫтахананың иҙәнен һеперә, үҙе бөркөт ҡарашын ҡулында ағас киҫәген ыуалаған егеткә ҡаҙай-ҡаҙай аҡыл бирә:
-- Һинең, улым, бында өйләнмәҫеңде күптән аңланым. Үткән йыл ҡандай сибәр ҡыҙҙы ла ысҡындырып ебәрҙең. Тимәк, һинең яҙмышың бында түгел.
-- Ә ҡайҙа... тип уйлайһығыҙ?
-- Тыуған яҡтарыңдалыр, бәлки... Ҡайтырға кәрәк һиңә, улым. Һин әле йәш, көслө, күҙ терәп барыр ерең бар. Үҙ ырыуың менән йәшәр кәрәк һиңә, үҙ динеңдәге, үҙ фиғелеңдәгеләр менән.
Рамаҙандың йөҙө сытырайҙы:
-- Ошо хәлдәме? – күҙ ҡарашын аҫҡы өлөшөнә һирпеп алды.
-- Үҙеңдекеләр араһында һин ниндәй хәлдә лә үҙ булаһың. Һәм, ана, күреп тораһың, аяҡһыҙҙарҙан да, ҡулһыҙҙарҙан да дүрт ағзаһы камил балалар тыуа. Бисәләр алар ирҙең матурлығына түгел, ә ирлегенә эйәләй.
Ҡарт иҙәндәрҙе һепереп бөттө лә, ул-был нәмәне рәтләгәс, шәмде ҡулына алып алдан атланы, Рамаҙан уның артынан арбаһында тығырлап эйәрҙе. Тоноҡ шәм яҡтыһында был ике ғәҙәти булмаған һын борма-борма оҙон коридорҙар буйлап китте. Донъяның ике тарафында көн иткән ике төрлө
халыҡтың ни яҡтары менәндер рухташ булған был ике ағзаһы ошо юлдарҙы бергә-бергә аҙ уҙмаясаҡтар әле. Алға китеп әйткәндә, абхаз ҡарты Батал Зубхая Валаам пансионатында 92 йәшенә етеп донъя ҡуя. Уның теленән төшмәгән “Аслан, Беслан, Баград, Барнук, Архас...” тигән һамағын ҡәбер ташына ла яҙып ҡуялар. Матросҡа хөрмәтен шулай күрһәтә халыҡ.
Һикһәненсе йылдарҙан һуң, пансионат күптән ябылғас инде, утрауҙа ветерандар хөрмәтенә Хәтер стеллаһы ҡуйыла. Шул тантанаға Баталдың ейәндәренән таралған заттары килеп ҡарт олаталарының ҡәберен эҙләп таба һәм музей дәфтәренә “46 бүлә-бүләсәһе исеменән” тигән яҙма ҡалдыра.
Алыш
Тау башындағылар күренеү менән һыҙғыртып сәләм бирә торған пароход үҙ ваҡытында үтеүен үтте лә, ни эшләптер аҙыҡ машиналары оҙаҡланы. Игнатьев та, ашхана мөдире лә ҡырҡ сығып әйләнде, алмаш-тилмәш булып офоҡто күҙәтте. Тик аҙыҡ ылауҙары килмәне лә килмәне. Ахырҙа Федор Васильевич ике һаҡсы алып арбалы матайҙа ҡаршы китте лә, бер сәғәт тигәндән әйләнеп тә килде. Килде лә лагерҙа “тревога” күтәрҙе. Тиҙ арала баҫыуҙа уңыш йыйғандар, мал, ҡош фермаларында эшләүселәр, оҫтаханаларҙа ултырғандар, йәғни йөрөй-ҡыбырлай алғандарҙың барыһы ла төп бина алдына йыйылды.
-- Иптәштәр! – тип бик тулҡынланып һүҙ башланы Игнатьев, уның хатта ҡулдары ҡалтырай, асыуҙанмы, шаңҡыуҙанмы аҫҡы ирене тартышып-тартышып китә лә, тотош йөҙөн ҡыйшайтҡандай итә ине. – Беҙҙә – “ЧП”! Аҙыҡ ылауҙарына һөжүм ителгән! Дөрөҫөрәге, бөтөнләй ҡыуып алып киткәндәр!
Халыҡ ҡапыл ғына уянып китә алманы, улар өсөн дә был хәл бөтөнләй көтөлмәгәнсә булды.
-- Ярты юлда туҡтатҡандар, ҡорбандар ҙа булған, күрәһең, юлда ҡан эҙҙәре бар. Йөктәрҙе оҙата килгән һаҡсыларҙы юҡ иткәндәрҙер тип уйлайым, бәлки водителдәрҙе лә... Әммә кәүҙәләрен тапманыҡ, ситкәрәк йәшереп китеүҙәре лә ихтимал. Бына шундай хәлдәр, туғандар.
Ниһайәт, халыҡ та телгә килде:
-- Утрауҙа банда йөрөй тигәне ишетелгәйне шул, буш хәбәр булмаған икән.
-- Күпме икәндәрен белергә ине...
-- Айлыҡ аҙыҡтан яҙып булмай! Һәм ҡурҡырға ла ярамай уларҙан!
Игнатьев тыныслыҡ талап итеп ҡулын күтәрҙе:
-- Дөрөҫ уйлайһығыҙ, иптәштәр! Беҙ хәҙер берәй сараһын күрмәһәк, улар шашасаҡ ҡына. Унан килеп кәрәсин, он кеүек нәмәләр ике көнлөк кенә ҡалған. Ылауҙа ҡышҡа йылы кейемдәр ҙә, медикаменттар ҙа булырға тейеш...
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаушап төшһә лә, ир-егет ярһыны ғына:
-- Ҡорал бирегеҙ, Федор Васильевич! Давай ҡыҙыуында арттарынан сығайыҡ!
-- Ярҙам килгәнен көтөп ултыра алмайбыҙ бит? Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк ҡыбырлайыҡ. Йөк машиналары юлһыҙ тау-таш араһында әллә ҡайҙа китә алмаҫ.
Федор Васильевич баш ҡаға-ҡаға тыңлап торҙо ла, тағы һүҙ алды:
-- Иптәштәр! Иптәш, фронтовиктар! Кемдең хәле бар, шуларҙы тағы бер тапҡыр ҡоралға тотонорға һәм үҙебеҙҙе яҡларға саҡырам! Дуҫтар, ил баҫып килгән фашисты еңгән, яҙмыш ауырлығына бөгөлмәгән ҡаһармандар бит әле беҙ, әйҙәгеҙ, был юлы ла бирешмәйек – һатлыҡйәндәрҙе тотоп яуапҡа тарттырайыҡ!
Тыныс тормошҡа, хатта артыҡ хәсрәтһеҙ һәм сикләнгән йәшәйешкә күнеккәндәр ҙә, хеҙмәт менән көн итеүселәр ҙә һәм хатта ашап-эсеп ятыуға ғына ҡулайлашҡандар ҙа кинәт ҡуҙғып, теремекләнеп китте. Уларҙа һуғышсы ҡомары уянды. Әлегә көсө һәм күләме билдәле лә булмаған дошманға ҡаршы күтәрелеүгә ҡорал таптырып ябырылды ир-ат. Был ғауғаға табипҡа ла килеп ҡушылырға тура килде. Сөнки “һуғышсыларҙың” хәл-торошон унан яҡшы белгән кеше юҡ. Ул стройҙа тороусыларҙы “годен-не годен” тип аралап бүлеп сыҡты. Әммә “не годен” булғандар ҙа ҡоралландырылып, пансионат сиктәренә ултыртып сығылды. Һаҡсылар уларға ашығыс рәүештә инструктаж үткәрҙе лә, ҡалғандар өс төркөмгә бүленеп, өс тарафҡа юл алды.
Рамаҙандар төркөмө ике сәләмәт һаҡсынан, бер ашнаҡсы һәм санитарҙан да, ете “танкистан” торҙо. Икенсе төркөмдө Игнатьев үҙе етәкләгән булһа, өсөнсө төркөм доктор Соломон ҡулы аҫтында сыҡты.
Беренсе көн алыҫ юл үтә алманылар, төштән һуң ғына ҡуҙғалғандар ҙа, көҙгө көн дә йәһәт ҡараңғылатты ла ҡуйҙы. Ҡоро паек менән тамаҡ ялғағас, арҡаларына аҫҡан плащь-палаткаларын йәйеп ебәреп йомшаҡ мүк, ҡарағай ылыҫы менән ҡапланған ергә тәгәрәшеп тә бөттөләр. Усаҡ тоҡандырыу ҡәтғи тыйылғайны. Ике сәғәт һайын һаҡты алмаштырып, һәр береһенә ял бирергә тырыштылар. Рамаҙан Матросты, оло кеше булараҡ, һаҡҡа ҡуймаҫҡа иткәйне лә, уныһы йоҡоһоҙлоҡҡа һылтанып ятманы ла тигәндәй. Хәленән килһә был ҡартты ул бөтөнләй эйәртмәҫ тә ине, тик бында Баталға бойороҡ бирә алған әҙәм юҡ. Хатта Игнатьев та үтенес йә кәңәш менән генә мөрәжәғәт итә ала уға. Әлеге заданиеға ла ул рөхсәт көтөп тормай, биленә нисәнселер быуынынан ҡалған ҡомартҡыһын - семәрле хәнйәрен таҡты ла беренселәрҙән булып сафҡа баҫты. Директор менән доктор бер-береһенә ҡарашып ҡына ҡуя алды.
Таң яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалдылар. Йомшаҡ ерлектә ауыр йөк тейәлгән машинаның бата-бата ынтылған урындары асыҡ күренә лә, ҡайһы урындарҙа бөтөнләй ерҙән китмәгәндәй булып ҡала. Эҙәрмәндәр күҙәтә торғас был яҡҡа
тик бер генә ылауҙың юлланыуын аңлап алды. Тимәк, эҙ яҙҙырыу өсөн, ике машина ике йүнәлештә алып кителгән. Төшкө ашҡа туҡтағайнылар, алдан барған күҙәтеүселәр ашығышып боролоп килде.
-- Беҙ торған тау аҫтында мәмерйә бар. Шул тәңгәлдә машина тора, тик кешеләре күренмәй, -- тип хәбәр итте улар.
Аш ҡайғыһы китте. Һәр кем ҡоралын уңайлап тотоп, тауҙың мәрейә ауыҙына ҡараған текә битенән шыуып төштөләр. Ағастарға ышыҡлана-ышыҡлана машина эргәһенә килеп еттеләр, кузовты, кабинаны ҡаранылар – буш. Мәмерйәнең станаларына һыйынып һаҡ ҡына эскә үтә башлағайнылар ғына, ҡапыл урман боролошонан йөк машинаһының икенсеһе килеп сыҡты ла, туп-тура былай елдерҙе. “Ятырға” тигән бойороҡтан барыһы ла ергә ауып, шыуышып йөрөп уңайлы урындар һайланы. Бына машина килеп тә туҡтаны, кабинаһынан һәм кузовынан унлаған ир-ат һикерешеп төштө. Уларҙың аяҡтары ергә тейер-теймәҫтән мәмерйәләгеләр ут асты. Китте атыш. Ул арала тағы бойороҡ яңғыраны:
-- Эстән киләләр! Арттағылар эстәгеләрҙе ҡаршыларға әҙерләнә!
Рамаҙан тоҡос кәүҙәһен йәһәт бороп эстән шаптыр-шоптор йүгерешеп килгәндәрҙең яҡтыға сыҡҡанын көттө. Тыштағы атыш тауышын ишетеп, тәртипһеҙ һәм һаҡһыҙ сабышып килгән ирҙәр кәм тигәндә лә бер тиҫтәләп ине. Тәүге икәүһен автомат сираты менән тәгәрәткәйне, башҡалары эйелә-сүгәләй, таштар артына ышыҡланып атышыуға күсте. Ике яҡтан ҡыҫымға алды банда. Баш күтәрер әмәлдәре лә ҡалманы.
-- Сәпкә генә атырға! Бушҡа пуля әрәм итмәҫкә! – һул яурынын ҡыҫып тотҡан һаҡсыларҙың береһе сытырайып команда бирә. Егеттең яраланғанын аңғарған Батал шыуышып килеп, уның яурынбашын һыҡтырып бәйләп ҡуя.
Ҡамауҙа ҡалғандарҙың үҙҙәренә ҡарағанда аҙлығын да һәм ҡоралдары ла һынаулы ғына икәнде аңлап алған банда вәкилдәре ҡыйыулана төштө. Улар ара-тирә атышты ла, артыҡ ҡабаланмай, хатта тәмәке тоҡандырып, ышыҡ урындарында көтөргә булды.
-- Эй! Фрайерҙар! Һеҙгә ҡорбандар кәрәкме? Кәрәкһә – булдырабыҙ! Кәрәкмәһә – килешәбеҙ, ә? – машина тәгәрмәсенә ышыҡланып ҡысҡырғандың тауышын, әлбиттә, барыһы ла таныны.
-- Серый... – тип теш араһынан ыҫылданы Рамаҙан да.
-- Йә, килешәбеҙме? Һеҙ беҙҙең менән ҡалаһығыҙ ҙа, табышты уртаҡ бүлешәбеҙ!
-- Беҙ банда шакалдары менән килешмәйбеҙ! – яралы һаҡсы барыһы өсөн яуапланы.
-- Һин, сопляк, башҡалар өсөн хәл итмә. Һинең эшең хеҙмәт итеү, ике-өс йылдан әсәң ҡуйынына ҡайтып китәһең. Ә бындағы фронтовиктар улар беҙҙең кеүек ташландыҡ әҙәмдәр. Мин улар менән һөйләшәм!
-- Фронтовиктар менән һөйләшкең киләме? Улайһа, әйҙә, сыҡ, икәүҙән-икәү һөйләшәйек! – Рамаҙандың асыуы алҡымына килеп, ҡалҡына ла башлағайны, эргәһендә ятҡан Батал ҡарт еңенән тартып кире һалды.
-- Ә-ә! Басурман! Һин дә бындамы? – Сергей ҡәнәғәт көлдө, -- Бына, дуҫҡай, килеп ҡаптың!
-- Һин миңә Антоша өсөн яуап бирәсәкһең әле!
-- Бирермен-бирермен, ниндәй һорауҙарың бар, барыһына ла яуап бирермен. Беҙҙең ваҡыт күп, ашыҡҡан еребеҙ юҡ.
Тыштағылар яйлап тәмәке тартып алдылар ҙа, үҙ-ара мөңгөрләшеп хәбәрләшкәс, Сергей тағы килешеп ҡарамаҡсы булды:
-- Һинең һүҙеңде ишеттек, басурман, ә башҡалар нимә уйлай? Барыһының да үлгеһе килмәйҙер бит? Мин бына Матростың аҡ башын күрәм. Сәләм-алейкум, хөрмәтлем! Һеҙ нимә тиәрһегеҙ, аҡыллы кеше?
-- Мин бит үҙ ҡанундарым менән йәшәгән уҙаман, Серый ҡустым, беләһең, -- Батал да әңгәмәгә ҡушыла, тауышында асыуҙың әҫәре лә юҡ. – Мин тыуып үҫкән яҡта барыҫтар менән шакалдар бер өйөрҙә йөрөмәй. Барыҫ хатта ҡартайып, һунар итә алмай башлағанда ла шакалдар ҡалдығына ауыҙын бысратмай. Ул иң бейек түбәләргә үрмәләп менеп, шунда ғорур ятып үлә. Һин, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән мөрхәтһенеп өйрәнгән йән, бындайҙы, бәлки, ишеткәнең дә юҡтыр?
-- Шулай икә-ән... – Серый ҡайғырған булып ҡыланды, -- Мин һеҙҙе берәҙәк ғәрип ҡарт тип кенә күрһәм, һеҙ, әләйһәң, тау барыҫы икән дә, -- уның ғыжғылдап көлгәненә башҡалары ҡушылды.
-- Барыҫ булыу өсөн аяҡ та, ҡул да кәрәкмәй. Барыҫ булыу өсөн барыҫ йөрәге кәрәк! Һәм шакал булыу өсөн дә шулай.
-- Улайһа, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләгеҙ, дуҫтар! Беҙ, бурҙар, һеҙҙең кеүек ғорур түгел, беҙ бары рәхәтлектә йәшәргә генә теләйбеҙ! – тигәненән һуң тағы ла ут асты Сергей. Уның автоматынан сәселгән пулялар мәмерйә таштарына бәрелеп сарт-сорт килде. Эстәгеләр ҙә ҡушылды. Тағы атыш тоҡанды. Ян-яғында атыусыларҙың тынып ҡалғанынан араларында юғалтыуҙар барлығын да аңлай Рамаҙан. Тик уларҙың кемдәр икәнлеген аңғарырлыҡ форсаты юҡ. Уға мәмерйә төбөнән килеүселәрҙе юҡ итергә, һис юғы тотҡарларға кәрәк...
Алыштың иң ҡыҙыу мәлендә тышта ниндәйҙер тауыш ҡупты ла, тора-бара ҡысҡырыуҙар айырым-асыҡ салынды:
-- Ура-а-а!
-- Ур-р-ра-ааа!
Быны ишеткән Рамаҙан һикереп торҙо:
-- Беҙҙекеләр! Егеттәр, атакаға-а! – үҙе алыҫ түгел таш артында ятҡандың өҫтөнә һикерҙе. Уны атырға тип пистолетын тоҫҡағандың яурынына Батал
ҡарттың ҡулынан ысҡынған хәнйәр осоп килеп тә ҡаҙалды. Китте ҡул һуғышы!
Тыштағы банда төркөмө эскә ҡыҫырыҡланды. Улар хәҙер мәмерйә стеналарына ышыҡланып атышты. Бындағыларҙың осона сыҡҡан Рамаҙан тыштан ҡасып ингәндәргә һөжүм итергә ынтылғайны ғына, ҡаршыһына Серый баҫты ла:
-- Һәр хәлдә минән оҙай йәшәмәйәсәкһең! – тип терәп тигәндәй эсенә атып та ебәрҙе. Егет ауып барған ыңғайы Сергейҙың түшенән матҡып тотоп өлгөрөп, уны үҙ өҫтөнә ауҙарҙы ла, ике уртаға тура килеп ҡыҫылған автоматының тәтеһенә баҫты. Бурҙың эйәк аҫтына терәлгән көбәктән сыҡҡан ут шәлкеме бисараның түбәһен алып та китте. Яңы төркөм менән килеп еткән Василий уларҙы шулай ҡан эсендә бер-береһенә сат йәбешеп ятҡан килеш тапты.
Эңер төшөүгә йөк машиналары пансионатҡа урланған аҙыҡ-түлекте, йылы кейемдәрҙе, әсирҙәрҙе... яралыларҙы һәм үлгәндәрҙе тейәп ҡайтып инде.
Зәлифә
-- Йә-йә... Ас күҙеңде, ас... – Тарас Соломоновичтың бәрхәт тауышы алыҫтан ишетелгәндәй, ҙур усы ла маңлайына ауыр булып ятҡандай. Эйелеп төбәлгән йөҙө лә бер урында ғына тора алмай шылып йөрөгәндәй...
-- Ромка... улым! Бирешмә, давай, бирешмә! Ромка, ишетәһеңме мине? – табип егеттең ҡабаттан күҙҙәрен йомоуына ризаһыҙлығын белдереп ҡәтғи
өндәшә, -- Ас күҙеңде, был – бойороҡ!
Рамаҙан бойороҡҡа буйһонорға итеп тырыша ла, күҙ ҡабаҡтарын баҫып килгән ауырылыҡҡа көсө етмәй, ҡабат упҡынға сума...
Мәле еткәс күҙҙәре лә еңел генә асылды. Әйтерһең, йоҡоһо туйып уянып китте. Ҡайҙалығын шундуҡ аңланы – лазаретта. Тәҙрәгә текәлеп уйланып ултырған санитарка уның керфеге елпенгәнде ишеткәндәй булып әйләнеп ҡараны:
-- Уяндыңмы?
Унан килеп йөҙөн һәм ҡалын итеп уралған күкрәк-эс тәңгәлен ентекле ҡарап сыҡты ла, күрше бүлмәләгеләргә өндәште:
-- Яралы иҫенә килде!
Ул яҡтан ашығып ике-өс медсестра һәм аҙаҡтан битен-башын һыпырғылап табип инде. Тарас Соломонович ятып торған булған, күрәһең, өҫтө тәпәрләнгән, йөҙө йонсоу.
-- Йә, батыр, хәлдәр нисек? – тип йылмайҙы ул уйынлы-ысынлы итеп.
Яуап биреүгә Рамаҙандың ирендәре лә, теле лә ҡыбырламаны. Был хәлен аңлаған егеттең күҙҙәре ҙур асылды. Аяҡтары булмауы ғына етмәгән, хәҙер
һөйләшә лә алмаймы? Уның был хафаһын аңлап өлгөргән табип тынысландырырға ашыҡты:
-- Борсолма, телең урынында, һөйләшерһең. Бер-ике урында эсәктәреңде генә көпшә менән ялғаным, башҡа нәмәләреңә теймәнем.
Рамаҙан уға рәхмәтле ҡарап ята ғына ала.
-- Ысынын ғына әйтәм, ҡотҡара алыуыма ышанманым. Ҡаның да китеп бөткән, яраң да ауыр ине... Был ғүмеремдә бына инде нисәнсе тапҡыр әҙәм балаһының ғүмере кеше ҡулында түгел икәнлегенә инанам... – Тарас Соломонович, биш тиҫтә йылдарҙан ашыу хирург хеҙмәтен башҡарған табип, донъя мөғжизәләрен бер бөгөн белә башлағандай булып аптырап баш сайҡай. – Бына шулай, улым... Артабан, санитарҙарҙы тыңлап ҡына ятһаң, ай тирәһендә аяҡҡа... - тине лә, яралының аяҡһыҙлығын иҫләп төҙәтеп ҡуйҙы, -- Арбаңа баҫырһың.
Ай һынлы айҙы ҡалайтып бында бикле ятып үткәрергә тип бошонғайны, иптәштәре күңелһеҙләнеп ятырға бирмәне. Медсестраларҙы бурылдата-бурылдата инәлеп килеп инеүселәр, ингәндә лә әйтер һүҙҙәре булмай шым ғына текәлеп ултырыусылар Матростан да, Василийҙан башҡа ла етәрлек ине.
-- Йоҡлаған кешегә текәлеп ултырыуҙары ни икән? – тип көлөп ҡуя ахырҙа шәфҡәт туташы.
-- Әҙәмдәр араһындағы яҡынлыҡ һөйләшеү йәки ҡосаҡлашыу ғына түгел ул, аҡыллым, хистәрҙе телһеҙ ҙә аңлатып була, бик алыҫтан да тойоп була, - тип фәлсәфәүи генә итеп яуаплай уға доктор Соломон. – Һәм ахырҙа ана шул һүҙ менән әйтелмәгәндәре иң ысыны булып сыға ла инде.
Хәле ярайһы уҡ яйланғас, тороп ултыра, үҙ аллы ашай башлағас, Василий Зинаидаһын эйәртеп килеп инде. Дуҫының ҡатыны уға тип бәлеш бешергән. Башта сәй ҡайната һалып, бәлеше менән һыйланы. Унан өҫ-башын алыштыртып, ай-вайына ҡуймай керҙәрен йыуыуға алды. Зинаиданың һый-хөрмәтен, иғтибарын ул быға саҡлы ла аҙ татыманы, тик бөгөнгө ҡыланыштарында, мәғәнәле ҡараштарында ниндәйҙер бер сер бар кеүек тойолдо Рамаҙанға. Ул үҙе лә ҡатынға һынаулы ҡарап-ҡарап ҡуйҙы, әммә тура һорарға, дөрөҫөрәге атап ҡына ниндәй һорау бирергә икәнлекте белмәне. Шуға ла бар сабырлығын йыйып һағайып көттө генә.
-- Рома, туғанҡайым, - тип һүҙ башланы, ниһайәт, Зинаида, аш-һыуын йыйып алып ире янына килеп ултырғас. – Беҙҙең һинең менән һөйләшер һүҙебеҙ бар.
Уныһын күптән аңлаған инде Рамаҙан. Шуға дуҫтарына ҡаш аҫтынан һораулы текәлеп ултыра.
-- Һин минең төрлө гәзит-жарналдар, эҙәрмән ойошмалар, кешеләр менән хатлашыуымды беләһең, - тип һәр бер һүҙен һаҡ ҡына һайлап ала ҡ
н һалдылар. Унда бер комсомолка, ниндәйҙер оло ҡатындың ауыҙынан ишеткәндәрен яҙып сығара. Ҡатындың улы хәбәрһеҙ юғалған була. Әммә үлем хәбәре юҡ. Ул хеҙмәт иткән частан яуҙаштары һалдаттың ауыр яраланып госпиталгә оҙатылыуын ғына хәбәр итә. Инде өмөт өҙөлдө тигәндә, 1948 йылда хеҙмәттән ҡайтып килгән бер ауылдаш егете, әлеге юғалған һалдатты Сочи вокзалында күрә. “Ул ине! Тап үҙе, бары аяҡтары ғына юҡ ине. Мин вагондан сығып еткәнсе ҡайҙалыр китеп барҙы, тапманым” – тип һөйләй аҙаҡ әсәһенә барып. Был хәбәрҙән әсә ҡабаттан дәртләнеп китеп улын эҙләй башлай...
Рамаҙандың ҡарашы ауырайғандай ауырайҙы. Танауы аша ауыр итеп тын алды. Зина бер аҙ хафаға төшһә лә, дауам итте:
-- Был хатта улын эҙләүсе ҡатындың исеме Әсмә Абдулхаева һәм ул 1920 йылда тыуған һәм 1939 йылда хеҙмәткә алынған улы Рамаҙан Абдулхаевты эҙләй тиелгән ине. Тик был хатҡа инде арыуыҡ йылдар үткән булған, миңә ул һуң ғына килеп эләкте. Шулай ҙа адресын һорап алдым һәм хат ебәрҙем. Күп тә үтмәй яуап килде, тик ул Зәлифә исемле икенсе ҡатындан булды...
-- Зә-ли-ффә?..
-- Эйе. Мин Зәлифәне эҙләп таптым.
-- Уны нимәгә эҙләргә? Мин Зәлифәнең ҡайҙалығын былай ҙа беләм! – Рамаҙан ярһып китмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫа.
-- Көтөп тор, Рома, ҡыҙма, тыңлап бөт, - тип беләгенә ҡағыла Василий.
-- Шунан, - тип дауам итә уны язалаусы Зина, -- Зәлифәгә бында, Вааламда йәшәүсе фронтовиктың ни хәлдә һәм ниндәй йөҙ-һыҙатлы, холоҡло булыуын һүрәтләп бирҙем. Ул яуап хатында һалдаттың армияға алына торған йылды әсәһе менән ҡушарлап төшкән карточкаһын һалды. Һәм ул һүрәттә... һин, Рома...
Ҡатынының һөйләгәндәрен дәлилләүгә Василий түш кеҫәһенән фото сығарып та һуҙҙы:
-- Бына.
Танауына терәлгән карточкаға бер генә күҙ һирпте лә, ҡарашын ала алманы ла ҡуйҙы Рамаҙан. Был аҡ-ҡара кәртешкәләгеләрҙең һәр кейем биҙәген, йөҙ-төҫ һыҙатын ул ысын буяуҙарында, нурҙарында бөгөнгөләй итеп хәтерләй бит. Әсәһенең башындағы, ҡыҙыл менән һары араһындағы ҡояш ерлегенә ваҡ сәскәләр төшөрөлгән яулығы байрамдарҙа ғына сығарып ябына торған ҡәҙерле нәмәһе. Өҫтөндәге күлдәге көрән, бишмәте ҡара бәрхәт ине. Күҙҙәре йәшкелт, йөҙө һарыраҡ, төҫө уңған аҡһыл ирендәрен күгәрткәнсе ҡымтыған. Аҙаҡ “уңайһыҙҙалып ултырып уҫал ҡараған да ҡуйғанмын” тип көлгән булғайны.
Уның артында баҫып торған буйсан ҡаҡса егеттең өҫтөндә ҡара костюм, эстән кейгән күлдәгенең яғалары сигелгән. Башында атаһынан һаҡланып
ҡалған күн кепка. Әсәһе олатаһының эшләпәһен сығарғайны ла, Рамаҙан ризалашмай ошо кепканы кейгәне...
Фотоны күргәс ҡапыл асыуы баҫылғандай булдымы, әллә ысынбарлыҡтан ҡаса алмаҫын аңланымы егет, дауам иткәнде көтөп тағы ла Зинаға төбәлде.
-- Әсәйең юҡ инде, Рома-туғаным... Дүрт йыл элек донъя ҡуйған... Һине Зәлифә эҙләй.
Уң ҡабырға аҫтында нимәлер бороп-сәнсеп алды ла, тын алырға бирмәй торҙо. Унан яйлап ҡына ебәрҙе. Быны һиҙҙергеһе килмәгән егет ҡырыҫ өндәште:
-- Зәлифәгә мин нимәгә?
-- Мин һинең ошолай ҡыланырыңды ла, киреләнереңде лә белдем. Быларҙы Зәлифәгә лә яҙғайным, бына, ул һиңә төбәлгән хат һалғанр. Ошоларҙы уҡығандан һуң үҙең хәл итерһең, беҙ һине ирекһеҙләмәбеҙ.
Ҡатындың иренә бер ҡарап алыуы булды, уныһы әлеге түш кеҫәһенән хат килтереп сығарып дуҫтының түшенә һалды ла, ирле-ҡатынлы йәһәтләп сығып та киттеләр. Раманҙан башта күкрәген бешереп барған ҡағыҙға тейергә лә баҙнат итмәй ятты. Унан бер аҙ тынысланғас, ҡалтыранған ҡулдары менән һәрмәп алып, йырта-йырта асты.
Хаттың эстәлеге былай ине: “Һаумы, Рамаҙан! (“Һаумы” тигән тәүге һүҙ үк тертләтте. Ундай мөрәжәғәтте ишетмәгәненә лә, туған телендә уҡымаған-һөйләшмәгәненә лә күп йылдар бит инде.) Алағыуаттың йылы елдәренә ҡайнар сәләмдәрен ҡушып хат яҙыусы Зәлифә тип уҡырһың. Һинең ауылды ла, беҙҙе лә оноторға теләгәнеңде лә, ҡайтмаҫҡа булғаныңды ла беләм. Зинаида барыһын да аңлатты. Шулай ҙа хәлдәребеҙҙе яҙам әле.
1944 йыл беҙҙең атайға ҡара ҡағыҙ килде. Шул уҡ йылды әсәй үпкә сиренән вафат булып ҡуйҙы. Һеңлем менән икебеҙ тороп ҡалдыҡ. Ҡыш ныҡ һыуыҡ булғас, һинең әсәйең, Әсмә инәй беҙҙе үҙенә йәшәргә саҡырҙы, бер йортҡа утын әҙерләүе еңелерәк булыр, тине. 1946 йыл Әминә апайың ағас ҡырҡҡанда ҡазаланып ҡалғайны һәм ике йыл түшәктә ятып үлеп китте. Уның өс балаһы ла әсәйеңә тороп ҡалды, атайҙары әйләнеп ҡайтма алманы. Беҙ шулай ҙур ғаилә булып йәшәп киттек.
Әсмә инәй һине үлгәнсе көттө. Күршеһе Шәриф ағайҙың улы үҙеңде Сочи ҡалаһында күргән булған. Тик һөйләшеп өлгөрмәгән. Был хәбәрҙән беҙ барыбыҙ ҙа өмөтләндек һәм тағы ла хаттар яҙырға, төрлө урындарға мөрәжәғәт итергә тотондоҡ. Мин һине ҡырҡ дүртенсе йылдан, хаттарың туҡталғандан алып эҙләйем. Әсмә инәй менән бер-беребеҙҙе йыуатып, дәртләндереп йәшәнек. Тик ул инде дүрт йылдан ашыу юҡ...
Башта яҙғайным инде, минең ғаиләм ҙур тип. Һеңлем еткән ҡыҙ булды, быйыл егермеһе тула. Әминә апайҙың балалары ла үҫтеләр инде, өлкән улы мәктәп тамамлай, ике ҡыҙы үтә йәшләй ҡалып, мине әсәй итеп өйрәнгән, ҡул
араһындалар. Мал тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ. Һаман да Әсмә инәйҙә, йәғни һинең йортоңда йәшәйбеҙ.
Беҙҙең хәлдәр бына ошолай. Һинең хәлеңде лә яҡшы беләбеҙ һәм иҫән-һау булыуыңа сикһеҙ шатланабыҙ. Һуғыш ауылыбыҙҙа өй беренсә ҡайғы таратып сыҡты, күптәр атайһыҙ һәм ирһеҙ ҡалды, ә һин бар көйө беҙҙе зар-интизар итәһең. Әсәйең ҡасан да бер әйләнеп ҡайтырыңа ышанып китте. Һәм мин дә ышанам. Һине һағынып көтөп – Зәлифә. 2 октябрь 1955 йыл.”
Зәлифәнең башындағы әсәһенең яулығын әллә ҡайҙан таныны Рамаҙан. Пароход палубаһында бер яҡ ситтәрәк баҫып торған һәм төшөүгә ыңғалаған төркөмдән кейеме менән дә, баҙнатһыҙ ятһырауы менән дә айырылып торған ҡатынды Зинаида менән Василий ҙа аңғарҙы. Йылы бишмәте аҫтынан оҙон булып төшөп торған күлдәк итәген ел тартҡылай, бер ҡулы менән шуны ипләй, икенсеһенә иҙәндә ултырған оло ғына сумаҙан һабын ҡыҫып тотҡан. Башҡалар кеүек этешмәй-төртөшмәй, сабыр ғына ҡарап сират көтә. Уның был ҡылығынан, күндәм баҫып тороуынан уҡ үҙ ауыл ҡатын-ҡыҙы фиғелен таныны ла, эсе өҙөлөп китте Рамаҙандың. Шул ваҡыт ни тиклем һағынғанлығын һәм тәҡәтһеҙ ҡәҙерле нәмәләрҙән мәхрүм булғанлығын бөтә тәрәнлегендә тойғандыр ул. Ҡулын күтәреп башта шыбырлап өндәште:
-- Зәлифә... – Унан күкрәк тултырып тын алды ла, көр тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: -- Зәлифә-ә!
Алға китеп әйткәндә, Рамаҙан менән Зәлифә ҡырҡ йылға яҡын тиң ғүмер итеп, баҡыйлыҡҡа ла бер-бер артлы күсәләр. Алты балалары булып, уларҙан таралған зат-ырыуы ялбыр шәжәрә ағасын төҙөй. Вааламдағы дуҫтары менән беҙҙең билдәле геройҙарыбыҙ был ғүмерҙә бер генә күрешмәйҙәр әле. Ә утрауҙағы ғәрип фронтовиктар пансионаты 1974 йылға тиклем эшләй. Уның кеүек лагерҙар ил буйынса ла биш-алтау була. Вааламдағын аҙаҡ ҡабаттан монастырь итеп тергеҙәләр, сиркәүе лә бар. Ғәрип фронтовиктар хәтирәһен утрауҙа иҫке зыярат та, сиркәү эсендәге музей ғына һаҡлай. Улар шәһит булып ҡалған. Улар онотмай. Нисек булғанлығын. Еңеүҙән һуң...

Фото: интернет.
Читайте нас: